«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘНЕҢ ҺАУ БУЛҺЫН, ТИҺӘҢ ЙӘНЕҢДЕ ПОЗИТИВҠА КӨЙЛӘ
+  - 

Халыҡта уны "онкология" тимәйҙәр, хатта шулай тигәнде аңламаҫҡа ла мөмкиндәр. "Рак" тиҙәр уны. Ниндәйҙер ярамаған, ҡурҡыныс һүҙҙе әйткән һымаҡ, һағайып, шыбырлай биреп кенә әйтелә ул. Өмөтһөҙлөк, сараһыҙлыҡ, күнеү тойғоларын да тоймау мөмкин түгел быны әйткәндә. Иң ҡурҡыныс, ҡотолғоһоҙ бәләләрҙең береһе итеп ҡабул итәбеҙ был сирҙе. Был беҙҙең, ябай кешеләрҙең аңлауы, ә белгестәр, ошо ауырыуҙы өйрәнеүсе һәм уға ҡаршы көрәшеүсе табиптарҙың фекере нисек икән? Ошо хаҡта һөйләштек баш ҡаланың 43-сө муниципаль-ара онкология үҙәгенең врач-онкологы Иштуған ИШБАЕВ менән.

Иштуған Таһир улы, һуңғы ваҡытта матбуғатта "Рак йәшәрә" тигәнде йыш ҡабатлайҙар. Беҙ быны, сир йылдан-йыл йәшерәк быуынды ялмай бара, тип аңлайбыҙ. Ысынлап та шулаймы? Һәм был сирҙең тарихы ҡасандан башлана: нисәнсе йылдарҙа тәүге осраҡтарҙы теркәгәндәр?

- Юҡ, рак йәшәрмәй. Ул нисек булған, шулай ҡала килә. Беҙҙә рак, ғәҙәттә, 40 менән 60 йәштәр араһындағы ауырыу. Әлбиттә, йәштәрҙә лә, хатта балаларҙа ла осрап ҡуя ул. Әммә башлыса уның менән 40 йәштән һуң ауырыйҙар. Рәсәй һәм Башҡортостан буйынса статистика мәғлүмәттәре ауырыуҙың йәшәреүен сағылдырмай, быны бары сенсация яһау өсөн генә әйтәләрҙер. Ә бына сирҙең артыуы күҙәтелә. Республика буйынса һәр бишенсе кешелә яман шештең ниндәйҙер бер формаһы табыла. Йыл барышында яҡынса 10 меңләп кешегә ошо диагноз ҡуйылһа, шуларҙың 4 меңе, үкенескә ҡаршы, һауыға алмай. Былтыр был сир 12216 кешелә табылды, сағыштырыу өсөн әйткәндә, 2013 йылда - 11689, ә 2010 йылда 11162 кеше ошо сиргә дусар булғайны. Һуңғы биш йылда ул, тимәк, 14,6 процентҡа үҫкән. Күңелһеҙ күренеш, әлбиттә.
Рактың тарихы динозаврҙар, неандерталецтар дәүеренән килә. Табылған динозавр, тәү кеше һөйәктәрендә лә был сир күҙнәктәре килеп осрай. Ни өсөнмө? Сөнки, билдәле булыуынса, рак күҙәнәктәре һәр кешелә лә бар, ул уға тыуғанда, яралғанда уҡ һалынған була. Йәғни, был үҙенә күрә кешегә Хоҙай тарафынан һалынған сикләү - ғүмер сикләүе. Тәбиғәт законы буйынса, кеше йөҙ йәштән һуң шул ауырыу менән ауырып үлергә тейеш. Ғүмер мәңгелек була алмай, ерҙә кешеләр алышынып, тереклек йәшәреп торһон өсөн шулай иткән Хоҙай. Әгәр кеше башҡа бер сәбәптән дә үлмәй икән, ул йөҙҙән үткәс, организмдың көсө бөтөп, ундағы шул йоҡлап ятҡан сир "уяна" һәм тәнде үлтереп ҡуя. Хоҙайҙың был күҙәнәктәрҙе кеше организмына яралғыла уҡ һалыу фәлсәфәһе шулай. Бик борон, кеше тәбиғәттең бер өлөшө иҫәпләнгәндә, тап ошолай булғандыр. Бөгөн иһә был сир кешелә 40-60 йәштәрҙә үк "терелә". Уны "уятыу" факторҙары бик күп.

Рак психологик ауырыу, тиҙәр. Йәғни, ул йән ауырыуынан барлыҡҡа килә. Тимәк, ауырыуҙы терелтеү йәки терелтмәүҙе кеше үҙе хәл итә буламы? Һәм был хәлде контролдә тоторға мөмкинме?

- Рак комплекслы ауырыу: тәндә барлыҡҡа килә, әммә ысынлап та "уятыусыһы" йән була. Тик кеше был сирҙе терелтеү-терелтмәү мәсьәләһен үҙе хәл итә алмай. Кеше йәненең торошон тән яйлап ҡабул итә һәм ауырыу үҫеш ала. Мәҫәлән, кеше оҙайлы ваҡыт стресс кисерҙе, нимәгәлер көйҙө, кемгәлер үсле булып, гел ауыр, көсөргәнешле уйҙарҙа йөрөнө, ти. Ҡайһы берәүҙәр асыҡтан-асыҡ янып йөрөмәгәндә лә, эстән һыҙыла, барыһын да йөрәгенә яҡын ҡабул итә. Кемдәрҙер холҡо менән бик йомшаҡ булып, уларға эштәге уңышһыҙлыҡтар ҙа, ғаиләләге ығы-зығы ла ауыр тәьҫир итә, ул апатияға бирелә, донъянан, йәшәүҙән төңөлгән, арыған хәлгә инә. Йәндең бөтөн ошо торошо тәнгә "һин кәрәкмәйһең, үҙ-үҙеңде юҡ ит" тигән сигнал бирә. Һәм тән үҙендә булған "үҙ-үҙен юҡҡа сығара торған ҡорал"ына тотона ла инде. Ябай тел менән аңлатҡанда ул ошолайыраҡ килеп сыға.
Быларҙан тыш, сир зыянлы производстволарҙа эшләүҙән, алкоголле эсемлектәрҙе, тәмәкене күп ҡулланыуҙан, йоҡо һәм ял етмәүҙән, ҡояш нурҙары зыянынан да башланып китергә мөмкин. Һеҙ һорағанса "контролдә" тотоу мөмкинлеге булмағанда ла, профилактик саралар күреү, иҫкәртеү мөмкин. Мәҫәлән, үҙ йәнеңде үҙең һауыҡтыра белеү, ҡайғы-хәсрәтте, ауырлыҡтарҙы төпкә төшөрмәй, артыҡ ҡатмарлаштырмай үткәрергә өйрәнеү мөһим. Боронғолар ҙа, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла сик белергә кәрәк, тип әйткән бит. Шуның кеүек, үсләшкәндә, көйгәндә, проблемалар баҫҡанда ниндәйҙер бер мәлдә үҙ-үҙеңә "Етәр!" тип әйтә белергә һәм эске донъяңды позитивҡа көйләргә, улай уҡ булдыра алмағанда, тынысландыра белергә кәрәк. Был үҙенә күрә бер психология. Көслө рухлылар булдыра, ә йомшағыраҡтар яҡындары менән эс бушата, ыңғай эштәр менән булырға тырыша, психологтарға мөрәжәғәт итә һ.б.
Тормошта шулай ҙа була: туҡтауһыҙ тәмәке тартыусы ауырымай, ә уның янында шул төтөндө һулап йәшәүсе ҡатыны йә балаһы зарарлана. Төтөн һулауҙан үпкә сирҙәре генә түгел, йөрәк, ҡан баҫымы, эсәк-ашҡаҙан ауырыуҙары ла баш ҡалҡытырға мөмкин.
Тире шешен иҫкәртеүҙә ошоларҙы хәтерҙә тоторға кәрәк. Базаль күҙәнәк яман шеше киң таралған. Шеште дауалап була, ул тәндең башҡа өлөштәренә күсмәй, метастаз бирмәй. Меланома - үҙенсәлекле тире шеше, дауалауға насар бирелә. Базаль күҙәнәк шеше, меланома - тире шештәре саманан тыш ҡояшта ҡыҙынғандан барлыҡҡа килә. Тимәк, һәр нәмәлә сама кәрәк икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Беҙҙә халыҡтың 56 проценты ғына ҡояштың кире йоғонтоһонан һаҡлана белә. Шулай уҡ матурлыҡ салондарындағы яһалма ҡояш аҫтында ҡыҙынырға яратыусыларға ла уның зыяны үтә лә ҙур икәнлеген иҫкәртергә ине.
Ҡояштан һаҡлаусы кремдар реаль ярҙам итә, уларҙы һыу ингәндә, ҡыҙынғанда ҡулланығыҙ. Иртәнге 10-дан төштән һуңғы 4-кәсә ҡояш нурҙарында зыянлы матдәләр күп була, шул ваҡытта битте, муйынды ҡаплай торған башлыҡ, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы ябырлыҡ әйбер кейеү яҡшы.
Биттәге, тәндәге һоро таптарға, миңдәргә иғтибарлы булығыҙ. Улар ҙурайһа йәки күбәйһә, дерматологҡа мөрәжәғәт итеү урынлы.

Ауырыуҙың башланыуын кеше үҙе һиҙә аламы? Әллә уны тик медицина тикшереүе генә асыҡлаймы?

- Билдәле булыуынса, сирҙе башланғыс стадияһында дауаларға мөмкин. Яман шеш бер ай эсендә генә барлыҡҡа килмәй, йылдар буйы үҫә. Ашҡаҙан аҫты биҙендәге шеш, мәҫәлән, 20 йыл үҫә. Тимәк, белгестәргә ваҡытында күренеү күп нәмәне хәл итә. Ауырыу үҙ хәленә иғтибар иткәндә, эштең нимәлә икәнен аңлай башлағанда, күп осраҡта инде һуң була. Шунлыҡтан, медицина тикшеренеүен йыл һайын үтеп тороу зарур.
Йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙа инәлек ятҡылығында яман шеш осрай, әгәр ваҡытында онкологҡа мөрәжәғәт иткәндә, бала табыу ағзаларын һаҡлап ҡалырға мөмкин. Күкрәктәге яман шеш 35 (5 процент) йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм күберәк 40 йәштән алып ололарҙа күҙәтелә. Гүзәл затҡа һәр ярты йыл һайын онколог, гинеколог, маммолог кеүек белгестәргә күренеп торорға кәрәк.
Хәҙер яман сирҙе иҫкәртеүсе комплекслы диагностика ла бар: 40 йәштән һуң мотлаҡ рәүештә маммография үтеү, махсус аппарат ярҙамында күкрәккә рентген яһау. 21 йәштән цитологик тикшереү үтергә кәрәк. 65 (70 процент) йәштән ололарҙа йыуан эсәктәге яман шеш күҙәтелә. Тимәк, 50-74 йәшкә тиклем 2 йыл һайын колоноскопия, оло ярауҙа ҡан барлығын тикшереү өсөн анализдар бирергә кәрәк.
Шунлыҡтан, бында "мин һиҙәм ул, мин беләм" тигән һығымта урынһыҙ, ауырыу икәнлегеңде һуңғы стадияларҙа ғына тойорға була. Иң отошлоһо, ваҡытында тикшерелеп, ышаныслы ғүмер итеү.
Былтырғы йыл күрһәткестәре буйынса, республикала иң беренсе урында күкрәк шеше, унан үпкә, унан тире һәм дүртенсе урында биҙҙәр шеше тора.

Онкология сире нәҫелдән, быуындан-быуынға бирелергә мөмкин, тигән миф та йәшәй...

- Юҡ, ул нәҫелдән күсмәй. Әммә кешеләрҙә генетик яҡтан быуындан-быуынға бирелә торған, ниндәйҙер ауырыуҙарға дусар булыу төшөнсәһе лә бар. Мәҫәлән, бер ҡатындың аналығында яман шеш булды, ти. Уның ҡыҙында ла 70-80 процентҡа ошо ағза "хәүефле урын" булып күҙаллана. Төрлө сәбәптәр арҡаһында яман шеш барлыҡҡа килә икән, ул мотлаҡ шул ағзала була. Быны күҙ уңында тоторға кәрәк, ә һағайып, ниндәйҙер ҡурҡыныс нәмә көтөп йөрөргә түгел, ә йәштән профилактик саралар күрергә, үҙеңде һаҡларға, яратырға кәрәк.

Кешене эстән ҡыйрата, үлемгә дусар итә торған ауырыу булараҡ, ракты СПИД менән сағыштырып буламы? Урынлымы ул шундай сағыштырыу? Тағы ла, матбуғатта "СПИД-ҡа ҡаршы дарыу табылған!", "Ракты еңеүсе препарат!" тигән лозунгылар күренеп ҡала, ошоларҙы дөрөҫләй алаһығыҙмы?

- Ниндәй генә яҡтан алып ҡараһаң да, медицина күҙлегенән дә, мораль һәм этик аспекттан да, был ауырыуҙар икеһе ике төшөнсә. СПИД - ул күп осраҡта кешенең әхлаҡһыҙлыҡ арҡаһында дусар булған бәләһе, ул аноним билдәләнә, шулай уҡ йәшерен дауалана. Был сирҙең кешегә йоғоу, башҡаларҙы зарарлау ҡурҡынысы ла бар. Һәм, белеүегеҙсә, унан һауығыу, ҡотолоу юлы юҡ.
Яман шештән, ваҡытында белеп ҡалған осраҡта, ҡотолоу юлдары бар. Беренсе стадиялағы ракты дауалап, әсәлек бәхетен ҡабаттан кисергән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек. Шулай уҡ ауырыуҙы тәүге стадияларында кәртәләп, уны иҫкәртеп, контролдә тотоп йәшәгәндәр ҙә аҙ түгел.
Әлегә тиклем СПИД-ты ла, ракты ла (һуңғы стадияларҙағыһын) еңерлек дарыу уйлап табылмаған әле. Һәм мин бының булыуына ла шикләнәм. Үрҙә әйткәнемсә, рак ул тәүге стадияларында дауалана торған ауырыу. Ә инде һуңғы стадияларҙа һәм СПИД осрағында ундай рекламаларға ышанып, аҡса түгеү - ул аҡса түгеү генә. Нисек кенә йәл булғанда ла, дөрөҫлөк шундай.

Һеҙ, аңлауымса, сәләмәтлеге шик аҫтында булып килгән ауырыуҙарҙың диагнозын дөрөҫләйһегеҙ, шулай бит. Тимәк, ауырыуға уның диагнозын әйтеүсе лә тап һеҙ. Ҡыйынмы һеҙгә шул миссияны үтәү? Үҙегеҙ ниҙәр кисерәһегеҙ ҙә, ҡаршығыҙҙағы ауырыу нисек ҡабул итә бындай хәбәрҙе?

- Еңел түгел... Диагноз дөрөҫләнгән хәлдә, ауырыуҙы психологик яҡтан әҙерләп алыу ҡарала. Ә инде, элеккесә, диагнозды йәшереп ҡалыу тыйыла хәҙер. Шунлыҡтан, ауырыуға үҙ диагнозы тураһында аңлайышлы ғына итеп еткерергә тура килә. Табип булараҡ, бындай һөйләшеүҙәргә бурысым итеп ҡарарға, йөрәккә артыҡ яҡын алмаҫҡа тырышам, һәр хәлдә, шулай итергә өйрәнәм. Әммә кешелек тойғолары өҫтөнөрәк барыбер ҙә: уйландыра, йәлләтә, борсолдора...
Мин шуны күҙәтәм: ҡатын-ҡыҙҙар йөрәкле лә, сабыр ҙа беҙҙең. Бигерәк тә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары. Улар һуңғы сиктә лә ебеп төшмәй, күҙ йәштәренә юл ҡуймаҫҡа, үҙҙәрен сабыр, ғорур тоторға тырыша. Күптәре хәлдәренә фәлсәфәүи ҡарай. Ҡатын-ҡыҙға был торош тәбиғәттән һалынғанмы, әллә донъяны ҡабул итеүҙәре икенсерәкме, аңламаҫһың.
Ир-егет, әлбиттә, бер аҙ сабырһыҙыраҡ. Улар үҙҙәренә ҡул һелтәргә, төшөнкөлөккә бирелергә ярата. Күп осраҡта ауырыған ирҙәре өсөн ҡатындары көрәшә.

Онкологик ауырыуҙарҙы сит илгә дауаларға алып киткән осраҡтар күп. Сит илдә ысынлап та өмөттө аҡлауҙар күберәкме? Ә беҙҙә ниндәй сикләүҙәр бар?

- Сит илдә дауалау яҡшыраҡ, тигән стереотип күптән емерелгән инде. Сит илдә хеҙмәтләндереү, йәғни сервис ҡына яҡшыраҡ. Ә дауалау, препараттар, ҡорамалдар шул уҡ. Беҙҙә өмөт бирелмәгән кемдең сит илгә барып дауаланып, ғүмерен оҙайтҡанын ишеткәнегеҙ бар? Йәки һауыҡҡанын? Сит илдең рекламаһы көслө лә, бая әйткәнемсә, сервисы һәйбәт. Беҙҙә лә дауалай беләләр был сирҙе. Етмәһә, дауалау башлыса бушлай атҡарыла.

Һуңғы йылдарҙа энергетика, имләү, юғары көстәр менән бәйләнешкә инеү, аураны таҙартыу һ.б. мөғжизәләр менән эш итеүсе халыҡ табиптары күбәйеп китте. Улар хаҡында ни уйлайһығыҙ?

- Бөгөн медицинала дипломлы табиптарҙың абруйын күтәреп, уларға ғына таянып, улар менән генә эшләргә кәрәк. Башҡаса булырға тейеш түгел. Халыҡ табиптары насар, беҙ яҡшы, тип әйтмәйем, араларында бик һәләтлеләре лә барҙыр, тик ниндәйҙер күңел һиҙемләүе буйынса дауалауға ҡарағанда, медицинаға нигеҙләнеп дауалау дөрөҫ. Дипломлы табиптың белемен камиллаштырырға кәрәк. Сөнки ҡайҙа медицина көсһөҙ, төрлө шарлатандар шул бушлыҡты тултыра. Яман шеш менән ауырыусылар ҙа шул шарлатандарға йөрөп, ваҡытын әрәм итә һәм иң һуңғы сиктә генә беҙгә килә. Ә бит сирҙе ни тиклем алданыраҡ асыҡлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ. Медицинала бының өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар. Дөрөҫ диагноз ҡуйыла икән, бөгөн яман шеш ауырыуының 70 процентын дауалап була. Халыҡ медицинаһына килгәндә, үлән менән дауалаған бағымсылар бар. Улар медицина тикшереүе үткән кешеләрҙе табиптар тарафынан ҡуйылған диагнозға нигеҙләнеп дауалай. Был инде икенсе нәмә. Ә инде бер ниндәй анализһыҙ, бер ни белмәйенсә, өшкөрәм, тип, кеше сәләмәтлеге менән уйнау - бының менән бер нисек тә килешә алмайым. Кешегә бәлә килгәндә төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк, тик алдаҡ юл менән түгел.

Медицина хеҙмәтенең йылдан-йыл ҡиммәтләнә, клиникалар түләүле хеҙмәтләндереүгә күсә барыуын аңлатып буламы? Район-ауылдарҙа оптималләштереү еле менән дауаханаларҙың күп бүлектәре ябылды, фельдшер пункттары ҡыҫҡартылды. Был хәл халыҡ сәләмәтлегенең тағы ла ҡаҡшай биреүенә йоғонто яһамаҫмы икән?

- Әлбиттә, табип булараҡ та, ябай граждан булараҡ та, мин бындай хәлдәргә ҡаршы. Бигерәк тә беҙҙең халыҡ үҙ белдеге менән һаулығын тикшертеп, ҡайғыртып йөрөп өйрәнмәгән. Улар хәлдәре бөткәнсе йөрөй, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, һуңғы сиккә етмәйенсә, табипҡа килмәй. Шунлыҡтан, әгәр илдә хәлдәр былайыраҡ бара икән, һәр кемгә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлеген үҙҙәренә ҡайғыртырға, үҙ белдектәре менән барып тикшерелеп тороуға өйрәнергә генә ҡала. Бына һеҙ ашауҙы, кейем йүнләүҙе, ниндәйҙер комфортлы шарттар тыуҙырыуҙы, йәшәүҙе ҡайғыртаһығыҙ ҙа инде. Ә инде сәләмәтлек булмаһа, быларҙың нимәгә кәрәге бар. Шуға ла, иң беренсе һаулыҡты ҡайғыртырға, унан башҡаһын йүнләргә кәрәк.
Хәҙер сәләмәт тормош, үҙеңде ҡарау, спортҡа йөҙ бороу, сәләмәт туҡланыу кеүек төшөнсәләр алға ҡуйыла башланы. Йәштәр эсеүгә, тәмәкегә битараф була бара, көндән-көн дин нығына. Кеше үҙенең тәбиғи асылына, тәбиғәт балаһы булыуын аңлауға ҡайта. Һәм шулай булғанда, яман шеш ауырыуы ла, кеше организмында үҙ ваҡытын көтөп ала алмай, ғүмерен "йоҡлап" үткәрер ине.

Табиптар араһында ир-егеттәр артыҡ күп түгел, һеҙҙеңсә, бының сәбәбе ниҙә?

- Ауыл мәктәптәрендәге белем биреү торошоноң медицина уҡыу йорттарында имтихан тоторлоҡ кимәлдә булып етмәүенәндер, тип уйлайым. Мин, мәҫәлән, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы мәктәбенән һуң, Өфөлә медицина колледжы тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Төркөмдә егеттәр бер-нисәү генә булдыҡ. Бөгөн медицина уҡыу йорттарында ситтән килгән халыҡ күберәк кеүек, шулай ҙа үҙебеҙҙекеләр өсөн бюждет урындары ла аҙ түгел. Уҡыһын ине егеттәр ҙә, табиптар рәтен тултырһын ине.

Һеҙҙең туған телдә яҡшы аралаша алыуығыҙҙың һөнәрегеҙгә, тормошоғоҙға ыңғай йоғонтоһо бармы?

- Туған телде белеү, иң беренсе сиратта, үҙең өсөн кәрәк. Үҙ телеңде белеү түгел, ә белмәү аптыратырға тейеш... Әлбиттә, ауырыуҙар менән аралашыуҙа бик ныҡ ярҙам итә туған телде белеүем. Ауылдарҙан килгән, башҡорт йә татар телендә генә һөйләшкән ауырыуҙар менән башҡортса һөйләшәм, уларҙың йөҙҙәре яҡтырып, яҙылып китәләр. Туған телдә аралашыу табипты ла ауырыуҙарға яҡынайта, кешелеклерәк, иғтибарлыраҡ итә...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тағы ла бер һөнәрле, белемле, рухлы башҡорт ир-егете менән таныштырҙыҡ. Фәһемле кәңәштәр алдыҡ. Бигерәк тә табиптың: "Рак күҙәнәктәре һәр кешелә лә бар, ул уға тыуғанда, яралғанда уҡ Хоҙай тарафынан һалынған була. Йәғни, был үҙенә күрә кешегә Хоҙай тарафынан һалынған сикләү - ғүмер сикләүе. Тәбиғәт законы буйынса, кеше йөҙ йәштән һуң шул ауырыу менән ауырып үлергә тейеш. Ғүмер мәңгелек була алмай, ерҙә кешеләр алышынып, тереклек йәшәреп торһон өсөн шулай иткән Хоҙай. Әгәр кеше башҡа бер сәбәптән дә үлмәй икән, ул йөҙҙән үткәс, организмдың көсө бөтөп, ундағы шул йоҡлап ятҡан сир "уяна" һәм тәнде үлтереп ҡуя", - тигән һүҙҙәре уйландырҙы. Тимәк, был сирҙең 40-60 йәштәрҙә үк "терелеүен" иҫкәртеп, йәнеңде лә, тәнеңде лә дауалап тороу фарыз. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1136

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru