«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҒЛҮМӘТ СЫҒАНАҠТАРЫ ЛА ЗАМАН ТАЛАПТАРЫНА ЭЙӘРҺЕН
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 9-сы һанында педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Хажин һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова менән диалогта телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереүгә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр күтәрелә. Был мәсьәләләр буйынса "Башҡорт проекттары" берләшмәһе координаторҙарының үҙ ҡарашы бар һәм уны гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашырға ҡарар иттек.

Беҙ тиҙләнеш заманында йәшәйбеҙ. Хәҙер инде тормошобоҙҙо элемтә, социаль селтәрҙәр, мобиль яйланмалар, төрлө ҡушымталарһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Технологиялар һәр йортҡа инеп кенә ҡалманы, ул беҙҙең ғәҙәттәребеҙҙе, кешеләр араһындағы аралашыу ысулдарын, эш процесын һәм мөнәсәбәттәрен тамырынан үҙгәртте. Ҡарашын киләсәккә төбәгән бер генә халыҡ та был үҙгәрештәрҙән ситтә тороп ҡала алмай. Беҙ ҙә ошо глобаль процестың бер өлөшө булырға тейешбеҙ. XXI быуатта үҙенең заманса киң мәғлүмәт саралары һәм мәғлүмәт сығанаҡтары булмаған халыҡ үҙ хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙан мәхрүм ҡаласаҡ. Әгәр тиҙ арала был тармаҡты реформалау буйынса саралар күрмәһәк, телебеҙҙе һаҡлау ҙа, уны артабан үҫтереү ҙә бик ауырға төшәсәк. Был мәсьәләне уңышлы хәл итеү өсөн беҙгә бер юлы ике мөһим йүнәлештә барырға кәрәк.
Беренсенән, башҡорт баҫмаларына халыҡтың ышанысын һәм тоғролоғон кире ҡайтарыу зарур. Бының өсөн өр-яңыса эшләргә өйрәнеү талап ителә. Был йәһәттән баш ватып тораһы ла түгел, бөтөн донъяла киң мәғлүмәт саралары бер төрлө үҫешә - булған тәжрибәне файҙаланып, өйрәнергә генә кәрәк. Бигерәк тә ҡала халҡының мәғлүмәткә һәм уның сифатына талабын иҫәпкә алыу мөһим. Күп ауылдар әлегә һәйбәт интернет бәйләнеше менән тәьмин ителмәгән, шуға ауылда йәшәүселәр сифатлы мәғлүмәт менән "иркәләтелмәгән", тимәк, уларҙың зауығына йүнәлеш тотоу - киләсәк тамырына балта сабыу ул. Концепцияны һәм тематиканы үҙгәртергә, баҫмаларҙағы фекер-ҡараштарҙы башҡорттар ғына түгел, төрлө аудитория вәкилдәре, шул иҫәптән туған телен белмәгән милләттәштәребеҙ ҙә ишетһен өсөн башҡа телдәрҙе лә файҙаланырға, социаль селтәрҙәрҙе һәм башҡа мәғлүмәт каналдарын үҙләштерергә, партнерлыҡ селтәрҙәренә һәм агрегаторҙарға берләшергә кәрәк. Башҡорттарҙың тауышы Рәсәй һәм донъя мәғлүмәт киңлектәрендә лә ишетелергә тейеш.
Икенсенән, заманса фекерләгән, яңы ҡорамалдарҙы һәм йәш аудиторияның теләген аңлаған кешеләр талап ителә. Быға бойороҡ биреп кенә өлгәшеү мөмкин түгел. Шуға күрә башҡорт телендә заманса каналдар һәм мәғлүмәт ресурстары булдырыу һәм үҫтереү менән мәшғүл ойошмаларға, программаларға, айырым кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Беҙгә ҡеүәтле интернет киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы төркөмдәр, көндәлек тормошта ярҙам итеүсе мобиль ҡушымталар, онлайн радио һәм ТВ, шулай уҡ медиаканалдар (мәҫәлән, Youtube-тағы видеоканалдар) кәрәк. Кәрәкле экосистема булдырғанда контенттың төрлө автоматлаштырылған йыйыу һәм баҫтырыу системалары (агрегаторҙар, боттар) һ.б. ҙур роль уйнай. Тотош халыҡтың мөһим һәм етди мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҙур көс һәм ресурстар, миллиардтарса һумдар һәм ҙур дәүләт программалары кәрәк, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Әммә технологик дәүерҙең шундай бер шәп яғы бар: нимәне нисек эшләргә кәрәклеген белһәң, ябай программалар ярҙамында ла ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеп була. Мәҫәлән, башҡорт телендә аралашырға ярҙам иткән ябай ғына программа-клавиатура йәштәргә белем биреү йәһәтенән ҡиммәтле дәүләт программаларына ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк булып сығырға мөмкин. Ғилми институттың бер хеҙмәткәре айҙар буйы эшләгәнде селтәрҙәге ирекмәндәрҙең ҙур төркөмө уны бер нисә аҙнала башҡара. Ә бит ҡулланыусы айҙар буйына көтөп ултыра алмай, уға көнүҙәк мөмкинлекте бөгөн һәм хәҙер тәҡдим итергә кәрәк.
Беҙ башҡорттар өсөн мотлаҡ башҡорт телендәге сайт, ҡушымта йә башҡа продукт эшләргә кәрәк, тип уйлайбыҙ. Һәр яңы башланғысты проектлауға, эшләүгә күп ваҡыт китә, шымарғансы, ул сейле-бешле һәм түбән сифатлы була. Шулай итеп, бындай продукт файҙаланыу тапмайынса, үҫешә лә алмайынса юҡҡа сыға. Үҙҙәрен "башҡорттоҡо" тип атаған башҡа программа продукттарының да абруйы төшә. Беҙгә бындай хата эшмәкәрлектән баш тартып, башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт халҡының үҫешенә булышлыҡ иткән һәм глобаль, төбәк баҙарына сығарыуға иҫәпләнгән программа йәки мәғлүмәт продукттарын әҙерләүселәргә иғтибар йүнәлтергә кәрәк. Шулай итеп беҙ тармаҡта үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарыбыҙҙы һәм яҡшы проекттарҙы барлыҡҡа килтерәсәкбеҙ. Мәҫәлән, "Бәйләнештә" социаль селтәрен локалләштереүҙән һуң, унда башҡорт телендә бик күп төркөмдәр барлыҡҡа килде, селтәр эсендә үҙенең экосистемаһы булған тотош башҡорт сегменты үҫеп сыҡты. Шуның кеүек, башҡа продукттарҙы ла үҙебеҙгә яраҡлаштырырға мөмкин. Телде ҡулланыу өлкәһен киңәйтеү ҡатмарлы продукттарҙы үҫтереүгә этәргес булып тора. Әйтәйек, башҡортса тәржемәсе барлыҡҡа килеүе инглиз, рус фильмдарының һәм тапшырыуҙарының субтитрҙарын башҡортсаға тәржемә итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Беҙҙә башҡорт телендә төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары - текстар, китаптар, журнал һәм гәзиттәр, музыка, кино һәм программалар һ.б. бар. Уларҙың күбеһе халыҡ инә алмаған архивтарҙа, китапханаларҙа һәм фондтарҙа ята, файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ һанлы технологияларҙа һаҡлана. Әммә бөтә донъя селтәре барлыҡҡа килгәндән алып ошондай мәғлүмәттәрҙе ирекле ҡулланыу тел һәм мәҙәниәт үҫеше өсөн мөһим шарт булыуын иҫбатлай. Уларға юл ябылыуы халыҡтың үҫештә артта ҡалыуына килтерә. Башҡорт телендәге материалдарҙы һанлыға күсереү, эшкәртеү, һаҡлау, таратыу менән мәшғүл проекттарға ярҙам итеү зарур. Был мираҫҡа, ижтимағи әһәмиәткә эйә мәғлүмәттәргә "йәмғиәт байлығы" тигән статус бирелергә һәм уларҙы бөтә халыҡ файҙалана алырға тейеш. Йәнә шуныһы: әлегә интернетта башҡорттар һәм башҡорт мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт бик аҙ, шуға күрә башҡа телдәрҙә йәки икенсе илдәргә һәм төбәктәргә ундай материалдарҙы әҙерләп таратыу менән шөғөлләнгән проекттарға ярҙам итергә тейешбеҙ.

Илдар Кинйәбулатов, Марат Әхмәтшин,
Раил Сәлимов,
Әлфиә Аҡбутина,
Рөстәм Нуриев,
"Башҡорт проекттары" (www.bashkort.org) берләшмәһе координаторҙары.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1004

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru