«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

 "Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич, "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар
7. Зәйнәб Биишева "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
11. Мостай Кәрим, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы һәм поэзияһы
12. М. Ғафури "Фәҡирлектә үткән тереклек" хикәйәһе
13. М. Ғафури "Шағирҙың алтын приискыһында" повесы
14. Ғ. Хәйри "Боролош" романы
15. Әхиәр Хәкимов "Өйөрмә" романы
Сибай ҡалһы Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире Рәйсә Ҡунаева Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" дилогияһын тәҡдим итте:

- "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһын иғлан иткәндә үк мөхәрририәт, әгәр ҙә сит ил милләт кешеһенә башҡорт халҡы, тарихыбыҙ, рухи ҡомартҡыларыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ тураһында һөйләргә тура килһә, яуап бирә алырһығыҙмы, тигән фекер яҙып сыҡҡайны. Ысынлап та, сит милләт кешеләре менән хәҙер, бигерәк тә йәштәргә, тығыҙ аралашырға бар мөмкинлектәр асыҡ, сит илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Уларға башҡорт әҙәбиәтенең иң аҫыл әҫәрҙәрен белеү генә түгел, ошо әҫәрҙәрҙе ижад итеүселәр хаҡында ла мәғлүмәтле булыу мөһим. Әле тулылана килгән исемлеккә "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы" тигән маҡтаулы исем алыусы өс шәхесебеҙҙең әҫәре, ике Башҡортостандың халыҡ шағиры индерелгән. Бик күп әһәмиәтле, йөкмәткеле, камил башҡортса әҫәрҙәр араһынан бары һанаулы ғына автор үҙ ижады өсөн ваҡытында халыҡ тарафынан шундай юғары баһаланған һәм уларҙың әҫәрҙәре бөгөн дә ошо исемлектең башында тора икән, тимәк, артабан да шундай күренеклеләрҙең әҫәрҙәренә тәү сиратта иғтибар бүленергә тейеш. Ошо фекеремде дауам итеп, үҙ сиратымда, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен 2001 йылда алған Ноғман Мусиндың иң билдәле романдарының береһен - "Мәңгелек урман" дилогияһын уҡырға тәҡдим итәм. Был китапты һәр быуын кешеһе ентекләп, аңлап уҡырға тейеш. Сөнки "Мәңгелек урман" башҡорттоң тәбиғәт менән бер бөтөн булып яралыуын, быуындар бәйләнешен сағылдырған әҫәр. Иң мөһиме, ҙур тиҙлек менән барған үҙгәрештәр заманында йәшәгән йәштәр был романды ашыҡмай ғына өйрәнһен, юғиһә, тәбиғәтте һүрәтләүҙәр аша бирелгән бик күп мәғәнәләр уларҙың иғтибарынан ситтә ятып ҡалыр, һүҙ ҡөҙрәтен тоймаҫтар. Башҡорт халҡының тарихи үткәне, боронғо йәшәү рәүеше, башҡорт кешеһенең холҡо, асылы, күп нәмәгә ҡарата мөнәсәбәте - барыһы ла ошо китаптарҙа сағылыш тапҡан. "Мәңгелек урман" дилогияһында әҙип үткәндәр менән бөгөнгөбөҙ һәр ваҡыт үҙ-ара бәйле булыуын күрһәтә, ошоно белгән халыҡтың киләсәге лә бар.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ! Иҫкәрмә: аңлағанһығыҙҙыр, был исемлек башында барыбер ҙә әҙәбиәтебеҙҙең классиктарының, аҡһаҡалдарының әҫәрҙәре урын алырға тейеш. Мәктәптә уҡыған ул әҫәрҙәр барыбер ҙә күңелегеҙҙә һаҡланалыр - шуларҙы барлайыҡ тәүҙә, ә бөгөнгө быуын яҙыусыларының әҫәрҙәре тураһында саҡ ҡына һуңыраҡ, исемлек аҙағына етә башлағас һөйләшербеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.09.16 | Ҡаралған: 1277

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru