«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ДӘ МАҠАРҘА ТЫУҒАН БУЛЫР ИНЕМ...
+  - 

Ошо көндәрҙә миңә Ишембай районы Маҡар ауылында иҫ китмәле тәрән мәғәнәгә эйә булған бер сарала ҡатнашырға тура килде. Был ауылдағы байрамға барып эләгеүем осраҡлы түгел. Сөнки минең нәҫелем тамырҙары ошонда, Маҡарҙа. Гәрсә мин бында тыумаһам да, үҫмәһәм дә, мәктәбендә уҡымаһам да, миңә бик ҡәҙерле был донъяға Ҡарамышевтарҙы биргән яҡтар. Бик йөрәкһенеп, тулҡынланып йөрөп ҡайттым мин Маҡарҙан.

Рәсми рәүештә сара 40-80-се йылдарҙа Маҡар, Ибрай, Иҫәкәй мәктәптәрендә эшләп, донъянан киткән уҡытыусыларҙы хәтергә алыу кисәһе тип аталды. Кисәне Мәрйәм Солтанова етәкселегендәге Маҡар ауылы ағинәйҙәре ойошторғайны. Унда шулай уҡ Ҡолғона, Байғужа, Урманбишҡаҙаҡ, Смаҡай, Кинйәкәй ауылдары ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Башта беҙ Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда асылған "Ағинәйҙәр бүлмәһе"н ҡараныҡ. Унан һуң Маҡар мәктәбе коллективы төҙөгән сценарий буйынса ойошторолған байрам башланды. Тап ошо кисә өсөн генә тәғәйенләп тегелгән өр-яңы байрам костюмдары үҙҙәре генә лә әллә күпме фиҙаҡәрлек, әҙерлек саралары хаҡында һөйләй. Ниһайәт, юғары профессиональ кимәлдәге "Маҡар ынйылары", "Селтербей" вокаль ансамблдәре, Маҡар уҡытыусылары триоһы, мәктәп хоры менән өҙлөкһөҙ репетициялар үткәреү, ситтән башҡарыусылар саҡырыу, башҡа ойоштороу мәшәҡәттәре һөҙөмтәһе - күҙ алдында: мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулы...
Кисәне Маҡар мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларының хоры асып ебәрҙе. Маҡар мәктәбенең элекке уҡытыусыһы Фуат Йомағужиндың Мәрйәм Солтанова эшкәртеүендәге йыры башҡарылды. Хор янына йәм өҫтөнә йәм өҫтәп, ҡеүәтле көс - кисәнең йәне, милли кейемдәге һоҡланғыс ағинәйҙәр сығып баҫты. Тап улар был сараның маҡсатын билдәләгән дә инде. Был донъяла йәшәп киткән арҙаҡлы шәхестәрҙе ололоҡлап хәтергә алыу, уларға сикһеҙ ихтирам күрһәтеү - был үҙе бер оло тәрбиә мәктәбе. Республика кимәлендә бүтән ерҙәрҙә лә ойошторолорға хаҡлы яңы башланғыс тип тә билдәләр инем мин был сараны.
Залда ултырған ябай тамашасы булараҡ, мин шуны күҙәттем: айырым кешеләрҙең яҙмыштары тотош илебеҙ тарихын һөйләй. Кисәне алып барыусы Әминә Ғилманова менән Гүзәл Абдуллина тарафынан сәхнәгә бер-бер артлы саҡырылған кешеләр, йәғни Маҡар мәктәбенең күренекле уҡытыусыларының балалары, туғандары, яҡындарының сығыштары үҙлегенән-үҙлеге тарихи бәйән рәүешен ала. Ул бәйән район тарихы, Башҡортостан тарихы тураһында ла булып сыға. Әйтәйек, бына сәхнәлә Маҡар мәктәбенең элекке уҡытыусыһы Фуат Йомағужиндың улы Фаяз (әйткәндәй, ул минең атайымдың исемен йөрөтә, ә минең ҡустым Фуат Йомағужиндың исемен йөрөткән булған. Фуат ағай менән атайым дуҫтар булған, улдарына бер-беренең исемдәрен ҡушҡандар). Фаяз был кисәлә тамашасы алдына Фуат Йомағужиндың яҡты образы булып сығып баҫа. Маҡар мәктәбендә уҡытҡан ирле-ҡатынлы Зөфәр һәм Әлфирә Ҡарамышевтарҙың ҡыҙы Зөлфирә иһә Маҡарҙа үҙе бер оло тарих биттәрен тәшкил иткән данлыҡлы Ҡарамышевтарҙы кәүҙәләндерҙе. Мине лә Зөфәр ағай менән нәҫелемдең аяныслы ла, ғорурланырлыҡ та тарихы бәйләй. Мин Маҡар мәктәбенә Зөфәр ағайҙың шәхси архивынан Маҡар мәктәбенә ҡағылышлы материалдарҙы бүләк иттем. Уның үҙ ҡулы менән яҙған китабының оҙаҡламай Мәрйәм апай Солтанова ярҙамы менән донъя күрәсәген хәбәр иттем. Был хәбәрҙе тотош зал алҡышлап ҡабул итте.
Был кисәлә сығыш яһаған кешеләрҙең тотош исемлеген бирергә мөмкин булыр ине, улар бик күп, һәм ул сығыштарҙың һәр береһе үҙе бер тарихи хикәйәт. Мин дә Маҡар халҡы алдына үҙемде күрһәтергә тип түгел, ә 30-сы йылдарҙа ғәйепһеҙгә ғәйепләнеп, Архангел крайының Холмогор лагерына ебәрелгән олатайым Шәңгәрәй, уның бер туған ағалары Бәхтегәрәй, Арыҫлангәрәй, Сәлимгәрәй, Сәйетгәрәйҙе иҫкә алып, маҡарҙарҙың иғтибарын тағы бер ҡат илебеҙ тарихына йүнәлтергә генә теләнем. Тарихтың ҡабатланыу ғәҙәте барлығын иҫкәрттем. Әгәр ҙә минең бабамдар ҡот осҡос фажиғәле замандарға тура килмәгән булһа, мин дә Маҡарҙа тыуған булыр, уның үҙ балаһы булған булыр инем. Хәҙер мин унда тик ҡунаҡ сифатында ғына...
Кисәне шул ҡәҙәр матурлаған талантлы һәүәҫкәрҙәрҙе телгә алып китмәй булдыра алмайым ."Таштүрә" йырын башҡарыусы Рәйлә Нәбиуллина, йыраусылар Сәғит Мөхәмәтйәнов менән Шәрифә Юлғотлина, "Берғамыт" бейеү ансамбленең "Өс таған" бейеүе халыҡты тамам арбаны ла ҡуйҙы. Мәрхүм Маҡар уҡытыусыларына арнап, Юлай хәҙрәт аят уҡыны, мәктәптә ҡөрьән ашы уҙғарҙылар. Тотош тәрбиә мәктәбе булған ағинәйҙәр хәрәкәте, Маҡар мәктәбе шундай ҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған сара үткәргән икән, тимәк, улар ауылда шундайын бер ғәжәйеп мөхит булдыра алған. Баланы мөхит тәрбиәләй, ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева. Телде лә, рухты ла, изгелекте лә мөхит бирә. Ғаилә эшләп еткермәгәнде мөхит башҡара. "Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән" тип бушҡа ғына әйтмәгән бит халҡыбыҙ. Өлгө, үрнәк менән тәрбиәләү сараһы ла ул ағинәйҙәр хәрәкәте. Балалар ололарҙы ҡабатлай ғына. Имитациялай. Ошондай сараны ойошторған маҡарҙарға рәхмәттәр яуһын!

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА,
шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 1165

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru