«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ХАЛЫҠТЫҢ МОҢО ЙЫҺАНДАН ТӨШӨРӨЛГӘН ЙӘШЕРЕН МӘҒЛҮМӘТ
+  - 

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһының халыҡ музыка ҡоралдары оркестры составында Төрки илдәре бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығына арналған концертында ҡатнашып, тәжрибә туплап ҡайтҡан "Йатаған" этно-төркөмө етәксеһе Илдар ШАКИР менән түбәндәге әңгәмәбеҙ.

Әлеге гастролдәрҙән алған тәьҫораттарығыҙ ниндәй?

- "Урал моңо - 2016" Халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестиваленең йомғаҡлау концертында ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының баш режиссеры Арман Нурмөхәмәтов менән таныштыҡ һәм ул беҙгә хеҙмәттәшлек тәҡдим итте. Баҡтиһәң, Нью-Йорк ҡалаһында быйыл ТӨРКСОЙ ойошмаһының милли музыка ҡоралдары ансамбле булдырылған икән. Унда музыка ҡоралдарында уйнаусы бөтөн донъяға билдәле оҫталар йыйылған. Улар менән бергә ике аҙна буйы Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә илдәренең төрлө ҡалаларында концерт ҡуйып сәйәхәт итеү бәхете тейҙе беҙгә. Ансамблдең составында ҡырҡ кеше ине, шулар араһында Рәсәйҙең Башҡортостан, Татарстан, Тыва һәм Саха-Яҡут республикаларынан делегаттар ҡатнашты. Һәр милләт вәкиле үҙ халҡының быуаттар аша килеп еткән илаһи йыр-моңон башҡарып ишеттерергә тейеш ине. Башта көйҙө айырым уйнай башлайһың, һуңынан бөтә оркестр ҡушыла. Быға тиклем бергә эшләгән коллективтар менән сағыштырғанда кимәлдәр ер менән күк араһылай. Сөнки ТӨРКСОЙ ойошмаһының милли музыка ҡоралдары ансамблендә көйҙөң һәр нескәлеген тойоп, алдан бер тапҡыр ҙа уйнап ҡарамаған композицияны концерт барышында юғары оҫталыҡ менән башҡара алған кешеләр булды. Бөтә концерттарға ла инеү түләүһеҙ, тамаша залдары моңға ғашиҡ кешеләр менән шығырым тулы. Тамашасы беҙҙең сығыштарҙы күтәрмәләп, геүләп ҡысҡыра, "Афарин!" тигән тауыштар ишетелеп ҡала. Үҙҙәренә таныш йыр-көйҙәрҙе ҡушылып йырлаусылар ҙа табылды.
Беҙ, "Йатаған" төркөмө ағзалары, ҙур тәжрибә туплап ҡайттыҡ был сараларҙан. Иң мөһиме, бер ваҡытта ла республика буйлап сығыш яһау менән генә сикләнмәҫкә, һәр ваҡыт яңы үрҙәргә ынтылырға, оҫталыҡҡа башҡаларҙан да ҡарап өйрәнергә кәрәк, тигән уй тыуҙы. Сөнки бар нәмәнең дә кимәле бары тик сағыштырыу аша ғына күренә. Тәү сиратта беҙгә музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын арттырырға һәм эшһөйәрлерәк булдырырға кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ думбырасыларының башҡарыу оҫталығына хайран ҡалып ҡайттым. Улар уйнағанда думбыраны төрлөсә әйләндереп, тубыҡҡа терәп тә, яурындарына һалып та көйҙө өҙмәйенсә генә башҡара. Ә бына эшһөйәрлеккә килгәндә, уңышҡа өлгәшәм, тигән кешегә ялҡауланыу тураһында оноторға кәрәк. ТӨРКСОЙ ойошмаһының милли музыка ҡоралдары ансамбленә тупланған музыканттар үҙ эшенең оҫтаһы булырға, тамашасылар алдында юғары кимәлдә сығыш яһарға, эшләргә ашҡынып тора. Уларҙың үҙ эшенә ҡарата мөнәсәбәте бөтөнләй икенсе. Ҡаҙағстандың бөтөн донъяға билдәле "Сазген сазы" фольклор-этнографик ансамбленең музыкаль етәксеһе Марат Жалбиров менән эшләү бәхете тейҙе. "Сазген сазы" ансамбленең репертуарында ике меңдән артыҡ көй, был коллективта ысын мәғәнәһендә эшһөйәр кешеләр эшләүенә инандым. Әйткәндәй, Ҡаҙағстанда традицион музыка кафедраһы беҙҙәгенән һуңыраҡ асылһа ла, уларҙың эш һөҙөмтәһе иҫ китерлек...

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһының халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының бәләкәй составына саҡырылыу яңылығын нисек ҡабул иттегеҙ?

- Ҡаҙағстандың Талдыҡорған, Алма-Ата ҡалаларында, Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәктә, Төркиәләге Анкара, Киренея, Измир ҡалаларында концерттар тамамланып, ҡайтыр мәлдә ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһының йәнә ошондай гастролдәр ойоштороуы тураһында ишеттем, ләкин әһәмиәт бирмәнем. Ошо ике аҙналыҡ концерт туры ла беҙҙең "Йатаған" төркөмө өсөн ҙур ҡаҙаныш ине, етмәһә, самолеттан килеп төшкәс тә мин Силәбе өлкәһенә милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә тип, юлға сығырға тейешмен. Шулай яңы тәьҫораттар, тәжрибә туплап ҡайтып, илһамланып эшләп йөрөгәндә тағы ла ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһынан шылтыратып, ойошманың халыҡ-ара музыка ҡоралдары оркестрының бәләкәй составында уйнарға саҡырҙылар. Тәүҙә ике кеше килегеҙ: үҙең һәм төркөмдөң ҡурайсыһы Морат Йәноҙаҡов, тигәйнеләр. Мин өсәүләп барайыҡ, ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡубыҙ булыр, тигәс, килештеләр һәм Азат Нухов та ҡушылды. Шул октябрь айында Төркиәнең Стамбул һәм Малатья ҡалаларында ун ете кешенән торған халыҡ-ара оркестр составында беҙ ҙә сығыш яһаныҡ. Шуны ла әйтергә кәрәк, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһының халыҡ музыка ҡоралдары оркестрына беҙҙәге медиатор менән уйналған, тимер ҡыллы думбыра ҡабул ителмәй. Тәүҙә барғанда мин бер ҡылы ғына тимерҙән булған думбырамды алып барғайным, уйнарға рөхсәт итмәнеләр. Шуға, икенсе барғанда Илһам Байбулдин эшләгән уйын ҡоралымды алдым. Белгестәр уның дөрөҫ яһалыуын билдәләне, тик думбыра эшләүҙә ҡиммәтерәк ағас материалы ҡулланырға кәңәш итте.

Төрлө халыҡтарҙың репертуарға ингән көйҙәрен тиҙ генә өйрәнергә тура килде, тигәйнең инде. Ә шулай ҙа башҡа милләттәрҙең көйөн еренә еткереп уйнап ишеттереп буламы?

- Төрлө халыҡтарҙың көйҙәрен уйнай белеү - бер, иң тәүҙә үҙ халҡыңдың моңон тамашасы алдына еренә еткереп сығарыу маҡсат бит. Башҡорт халҡының ҡанына һеңгәнен, булмышын башҡа берәү ҙә тулыһынса сағылдыра алмай, әлбиттә. Башҡортҡа хас моң бер төрлө, төрөк кешеһе күңелендә ул икенсе төрлө ярала. Шуға, беҙ ниндәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнһәк тә, ниндәй халыҡтың көйҙәрен оҫта башҡарһаҡ та, уның төп йөкмәткеһен тулыһынса асып еткерә алмайбыҙ. Шулай уҡ, ҡурайҙа кем генә уйнаһа ла, ул башҡорт халҡының көйгә һалынған рухиәтен тамашасыға тулыһынса тапшырмай. Моң - һәр халыҡтың үҙенә айырым Йыһандан төшөрөлгән йәшерен мәғлүмәт, ә музыкант уны йөрәге аша үткәргәндән һуң ғына башҡаларға ла дөрөҫ итеп еткерә ала. Ер йөҙөндәге халыҡтар бушҡа ғына төрлө итеп яралтылмаған, һәр кем үҙ көйөн уйнарға, үҙ моңон киләсәк быуындарына тапшырып барырға тейеш. ТӨРКСОЙ ойошмаһының халыҡ музыка ҡоралдары ансамблендә төрлө милләт вәкиле нәҡ үҙ халҡының милли уйын ҡоралдарында үҙ көйҙәрен сәхнәгә сығып уйнауы, үҙ мәҙәниәтен һәм рухиәтен күрһәтә алыуы был сәйәхәттәребеҙҙе үҙенсәлекле итте.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Төрки халыҡтарының уйын ҡоралдарында уйнаусыларҙың иң аҫылдарын бергә туплаған ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһының оркестрының артабан да уңышлы эшләүен күреп, һоҡланырға яҙһын. Әлбиттә, был коллективта башҡорт халҡының да лайыҡлы вәкилдәре милләтебеҙҙе балҡытып тороуын теләр инек. Ә бына башҡорттарҙың һәр ваҡыт тиңдәр араһында тиң булып йәшәүен белеп, туғандаш халыҡтар араһында ла абруйыбыҙҙы арттырырға тырышып йөрөгән "Йатаған" этно-төркөм егеттәре киләсәктә яңы ижади үрҙәр яуларына шик юҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 1056

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru