«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛДӘ УҠЫТЫУҘЫ БЕР КЕМ ДӘ ТЫЙМАЙ ҘАҺА!
+  - 

Ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ҙур залында "Төп дөйөм белемде туған башҡорт телендә биреү проблемаһы"на арналған түңәрәк ҡор үткәрелде.

Башҡарма комитет аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова әҙерләгән докладта был ҡорҙа барасаҡ һөйләшеү темаһына ишара яһалды: мәктәптәрҙә туған башҡорт телендә уҡытыу буйынса хәүефле хәлдәр бар һәм улар көндән-көн етди төҫ ала бара. "Башҡорт балалар баҡсаларында ла, мәктәптәрҙә лә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре күберәк урыҫ телендә алып барыла, - тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. - Ҡала ере өсөн уғата ғәҙәти күренеш был. Туған телдең бишеге булған ауылдарҙа ла туған телде белмәү проблемаға әйләнә. Ни өсөн? Сөнки БДИ (Берҙәм дәүләт имтиханы) һәм башҡа һыныҡҡа һылтауҙар менән хатта төп башҡорт ауылдарында ла уҡытыуҙы урыҫ теленә күсереү бара. "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Федераль закондың 14-се статьяһына ярашлы, бала төп дөйөм белемде, йәки туғыҙынсы синыфты тамамлағанғаса, туған телендә алырға хоҡуҡлы. Ул ғына ла түгел, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының яңыртылған варианты ла туған телдә уҡытыуҙы инҡар итмәй. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан бер нисә вариант уҡыу пландары эшләнгән, шул иҫәптән туған телдә уҡытыу алып барылған мәктәптәр өсөн махсус уҡыу планы ла бар. Тағы ла бер мөһим документ: ул Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының 1394-се һанлы бойороғо: уға ярашлы, 9 синыфтан һуң дәүләт имтихандарын бала туған телендә бирергә хоҡуҡлы. Бының өсөн мәктәп беренсе мартҡа тиклем ғариза ғына бирергә тейеш. Ләкин 5-9 синыфтарҙа йәки урта звенола уҡытыуҙың күпселек урында урыҫ телендә алып барылыуы һөҙөмтәһендә, 9 синыфтан һуң дәүләт имтихандарын туған телендә бирергә теләүселәр юҡ.
2009 йылда БР Президенты тарафынан Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы раҫланғайны. Уға ярашлы, 5-9 синыфтарҙа математика, химия, физика кеүек теүәл фәндәр ике телдә алып барылырға, ә гуманитар фәндәр туғыҙынсыға тиклем тик башҡорт телендә генә уҡытылырға тейеш. Бөгөн был юридик көскә эйә булған Концепция тормошҡа ашырылмай. БР Мәғариф министрлығы тарафынан яңы концепцияның проекты эшләнгән, ләкин ул раҫланмаған. Әйткәндәй, яңы концепция проектында беҙҙе хәүефләндерер урындар байтаҡ: "Недостаточно развитая система статуса родного языка в республике не позволяет организовать качественное обучение на этих языках", - тиелә унда. Быны нисек аңларға? Ғөмүмән, концепция бындай типтағы документтарға ҡуйылған талаптарға яуап бирмәй.
Күренеүенсә, уҡытыуҙы туған телдә ойоштороу өсөн кәрәкле хоҡуҡи-норматив документтар бар. Беҙгә туған телдә уҡытыуҙы бер кем дә тыймай. Ә ни өсөн закон нигеҙендә туған телдә уҡытырға мөмкинлек була тороп та, туған телдә уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей һуң? Әлбиттә, мәғлүмәттәргә ышанһаң, туған телдә белем алыусы балалар һаны әллә ни кәмемәгән дә кеүек: бер нисә йыл элек ул 37 процент самаһы булһа, бөгөн 34 процент тирәһе (Был һандар Мәғариф министрлығынан алынды). Ләкин Ҡоролтай комиссияһы туплаған мәғлүмәттәр, дәреслектәрҙең башҡорт теленә тәржемә ителмәүе, туған телендә имтихан бирергә теләүселәрҙең булмауы, күп кенә фәндәрҙең бары урыҫ телендә генә уҡытылыуы саң ҡағырға мәжбүр итә. Райондарҙағы күпселек мәктәп директорҙары ла проблеманы башҡорт теленә тәржемә ителгән дәреслектәрҙең булмауы, башланғыс кластар өсөн олимпиада, төрлө тикшереү эштәренең тик урыҫ телендә генә килеүе менән аңлата. Ысынлап та, был эштәр райондарға тик урыҫ телендә генә ебәрелә. Башланғыс синыфтар өсөн математика буйынса дәреслектәр башҡорт теленә бик насар тәржемә ителгән, хаталар күп, етмәһә, улар Федераль исемлектән төшөп ҡалған. Тирә-яҡ мөхит фәненә бәйле лә шул уҡ хәл. Ғөмүмән, әгәр ҙә беҙ теүәл фәндәр буйынса уҡытыуҙы башҡортсаға күсереүҙе мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыс итеп ҡараһаҡ, улар буйынса һәйбәт дәреслектәрҙе тәржемәләүгә бик етди иғтибар итергә тейешбеҙ. Тағы шул. Район мәғариф органдары етәкселәре туған телдә уҡытыу тураһында һүҙ сыҡһа, БР Мәғариф министрлығынан бер ниндәй ҙә күрһәтмә булманы, тип яуаплай. Күп милләтле Рәсәй иле шарттарында милли мәҙәниәт һәм йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү бурысы - "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы закондың төп принциптарының береһе булараҡ алғы планға сығарыла. Тимәк, был йүнәлештәге эшмәкәрлек Мәғариф министрлығының иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф органдары етәкселәре алдында был бурыс ҡуйылмай, бер кәңәшмәлә лә туған телдә уҡытыу кәрәклегенә баҫым яһалмай. Министрлыҡтан тәҡдим-хаттар ҙа ебәрелмәй.
Йәнә шуныһы ғәжәп: урыҫ телендә уҡытыуға күсеүҙең төп инициаторҙары - мәктәп директорҙары, уҡытыусылар. Ата-әсәләрҙе БДИ, 4 синыфтан һуң үткәреләсәк ВПР (Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре) менән ҡурҡытып, улар араһында дөрөҫ аңлатыу эше алып бараһы урында, уларҙы иң еңел юл һайлауға этәрәләр. Шундай рухтағы йыйылыштар протоколы нигеҙендә математика һәм тирә-яҡ мөхитте урыҫ телендә уҡытыуға күсерәләр. Закон буйынса уҡытыу теле мәктәптең локаль акты менән билдәләнә, ә ата-әсәләр йыйылышының протоколы менән түгел. Бөгөн халыҡтың аңы шул тиклем буталған. Педагогтар һәр ваҡыт балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә тәрбиәләне. Тиҫтәләрсә йылдар һуҙымында тупланған был тәжрибә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотолдо…"
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Ҡоролтай тарафынан бик тә урынлы һәм төплө күтәрелгән, әлеге сығышта яңғыраған проблемаларға ҡағылышлы аныҡ яуаптарҙы Мәғариф министрлығынан ишетергә теләгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сараның ни тиклем мөһим булыуын яуаплы урын биләүселәр аңлап етмәгән, күрәһең. Һөйләшеүҙә министр ҙа, уның урынбаҫары ла, хатта милли телдәр буйынса бүлек мөдире лә булманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәңәшмәлә ҡатнашыусы һәм сығыш яһаусы Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры Г. Йомағолов та, Баймаҡ районының мәғариф бүлеге етәксеһе лә "Фәндәрҙе башҡортса уҡығандар БДИ-ны уңышлы бирә алмай, юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмай", тигән һылтанмаға таянып, урыҫ телендә уҡытыуҙың өҫтөнлөктәрен иҫбатлап маташты. Ә зыялыларыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева, Мазһар Иҫәнбаев, Гүзәл Ситдиҡова, Фәнил Күзбәков, Фирҙәүес Хисаметдинова аныҡ миҫалдарға нигеҙләнеп, бик күптәрҙең тап әсә телендә уҡыған өсөн дә киң танылыу яулауына баҫым яһаны.
- Аҫаба башҡорттар 90 проценттан ашыу булған район мәктәптәренең урыҫса уҡытыу өсөн ҡырталашыуы - телебеҙҙең ниндәй кимәлгә төшөүен күрһәтеүсе ғибрәтле хәл ул, - тине БДУ профессоры Фәнил Күзбәков. - Ярай, һеҙ, урыҫ теленә өҫтөнлөк биреүсе мәктәп етәкселәре, балаларығыҙҙы йөҙ проценты менән юғары белемле лә итә алдығыҙ, ти. Уларҙың ниндәй милләткә, үҙебеҙгәме, сит илгәме хеҙмәт итәсәктәрен фаразлай алаһығыҙмы? Минеңсә, һәм бындай ҡараш менән төптән уйланғандар, моғайын, килешер, уларҙың күпселеге башҡорт өсөн юғалған буласаҡ. Сөнки милли рух бары тик әсә һөтө һәм әсә теле аша ғына тәрбиәләнә. Әгәр ҙә беҙ башҡорт мәктәптәрендә ныҡышмал рәүештә гуманитар фәндәрҙе туғыҙынсы синыфҡаса башҡорт телендә өйрәнеүгә өлгәшә алмаһаҡ, туған телебеҙ аҡрын-аҡрын юғалыуға дусар ителәсәк!.. Башҡорт теленең даирәһе тар, тип тә һылтана кемдәрҙер. Йәнәһе, ул, кемдер әйтмешләй, Әүжәнгә еткәнсе генә. Улайға китһә, урыҫ теле лә Мәскәүгә тиклем генә лә баһа, сит илгә сыҡтыңмы, инглиз, испан, ҡытай теле кәрәк. Даирә кәрәк, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта даирәне ошо телдә һөйләшеүселәр киңәйтә ала. Әгәр ҙә беҙ юғары инстанцияларға хаттарҙы, мөрәжәғәттәрҙе үҙ телебеҙҙә яҙһаҡ, социаль өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән үҙ телебеҙҙә яуап биреүҙәрен талап итһәк, даирә лә киңәйер. Тик ул бөгөн-иртәгә хәл ителә торған мәсьәләләрҙән түгел. Эйе, уның буйынса ла һис бер икеләнеүһеҙ ныҡышмал эшләргә кәрәк. Һәм ул генераль планға индерелә торғандарҙан. Әммә эштәрҙең кисектергеһеҙе, бөгөн эшләнә, ҡулдан килгәнен әле башҡара торғаны бар…

Шулай итеп, ултырыш ҡабул иткән ҡарарҙа: "Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Федераль закондың 14-се статьяһын тормошҡа ашырыу буйынса эш тейешле кимәлдә алып барылмай тип иҫәпләргә"; "БР Мәғариф министрлығы менән берлектә ата-әсәләргә туған телдә уҡытыуҙың әһәмиәтен аңлатыу маҡсатында 2017 йылдың февраль айында республика ата-әсәләр конференцияһын уҙғарырға"; Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы ФЗ-ға ярашлы ата-әсәләргә туған телдә уҡытыуҙың әһәмиәтен аңлатыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барырға, башҡорт ауылдарында туған телдә уҡытыуҙы ойоштороуҙы контролдә тоторға", тигән пункттар бар. Сарала ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясованың "Был ҡарарҙар иң юғары кимәлдә контролгә алынасаҡ!" тигәне кәңәшмәлә һөйләнгәндәрҙең юғары даирәләргә лә барып етеренә өмөт уята уятыуға…

Таһир ҒӘБИТОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 1162

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru