«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКАНЫҢ ҒЫНА ТҮГЕЛ ӘҘӘБИӘТЕБЕҘҘЕҢ ДӘ ТӨП ҠАЛАҺЫ УЛ
+  - 

Өфө - Башҡортостандың ғына түгел, ул беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең дә, мәҙәниәтебеҙҙең дә, сәнғәтебеҙҙең дә баш ҡалаһы. Республика яҙыусыларының күпселеге бында йәшәй. Театрҙарыбыҙ, ижади союздарыбыҙ, юғары уҡыу йорттары ошонда урынлашҡан. Баш ҡалала республика гәзит-журналдары нәшер ителә, китаптарыбыҙ баҫыла. Тимәк, беҙҙең яҙмышыбыҙ ҙа, хеҙмәтебеҙ ҙә уртаҡ.

Өфөлә һуңғы йылдарҙа яңы объекттар, ҡала биҙәге булырҙай урындар, ял зоналары барлыҡҡа килә. Быға тиклем Шиғриәт байрамдарын Салауат Юлаев майҙанында үткәреп килһәк, былтыр уны Этноауыл эргәһендә ойошторҙоҡ. Был ауыл беҙҙең ҡала өсөн бөтөнләй яңы күренеш, асыш булды. Быйыл иһә шағирҙарҙы Ете ҡыҙ фонтаны үҙенә йыйҙы.
Мин үҙем Ырымбур өлкәһенән. Ауылыбыҙ ҙур түгел, 80 самаһы йорт. Ауылдың урта мәктәбендә бөтөн фәндәрҙе тик башҡорт телендә уҡыуға ҡарамаҫтан, юғары белем алыусыларыбыҙҙы һанаһаҡ, 40-50 кеше булыр.
Башҡортостанға барыу, Өфөнө күреү, Урал тауҙарына менеү, Ағиҙелдә һыу инеү бала саҡтан күңел түремдә йәшәгән иң ҙур хыялым ине.
1957 йылда яңы ғына асылған Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә документтар һәм имтихандар тапшырырға килдем. Автобус төндә генә килеп етте һәм Ленин урамы менән Пушкин урамы сатындағы магазинға яҙылған "Балыҡ" тигән атаманы уҡып, аптырауымдың сиге булмағайны. Сөнки "рыба" тигәнгә өйрәнгәнбеҙ, баҡтиһәң, балыҡ тип тә яҙырға мөмкин икән! Артабан яҙылған "аҙыҡ-түлек" тигән яҙыу ҙа сәйер тойолдо. Башҡортса уҡыһаҡ та, ҙур ҡалала башҡортса яҙыуҙарҙы күреү минең өсөн аптырарлыҡ, иҫ китерлек яңылыҡ булды.
Ә хәҙер урамдарҙағы башҡорт колориты, башҡортса яҙыуҙар, башҡорт телендәге аралашыуҙар, телерадио тапшырыуҙар, башҡорт матбуғаты минең өсөн ғәҙәти хәл, норма, тормошомдо ошо башҡортса яҙыуҙарһыҙ, башҡорт теленең ҡулланылышынан башҡа күҙ алдына ла килтермәйем.

Рауил БИКБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 1119

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru