«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨЛДӘЛӘРҘЕҢ ТЕЛЕ БУЛМАҺА ЛА ТАРИХҠА ТЕЛ АСҠЫСЫ УЛАР
+  - 

Ҡайһы бер йолалар, йәғни "Ҡарға туйы" тураһында

Төрлө халыҡтарҙа мәйетте ерләү төрлөсә башҡарыла. Беҙҙә ләхет алыу бар. Пермь башҡорттарындағы ерләү йолаһын тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, мәҫәлән, ләхет таҡтаһы өҫтөнә артыш, мәйет аҫтына туйыҙ йә аҡбур һалғандар. Бында мәйет менән мөмкин тиклем ерҙе бысратмаҫҡа тырышыуҙы аңларға була. Ислам динендә былар юҡ, унда кәфенгә уралған мәйетте ләхет эсендәге ергә шул килеш ҡиблаға ҡаратып һалалар.
Ләхет алыу башҡорттарҙа Ислам дине килгәнгә тиклем үк булған. Бында ла шулай уҡ ерҙе, тупраҡты мәйет ҡалдыҡтары менән бысратмау күҙ уңында тотолған. Боронғонан ҡалған йола буйынса, башҡорттарҙа ҡәбер өҫтөн таш йә ағас менән бурау әле һаман да һаҡланып ҡалған. Был йола бигерәк тә Пермь өлкәһендә йәшәүсе ғәйнә ырыуы башҡорттарында һәм көньяҡ (Бөрйән, Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Күгәрсен һәм башҡа райондар) башҡорттарҙа һаҡланған. Ләхет алыу, ҡәбер өҫтөн бүрәнә менән бурау боронғо сарматтарҙа ла булған. Зороастризм традициялары буйынса, мәйетте шул килеш ергә күмергә бөтөнләй ярамаған. Сөнки ул саҡта ер, һыу, ут, һауа иң изге төшөнсәләр һаналып, уларҙы бысратыу оло гонаһ һаналған. Тәүге осорҙа мәйетте яндырыу йолаһы булған, һуңынан үлгән кешенең мәйетен ҡая-тау, ағас ботаҡтарына һалып, йыртҡыс ҡоштар, ваҡ йәнлектәр ашап бөтөүен көткәндәр. Ҡәбер өҫтөндәге бүрәнә бура ла шундай һәндерә ролен үтәгән. Буралар һаман да шул традиция нигеҙендә яһала, йәғни бүрәнәләрҙең араһында ҡош-ҡорт, сысҡан-ҡомаҡтар, башҡа йәнлектәр инерлек ярыҡтар ҡалдырыла. Буралар бүре, төлкө һымаҡ йыртҡыс хайуандар мәйетте ситкә алып китмәһен өсөн дә ҡуйылған. Мәйеттән тороп ҡалған һөйәктәрҙе генә йыуып, таҙартып, аҙаҡтан шул урында ҡәбер ҡаҙып, ләхет эсенә һалғандар.
Ә инде бура эсендә ятҡан мәйеткә ҡоҙғон, ҡарғас кеүек емтек ашаусы ҡоштарҙы ылыҡтырыу өсөн шул тирәләге ағас ботаҡтарына, махсус ҡоролмаларға ҡан, мәйет төҫөндәге сепрәктәр элер булғандар, бура өҫтөнә ит киҫәктәре лә һалғандар. Зороастризм осорондағы ошондай ерләү традицияһына бәйле "Ҡарға туйы", "Ҡарға бутҡаһы" байрамдары үткәреү башҡорттарҙа әле лә һаҡланып ҡалған. Әле ул йола буйынса ер ҡарҙан әрселгәс, тау итәктәренә сығып бутҡа бешереп ашайҙар ҙа, ашауҙан ҡалған бутҡаны шундағы асыҡ урындарға ҡалдырып китәләр, ағас ботаҡтарына төрлө төҫтәге сепрәк ярпылары тағалар.
Урынлы һорау тыуа: ни өсөн был байрам "Ҡарға туйы" тип атала һуң? Саҡтар-мәсәғүттәр заманында көньяҡ Уралда емтек ашаусы ҡоштарҙың батшаһы гриф-ҡарғастар бик күпләп йәшәгән һәм уларҙы бура эсендәге мәйетте ашарға саҡырыуҙы ул замандағы беҙҙең ата-бабалар "Ҡарғас туйы" тип атаған да инде. Гриф-ҡарғастар, биологтар әйтеүенсә, көньяҡ Башҡортостанда әле осрай. Бөгөнгө беҙ үткәргән "Ҡарға туйы", "Ҡарға бутҡаһы" байрамдары тап шул традицияның дауамы ғына. Әлбиттә, байрамдың нисек барлыҡҡа килеүе сәбәптәре, Ислам дине таралғас, бөтөнләй онотолған, уны шуға күрә лә яҙ килеүгә, ҡоштарға һыйланыу туйы үткәреүгә бәйләп кенә аңлаталар. Минең уйымса, элек ҡыш үлгән кешеләрҙең дә мәйетен ерләмәгәндәрҙер, уларҙы яҙға сыҡҡансы туңдырып һаҡлап, ҡоштарға, йәнлектәргә ашарға биргәндәрҙер. "Ҡарға туйы"ның яҙ үткәрелеүе лә был осраҡта аңлашыла төшә. Икенсенән, "ҡарға", тигәндән, хәҙерге башҡорттарҙың бер өлөшө шундай уҡ емтек ашаусы ҡоҙғондо ла ниңәлер ҡарға тип атай. Бында ла уйланырға урын бар.
Боронғоса ерләүгә бәйле һүҙҙәр беҙҙең телдә лә һаҡланып ҡалған. Донъялыҡ менән бәхилләшер алдынан иң яҡын кешеһенә ризалыҡты әле лә шундай итеп биреүселәр бар: "Мин һиңә ризалығымды бирәм. Һөйәгемә лә һин етерһең инде..." Бында, әлбиттә, ошондай зороастризм дәүеренән килгән ерләү йолаһына бәйле аңлатма ята. Быны икенсе төрлө итеп әйткәндә: "Ҡарға туйы"мды һин үткәрәһең!" - тип тә аңларға була бит. Былар барыһы ла беҙҙең халыҡтың тарихының боронғолоғо тураһында һөйләй, сөнки зороастризм дәүеренә 3-4 мең йыл үткән.
Әлеге йола буйынса ла мәйет йыуыусыларҙы "һөйәккә инеүселәр" тип атайҙар. Ҡоҙғон ҡысҡырыуын хәүефкә, кемдеңдер үлеменә юрау ҙа юҡҡа түгел. Ошоларҙан сығып, ҡарғауҙың, ҡарғыштың, йәғни кешегә үлем теләүҙең нисек барлыҡҡа килеүен аңлатырға була.

Дин - яулап алыу сәйәсәте

Һәр бер диндең теге йәки был халыҡҡа таралыуы, үтеп инеүе иң тәүҙә сәйәси маҡсаттарҙан сығып башҡарылғаны ла мәғлүм. Күп халыҡтар һуңғы диндәрҙе үҙҙәре уйлап сығармаған, уларҙы ерҙәрен, илдәрен баҫып алырға теләүселәр идеологик ҡорал итеп файҙаланып, башҡаларға көслөк менән индергән. Был йәһәттән донъя тарихы бик күп тәре походтары булғанына шаһит.
Беҙҙең халыҡ тәбиғәткә яҡын торған. Шуға күрә һәр бер әйберҙең йәне бар тип уйлап, шуға табыныр булған. Динен дә тәбиғәткә ҡарата булған мөнәсәбәте йүнәлешендә үҙе уйлап сығарған. Зороастризм һундар килеүе менән юҡҡа сыҡһа ла, беҙҙең йолаларҙа, хатта Ислам дине йолаларында һаман да һаҡланып килә ул. Ислам динендәге башҡа мосолман өммәттәре араһында беҙҙең үҙенсәлекле булыуыбыҙ ҙа ана шул йолаларҙың һаҡланып ҡалыуына бәйле. Ислам дине Сыңғыҙ хандың ейәндәре Үзбәк һәм Йәнебәк хандар заманында ғына башҡорттар араһында әүҙем тарала башлаған. Ул иң башта беҙҙе яулап алыу сәйәсәте генә булған, минеңсә. Бер телдә һөйләшкән, бер дин тотҡан халыҡтарҙы бер ҡул аҫтында тотоу булған уларҙың төп маҡсаты. Сыңғыҙ хан тоҡомдары ул заманда ҡайһы халыҡтарҙы үҙенә нығыраҡ буйһондора алған, Ислам дине лә уларға нығыраҡ һеңеп ҡалған. Минең уйымса, башҡорттар хатта Алтын Урҙа заманында Мөйтән бей башланғысы менән 1219 йылдан бирле Сыңғыҙ хандың үҙе менән килешеү төҙөй алған. Башҡорт иле шунан бирле Алтын Урҙа дәүләтендә вассаллыҡ шарттарында йәшәгән. Тарихтан белеүебеҙсә, Сыңғыҙ хан хатта яһаҡ түләү, ғәскәренә яугирҙар ебәреп тороу шарты менән килешеү төҙөргә мәжбүр булған. Башҡорттар был осорҙа ерен, кейемдәрен, йолаларын саф көйө һаҡлап ҡала алған. Шуға күрә лә, Ислам дине лә беҙгә ул заманда ныҡлап ҡағылмаған. Ислам дине бары Рәсәй батшалығы осоронда ғына беҙгә көслөк менән индерелә башлаған. Ауылдарҙа мәсеттәр һалынған, имамдар, хәлфәләр ебәрелгән. Беҙҙең халыҡ боронғо - тәбиғи динен үҙ асылында һаҡлап ҡала алған, милли үҙенсәлегебеҙ ҙә шуға бәйле. Ислам динен мин бик хуплайым, уның милләтте ойоштороу, кешене хаҡ йәшәргә өйрәтеү асылын таныйым. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ һаман да үҙенең тәбиғи асылына тоғролоғон һаҡлай икән, бында Тәүдинебеҙҙең дә ролен танырға кәрәк. Был - булмышыбыҙҙағы боронғолоғобоҙҙо һаҡлай, яҡлай белеүҙән дә килә.
Минеңсә, беҙҙең тел Исламға тиклем хәҙерге телдән айырмалы булған. Әммә Алтын Урҙа дәүләтендә, сығатай теленә оҡшағаныраҡ уртаҡ төрки теле дәүләт теле иҫәпләнгән. Ваҡыт үтә килә, телебеҙ Ислам дине йоғонтоһонда үҙгәрештәр кисергән. Кемдәр Исламға бирелмәгән, Алтын Урҙа дәүләте осоронда улар тәүтелдәрен дә һаҡлай алған. Мәҫәлән, сыуаштарҙы ғына алайыҡ. Улар бөгөн дә боронғо төрки телендә һөйләшә. Шулай уҡ Ислам динен алмаған яҡуттар, алтайҙар боронғо төрки телен һаҡлаған. Ә инде башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм башҡа халыҡтарҙың уртаҡ төрки теленең диалекттарында һөйләшеүе Ислам дине йоғонтоһонан килә.

Ринат ЙОСОПОВ,
тарих фәндәре кандидаты.
(Аҙағы. Башы 46-47-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 1119

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru