«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙары
7. Зәйнәб Биишева "Яҡтыға" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
"Башҡорт китабы топ-100" акцияһына ҡушылып, һәр башҡорт уҡырға тейешле китаптар араһына Әхмәтзәки Вәлидиҙең "Хәтирәләр" китабын индерергә тәдим итеүсе гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе - Ишембай районының имам-мөхтәсибе Ильшат Хафизов:

- Бөгөн беҙ боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙе, тарихи китаптарҙы шул осорҙа йәшәгән кешеләрҙең тормош-көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, рухи ҡиммәттәре ниндәй булған, нисек үҙгәргән икәнен белеү өсөн дә уҡыйбыҙ. Әхмәтзәки Вәлидиҙең "Хәтирәләр" китабы башҡорт кешеһенең йәшәйешен сағылдырыуы, тарихи мәғлүмәттәргә бай булыуы менән дә ҡыҙыҡлы. "Хәтирәләр"ҙең мәғлүмәттән тыш, тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур. Мине бер Көҙән ауылында ғына биш мәсет, Үтәк ауылында ете мәсет булыуы тураһында яҙылған юлдар аптыратты. Әлбиттә, ул заманда мәсеттәр мәктәп ролен дә үтәгән, ләкин бәләкәй ауылдарҙа ла ошо тиклем мәсеттәр күп төҙөлөүенә барыбер хайран ҡалырлыҡ. Сөнки хәҙер ауыл түгел, хатта ҡала ерендә лә бер мәсет булһа, икенсеһен төҙөүҙе шик аҫтына ҡуйып, кәрәкме ул, кәрәкмәйме, тигән һорауға асыҡлыҡ индерәләр. Ғөмүмән, "Хәтирәләр" китабында башҡорт халҡының социаль-иҡтисади хәле лә сағылыш тапҡан. Бесән эшләгәндә өмәселәргә нисә баш мал һуйылыуына тиклем мәғлүмәттәр килтерелгән. Ул осорҙа халыҡ әлеге кеүек бер эш хаҡына ғына ҡарап ултырмаған, етеш тормош көткән, һәр кемдең үҙенең айырым эше булған. "Хәтирәләр" китабы бигерәк тә йәштәр өсөн фәһемле тип уйлайым. Үҙем был китапты уҡып, вәғәз итеп һөйләрлек бик күп файҙалы мәғлүмәттәр ҙә таптым.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.16 | Ҡаралған: 1308

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru