«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘСӘНЛЕК - ЭПОС ЙӘКИ ҠОБАЙЫР ҺӨЙЛӘҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, СӘСӘНЛЕК - УЛ БУЛМЫШ, УЛ - ХАЛЫҠТЫҢ ТЕЛЕ
+  - 



Гәзитебеҙҙең 45-cе һанында сәсәндәр хаҡында бәхәс ҡоро баҫылғандан һуң, үҙ фекерен белдереп шылтыратыусылар күп булды. Әлбиттә, "Ҡобайыр, эпос башҡарыусыларҙы "сәсән" тигән оло исем менән атап буламы?" тигән сығышыбыҙҙағы фекерҙәрҙе кемдер ҡабул итте, кемдер кире ҡаҡты. Шулай булырға тейеш тә, сөнки бәхәс булмаһа, хәҡиҡәт бит күңелдә ойотҡо булып ҡына йөрөүсән. Һәм беҙ, бәхәсте дауам итеп, ошо темаға түңәрәк ҡор ойошторҙоҡ. Һөйләшеүҙә этнограф Зәкирйән ӘМИНЕВ, яҙыусылар Әхмәр ҮТӘБАЙ, Мәүлит ЯМАЛЕТДИН, БР Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы Сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә ТУЛЫБАЕВА ҡатнашты.

Беҙҙә сәсәнлек мәктәбен башлыса "Урал батыр" эпосын һөйләүселәргә ҡайтарып ҡалдыралар. Шуға ла һөйләшеүебеҙҙе халҡыбыҙҙың ошо бөйөк ҡомартҡыһы, уның донъя алдында тотҡан урыны йәки тәғәйенләнеше хаҡындағы һүҙҙән башлайыҡ әле...


М. Ямалетдинов: Урал батыр" эпосы башҡортто халыҡ-ара аренаға алып сыҡҡан мәшһүр мәҙәни ҡомартҡыбыҙ. Ул беҙҙе милләт юғарылығында тотоп тороусы бөйөк әҫәр. Шул уҡ ваҡытта, унда һалынған идеяларҙың, темаларҙың гуманистик рухы донъя халыҡтары эпостары менән ауаздаш. Ҡайһы бер миф мотивтарының уртаҡлығы, беренсенән, боронғолоғобоҙҙо күрһәтһә, икенсенән, милләтебеҙҙең бөтә кешелек донъяһы цивилизацияһының айырылғыһыҙ бер өлөшө икәнен раҫлай. Ҡөрьәндә лә бит: "Халыҡтарҙың тарихын юллап төпкә төшкән һайын, уларҙың бер тамырға барып тоташҡаны асығыраҡ күренә", - тиелә.
"Урал батыр"ҙы тәүләп уҡығаным бөгөнгөләй хәтеремдә. 1968 йылдың август аҙаҡтарында мин, Баймаҡ ҡалаһына эшкә ебәрелгән йәш белгес, уҡыуҙар башланғанын көтөп, ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгәндә, китапханаға инеп "Ағиҙел" журналының 8-се һанын һорап алдым. Ә унда "Урал батыр" эпосы тулыһынса баҫылғайны. Уны уҡып әҫәрләнгәнем, һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ тойғолары кисергәндәрем һаман иҫтә. Тик уларҙы хәҙер ҡәҙимге, ябай һүҙҙәр менән генә аңлата алмам кеүек. Ҡыҫҡаһы, мин ул көндә ергә яңынан тыуғандай хис иттем үҙемде - йыһан ярып ҡысҡырғым, кемдәндер һөйөнсө һорағым килде, күңелем тулды. Шул ваҡыттан алып был эпос миңә тормошта һәм ижадта юл күрһәтеүсе рухи компас һымаҡ.
"Урал батыр" эпосын популярлаштырыу буйынса ҙур эштәр алып барыла беҙҙә. Бигерәк тә уны яттан һөйләүсе уҡыусы балалар араһында йыл һайын республика конкурсы үткәрелеүе һөйөндөрә. Әммә беҙ тик бер генә эпосҡа иғтибарҙы туплап, үҙебеҙҙе сикләмәйбеҙме, ярлыландырмайбыҙмы? Конкурстың атамаһын шул килеш ҡалдырған хәлдә лә, теләк буйынса башҡа эпостарыбыҙҙы ятлаусыларға ла юл асылһа, был тик файҙаға ғына булыр ине һымаҡ. Ҡайһы бер эпостарыбыҙ ижади фантазияны үҫтереү йәһәтенән дә бик яйлы һәм отошло бит. Мәҫәлән, "Ҡара юрға", "Ҡуңыр буға" һ. б. Улар, әйтерһең, театрлаштырылған тамаша өсөн ижад ителгән.
Н. Тулыбаева: Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы, ауыҙ-тел ижадының гүзәл өлгөһө - "Урал батыр" эпосы, мәңге һайыҡмаҫ шишмә һымаҡ, яңынан-яңы серҙәрен аса. Ғалимдар уны төрлө яҡлап тикшереп, ғилми хеҙмәттәр ижад итә. Ысынлап та, уны фольклор нигеҙендә лә, астрономия, космогония, һандар темаһы аша ла, философия, география, архетиптар һәм символдар, шартлылыҡ һ.б. өлкә һәм билдәләнештәр аша ла өйрәнеп, ниндәйҙер яңылыҡ табыусылар бар. Салауат Ғәлләмов "Урал батыр" эпосының боронғолоғо тураһында яҙып сығып, шуның менән ғалимдарҙың иғтибарын был бөйөк әҫәргә яңынан йәлеп итте, тиергә була. Быларҙан тыш, әле киләсәктә лә был эпосты икенсе, беҙ әлегәсә белмәгән яҡтарынан асырҙар әле, тип уйлайым. Эпостың асылмаған серҙәре бик күп әле.
Ә. Үтәбай: Был эпос халҡыбыҙҙың борондан килгән хәтерен йәшәтеүсе код. Ул үҙенең эсенә донъяның, ер һәм күктең, ундағы тормоштоң барлыҡҡа килеүен, уларҙың тәүбашланғыста ниндәй фәлсәфәгә таянып көн итеүен, был донъяла ниндәй көстәр хөкөм һөрөүе һәм мәңгелек айҡашыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һаҡлай. Уның нисә мең йылдар аша юғалмай һаҡланып килеүе лә ябай тарих түгел бит. Телдән тапшырылып килгән әҫәр, тиеү менән генә сикләнмәҫ инем был тәңгәлдә. Ул ҡарһүҙ йәки эпос кимәленә генә һыйып етмәй. Бәлки, киләсәктә был исем аша мөһимерәк серҙәр асылыр.
З. Әминев: "Урал батыр" эпосы әле христиан, ислам диндәре бөтөнләй булмаған ваҡытта, беҙҙең эраға тиклем үк барлыҡҡа килгән әҫәр, бының сәбәбе башҡорттоң халыҡ булараҡ шул дәүерҙә формалашыуылыр. Сөнки төрлө ырыуҙар башҡорт атамаһын ҡабул итеп йәшәп китеү өсөн уға берҙәм идеология, берҙәм донъяуи ҡараштар кәрәк булған. Милли үҙаңы формалашып, берҙәм атамаһы нығынмайынса, халыҡты ойошоп бөткән, тип атап булмай. Был фәнни аксиома. Башҡортто иһә бик боронғо дәүерҙәрҙән үк башҡорт атамаһы менән беләләр. Урал батыр эпосы ана шул берҙәм идеологияны һынландырған әҫәр. Бүтән төрки халыҡтарының береһендә лә ундай боронғо әҫәр юҡ, сөнки улар барыһы ла һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Донъя кем тарафынан, ҡасан, нисек, нимәнән барлыҡҡа килтерелгән, тигән һорауҙарға яуап эҙләүҙән тыуған, йәғни Урал батыр кеүек космогоник эстәлекле әҫәрҙәр был донъяла бигүк күп түгел. Эпостың фәлсәфәһен герменевтика, семантика һәм башҡа ысулдарҙы ҡулланып, эстәлеген аңлатып, ныҡлап өйрәнергә ваҡыт. Бына мәҫәлән, Йәнбикә менән Йәнбирҙе исемен беҙ "йән", йәғни урыҫса әйткәндә "душа" мәғәнәһенән сығып аңлатабыҙ. Был да дөрөҫ кеүек. Әммә, башҡортто формалаштырыуҙа төрки телле ырыуҙарҙан тыш, элегерәк Урал киңлекттәрендә көн иткән һинд-иран телле бик боронғо ырыуҙарҙың ҡатнашҡанын иҫтә тотһаҡ, Йән һүҙенең мәғәнәһе тағын да тәрәнерәк асыла. Һинд-иран (йәғни арий) телдәрендә йән тоҡом, үрсем биреүсе тигәнерәк мәғәнәлә ҡулланылған. Йәғни, Йәнбирҙе менән Йәнбикә тоҡомдо башлаусылар. Уларҙан тыуған Урал менән Шүлгән - яҡшылыҡты (изгелекте) һәм яуызлыҡты һынландырыусы - ике көс. Йәғни, был ике көстө лә йән биреүселәр - кешеләр тыуҙырған. Йәғни, донъялағы изгелек тә, яуызлыҡ та бары кешенән генә тыуа, был әле лә шулай. Ә донъялағы бүтән заттар донъяны төҙөүҙәге ярҙамсы образдар. Бында барыһы ла образлы, шартлы ҡулланылышта.

Гәзиттә "Ҡобайыр, эпос башҡарыусыларҙы "сәсән" тигән оло исем менән атап буламы?" тигән мәҡәлә донъя күргәндән һуң "сәсән" исеменә инде өйрәнеп киткән ҡайһы бер апайҙар, инәйҙәр үпкә белдерҙе. Тимәк, беҙ был өлкәлә баштан уҡ ниндәйҙер хата ебәр-гәнбеҙ, шулаймы? Һәм бармы беҙҙә бөгөн ысын сәсәндәр?

М. Ямалетдинов:
Уны "хаталар" тигәнгә ҡарағанда, "етешһеҙлектәр" тип атау урынлыраҡ булыр ине. Ә был етешһеҙлектәр сәсәнлектең хосусиәтен, ғөмүмән, сәсән тигән юғары исемдең мәғәнәһен белеп бөтмәүҙән килә, минеңсә. Был һүҙҙең айышына мин боронғо Ҡытай шиғриәтен үҙ аллы өйрәнгән саҡта төшөндөм. Баҡтиһәң, "шижень" тип боронғо Ҡытайҙа үҙҙәре әҫәр ижад итеп, үҙҙәре шуны көйгә һалып, үҙҙәре үк шуны башҡарыусыларҙы атағандар икән. Бында беҙ сәсәнлекте барлыҡҡа килтереүсе өс башланғысты күрәбеҙ: беренсеһе - шағирлыҡ, икенсеһе - композиторлыҡ, өсөнсөһө - йыраусы әртислек. Төрки ырыу-ҡәбиләләре әлмисаҡтан боронғо Ҡытай батшалыҡтары менән рухи-мәҙәни өлкәлә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәһә лә, "сәсән" төшөнсәһе бары тик башҡорт халҡында һаҡланып ҡалған. Был үҙе үк ғәжәйеп бер күренеш. Асылда, әүәлге башҡорт сәсәндәре үҙҙәрендә әлеге өс башланғысты берләштереүсе заттар булған. Сәсәнлектең классик миҫалы - Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев. Уның ҡобайырҙар, эпостар, йыр текстары ижад итеүе лә, көй сығарыусы оҫта ҡурайсы-музыкант булыуы ла, уларҙы башҡарыусы йыраусы булыуы ла тарихта мәғлүм. Ошо яҡтан ҡарағанда, сәсән үҙенең йәмғиәттә тотҡан урыны һәм роле буйынса ҡоро шағирҙан күпкә юғары тороусы шәхес булараҡ күҙаллана. Тимәк, сәсәнлекте үҫтерергә тырышыусылар иң тәүҙә уның тәбиғәтен дөрөҫ күҙ алдына килтерергә тейеш. Ә был иһә башҡаларҙың ижад емештәрен ятлап, уларҙы юғары кимәлдә башҡарыусынан ысын сәсәнде айырырға ярҙам итәсәк.
Н. Тулыбаева: Беҙҙең яҡта онотолоп ҡобайыр йә эпос һөйләй белгәндәрҙе "әүлиә" тип йөрөткәндәр. Минең уйымса, уларҙың донъялағы тәғәйенләнеше лә бөтөнләй икенсе төрлө. Был әүлиәләр тел ҡомартҡыларын һөйләгән генә түгел, дауалаған, имләгән, тағы ла ниндәйҙер көстәргә эйә булған. Улар бит белгәндәрен дә "Һеҙгә тапшырам" тип һөйләгән. Кемдән алып тапшыралыр, уныһы асыҡланмаған. Хатта бөгөн дә күрәҙәлектә бик көслө булған кешеләр бар. Былар бит шулай уҡ мөғжизә. Мин уларҙың феноменын аңламайым, әммә ҡайҙандыр, нимәлер менән бәйләнеше булғандарҙың барлығын да инҡар итә алмайым. Шунлыҡтан, минең фекер шундай: беҙҙә ҡырғыҙ сәсәне йәки Ғәбит сәсән кеүек трансҡа инеп, эпос һөйләр сәсәндәр юҡҡа сыҡҡан һәм уларҙың киләсәктә булыуы ла бик икеле. Әммә улар юҡҡа сыҡҡан тип ҡул ҡаушырып ултыра алмайбыҙ, беҙ был өлкәне заманса мәктәп менән тергеҙәбеҙ. Шундай рухи байлығыбыҙҙы юғалтыр хәлебеҙ юҡ.
Бөгөнгө беҙ сәсән тип атаған категория ул ҡобайыр-эпос-бәйеттәрҙе бер быуындан икенсеһенә тапшырыусы ролен үтәй. Беҙ уларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ. Был үҙе үк маңҡортлоҡ буласаҡ. Уйлап ҡараһаң, цивилизацияның емерткес көсө аҫтында хатта шул ҡобайыр-эпос-бәйеттәрҙе тапшырыр сәсәндәребеҙ ҙә юҡҡа сыҡты бит, ә һеҙ Ғәбит сәсән кимәлен һөйләйһегеҙ.
З. Әминев: Бөтә нәмә лә ихтыяждан тыуа. Беҙҙәге һуңғы ысын сәсәндәр Ғәбит менән Хәмит сәсән булған. Ә ниңә хәҙер ундайҙар юҡ, тип, миңә лә һорау биргәндәре булды. Минең уйымса, ундайҙар бөгөн дә беҙҙең арала барҙыр ул, тик беҙ уларҙы күрә генә белмәйбеҙҙер. Сөнки боронғо сәсәндәр менән күсәгилешлек, бәйләнештәр өҙөлгән. Яҙма әҙәбиәт формалашҡан һәм сәсәнлек тә әкренләп кенә юҡҡа сыҡҡан. Сәсән бит ул ҡәҙимге кеше түгел, ундай кешеләр ҡапыл ҡарауға сәйерерәк тә күренгән. Боронғо сәсәндәр, минеңсә, тик ҡобайыр ғына һөйләп йөрөмәгән, улар шулай уҡ халыҡ йолаларын, дауалау ысулдарын да белгән, сөнки улар бит халыҡ аҡылын үҙҙәрендә туплап, киләсәк быуынға тапшырыусылар булған. Төрлө кирәмәттәрҙе аңғарып, уларҙы халыҡҡа аңлатыусылар ҙа шулар булған. Ошо аҡылдары, белемдәре менән халыҡ араһында ихтирам яулағандар. Бала саҡта, алтмышынсы йылдарҙа, Баймаҡта беҙҙең урамдағы таныштарына Шәйшәриф диуана килеп йөрөй торғайны. Осло кәпәс кейеп, ҙур муҡсай йөкмәп, яурыны аша уратып арҡан бауы аҫып йөрөр ине. Үҙ алдына әллә ниҙәр мығырлап һөйләп, муҡсайына таш тултырып, шуларҙы тирә-яғына ташлап барыр ине. Атайым ҡаты реалист булһа ла, шул диуана менән һөйләшеп ултырырға ярата торғайны. Мин бер саҡ Шәйшәриф олатай тураһында "Алйот" тип әйтеп ысҡындырҙым һәм атайым мине һыҙырып әрләп ташланы. "Ул белгәнде һеҙ белмәйһегеҙ әле, асылын аңламай тороп, бер ваҡытта ла ундай һүҙ һөйләмә", - тине асыуланып. Һикһәненсе йылдар башында, Баймаҡ автокзалында автобус көтөп ултырһам, яныма шул диуана килеп ултырҙы. Мығырлап, нимәләрҙер һөйләп ултыра теге. Ирекһеҙҙән, телмәре ҡолағыма килеп салынғайны, аптырап киттем - Хафиз, Руми, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарын һөйләп ултыра бабай. Әҙ-мәҙ булһа ла әлеге шәхестәрҙең ижадын белгәс, ҡасандыр мин алйот тигән бабай ауыҙынан робағиҙар ишетеүгә иҫем китте. Мин тегегә хәбәр ҡушып, бер аҙ һөйләшеп ултырҙыҡ. Уның донъя тураһындағы фәлсәфәләре һаман хәтеремдә. Был кеше, баҡтиһәң, беҙҙең яҡтың һуңғы суфый дәрүише булған. Тик шуныһы үкенесле, Шәйшәриф олатайға коммунизмға табан елдереп китеп барыусылар тарафынан иғтибар итеүсе булманы. Бөтә белгәндәрен ул үҙе менән алып китте... Нимә әйтергә теләйем: был кешеләр сәсән булмаһалар ҙа, уларҙың теленә лә был донъялыҡтың ниндәйҙер фәлсәфәһе һалынған булған бит. Уларға беҙгә, ябай кешеләргә, аңлашылмаған нәмәләр билдәле булған.
Быларҙы аңлар өсөн беҙ башҡорттоң Донъя моделе (Ҡоролошо) тигән төшөнсәне гел күҙ уңында тоторға тейешбеҙ. Был Модель, йәғни Ҡоролош буйынса, һәр халыҡтың үҙ элитаһы була. Элитаһыҙ халыҡ булмай. Элитаһы юҡ ителгән халыҡ бөтөүгә ҡарай тәгәрәй. Элитаға рухани (йәғни идеологияны етәкләүсе) ҡатлам, хәрбиҙәр, етәкселәр ингән. Ун һигеҙенсе быуатта бер туҡтауһыҙ баш күтәргән башҡорттарҙы ауыҙлыҡлай алмағас, батша власының башҡорттарҙы юҡ итеүгә ҡоролған махсус программаһы ҡабул ителә. Шул йүнәлештә иң тәүҙә халыҡ идеологияһын яҡшы аңлаған, уны тоя, тотоп ала белгән сәсән кеүек рухани ҡатламды юҡ итеү башлана. Сөнки улар аҡылында тормошта дөрөҫ йәшәү принциптары, "Урал батыр"ҙағы кеүек, рух азатлығын табыу сере ятҡанын властар ҙа яҡшы аңлаған. Унан һуң килгән әҙәбиәт һәм шул уҡ властар күҙәтеүе аҫтындағы белем сәсәндәр ижадын, сәсәндәргә ихтыяжды ябып ҡуйған да инде. Былар барыһы ла ана шул сикләү, халыҡтың аңын томалау юлдары. Шулай итеп, беҙҙең башҡорттоң Донъя моделе ҡыйратыла. Беҙ һаман шул Донъяны үҙебеҙ аңлағанса, үҙебеҙ теләгәнсә тергеҙә алмайынса йонсойбоҙ...
Ә. Үтәбай: Сәсәнлек - сәнғәт түгел, ә булмыш. Сәсән - ул халыҡтың теле. Тимәк, сәсән эпос йәки ҡобайыр һөйләүсе генә түгел. Ул халыҡҡа ниндәйҙер йөкмәтке йәки миссия менән килгән. Уйлай китһәң, Мөхәммәт, Ғайса бәйғәмбәрҙәр ҙә шул уҡ ролде үтәгән. Беҙҙең Байыҡ сәсән кеүектәрҙең, Салауат батыр һымаҡтарҙың да үҙ миссияһы, халыҡ хәтерендә ҡалырлыҡ эше һәм һүҙе булған.
Тағы ла бер нәмәгә иғтибар итәйек. Сәхнәгә сығып, кемдеңдер шиғырын башҡарған кешене беҙ "шағир" тимәйбеҙ, ә "башҡарыусы" тибеҙ. Шуның кеүек, халыҡ ижадын башҡарыусыларҙы ла үҙ атамаһы менән атарға кәрәк. Ул хатта "Урал батыр" эпосын башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә ятҡа һөйләй алған тәҡдирҙә лә. Бында Мәүлит ағайҙың шағирлыҡ, композиторлыҡ, башҡарыу һәләте тигән өс берәмек берлеген хуплайым.
Сәсәнлек сәрпәкләнгән, тигән фекер ҙә йәшәй. Мин бының менән килешәм. Бөгөн ул шул уҡ йырға ла, бейеүгә лә, фольклорға ла, көйҙәргә лә, һынлы сәнғәткә лә әйләнеп ваҡланып киткән. "Байыҡ" бейеүе элек сәғәттәргә һуҙылған бейеү булған, уның аша ла сәсәнлек бирелгән, минеңсә. Беҙ сәсәнде думбыра тотоп йырлаусы итеп кенә күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Әлбиттә, был уның экзотик формаһы. Шунлыҡтан, бында йөкмәтке һәм форма тирәһендә уйланаһы уйҙар күп әле...

Республикала юғалып барған сәсәнлекте яңынан тергеҙеп, уның мәктәбен башлап ебәреүселәр, әлбиттә, изге ниәт менән тотонған был эшкә. Әммә улар тегеһен-быныһынан айырып тормаған. Кеше ҡобайыр һөйләй, эпосты яттан белә, йырлай ҙа икән, тимәк, ул - сәсән, тигән дә ҡуйғандар. Бөгөн беҙ бының яңылыш икәнен аңлайбыҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был юҫыҡта дөрөҫ йүнәлеш алыр өсөн ни эшләргә тейешбеҙ?

М. Ямалетдинов:
Иң тәүҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһынан туған телгә битараф булмағандарҙы, әҙәби ижадҡа әүәҫтәрҙе эҙләп табып, улар менән айырым шөғөлләнеүҙән башларға тейешбеҙҙер. Уларҙың һәр сәнғәт төрөнә һәләтле булыуы ла бик мөһим. Әлегеләрҙе сәсәнлек серҙәренә үҙе сәсән булған, һис юғы, ауыҙ-тел ижадын биш бармағы кеүек белгән тәжрибәле кешеләр өйрәтергә тейеш, әлбиттә. Йәғни, профессиональ нигеҙҙә, тип әйтмәксемен. Бының өсөн йәмғиәтебеҙҙең сәсәнлек традицияларын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныулы ынтылышы булыуы шарт. Ҡырғыҙстандағы һәм Ҡаҙағстандағы кеүек. Ҡаҙаҡтарҙа, мәҫәлән, үҙҙәре әйтмешләй, "суырып салмалы аҡындар"ҙы (әйтешкерҙәрҙе) асыҡлау һәм тәрбиәләү мәктәп эскәмйәһенән башланып, урта һәм юғары махсус уҡыу йорттарында дауам итә. Уларҙа йыш ҡына ойошторолған әйтештәрҙең популярлығы түбәндәге миҫалдарҙа асыҡ күренә: еңеүсегә төп приз ҡаҙаҡ аҡсаһы менән бер нисә миллион тәңкә тәшкил итә. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: аҡындар әйтешендә юғары урындарҙа эшләгән вазифалы кешеләр мотлаҡ булырға тырыша икән. Ҡыҙыҡһыныуҙың сәбәбе - күҙ алдында тыуған импровизацион характерҙағы ҡанатлы һүҙҙәрҙе, афоризм булырҙай мәргән юлдарҙы, социаль сатира өлгөләрен яҙып алып, уларҙы кәрәк урында ҡулланыу. Ни тиһәң дә, сәсәндәр, аҡындар элек-электән халыҡтың теле, йәғни, замандың үҙенсәлекле барометрҙары ролен башҡарған. Киләсәктә беҙҙә лә эш дөрөҫ ойошторолһа, ихтимал, яңы ижади көстәр үҫеп сығыр һәм беҙ сәсәнде икенсе шөғөл кешеһе менән бутамаҫҡа өйрәнербеҙ.
Ә. Үтәбай: Заманында ырыуҙар тарихы өйрәнелә, халыҡ үҙ ырыуҙарын белеп, шәжәрәләрен таба башлағас, ҡасандыр ырыуҙар булыуҙан туҡтап, инде халыҡ булып формалашҡас ниңә уларҙы кире айырып маташырға, тип ҡаршы төшкән, был күренеште трайбализм тип атаған ғалимдар ҙа булғайны. Әммә ырыуыңды белеү беҙгә шәжәрәңде, нәҫел тарихыңды өйрәнеү кимәлендәге генә сара булды. Трайбализм күренеше күҙәтелмәне. Был мөмкин дә түгел ине. Сөнки инде күптән тыуып, үҫеп етеп, инде ир ҡорона ингән кешене кире әсәһенең ҡарынында йәшәтеү мөмкин түгел. Шуның кеүек, сәсәнлек тә йыр, бейеү, шиғыр һәм башҡа сәнғәт төрҙәренә сәрпәкләнеп бөткәс, уны бөгөн кире элекке халәтенә ҡайтарам, тип, башҡа сәнғәт төрҙәрен юғалтырғамы, тигән һорау ҙа үҙенән-үҙе тыуа. Әммә ырыуҙар хаҡындағы фекерҙә лә, бында ла боронғолоҡтоң нисек булыуын, башланғыстың, тамырҙарҙың ҡайҙан үҫеп сығыуын аңлау фарыз. Тап ана шул нигеҙҙе аңламау артабанғы хаталарҙы тыуҙыра ла инде. Был күҙлектән ҡарағанда, элекке рәүешендәге сәсәнлекте тергеҙеү мөмкин булмағаны ла көн кеүек асыҡ.
Кеше шағир булырға, әммә сәсән булмауы ла мөмкин. Һин том-том китаптар ижад ит тә, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, ниндәйҙер системаға ҡаршы бармайһың, уның идеялары өсөн көрәшмәйһең икән, һиндә сәсәнлек юҡ. Ниндәй партия ҡоршауҙары эсендә йәшәгән һәм шунда ла "Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ" тип әйткән Рәми Ғарипов, "Илендә илен һағынған" Рауил Бикбаев, "Уятығыҙ Уралды" тигән Ринат Хәйри - сәсән, мәҫәлән. Әлбиттә, шуға яҡын сәсән фекерле Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла, әле Салауат Әбүзәрҙәр бар. Тағы ла бер кешене телгә алып үтке килә, беҙ йәш саҡта Рәшит ағай Әхтәри булды. Йәш шағирҙар конференцияларында осрашҡанда, ул йәштәргә төндәр буйына туҡтамайынса шиғри телмәрҙә тарихтар һөйләр ине. Шул һөйләгәндәрендә бер фекере лә ҡабатланманы һәм ул нимәнелер хәтерләп алыуға бүленеп туҡтаманы. Хәҙер уйлауымса, ул беҙ күргән ҡырғыҙ сәсәне кеүек, трансҡа инеү һәләтенә эйә лә булған. Беҙ иһә шуны аңламай ҡалып, уға тейешле иғтибар бирмәгәнбеҙ.
Дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн беҙгә бөгөн сәсәнлектең ана шулай сәрпәкләнгән хәлдә булыуын аңлау кәрәк. Һәм туҡтап ҡалмаҫҡа, һәр сәрпәгендә уны үҫтерергә, балалар араһында мәктәп эштәрен көйләргә, ошо башланғысты дауам итергә. Сәрпәлгән һәр өлөштө юғары кимәлгә еткереп үҫтергәндә генә сәсәнлек мәктәбе хасил буласаҡ.
З. Әминев: "Киске Өфө"лә үткәнендә баҫылған мәҡәләлә "Тик ир-егеттәр генә сәсән булған", тигән фекер әйтелгәйне. Мин бының менән тулыһынса килешәм. Быны бер беҙҙең генә түгел, башҡа халыҡтар миҫалында ла күрергә була. Ни өсөн тик ир-егет кенә сәсән булған һуң? Ҡатын-ҡыҙҙар һәләтһеҙ тигәндән түгел. Беҙҙең һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ етәрлек булған, әле лә бар, артабан да тыуыр улар. Әммә бында эш икенсе нәмәлә. Сәсәндәр халыҡтың иң изге серҙәрен белгән. Шуға ла ырыуҙың серле белемен дошман белеп ҡалып, төрлө сихыр, боҙом аша халыҡҡа зыян килтермәһен, тип, үҙ халҡы тураһындағы боронғо йолаларҙы ныҡ һаҡлағандар, сит халыҡҡа һөйләп бармағандар.
Сәсәндәр халыҡ араһынан сер тоторлоҡ, ышаныслы, ижадҡа һәләтле ир балаларҙы һайлағандар, уларҙы әкренләп кенә үҙҙәренә ылыҡтырып, өйрәткәндәр. Ир бала ырыуҙы дауам итеүсе, ә ҡыҙ баланың икенсе ҡәүемгә кейәүгә сығыуы бар. Борон бит кәләште икенсе ырыуҙан алырға, тигән дуализмға бәйле ҡәтғи талап булған. Икенсе ер-һыуҙарға оҙатылып, сер итеп кенә һаҡланған рухи мираҫты үҙе менән алып китеп, сит-яттарға еткереүҙән шулай һаҡланған халыҡ. Был тик башҡорт өсөн генә түгел, ғөмүмән, бөтә донъяға таралған күренеш.
Дөрөҫ йүнәлеш эҙләгәндә, бөгөн сәсәндәр мәктәбен асып, рухи мираҫты тергеҙеп ятҡанда, "ҡыҙ бала сәсән була алмай" тип тыйыу урынһыҙыраҡ та булыр. Әйҙә, ҡыҙ балалар ҙа белһендәр, ятлаһындар, сәсәнлек серҙәрен өйрәнһендәр, һөйләп-көйләп тә йөрөһөндәр. Әммә "Мин - сәсән" тип онотолоп китмәһендәр генә, тип әйткем килә. Бөгөн Ғәбит, Хәмит сәсәндәр юҡ икән, беҙгә бит улар кеүектәр ижад иткән мираҫ килеп еткән, ҡағыҙға теркәлгән. Уларҙы ҡабул итеп алып, артабан дауам итеүселәр, йәшәтеүселәр, тапшырыусылар булһын. Йәғни, тап мәктәп эше дауам иттерелһен.
Асылда, ысын сәсәндәр тик ир-егеттәр генә булған. Бөтөн халыҡтарҙа ла 12-14 йәштә ир баланың кем булыуын асыҡлаған осор булған. Улар үҙ тәбиғәте ҡушҡан һәләте буйынса - йә яугир, йә икенсе берәй шөғөлгә ылыҡтырылған. Уларҙы шул йәштән йә оҫталарға, йә уҡыуға тапшырғандар, ҡыҫҡаһы, киләсәген күҙаллағандар.

Бәлки, "Урал батыр" эпосы менән сәсәнлекте бөтөнләй бәйләмәҫкәлер?

Н. Тулыбаева: Был ике төшөнсәне бәйләгәндә лә, бәйләмәгәндә лә, беҙҙең ҡырғыҙ аҡыны кеүек сәсәнебеҙ юҡ. Тимәк, ул кимәлдә башҡара алыусыбыҙ ҙа юҡ. Беҙгә, булғанына шөкөр итеп, эпос, ҡобайырҙы әлегесә башҡарыусылар араһында бәйге ойошторорға ғына ҡала. Килешәм, беҙҙекеләр ысын сәсән нисек булыуын белһендәр, әммә беҙ уның кеүек була алмайбыҙ, тип, үҙҙәрен сикләмәһендәр ҙә. Ҡырғыҙ ғалимәһе Гөлнара Айтпаева менән һөйләшкәндә, ишеттегеҙ бит, уларҙа ошондай балаларҙы эҙләү, табыу һәм өйрәтеү үҙәге бар. Ғәйеп итеп әйтмәйем, әммә ғалимәнең үҙенең дә ябай ғына түгеллеген аңлағанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Ул шундай балаларҙы тоя, тимәк, дөрөҫ итеп һайлап ала ла белә. Ҡайҙа беҙҙә ундай кешеләр, үҙәктәр?
Быларҙан тыш, күсәгилешлек, быуындан-быуынға тапшырыу тигәнде лә онотмайыҡ. Мин эпос тураһындағы мәғлүмәттең һайланма кешеләргә тапшырыла барып, беҙгә килеп еткән ҡомартҡы булыуына ышанам. Шунлыҡтан, уны беҙҙең быуын да киләсәккә тапшырыу бурысын үтәргә тейеш. Бөгөн элекке кеүек ҡарһүҙҙәр, әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләп төндәр үткәргән өләсәйҙәр юҡ. Балаларға уларҙы кемдер еткерергә тейеш тә инде. Тап ошо эште сәсәндәр мәктәбе башҡара ла, минеңсә. М. Ямалетдинов: Быйылғы фестивалдең афишаһына иғтибар иткәнһегеҙҙер: ул "Конкурс сэсэнов (сказителей)" тип аталды. Минеңсә, был сәсән менән икенселәр ижадын башҡарыусыны бер яҫылыҡҡа ҡуя. Әгәр атамалағы йәйәләрҙе алып ташлап, "Конкурс сэсэнов и сказителей" тиһәң, дөрөҫөрәк булыр ине. Башҡортсаһы "Сәсәндәр һәм ҡобайырсылар конкурсы". Ҡырғыҙҙың манассыһы, яҡуттың олонхосыһы, ҡалмыҡтың жаңғарсыһы кеүек, "Урал батыр" эпосын башҡарыусыны ла Урал батырсы, йә иһә ябайлаштырып, ҡобайырсы, тиергә була. Иң мөһиме, киләсәктә бындай конкурстарҙа үҙе ижад иткән эпос башҡарыусы (сәсән) менән башҡаларҙың эпик әҫәрен башҡарыусы (ҡобайырсы, Урал батырсы, манассы, олонхосы һ. б.) айырым баһаланырға тейештер. Шунһыҙ алға китеш тә, сәсәнлекте тергеҙеү менән уны үҫтереү ҙә мөмкин түгел, тип уйлайым.
З. Әминев: Сәсәнлек менән ҡобайырҙар бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйле нәмәләр, сөнки эпостар беҙгә "сәсән" тип аталғандар аша килеп еткән. Беҙ быны бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Ә инде бөгөн үҙен сәсәнмен тип йөрөүселәрҙең элекке сәсәндәргә тап килмәүе икенсе мәсьәлә. Сәсән, сәсәниә, тип, беҙ элекке ысын сәсәндәрҙең бәҫен генә төшөрәбеҙ кеүек. Бәлки, "сәсән" атамаһын йолҡҡоламай, башҡарыусыларға икенсе атама уйларғалыр? Быныһы, әлбиттә, ойоштороусыларҙың ҡарамағында. Әммә уйланырға кәрәктер кеүек...

Шулай итеп...
Фекерҙәр төрлө яҡлы булды. Әммә береһе лә уйһыҙ ҡалдырманы. Ысынлап та, "Урал батыр" эпосының эсенә йомолған һайын йомолаһың, төпкә төшкән һайын унда тәрәнерәк, төплөрәк фекерҙәр яралыуын тояһың. Әйтерһең, ул үҙе шулай, мине аңлағыҙ, серемде сисегеҙ, төшөнөгөҙ, тип тартып, арбап торғандай. Мәңгелек әҫәр, мәңгелек хәҡиҡәт ул - "Урал батыр" эпосы. Уны беҙҙең быуынға Ғәбит сәсән тапшырып ҡалдырған булһа, киләсәктә, бәлки, бер нисә быуаттан һуң, ул шул быуынға үҙ сәсәне аша улар һөйләшкән телдә һәм аңда килер. Яҙмаларҙа яҙылғанса, оло яуҙар үтеп, кешелек бөтөнләй икенсе йәшәйеш алып, икенсе тормош башланғандан һуң да был әҫәр ошо мәғлүмәте менән кешеләргә еткереләсәк. Юғиһә, кешелек аңында донъя барлыҡҡа килеү тураһындағы фәлсәфә лә юйыласаҡ бит. Унһыҙ кешелек тә булмаясаҡ...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 1312

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru