«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЕНСЕҺЕН ДӘ ЯУЛАРБЫҘ!
+  - 

Рәсәй спорт мастеры Вадим Ғүмәров. Ошо көндәрҙә Өфөнөң Республика спортсылар әҙерләү үҙәгендә кикбоксинг буйынса Рәсәй кубогы һәм Бөтә Рәсәй турниры үтте. Ярыштарҙы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәй һәм Башҡортостан кикбоксинг федерациялары менән берлектә Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы ойошторған. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән 300-ләп спортсы араһында Башҡортостан спортсылары ла бар. Әле беҙ Сибай ҡалаһының "Шоңҡар" спорт клубы баш тренеры, спорт мастерлығына кандидат Хәлит Фәрит улы ҺИБӘТУЛЛИН менән әңгәмәләшәбеҙ.

Кикбоксинг буйынса ошондай ҙур ярыштар үткәрерлек булғас, был спорт төрө Башҡортостанда ла киң таралған, тип әйтеп буламы?

- Спорт төрө булараҡ, әлбиттә, ул Европала, Азияла, АҠШ-та бик киң таралған. Ә беҙҙең илдә беренсе федерация 1991 йылда ғына ойошторолдо. Спорт төрө үҙе лә сағыштырмаса яңы, ә Рәсәйҙә айырыуса йәш спорт төрө иҫәпләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең көслө кикбоксерҙары бар. Тимур Йосоповты, Фәрхәт Имашевты, Фәнил Уйылдановты айырып әйтергә була...
Беҙҙең Сибайҙа ла был спорт төрө менән яратып шөғөлләнгән балалар һәм йәштәр байтаҡ. Бына әле Рәсәй чемпионатына биш кикбоксерҙан торған команда менән килдек. Спортсыларыбыҙҙың береһе - хеҙмәткәр, дүртеһе -БДУ-ның Сибай институты талиптары. Был ярышҡа килгән Вадим Ғүмәров тураһында айырым әйтеп үтке килә. Быйыл Екатеринбург ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә ул 18 йәшкә тиклемгеләр араһында лоу-киклы фул контакт буйынса 1-се урын һәм Рәсәй спорт мастеры титулын яуланы. Бөгөн мин алып килгән командалағыларҙың бөтөнөһө лә лоу-кик төрөндә сығыш яһаясаҡ. Тағы бер бик көслө спортсыбыҙ - өлкәндәр араһында сығыш яһаусы Европа чемпионы, Донъя кубогы эйәһе, Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Азамат Мусин яңыраҡ ҡына Словенияла үткәрелгән Европа чемпионатында еңеү (икенсе тапҡыр Европа чемпионы исемен алды) яулап ҡайтты, шуға ла әле ул ял итә, был ярышҡа килмәй торҙо. Ул 14 спортсы араһынан беренселеккә сыҡты.

Сибайҙы беҙ ушу буйынса ла, кикбоксинг буйынса ла бик көслө спортсылар тәрбиәләгән мәктәп тип беләбеҙ. Заманында Тимур Кәримов бер нисә тапҡыр донъя кубогына лайыҡ булды... Ә бөгөнгө еңел булмаған осорҙа көрсөк ғәләмәте һеҙҙең эшкә ныҡ тәьҫир итәме?

- Һиҙҙерә. Ауырлыҡтар һуңғы ике йыл эсендә бермә-бер артты. Ситтә үткән ярыштарға барырға аҡса табыуы ауырлашты. Шунлыҡтан, уларҙа һирәгерәк ҡатнашырға тура килә. Беҙ, спортсылар, финанслау тигән нәмәгә аяғыбыҙ-ҡулыбыҙ менән бәйлебеҙ бит. Ни өсөн тигәндә, ҡорамалдар, кейемдәр һатып алырға кәрәк, улар туҙып ҡына тора. Бөгөн дә Өфөгә үҙ аҡсабыҙға килдек. Ни өсөн тигәндә, алдараҡ әйткәнемсә, беҙҙе спорт мастеры тигән исем алыу мөмкинлеге ылыҡтыра. Әйткәндәй, беҙгә Өфө алыҫ булһа ла, үҙебеҙҙең ут күршеләргә - Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына, Силәбегә, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына, ҙурлығына-бәләкәйлегенә ҡарамай, ярыштарға йыш йөрөйбөҙ. Улар ҙа беҙгә килеүҙе ғәҙәт иткән. Шулай тәжрибә уртаҡлашабыҙ, бер-беребеҙҙе үҫтерәбеҙ.

Шулай итеп...
Беҙҙең бөгөнгө геройҙарыбыҙҙан Вадим Ғүмәров Өфөлә үткән Рәсәй Кубогында өсөнсө урын яуланы. Уның тренеры Хәлит Фәрит улы: "Ололар ҡорона яңы аяҡ баҫты егет. Быға тиклем үҫмерҙәр төркөмөндә генә көс һынаша ине бит. Еңеүҙәре алда уның", - тип, егеттең киләсәген яҡшыға юраны.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 982

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru