«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШТЫҠ ҺӘМ БАШҠАЛАР ТӘЖРИБӘҺЕН ДӘ ҠОЛАҠҠА ЭЛДЕК
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәйҙең 76 төбәгенән килгән мәғариф өлкәһе вәкилдәре ҡатнашлығында "Дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу: этно-мәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотоп идара итеү" темаһына арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе уҙғарылды.

Бөгөн мәктәп балаға белем биреп кенә ҡалмай, уның шәхесен үҫтерергә лә бурыслы. Шуға ла белем усаҡтарында тәрбиә стандарттарына мохтажлыҡ бар. Әлеге көндә был мәсьәлә буйынса 2025 йылға тиклем бойомға ашырылырға тейешле федераль стратегия ҡабул ителгән. Шуға ярашлы, үҙ эсенә рухи, хеҙмәт һәм гражданлыҡ тәрбиәһен алған уҡытыу программалары төҙөргә кәрәк. Был мәсьәләнең республикабыҙ өсөн артыҡ яңылығы ла юҡ кеүек. Ләкин быға тиклем һәр мәктәп үҙе белеп эшләгән эште системаға һалыу, теүәл бер тәртипкә килтереү талап ителә барыбер ҙә. Әлеге кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфөнөң 39-сы гимназияһында махсус ойошторолған тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтарында Башҡортостанда был йүнәлештә өлгө алырлыҡ миҫалдар барлығына инанды. Мәҫәлән, Бөрйән районында алты мәктәптә уҡыусылар умартасылыҡ серҙәренә өйрәнә. Шулай уҡ милли уйын ҡоралдары, бейеү, шәжәрә төҙөү буйынса эшләп килгән түңәрәктәр республика мәғариф системаһында балалар тәрбиәһенә ҡағылышлы ыңғай тәжрибә тупланыуына ишараланы.
39-сы гимназиялағы милли мәғарифҡа бағышланған майҙансыҡта Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килеүсе мәғариф белгестәренә Башҡортостанда һәр халыҡ вәкиленә үҙ телен тәрәндән өйрәнеү форсаты тыуҙырылыуы, рус һәм башҡорт теле туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та уҡытылыуы, татар, удмурт, мари, сыуаш телдәрен дә туған тел булараҡ уҡыу мөмкинлеге бирелеүе, ҡалған телдәрҙе йәкшәмбе мәктәптәрендә өйрәнеүҙәре тураһында һөйләнеләр. - Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә туған телдәргә ҡағылышлы айырым секция эшләмәһә лә, һәр майҙансыҡта республиканың төбәк компоненты тураһында һүҙ булды, - тине Өфө ҡала хакимиәте Мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Розалия Сафиуллина. - 39-сы гимназияла милли мәғарифҡа арналған майҙансыҡта республикала уҡытылған бөтә телдәр буйынса ҡаҙаныштарҙы сағылдырҙыҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар беҙҙең уҡыусыларҙың кәмендә өс тел белеүенә, хәҙер ике сит телен уҡытыу ҡаралғас, хатта биш-алты тел белгән балалар булыуына һоҡланыуын белдерҙе.
Кәңәшмәлә тағы ла "Рәсәйҙә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу концепцияһын бойомға ашырыу тураһында", "2016-2020 йылдарҙа мәғрифты үҫтереү маҡсатына йүнәлтелгән федераль программа: 2016 йылда белем биреү технологияларын һәм эстәлеген модернизациялау буйынса саралар", "Уҡытыусы үҫешенең өлгөлө комплекслы моделе ярҙамында белем биреүҙең сифатын күтәреү проблемалары һәм перспективалары" темалары буйынса эксперт майҙансыҡтары эшләне. Шулай уҡ 3-сө гимназияла рус һәм немец телдәрен уҡытыу буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Айырым предметтар тәрәндән өйрәнелгән 45-се мәктәптә математика буйынса белем биреү концепцияһына ярашлы тәжрибә күрһәтелде. М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженерҙар лицейында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Республикаһы физика уҡытыусылары ассоциацияһын ойоштороусы уҡытыусылар йыйылды һәм һәр предмет уҡытыусыһы эшендә ошондай ойошмалар ниндәй ыңғай һөҙөмтә биреүе тураһында һөйләшеү ойошторҙо. Шулай уҡ "Астрономия" фәнен айырым предмет итеп уҡытыу-уҡытмау мәсьәләһе буйынса ла фекер алышынды.
Мәғариф буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһенә йомғаҡ БР Мәғарифты үҫтереү институтында яһалды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға институт эше менән яҡындан танышырға, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған темалар буйынса тәжрибә уртаҡлашырға ла форсат бирелде. Бында төрлө методик ҡулланмалар, әсбаптар әҙерләү, педагогтарҙың һөнәри компетентлығын күтәреүгә арналған күргәҙмәләр ойошторолдо.
- Рәсәйҙең башҡа милли төбәктәрендә ошо үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотоп нисек эшләүҙәре, уларҙа ниндәй проблемалар күтәрелеүе, беҙҙәге проблемаларға ниндәй ҡарашта булыуҙарын белдек. Бик күп мәсьәләләрҙә беренсе булыуыбыҙ ҡәнәғәтләндерҙе. Мәҫәлән, беҙҙең мәктәптәрҙең һөнәри үҫеш баҫҡыстары булдырылған, тарих предметы буйынса этно-төбәк дәреслеген Федераль исемлеккә индерергә торабыҙ, милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы бар һ.б. Шул рәттән, инженерҙар мәктәбендә уҡытыу процесын нисек төҙөү буйынса үҙебеҙгә файҙалы тәжрибә лә алдыҡ, - тине БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова кәңәшмә эшенә һығымта яһап.
Шулай итеп, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә юҡҡа ғына Башҡортостанда үткәрелмәгәндер, тип ышанғы килә. Сөнки киләсәктә милли республикаларҙағы хәл-торош нәҡ ошо кәңәшмәнән һуң ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса баһаланып, Стандарттарға кәрәкле үҙгәрештәр индереләсәк. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға төбәк компонентының әһәмиәтен, уның тәрбиәүи, баланың аң-белемен үҫтереү йәһәтенән ҙур роль уйнауын күрһәтергә тырышты ла инде республика. Кәңәшмә барышында беҙҙең мәғариф өлкәһендә эшләүсе етәкселәргә лә артабан үҙ тәжрибәһендә ҡулланырлыҡ фәһемле фекерҙәр күп яңғыраны. Улар ҙа ҡолаҡҡа эленер, тип ышанайыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 1099

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru