«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛ АСТЫЛАР ҺӘМ ФӘҺЕМ, ТӘЖРИБӘ ЛӘ ҮҘЛӘШТЕРҘЕЛӘР
+  - 

Заманалар ниндәй генә булмаһын, милләтебеҙҙең аҫаба рухлы, сая йөрәкле, үҙе артынан башҡаларҙы әйҙәй алырлыҡ йәштәре булған һәм буласаҡ. Төрлө төбәк йәштәренең ошондай сағыу вәкилдәрен берләштереп, үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Баймаҡ районы Граф күле буйында "Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя" исемле асыҡ йәштәр форумы үтте. Уны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ойошторҙо. Байрамға Башҡортостан һәм күрше төбәктәр йәштәре саҡырылды.

Сараның иң күркәм өлөшө, әлбиттә, режиссер Әлмира Ҡыуатова әҙерләгән "Заман! Йәшлек! Дуҫлыҡ!" тип аталған вокал-хореографик композиция һәм театрлаштырылған тамаша булды. Ул милләтебеҙ ғорурлығы "Урал батыр" эпосынан башланып, йәш-елкенсәкте Асыҡ йәштәр форумына йыйыу тураһында фарман таратылыуын сағылдырған йыр-бейеү композицияһына әүерелде, башҡорт халыҡ йыры "Уралым" дәртле бейеү менән алмашынды. Ҡунаҡтар - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Мосолмандары диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов, БР буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов форумда ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне, йәштәрҙе берҙәмлеккә әйҙәне. Айнур Арыҫланов әүлиәләр, шаһиттар, дин юлында мәрхүм булғандар рухына аят бағышланы.
Артабан Буранбай ауылының "Еҙ үксә" өлгөлө ансамбле егеттәре башҡарыуындағы "Аттарҙа саба малайҙар" йыры аҫтында сәхнә алдынан һыбайлылар, төрлө трюктар күрһәтеп, елеп үтте. Улар араһында ҡыйыу йөрәкле Снежана Таймаҫова исемле ҡыҙҙың да булыуы тамашасыны хайран итте. Артынса төрки халыҡтарының милли "Ылаҡ" уйыны сәхнә янына ҡабаттан дәртле тамашасыны йыйҙы. Уйын шарты буйынса кәзә түшкәһе етеҙ, өлгөр бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙарының командалары араһында ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй торғас, уйын бөрйәндәр файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамланып ҡуйҙы. Көйәрмән тамашасылар бөтә хис-тойғоларын сығарып, үҙенә оҡшаған команда өсөн көйҙө-янды. Бүтән майҙансыҡтарҙа милли көрәш, тоҡ менән һуғышыу, бағанаға үрмәләү, гер күтәреү кеүек халыҡ уйындарында ла тәүәккәл, сәмле, дәртле йәштәр ихлас үҙ көстәрен һынаны.
Заманында легендар "Каруанһарай" төркөмө барлыҡҡа килеп, халыҡты милли асылыбыҙға ҡайтарырҙай рухлы йырҙары менән йөрәктәрҙә һөйөү уятҡайны. Әле сәхнәгә "Далан" төркөмө күтәрелеп, "Ай-һай, Салауат!" йырын башҡарыуы ана шул дауыллы йылдарға алып ҡайтты. Бына сәхнәгә илебеҙҙең һөйөклө улдары Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов, Буранбай сәсән, Урал батыр образдарын һынландырыусы артистар берәм-берәм күтәрелә. Ҡурай моңо аҫтында һәр береһенең яҡты киләсәккә әйҙәгән шиғри телмәре йоҡлаған аңдарыбыҙҙы уятып, уяуыраҡ булырға, ғәфләттән арынырға әйҙәй. Артабан сәхнә түрен төрлө райондарҙан килгән һәүәҫкәр артистар биләне.
Күҙ алдынан халҡыбыҙҙың йәшәү йүнәлешен күрһәткән улдарҙың образдары китмәне. Республикала иң тәүге Салауат йыйынын үткәреүсе, бөгөнгө тамашаның режиссеры Әлмира Ҡыуатова билдәләүенсә, рухты үткәндәр уята. "Шуның өсөн дә сәхнәгә тарихи шәхестәребеҙҙе сығарырға булдыҡ. Бында Сибай филармонияһы артистары ярҙамға килде. Был ерҙә рух, сал быуатлы тарих үҙе йәшәй. Беҙ, күп һөйләмәй генә, батырҙарҙы, аттарҙы, Төньяҡ амурҙарын күрһәтеп, бөгөнгө йәштәребеҙҙә рухты уятырға ынтылдыҡ", - ти ул.
Форумдың маҡсаты - йәштәрҙең ялын мауыҡтырғыс ҡына түгел, файҙалы ла итеп ойоштороу ине. Ошо йәһәттән тренингтар, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр, оҫталыҡ дәрестәре бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле барҙы. Мәҫәлән, "Инициативалы йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү" оҫталыҡ дәресендә эшҡыуарҙар нисек үҙ эшеңде асырға өйрәтте. Салауат ҡалаһынан бизнес-проекттар етәксеһе Рөстәм Хәмәтшин эшҡыуарлыҡ нескәлектәре, кәрәкле документтар, осраған ҡаршылыҡтар хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Мәскәү ҡалаһынан иҡтисадсы-эксперт Рөстәм Дәүләтбаев үткәргән "Үҙ эшеңде асыуҙың юридик аспекттары" тренингы, "Шаймораттар" уйыны менән байытылып, үтә лә мауыҡтырғыс булды. Был уйын менән ул һанаулы ғына ваҡыт эсендә нисек күберәк аҡса эшләргә, кәрәкмәгән әйберҙән ҡотолоп, кәрәкле әйбер һатып алырға өйрәтте. Отҡорлоҡ, зирәклек, етеҙлек һәм кеше менән аралаша белеү талап иткән был уйын барыһына ла оҡшаны.
"Башҡорт халҡының үткәне, бөгөн-гөһө, киләсәге" темаһына ойошторолған түңәрәк ҡор ҙа ҙур ғына аудитория йыйҙы, йәштәребеҙҙең бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, тарихты ла яҡшы белеүен, киләсәккә лә аныҡ ҡарашлы булыуын иҫбатланы. Факел яҡтыһында Башҡорт йәштәренең Бөтә Рәсәй ҡоролтайына алыу тантанаһында йәштәр тыуған ергә, илгә мәңге тоғро булырға ысын күңелдән ант итте. Ике көн буйы рәхәтләнеп көс тә һынашҡан, күңелле ял да иткән, фәһем дә алған йәштәр йәмле Граф буйҙарын тәртипкә килтергәндән һуң, киләсәктә тағы ла йышыраҡ осрашыу, аралашыу ниәтендә бер-береһе менән йылы, ихлас хушлашты.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1198

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru