«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮҘ-ҠАНАТҠАЙҘАРЫМ, ҠӨҘРӘТ БИР...
+  - 

Журналистарҙың Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына дәғүә итеүселәр араһында редакциябыҙ хәбәрсеһе - 1984 йылдан РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА ла бар. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларыбыҙға хеҙмәттәшебеҙҙең ижадҡа илтеүсе юлдар, тәжрибә туплау серҙәре, остаздары, журналист һөнәренең үҙенсәлектәре хаҡындағы фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Журналист һөнәре йәлеп итте

Яңғырауыҡ, ҡупырыҡ һүҙҙәр яратмайым, шуға ла һис бер пафосһыҙ һәм арттырыуһыҙ әйтәм: гәзит эшенә мине әсәм теле алып килде. Бәләкәйҙән әсәйемдең тапҡыр, сәсән теленә илтифат бирҙем. Һүҙ ыңғайы әсәйем кинәйәле әйтем, мәҡәлдәр әйтеп ебәрһә, уйлап йөрөйөм-йөрөйөм дә, йомаҡты сисә алмаһам, әсәйемдән мәғәнәһен һорашам. Күңелдәрендә, телмәрҙәрендә, ҡарһүҙ әйтеү оҫталыҡтарында халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын йөрөткән инәйҙәр менән дә күп аралаштым. Уң яҡ күршебеҙҙә Ғәйниямал инәй йәшәй ине. Һуҡыр булды. Ҡайҙа барһа ла: Йылайырҙан көйәнтәләп һыу ташыһа ла, ҡунаҡҡа барһа ла мин уны етәкләп йөрөттөм. Үҙенсә мине әүрәтеүе булдымы (сөнки ҡыҙҙар уйнарға саҡыра) - миңә күп итеп йомаҡ өйә йә әкиәт һөйләй - янынан ебәрмәү яғын ҡарай; кис үҙе янына ҡунырға саҡырһа, доғалар көйләп, минән ятлаттыра.
Тағы бер инәй хәтеремдә ныҡ ҡалған. Ҡараусыһыҙ булмаһа ла, алыҫыраҡ туғанының киленен өнәп бөтөрмәй, өй беренсә йөрөп ятыр ине. Әсәйемдәр бесәндә, миңә 7-8 йәштәр самаһы, өй көтәм. Шулай бер көн әлеге Гөлбәзир инәй беҙгә килеп инде. Тупһала һөйләшеп ултырабыҙ. Был илаулай, ауыр тормошонан, килененән зарлана, күгәргән тәнен күрһәтә. Уны бик йыуатҡым, күңелен ауларлыҡ йылы һүҙҙәр тапҡым килә. Шунан әсәйемдең йыш ҡабатлаған бер аҡылы иҫкә төшә: "Инәй, илама. Күргәнгә - түҙем бирһен, күрмәгәнгә - күрһәтмәһен", - тигән булам. "Ҡалай ҙур кешеләр һымаҡ әйттең, балам, телеңдән ҡыуан!"- тип, ҡат-ҡат арҡамдан ҡағыуын әле булһа тоям һымаҡ... Иллә мәгәр әбейҙең юрағаны юш килде: ғүмерем буйы һүҙ менән эш иттем, туған телем хазиналарынан ҡыуаныс, кинәнес алып йәшәнем һәм эшләнем, Хоҙайға мең шөкөр.
Мәктәпкә барғас, шиғырҙар яҙып маташҡан булдым, гел стена гәзите сығарырға ҡушалар ине миңә. Күңелемдән гел генә һүҙ уйната инем. Бөтөнләй бәләкәй генә саҡта ҡыҙҙар менән ярышып-ярышып сынаяҡ, быяла ярсыҡтары - тәтәйҙәр йыябыҙ: кемдеке матурыраҡ? Үҫә төшкәс, был бер ғәжәп аллегорияға әүерелде. Әлеге күңелемдән уйнатып йөрөгән һүҙҙәр миңә төрлө төҫтәге, төрлө биҙәкле тәтәйҙәрҙе күҙ алдына баҫтыра ине. Эстән генә мәғәнәне дөрөҫ итеп кенә түгел, ә тапҡыр, экспрессив итеүсе һөйләмдәр төҙөү - бөгөн дә минең яратҡан күңел шөғөлөм.

Остаздарҙан алған һабаҡ

Эйе, йәш журналистың уңышлы эшләп китеүе-китмәүе йәнәшендәге остаздарына ла бәйле. Был йәһәттән мин үҙ остаздарымдан уңдым, тип әйтә алам. 1975 йыл БДУ-ның филология факультетын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса үҙемдең тыуған районға Баймаҡҡа ҡайттым, тик бер ҙә генә мәктәпкә барғы килмәй, нишләптер, ҡурҡыта: оялсан, ҡыйыуһыҙ, етмәһә, ошондай бәләкәй генә уҡытыусы буламы, тип уйлайым. Ә дөрөҫөн әйткәндә, бигерәген дә гәзит үҙенә тарта. Юл сатында шул саҡ яҡшы кешеләр осраны - мин райондың "Октябрь байрағы" гәзитендә эшләп алдым да киттем. Мөхәррире Борхан ағай Сәмиғуллин менән башҡортсаға дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары Тәфтизан ағай Ушанов тәүге уҡытыусыларым булды. Үкенескә, икеһе лә мәрхүмдәр инде, ләкин хәтеремдә һәр ваҡыт тере килеш торалар. Гәзит тәүҙә урыҫ телендә яҙылып, унан башҡортсаға ауҙарыла ине. Мине тәржемәсе итеп алдылар. Бик фәһемле, киләсәк эшем өсөн файҙалы мәктәп булды был, сөнки журналист иң тәүҙә тәржемәне яҡшы үҙләштерергә, дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй белергә бурыслы. Артабан кеше мәҡәләһен ауҙарып ваҡыт үткәрергә түгел, ә үҙаллы һәм үҙ телемдә яҙып ҡарағы килә башланы. Ошо хыялым мине баш ҡалабыҙға әйҙәне. Партияның өлкә комитеты нәшриәтендә корректор булып урынлаштым - барыбер ҙә Һүҙ ғали йәнәптәренә яҡыныраҡ. Әйткәндәй, буласаҡ журналисты корректор һөнәре лә бик күп нәмәгә өйрәтә. Шул ыңғайҙан курсташтарым шағирҙар Зөһрә Ҡотлогилдина, Рәмил Йәнбәк һәм Зөбәржәт Миңлебаева эшләгән "Башҡортостан пионеры" гәзитенә килеп, темалар ала, мәҡәләләр яҙа башланым. Мөхәррир шағир Сафуан ағай Әлибай ине. Яҙғандарымды хупланылар, күп тә үтмәне, иҫ киткес күркәм күңелле, һәр яҡлап матур бер апай - Һәҙиә Яҡупова етәкселек иткән мәктәп бүлегенә эшкә алдылар.
Мәҡәләләремде "Совет Башҡортостаны"нда ла иғтибар менән уҡып барғандар икән. Бер ваҡыт унда эшкә саҡыралар. "Совет Башҡортостаны"нда эшләү минең өсөн хыялдымдың иң юғары түбәһе булғандыр. Ул замандарҙа был гәзиткә "урамдан" осраҡлы кешеләрҙе алманылар. Бер ҡарт журналист әйтмешләй, "энә күҙәүенән" үткәрәләр ине. Мөхәрриребеҙ бик талапсан, ләкин ғәҙел кеше - Абдулла Исмәғилев. Бөгөн дә хәтерҙә: беҙ яҙғанды әлегеләй энә күҙәүенән үткәреп, материалдарҙы пинжәген сисеп ташлап, күлдәк еңдәрен һыҙғанып уҡыр ине. Верстканан һуң материалдар корректорҙарға килгәс, ҡыҙҙар янына инеп, шым ғына мәҡәләм нөсхәһен ҡарап сығам: мөхәррир ниндәй төҙәтмәләр индерҙе икән? Яҙғаныңды берәй талапсан мөхәррирҙең төҙәтеүенә үпкәләмәү, киреһенсә, уны рәхмәтле булып ҡабул итеү шулай уҡ күп нәмә бирә башлап яҙыусыға. Ғөмүмән, сирек быуаттан ашыу "Совет Башҡортостаны", унан "Башҡортостан" тип үҙгәртелгән гәзиттә эшләгән осор ғүмеремдең иң бәхетле йылдары булды. Остаздарымдың, исем һәм званиеларын әйтеп тормағанда ла кем икәндәре яҡшы билдәле талантлы, көслө журналистар Дәүләт Мәһәҙиев, Рәүеф Насиров, Ризван Хажиев, Әниф Бикҡолов, Аҫылғужа Баһуманов ағайҙар менән бер коллективта эшләү үҙе бер оло тормош мәктәбе булды. Әлеге ваҡытта "Киске Өфө"лә бергә эшләгән Гөлфиә Янбаева хеҙмәт биографиямдағы 8-се мөхәррирем була. Шул уҡ ваҡытта"Башҡортостан" гәзите мөхәррирҙәре Мансур Әнүәр улы Әюпов менән Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовҡа, мөхәррир урынбаҫары Марсель Әхсән улы Ҡотлоғәлләмовҡа рәхмәттәрем ҙур. Кешелекле, ярҙамсыл, талантлы (бөгөнгө тел менән әйткәндә) менеджерҙар ҙа, журналистар ҙа булды улар.

Ул замандың яҡшыһы ла булды

Һәр замандың үҙ йыры, тиҙәр бит. Беҙ, мәҫәлән, журналист һәм шәхес булараҡ та торғонлоҡ мисәте һуғылған замандарҙа формалаштыҡ, ләкин минең был заманды бер ҙә яманлағым килмәй. Бәхәсләшмәйем: яҡшыһы ла, насары ла аҙ булманы. Бер партиялы идара итеү системаһынан килә ине бөтөн бәлә: авторитаризм, бойороҡ-хакимлыҡ алымдары, партия етәкселегенең серегән бюрократлыҡҡа әүерелә барыуы һәм башҡалар. Яҡшы яҡтан мин ул замандағы хеҙмәт энтузиазмын билдәләп китер инем. Шул осорҙа ғына Башҡортостандан күпме Социалистик Хеҙмәт Геройҙары сыҡты: Риза Яхин, Гәүһәр Фәйзуллина, Фира Ниғмәтуллина һ.б. Беҙ, журналистар ҙа, ул замандарҙа шундай уҡ энтузиазм менән эшләргә өйрәндек. Бөгөн журналистиканың баһаһы төштө, тигән фекер менән килешә алмайым. Бөтөн ғиллә, бәлки, ошоға тиклем илдең сәйәси системаһында тәғәйен йүнәлеш, аныҡ платформаның формалашып бөтмәүендәлер? Йыш ишетергә тура килә бит, юғиһә: беҙ ҡайҙа барабыҙ, ниндәй илдә йәшәйбеҙ? Нимәләр хаҡында яҙырға? Уның ҡарауы, бөгөнгө калейдоскоп кеүек күҙ эйәрмәҫ ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа журналистарҙың оперативлыҡ һыҙаттары нығыраҡ асыла. Ә журналист һөнәренең абруйы һәр заманда ла булды, бөгөн дә ул бар, тип уйлайым. Тик беҙгә хәҡиҡәткә тоғро булырға кәрәк. Журналист абруйы шундай шарт менән генә йәшәй ала.

Көн талабы - аналитика

Аналитик мәҡәләләр журналистан теге йә был мәсьәлә хаҡында бәйән итеп, проблеманың сәбәптәре һәм эҙемтәләрен асыҡлауға ғына ҡоролмай, бәлки, ситуацияға тәнҡит күҙлегенән ҡарауҙы ла талап итә. Ҡоро тәнҡит түгел, ә ижади, "кешелекле" тәнҡит урын алырға тейештер, тигән уйҙамын, сөнки ҡыра һуғып бөтөнөһөн инҡар итеү өсөн күп аҡыл кәрәкмәй, ул тәнҡит түгел, фәҡәт инҡар итеү. Аналитикала проблема эсендәге ыңғай шытымдарҙы күреп алырға, унан күңел ҡыуандырғыс үҫенте килтереп сығарырға кәрәктер, моғайын. Юғиһә, беҙ тик кире күренештәргә генә баһа бирергә, ҡоро тәнҡиткә күнектек, ә күнегергә ярамай. Ыңғайға күнектерәйек күҙ-ҡолаҡтарыбыҙҙы, тимәксемен. Шул ғына.

Тағы ниндәй темалар?

Үҙемде борсоған күренештәр тураһында "Киске Өфө"нөң тәүге битендәге "Әйт, тиһәгеҙ...", 3-сө биттәге "Килешмәйем!" һәм "Тураһын әйткәндә..." тигән рубрикаларға яҙышам. Әлбиттә, башҡа темалар ҙа йәлеп итә. Әйтеүе ҡыйын: ҡул етмәйме, дарманмы, һәләтме... Гәзит жанрҙарын биш бармағыңдай үҙләштереү ҙә ҡәнәғәтлек бирмәй. Иң кәрәкле, иң аҫыл һүҙҙәр әле әйтелмәгән һымаҡ тойола миңә. Сер итеп кенә әйтәм инде: минең дә хеҙмәттәшебеҙ Әхмәр Үтәбай һымаҡ яҙғы килә бик тә... Тик үҙ ҡалыбыңдан сығыу юлы ҡайҙа икән? Ижадсы өсөн иң ҡурҡынысы - ҡалыплашыу. Әҙип гәзиттә эшләй алһа ла, журналистар әҙәбиәткә һирәк килә, килһә лә, барыбер гәзит телле публицист булып ҡала. Ошо урында гел генә Максим Горькийҙың һүҙҙәре иҫемә килә лә төшә. Йүнәтеберәк, матурлабыраҡ әйткәндә, осор өсөн тыуғандар ғына оса ала, тигәнме шул? Илһам ҡанаттары Хоҙайҙан бирелә, тибеҙ ҙә ул, ә бына баяғыса бөтөн булмышың менән һүҙ донъяһына, һүҙ тылсымына, һүҙ ҡөҙрәтенә ынтылғанда ярала бит ул ижад ҡанаттары ла, һәләт тә, йондоҙло уйҙар ҙа, тик уны ваҡытында нығыта, үҫтерә, яҡтыраҡ балҡыта, үткерләй барырға ғына кәрәк. Икенсе төрлө әйткәндә, кәмендә “осорға” тырышырға кәрәк. Һүҙ-ҡанаттарыңа таянып...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.16 | Ҡаралған: 1051

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru