«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҢҒЫРАУҒА СӘЛӘМ БИРҺӘҢ...
+  - 

Арабыҙҙа ҡолаҡтары насар ишеткән кешеләр йыш ҡына осрай. Һаңғырауҙарҙың күпселеге, әлбиттә, оло йәштәге кешеләр араһында. Пенсия йәшендәге, хатта унан да алдараҡ ишетеү һәләте насарайған атай-әсәйҙәребеҙ, инәй-олатайҙарыбыҙҙың уй-кисерештәре хаҡында уйланғанығыҙ бармы икән? Тыумыштан тома һаңғырау булған, тауыштың ни икәнен бер ҡасан да тойоп ҡарамаған (һөйләшә лә белмәгән) кешеләрҙең психологияһын өйрәнеүселәр, әлбиттә, бар. Улар өсөн махсус уҡыу йорттары эшләп килә, уларҙы үҙҙәренсә һөйләшергә лә өйрәтәләр. Әммә ҡасандыр яҡшы ишетеп йөрөгән кеше лә кинәт һаңғыраулана һәм ул кешенең үҙенә хас һәр төрлө кисерештәре булыуын үҙемдә татып беләм хәҙер. Элекке һөнәрем - ЛОР табип булыуҙан да файҙаланып, һаңғырау кешеләрҙең бәғзе бер "каприз"дарын дөрөҫ аңлаһындар өсөн, үҙемдең уйҙарым менән бүлешергә ниәтем.

Һүҙҙе башлыса мәжлес, йыйын тирәһендә йөрөтәсәкмен, сөнки, кеше үҙенең һаңғыраулығын тап ана шул мәлдә, йәғни, башҡалар менән аралашыу ваҡытында айырыуса ныҡ тойоусан. Тап шул саҡта кеше үҙен бүтәндәр араһында бер аҙ камил булмаған һымаҡ итеп кисерә башлай. Ҡунаҡ-маҙарҙарҙа, йәиһә башҡа йыйындарҙа, кешеләрҙең үҙ-ара ниҙер һөйләшеп, көлөшөүҙәрен ҡарап ултырған күп кенә һаңғырауҙарҙың "мине һөйләйҙәр", тип уйлауы, хатта шуның өсөн башҡаларға үпкәләүе хаҡында ла ишеткеләйем. Әммә мин, үҙем ныҡ ҡына һаңғырау булыуыма ҡарамаҫтан, ошондай хәлгә объектив күҙлектән сығып бағырға һәм тирә-йүндәгеләрҙең нисек һәм кемгә ҡарап көлөшөүҙәренә әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышам. Тик бөтә кешеләр ҙә нәҡ минең һымаҡ уйламай бит әле. Һаңғырау кешегә, ысынлап та, тап ана шулай тойола. Шунлыҡтан, иң тәүге кәңәшемде һаңғырауҙарға бирмәк булам. Арабыҙҙа һаңғырау кеше бар бит, тип кенә башҡаларҙың һөйләшмәй һәм көлөшмәй ултырыуы мөмкин түгел. Шуға күрә, нисек кенә көлөшмәһендәр, кешеләр бер ваҡытта ла һине һөйләмәй, уларҙың - үҙ хәстәре, тип уйлау кәрәк һәм быға һис тә иғтибар итеү ярамай. Һинең һаңғырауланыуыңда башҡалар ғәйепле түгел бит, шуның өсөн дә бүтәндәргә үпкәләү - ғәҙел түгел.
Әммә, ҡәҙерле яҡташтарым, бына шундай хәлгә тарыған яҡындарыбыҙҙы, атай-әсәйҙәребеҙҙе, олатайҙарыбыҙҙы дөрөҫ аңларға тырышырға тейешбеҙ. "Һаңғырауға сәләм бирһәң - "атаң башы!" тип әйтер", тигән уйынлы-ысынлы бер әйтем дә йөрөй халыҡта. Хәс тә ялҡау, алдаҡсы, маҡтансыҡ, ҡурҡаҡ, йәиһә тағы ниндәйҙер бәғзе бер кешеләр хаҡында һүҙ йөрөткән кеүек үк, ҡолаҡҡа зәғиф кешенән мыҫҡыл иткән һымағыраҡ яңғырай был әйтем. "Һуҡыр күп күрер, сатан күп йөрөр" тигән әйтем дә бар. Быны ла сатан һәм һуҡыр кешләрҙең әллә ни оҡшатып етмәүҙәре мөмкин. Минең бөгөнгө һүҙем фәҡәт һаңғырауҙар хаҡында ғына. Шулай итеп, ҡайһы бер кешеләрҙең үҙҙәренә булған мөнәсәбәтен һаңғырауҙар бик үк адекват формала ҡабул итмәүе мөмкин. Был, бер яҡтан, һаңғырау кешенең субъектив тойғоларына бәйле булһа, икенсе яҡтан, бәғзе берәүҙәрҙең, ысынлап та, һаңғырауҙарға ҡарата уларҙы һанға һуҡмаған һымағыраҡ мөғәмәләлә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, кешеләрҙең ниҙер һөйләшеп көлөшөп алғанын күреп, башҡалар араһында ултырған һаңғырау кеше янындағы берәйһенән нимә тураһында һүҙ барғанын һораша башлай (был - тәбиғи). Бына ошо саҡта, уның күршеһе ҡул һелтәп кенә ҡуя, иң яҡшы осраҡта ла "Һиңә әйтмәйҙәр", тип кенә ебәрә. Бындай яуап һинең һаңғырау яҡыныңды ниндәйҙер кимәлдә рәнйетеүе мөмкин. Ҡасандыр башҡалар кеүек үк тулыһынса ишетеп йөрөгән, үҙен әле лә нормаль тип һанаған был кешене ундай яуап, әлбиттә, мөрхәтһендермәй. Һаңғырау кеше, ғәҙәттә, һәр нәмәгә ҡыҫылып ултырыусан да булмай, әммә янында ултырған күршеһе уның һорауына бер-ике һүҙ менән генә булһа ла әҙәмсә яуап биргән хәлдә ул ифрат та ҡәнәғәт булып ҡалыр.
Хәҙер барыбыҙ ҙа урыҫсаға шәп. Әйтәйек, ун-ун бишләгән башҡорт араһына башҡортса бөтөнләй аңламаған бер урыҫ килеп эләкте, ти. Шул саҡ, ана шул икенсе милләт кешеһенә ҡарата оло хөрмәт тойғоһонан, барыбыҙ ҙа урыҫса һөйләшә башлайбыҙ (хатта йырҙарыбыҙ һәм таҡмаҡтарыбыҙ ҙа урыҫсаға әйләнә). Арабыҙҙа урыҫ телен насарыраҡ белгәндәр булып, кемдер берәү "яңылыш" башҡортса әйтеп ебәрҙе икән, урыҫ кешеһенең янында ултырған берәү, һис кисекмәҫтән, уның тәржемәсеһе булып китә. Был, әлбиттә, насар түгел. Туғандаш халыҡтарҙы барыбыҙ ҙа хөрмәт итергә бурыслыбыҙ. Әммә күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: һеҙҙең һаңғырау яҡынығыҙ тап ана шул башҡортса белмәгән урыҫ кешеһе хәлендә! Тик уның янында тәржемәсеһе юҡ һәм бөтә кешенең дә ул ишетерлек итеп һөйләшеүе мөмкин түгел...
Ишетеүсе кешеләргә тағы бер кәңәшем бар. Йыйындарҙа ултырғанда һаңғырау яҡынығыҙға бер-ике мәртәбә булһа ла һөйләргә һүҙ бирегеҙ. "Йә әле, фәлән ағай (олатай, апай, инәй), ана шул хаҡта беҙгә һөйләп ебәр", тип, берәй нәмә әйтеүегеҙ уны ҡыйырһытмаҫ, киреһенсә, һеҙҙең уға ҡарата иғтибарығыҙҙы, яҡшы ҡарашығыҙҙы, хөрмәтегеҙҙе генә сағылдырыр.
Ситтән ҡарағанда, һаңғырау кеше, ысынлап та, аңра һымаҡ тойола. Уларҙың ҡабат-ҡабат һорашыуы бәғзеләрҙең йәненә лә тейә башлай... Шунлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр һаңғырау кешегә саманан тыш ҡысҡырып, йәиһә, һантый кешегә өндәшкән һымағыраҡ тонда яуап биреүе мөмкин. Йыш ҡына һаңғырау кеше, берәй нәмәне икенсе төрлө ишетеп, "әҙәм көлкөһөнә" лә ҡалғылай. Шул саҡта уның ҡабатлап һорауы ни тиклем көлкөлө тойолһа ла, оло сабырлыҡ менән, етди тонда уға тейешенсә нәмәне аңлатып бирергә тырышырға кәрәк. Сөнки, яңылыш ишеткән кешенең: "Шулай-шулай, тинеңме?"- тигән һорауына бәғзеләрҙең, уны төҙәтеп әйтергә йыбанып, "эйе, эйе, шулай", тип, уны һанламағаныраҡ тонда яуап биреүе тағы башҡаларҙың сыр-сыу килеп көлөүенә сәбәп була. Ә шул мәл һеҙҙең был яҡынығыҙҙың, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, нишләптер, бер ҙә көлкөһө килмәй... Шундай саҡта, әгәр һеҙ уның йөҙөнә иғтибар итһәгеҙ, һеҙгә бер ни ҙә өндәшмәгән хәлдә лә, уның ауыҙы бер аҙ йылмайған да һымаҡ итер, әммә күҙҙәре бер ни ҙә аңламаған, нимәгәлер рәнйегән бала кешенең ҡарашын хәтерләткәндәй булыр...
Һаңғырау кеше бер әйткәндә ишетмәне икән, икенсегә ҡабатлағанда, шул һүҙегеҙҙе башҡасараҡ итеп, ауыҙығыҙҙы театр артистары һымағыраҡ асып, асығыраҡ әйтергә тырышығыҙ (тик ҡысҡырып түгел). Һаңғырау, ғәҙәттә, әңгәмәсеһенең ауыҙына ҡараусан. Сөнки уға ирендәргә ҡарап һүҙҙәрҙе асыҡлауы еңелерәк. Әйткәндәй, актерҙар һәм педагогтарҙы һаңғырау кеше яҡшыраҡ ишетә. Йә булмаһа, шул уҡ һүҙҙе урыҫ теленә әйләндереп ҡабатлап әйтеп ебәрергә була. Шуға ҡағылышлы минең менән мәҙәк хәл дә булғылай ҡайһы берҙә. Ейәнем менән телефондан һөйләшеп торғанда уның ҡайһы бер һүҙҙәрен, йәиһә, һөйләмен ишетмәһәм: "Улым, шул һүҙеңде урыҫса әйтеп ҡара әле", - тигән булам, аптырағас. "Ҡартатай, мин былай ҙа урыҫса әйтеп торам да баһа!" "Әй, улай булғас, башҡортса әйт..." - бына шулай формала һөйләшеп, бер-беребеҙҙе аңлап та алабыҙ бәғзе ваҡыт.
Ҡайһы бер һаңғырауҙар берәй йыйынға барһа, үҙҙәренең ана шул етешһеҙлегенән оялып, мәжлестең башынан аҙағына тиклем һис бер һүҙ һөйләшмәй генә ашап-эсә һәм өйөнә ҡайтып китә. Ҡолаҡтары насар ишетеүгә ҡарамаҫтан, аҡылдары әлегә камил булған бындай кешеләргә иғтибар бүлеүҙе һис онотоу ярамай. Тыштан белгертергә тырышмаһалар ҙа, кешеләрҙең бындай категорияһы, ысынлап та, бик үпкәләүсән булып китә.
Йылдар буйы һәр төрлө яңы мәғлүмәт ала алмау сәбәпле, һаңғырау кеше, ғәҙәттә, бер нәмәне ҡабат-ҡабат һөйләүсән. Шул саҡта ла ундай кешегә "Һин быны мең мәртәбә һөйләнең бит", тип бүлдереү ярамай. Оло кеше бындай нәмәләргә ифрат та ныҡ рәнйей һәм әкренләп үҙенә йомола бара. Туғандар, йәиһә таныштар йыйылышҡан һәр төрлө сараларға ла йөрөүҙән баш тарта башлай күп һаңғырауҙар. Сөнки бындай йыйындарҙы ул ысынлап та бик ауыр кисереүсән.
Ҡайсаҡ мәжлестә ултырған һаңғырау кешегә башҡалар ҙа уның кеүек һөйләшмәй генә, тик ашап ултырған һымаҡ тойола. Ниндәйҙер бер мөһим нәмә иҫенә төшөп, ундай кеше кинәт кенә һүҙ башлауы мөмкин. Әммә шул саҡ уға барыһы ла ауыҙ тирәһенә бармаҡтарын ҡуйып, "Тс-с-с!" тип ишара яһай... "Әй, әттәгенәһе!" Арала нормаль кешеләрҙең береһе ниҙер һөйләп йәки йырлап ултырған икән дә баһа!.. Һаңғырау тағы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, хатта үҙе уңайһыҙ хәлдә ҡалды. Бына шундай осраҡтарҙа теге кешенең "важный" телмәре бөтөү менән һаңғырау кешегә лә һүҙ биреү кәрәк шулай ҙа. "Йә, фәлән ағай, нимә әйтергә иткәйнең?" тигән һымағыраҡ итеп. Ул кеше, әгәр онотоп ҡуймаған булһа, әлбиттә, һеҙгә үҙенең бая әйтергә теләгән һүҙҙәрен әйтер.
Һаңғырау кешеләр үҙҙәре саманан тыш ҡысҡырып һөйләшеүсән дә була. Был да уларҙың әҙәпһеҙлеге арҡаһында түгел. Ундай кеше хатта үҙенең тауышын да бик насар ишетә, шунлыҡтан, ҡысҡырып һөйләүе уның үҙ ихтыярынан тыш килеп сыға. Бына шул хаҡта ла башҡаларҙың белеүе зарур. Яңылыш ишетеү сәбәпле берәй көлкөлө хәл килеп тыуһа, уға күрһәтмәй генә көлөү, әлбиттә, мөмкин түгел. Әммә шул ваҡытта уның янына яҡын ғына килеп, йыбанмай ғына уға ошо хәлдең айышына төшөндөрөп биреү кәрәк. "Нишләп көлөшәһегеҙ?" тигән һорауын яуапһыҙ ҡалдырыуҙы һаңғырау кеше үҙен кәмһетеп ҡарайҙар тиеп ҡабул итә.
Үҙ туғандарым араһында булған саҡта, юғарыла һанап кителгән проблемалар менән мин үҙем, шәхсән, әллә ни осрашҡаным юҡ, әлхәмдүлиллаһ. Сөнки мин һәр мәжлес башында иң тәүҙә үҙем уларға телмәр һөйләп алам. Шунда уҡ үҙемдең һаңғырау икәнлегемде тағы бер мәртәбә иҫтәренә төшөрәм һәм үтенестәремде алдан уҡ әйтеп ҡуям. "...Ә хәҙер инде, ҡәҙерле туғандар, һеҙ, яҡшы ишеткән кешеләр, үҙ-ара һөйләшегеҙ, көлөшөгөҙ, миңә әллә ни иғтибар итмәһәгеҙ ҙә була. Бик тә бик миңә әйтер һүҙегеҙ булһа, минең "тәржемәсем" - хәләл ефетем аша өндәшегеҙ..." Туғандарым минең бына ошо үҙенсәлегемә әллә ҡасан уҡ күнегеп бөткән.
Ҡолаҡтарҙың насар ишетеүен ике төргә бүлеү мөмкин. Беренсеһе - ишетеү һәләтлегенең ваҡытлыса насарайыуы. Уның сәбәптәре бихисап. Сайыр пробкаһы, евстахиит (тымау ваҡытында), урта отит, ишетеү нервыларының зарарланыуы (кохлеарный неврит) һәм башҡалар. Ваҡытында табип-отоларинголог тейешле дауалау саралары үткәрһә, бындай сирҙәрҙән һуң, ғәҙәттә, ҡолаҡ ҡабаттан ишетә башлай. Шуның өсөн дә ошондай осраҡтарҙа табипҡа барыуҙы һис кисектермәҫкә кәрәк! Айырыуса, "кохлеарный неврит" тип аталған бик етди сирҙе уның иң башында, йәғни тәүге сәғәттәрендә үк дауалап өлгөрөп ҡалыу - мотлаҡ (ғәҙәттә, ниндәйҙер берәй вирус инфекцияһы мәлендә бер, йә ике ҡолаҡтың да кинәт кенә ишетмәй һәм сыңлай башлауы был сирҙең тәүге билдәһе).
Һаңғырауланыуҙың икенсе төрө - ишетеү нервыларының атрофияһы, йәғни, кире ҡайтарып булмаҫлыҡ үҙгәрештәре сәбәпле, кешенең бер, йәки ике ҡолаҡҡа ла аҙмы-күпме кимәлдә ғүмерлеккә ишетеү һәләте насарайыуы. Ишетеү нервыларының һүнеүе - башлыса юғарыла әйтелгән кохлеарный неврит, йәиһә хроник отит, Меньер ауырыуы арҡаһында була. Шулай уҡ ҡайһы бер антибиотиктарҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан, йәиһә оҙаҡ йылдар көслө тауышлы зыянлы производствола эшләү арҡаһында ла булыуы мөмкин. Әгәр ҙә табип-отоларинголог һеҙгә бына ошо хаҡта белгертә, ҡолаҡ аппараттары тураһында һүҙ сығара икән, быны ниндәйҙер бер ауыр трагедия итеп ҡабул итеү ярамай. Тәҡдирең менән килешергә генә кәрәк. Бәғзеләр һис бер өмөт булмаған һаңғыраулығынан ҡотолоу ниәте менән әллә күпме аҡса сарыф итеп, әллә ҡайҙарға сәфәр ҡылыусан. Ҡайһы берәүҙәр хатта ниндәйҙер экстрасенстарға, күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итә башлай. Бындай осраҡта иң яҡшы кәңәш: ҡолаҡ аппараты һайлап алыу. Әммә ҡолаҡ аппараты ла күп кенә осраҡтарҙа ярҙам итмәй. Эш тауыш ишетеүҙә генә тормай, ә һүҙҙәрҙе аңлау һәләте лә сафтан сыға күпселек ваҡытта. Шунлыҡтан, күп кенә кешеләрҙең ҡолаҡ аппараттары, ғәҙәттә, өйҙә ята бирә. "Уны кейһәм, башым ҡаңғыра", ти ҡайсаҡ оло кешеләр. Был, ысынлап та шулай.
Минең әлеге һаңғырау кешеләргә һәм уларҙың яҡындарына әйтелгән һүҙҙәрем башлыса ана шул ишетеү аппараты ярҙам итмәгән осраҡтарға ҡағыла. Әгәр ҙә бына шул хәлгә тарының икән, күҙ алдына ике аяғын да юғалтҡан кешене килтереү хәйерлерәк. Ундай кеше "аяҡтарымды үҫтер", тип, һәр төрлө табиптарға ла, сихырсыларға ла мөрәжәғәт итеп йөрөмәй, ә кешеләр араһында артабан да нормаль рәүештә йәшәү ысулын табырға тырыша, протез йә иһә инвалид коляскаһы хәстәрләй башлай. Әгәр кемгәлер шундай көнгә төшөргә яҙған икән, яҙмышың менән ризалашыу кәрәк һәм бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Урыҫтар әйтмешләй, оптимист булыу - бик яҡшы сифат! Һәр бер нәмәнең ыңғай яғын күрергә тырышыу кәрәк.
Ә бит оло кешегә һаңғырауланыу, ысынлап та, бик файҙалы, бер яҡтан уйлаһаң! Миңә бер мәл Сибай мәсете имамы Әғләмитдин хәҙрәт былай тип әйткәйне: "Һәр төрлө кәрәкмәгән мәғлүмәт, ғәйбәт-маҙарҙы ишетеүҙең кире яҡтарын иҫәпкә алғанда, һаңғырауланыу бер ҙә насар нәмә түгел бит ул". Ифрат та дөрөҫ һүҙҙәр. Оло кешеләрҙең насар ишетеүҙәрен, ысынлап та, беҙгә Аллаһ Тәғәлә биргән һанһыҙ ниғмәттәрҙең береһе, тип ҡабул итергә кәрәктер. Әйткәндәй, ниндәйҙер бер хәбәрҙе (яҡшымы ул, насармы) кешенең һәр саҡ ишеткеһе килә, ә ишетһә - һөйләгеһе килә... Теләһә нимәне ишетеү ҙә, уны башҡаларға һөйләү ҙә шәриғәттә хупланмай, хатта йыш ҡына гонаһ, тип һанала. Бына шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә тәҡдиреңә яҙғанға сабырлыҡ ҡылып, бары өсөн Уға шөкөр итеп, артабан һис бер бошоноу белмәй йәшәргә тырышыу кәрәк. Раббыбыҙ имандан айырмаһын, аҡылдан, күҙҙән яҙҙырмаһын, аяҡ-ҡулдарҙы һәм башҡа ағзаларҙы хәрәкәтһеҙ ҡалдырмаһын, амин, тип доға ҡылайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.17 | Ҡаралған: 1018

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru