«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАМАЛАРҘА - ХАҠ ТАМЫРҘАРЫБЫҘ
+  - 

Тарихты архивтарҙағы документтарҙа, боронғо китаптарҙа, археологик ҡаҙылма материалдарында ғына түгел, ә ер-һыу, тау-ҡая, ауыл-ҡала атамаларында ла эҙләү фарыз. Оҙаҡ йылдар үҙебеҙҙең мең ырыуы башҡорттары йәшәгән Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә һәм башҡа төбәктәрҙең топонимик атамаларын өйрәнеү миңә халҡыбыҙҙың тарихына бәйле күп биттәрҙе асырға, асыҡларға ярҙам итте. Гәзит уҡыусыларға үҙемдең эҙләнеүҙәремдән ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе еткереүҙе дауам итәм.

Иҙеүкәй эпосында килтерелгән тағы бер боронғо һүҙ - солан. Беҙҙең бөгөнгө ҡәҙимге телдә салауат күпере, йәйғор тигәнде аңлата. Күсеп йөрөгән халыҡтың йәйге торлағының түбәһе тишек булып, йәйғор йәки солан ҡалҡһа, күренеп торған. Тора-бара солан һүҙе менән өйгә терәп яһалған ҡаралтыны атай башлайҙар, сөнки тәүҙә уның да түбә башы булмай, был һүҙ бөгөн дә ҡулланылышта йөрөй. Оло бабайҙар иҫән ваҡытта беҙҙең ауылда шундай лөғәт йөрөй торғайны: Мәкәшкә килеп урынлашҡан типтәрҙәргә лә өйҙәрен солан тәртибе менән, осло түбәле итмәйенсә урынлаштырыу шарты ҡуйылған булған. Бының сәбәбен, улар башҡаларҙан айырылып тормаһындар өсөн, тип, үҙҙәренсә аңлаталар ине. Күрәһең, улар иртә яҙҙан килеп урынлашҡан булғандыр, ә, бәлки, бында сәбәп төптәрәк - генетик хәтерҙә булғандыр: боронғо Ҫубый башҡорттары үҙ булмышында һәм телмәр мифологияһында һаман да солан традицияһын һаҡлап килгән булған бит. Солан-йәйғор образы башҡорт көнкүрешендә бөгөн онотолоп бөткән ырым- йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең мифологик ишараһын сағылдырып, был ғәмәл башҡорттоң тәңрелек заманынан уҡ килгән булыуы мөмкин.
Алаҫ (рус телендә - алач) - Яйыҡ-меңдәрҙең ораны. "Ут" тигән мәғәнәлә. Хакас халҡында "алас" тигән һүҙ - "окуривание травой", шулай уҡ ут мәғәнәһендә. Ҡара ҡайындың меңдәрҙә өтәҫләү ғәмәлендә ҡулланылғанын иҫәпкә алғанда, "алаҫ" һүҙе ошо ғәмәлдән оранға әйләнеп китеүе мөмкин. Унан ҡала, көнсығыштан Мәкәшкә алыҫтан уҡ күренеп ятҡан, халыҡ йырҙарында йырланған Сағылтауҙар үҙ заманында билгетауҙар булған. Уларҙың башында алдан әҙерләнеп ҡуйылған усаҡтар тоҡандырылып, янған ут алыҫтан күренеп торған һәм усаҡтар һанына ҡарап, уларҙың шартлы сигналдарын белгәндәр. Бына ошо осраҡтарҙа ла "Алаҫ!" (Ут!) ораны яңғыраған. Ошоға өҫтәп, йәнә бер фараз тыуа - меңдәрҙең ырыу ағасы ҡайын икәнен беләбеҙ, ҡара ҡайындың Яйыҡ - ҫубыйҙарҙа ни тиклем һөйөклө ағас булғанын да иҫәпләһәк, ырыу ағасы бына ошо ҡара ҡайын булыуы ла мөмкин.
Унан ҡала, әгәр ҫанай һүҙе менән йәйә-ҡорал аталған икән, был ҫанай ошо ҡара ҡайындан яһалыуы мөмкин һәм ҡайын тураһындағы ҡәтғи тыйыуҙар ҡоралға мохтажлыҡтың асылын сағылдыра булһа кәрәк. Шуға ла Күк батырҙың ҫанайы күктең соланы ("күк соландай") - йәйғор менән сағыштырылалыр, тимәк, был ҡорал ифрат ҡеүәтле булған һәм шундай уҡ ҡеүәтле батырҙарҙың химаяһын тәшкил иткән. Ташлы һәм Мәкәш ауылдарында борон-борон замандарҙа Ҫанай менән Шайтан шарҙарынан ҡара-ҡаршы уҡ атышҡандар, тигән риүәйәт әле лә йөрөй. Бер-береһенән хәтһеҙ генә арала урынлашҡан был шарҙарҙың береһенән икенсеһенә уҡ осоп барып етерлек булғас, беҙҙең бөгөнгө фиғел менән дә был йәйәләрҙең һәм батырҙарҙың ҡеүәтен тойомлап була. "Иҙеүкәй һәм Мораҙым" эпосында ун ике тотам уҡ тартҡан оҙон ҡуллы ырыу батырҙары телгә алына, бындай уҡтарҙың оҙонлоғо беҙҙең үлсәмгә әйләндергәндә өс метрҙан да кәм булмаған. Йәнә, йүнәлеште дөрөҫ (тура) бирер өсөн уҡтың ҡойроғона ҡарға ҡоштоң, йә булмаһа шоңҡар, ҡарсыға ҡоштоң йөн-ҡаурыйы ҡулланылған, бындай уҡтар "сәрпи уҡ" тип аталған. Мәғәнәһе - йыраҡтан ала торған уҡ. Мәҫәлән, Иҙеүкәйгә дуҫы Ыласын былай ти: "Ҡара бөркөт йөнөнән әҙерләнгән уҡ һиңә!" Ә "Һуңғы һартай" үҙенең улы Ҡармасандың мәргәнлеген бына нисек белдерә: "Үҙ ғүмерендә уның алты ғына уғы яҙа китте. Ул егет ине". Ниндәй йәйәләр кәрәк булған бындай уҡтарҙы осорорға, күҙ алдына килтереп була. Меңдәрҙең бына шундай йәйәләре ҫанай тип аталғандыр ҙа. Ә бына Аҡ урҙа ханы Туҡтамыштың уғы туғыҙ тотам тип билдәләнә.
Үҙ заманы өсөн Ҫанай һәм Шайтан шары тирәләрендә ысынлап та дәһшәтле алыштар булғандыр, шуға ла халыҡ хәтере был хәлдәрҙе ныҡ беркеткән һәм бөгөн дә был турала риүәйәттәр йөрөүе ошо әхүәлдәрҙең сағылышы. Ошо урында бер нәмәне билдәләп китеү урынлы һымаҡ. Күп халыҡтарҙың легендаларында, әкиәттәрендә эльфтар тураһында һөйләнелә. Улар оҙон аҡ-һары сәсле, ҡеүәтле уҡсылар, һунарсылар икәне билдәле. Башҡорт Мең (Мин) шәжәрәләрендә Сәсле атамаһы ҡулланылып, күп тармаҡтарҙың сығышы һәм дауамдары килтерелә. Шәжәрәләрҙә Сәсле-Ата тигән дәрәжә-исем дә бар, миндәрҙең Ҫубыйҙар тармағы үҙен туранан-тура Сәсле дәрүиш тармағы итеп билдәләй һәм тарихсылар быны инҡар итмәй, эпостар, урын, ер-һыу атамалары был әхүәлде тәҡрарлап, быуаттар буйы һаҡлап килә. Сәсле Ата тоҡомонан Төкләҫ баба быуындары төгәлерәк яҙылған, бында башҡа ҡәүем шәжәрәләре лә мәғлүмәт ҡалдыра - Юрматы, Ҡыпсаҡ, Тамъян, Байлар, Бүләр улысы, ирәктеләр шәжәрәләрендә (төрлө шәкелдә яҙылған булһалар ҙа) Сәсле-Ата эҙҙәрен төҫмөрләп була. Сәслеләр ҡәүеменән айырмалы, сәсһеҙ йөрөгән ҡәүемдәр "таҙ" (таҙа) атамаһын йөрөткән. Был һүҙ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып, төрлө сәбәптәр менән сәсе үҫмәгән кешене таҙ (таҙа) тип атау ғәмәле бар. Тимәк, Сәсле-Ата, Төкләҫ баба исеме менән Ҫубый Мең шәжәрәләрендә билдәләнеп килгән оҙон сәсле тоҡомдарҙың ҡоралы булған ҫанай. Ошондай ҡеүәтле йәйәнән йыраҡтарҙан атып алыр өсөн кәрәк булғандыр ун ике тотам сәрпи уҡтар. Ә бына яҡындан ала торған ҡыҫҡа уҡтарҙы тәлтермәҫ тип йөрөткәндәр. Иҙеүкәй эпосынан: "Тәлтермаҫ тигән йүгерек уҡ батырға яуҙа иш булмаҫ". Бындай уҡтарға ҫанайҙар кәрәкмәгән инде, бында талдан яһаған йәйәләр ҙә ғәмәлгә ярағандыр.
Тутыя - тамъяндарҙың ораны. Тутыйғош мәғәнәһендә килә, күрәһең, инә ҡошто шулай атағандар. "Иҙеүкәй һәм Мораҙым" эпосында Иҙеүкәйҙең атаһы (йә булмаһа, оло бабаһы) Ҡотлоно Туҡтамыш хан язалай. Был әхүәл бөтә варианттарҙа ла һөйләнелә. Сәбәбе - Ҡотлоноң Аҡһаҡ Тимер кешеләренә йәшерен рәүештә Туҡтамыштың һунар ыласыны йомортҡаһын биреп ебәреүе була. Ә бына беҙҙең ауылда ошоға оҡшаш риүәйәтте былай һөйләйҙәр ине: "Меңдәрҙең шундай бер ырыу сере булған, ул сер тутыйғош (попугай) йомортҡаһының эсенә йәшерелгән һәм уны бик ныҡ һаҡлағандар. Бер-береһен киҫәтеп торор өсөн "Тутыя" тигән оранды гел әйтә торған булғандар, ә мәжлестәрҙә, йыйындарҙа, халыҡтың уртаҡ бер сәләме булып, ырыуға үҙҙәрен йәбештереү ысулы ла булған". Иҙеүкәй эпосында ошондай юлдар бар: "Ал тәхетнең аркаҫы алтын еғаҫ (ағас), тутый ҡош ҫайрап телгә килгәндә...". Йәнә шундай юлдар: "Ҡуш ҡанатлы алтын таж, күҙ урынында гәүһәр таш, Сыңғыҙҙан килгән дәүләт ҡош бу башымда түгелме?" Әгәр дәүләт ҡошто дәүләт гербы тип иҫәпләһәк, тутыя ҡош образы (өрәге) Сыңғыҙ хан дәүеренән килгән, бәлки, уның тарафынан тамъяндарға тәғәйенләнгән оран булыуы мөмкин. Шәжәрәләр башҡорт ырыуҙары үҙ-үҙҙәрен минлекләһен өсөн Сыңғыҙ тарафынан тәғәйенләнгән ырыу билдәләре (тамға, ағас, ҡош, орандар) тураһында мәғлүмәт ҡалдырған.
Беҙҙең яҡтарҙа Тутыя тигән ҡатын-ҡыҙ исеме лә йыш осрай ине элегерәк, хәҙер был исем юҡтар рәтендә. Тамъяндар бик күп тарафтарҙы биләгән Мең (Мин) ырыуының айырымланып киткән бер тармағы, тип фаразларға нигеҙ бар, был фаразды шәжәрәләрҙәге уртаҡ тамырҙар күрһәтеп үк тора. Сыңғыҙ дәүерендә меңдәрҙең хакимы (бейе) Ураҙас булыуы билдәләнә, ә тамъяндарҙың шәжәрә сылбыры һуңғараҡ ваҡыттарҙан башланған һәм уларҙың хакимы (бейе) Шәғәли бей тип билдәләнә. Бында өҫтәмә эҙләнеүҙәр талап ителә.
Ҡорған - ерҙән өйөп яһалған ҡоролма. Ғәҙәттә, ҡоролмалар билдәле кешеләрҙең ҡәбере өҫтөнә өйөлгән булған, бөгөнгө ҡулланылышта был һүҙ курган шәкелендә йөрөй. Иҙеүкәй эпосында шундай юлдар бар: "Ҡара тейен Алыпты гүр ҡаҙытып күмдерҙе, гүре ҡорған тау булды..."
Зир - аҡыл, зиһен. " Зир ҡәҙерен зирәк белер, ир ҡәҙерен ир белер", ти Мораҙым батыр эпоста. Ҡу күле - аҡҡош күле. Был һүҙ "Иҙеүкәй менән Мораҙым эпосында бар. Аҡҡош күле бөгөнгө Балтас районында бар, икенсе урындарҙа ла барҙыр был атама. Кир - мамонт, киртеш- мамонт теше.

Клара ХӘМИҘУЛЛИНА.
(Дауамы. Башы 2-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1090

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru