«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӘН БАШҠА БЕР ЕР ҘӘ КӘРӘКМӘЙ МИҢӘ
+  - 

Өфө ябай ҡала түгел, ул - Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, арҡа һөйәге. Беҙҙең йәшәйешебеҙ, яҙмышыбыҙ, тын алышыбыҙ унда ҡабул ителгән ҡарарҙарға, закондарға, унда урынлашҡан идара ойошмаларына, унда эшләгән етәкселәргә, унда йәшәгән кешеләргә, унда һөйләнгән һүҙҙәргә, хатта ундағы мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт торошона ла бәйләнгән. Шуға ла, баш ҡала гәзите булараҡ, беҙ Өфөбөҙҙөң һулышын, тормошон сағылдырырға, уның тураһында бар Башҡортостаныбыҙға һөйләргә тырышабыҙ ҙа инде. Шәхестәребеҙ менән дә даими таныштыра торабыҙ, яңы рубрикабыҙҙа күрһәтәсәк шәхестәрҙе быға тиклем дә яҙғаныбыҙ булғандыр. Хәҙер инде улар менән ошо рубрикалағы сығыштары аша яңыса, яңы күҙлектән, тик Өфө башҡорто булараҡ танышырһығыҙ. Шулай итеп, таныш булығыҙ: СССР-ҙың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлли МӨБӘРӘКОВА. Өфөнөң почетлы гражданы.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, Өфөнөң ҡайһы урамы һәм йорто Һеҙҙең тыуған өйөгөҙ?

- Мин СССР-ҙың халыҡ артисы, театр режиссеры, драматург Арыҫлан Мөбәрәков менән БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағирә Рәғиҙә Янбулатова ғаиләһендә 1936 йылда Пушкин урамында урынлашҡан бала табыу йортонда донъяға килгәнмен. Ҡустым Салауат та шунда тыуҙы. Үҙем дә улымды ошо уҡ йортта таптым. Ногарев йорто тип йөрөтөлгән боронғо бина ул, хәҙер унда Урта махсус музыка колледжы урынлашҡан. Башҡорт опера һәм балет театры яғына ҡарап торған өлөшөндә балыҡ магазины була торғайны. Шунда уҡ мөйөштә бәлештәр һаттылар.
Мин тыуғанда атай менән әсәй театрҙың гримеркаһында йәшәгән. Атайым инде күренекле артист булып танылған шәхес булған был мәлдә. Һуңынан уларға Мостай Кәрим урамындағы Крәҫтиән йортонан бер бүлмә бирәләр. Мин үҙемде иҫләй башлағанда беҙ ғаиләбеҙ менән Белгестәр йортонда - Ленин урамы, 2-се йортта йәшәй инек. Ошо йорт минең күңелемә яҡыныраҡ, тыуған йортом тип уны иҫәпләйем. Әйткәндәй, ул Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төҙөлгән иң ҙур торлаҡ йорт. Шағирҙар Ҡадир Даяндың, Рәшит Ниғмәтиҙең ғаиләләре менән аралашып йәшәнек. Республиканың беренсе кинооператоры Ғилван Әмиров беҙгә ҡаршы фатирҙа торҙо, беренсе ҡатта артист Ғималетдин Минһажевтар йәшәне. Башҡорт драма театры ул ваҡытта Башҡорт опера һәм балет театры бинаһында урынлашҡайны, шулай уҡ Рус драма театры ла ошонда ине, хатта подвалында Ҡурсаҡ театры эшләй торғайны. Ҡаланың ошо үҙәк өлөшөн генә белә инем. Уҡырға Горький исемендәге 3-сө урта мәктәпкә барҙым (хәҙерге 3-сө гимназия). Һуғыш мәле ине, был ваҡытта унда ҡыҙҙар ғына айырым уҡый инек.

Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге Өфө хәтерегеҙҙә ниндәй булып һаҡланған?

- Гел генә ныҡ һалҡын, сасҡау һыуыҡлы ҡыш кеүек ине. Өфөгә Ленинградтан, Украинанан эвакуацияланған кешеләр килде. Атайым да Мәскәүҙән күсеп килгән бер хәрбиҙең ғаиләһен алып ҡайтты, Неля тигән ҡыҙҙары бар ине. Немец самолеттары Уралға тиклем осоп килә, тигәндәрен, йорттарҙың тәҙрәләрен ҡаплап ҡуйыуҙарын хәтерләйем. Икмәк грамлап карточка менән генә таратыла. Театр колхоздарға гастролдәр менән сыҡҡанда, уларға аҙыҡ-түлек менән түләгәндәрҙер, тип уйлайым, сөнки атайым ҡайһы саҡта картуф алып ҡайта ине. Булған бөтөн ризыҡты өҫтәлгә ҡуйып, бергәләп ашайбыҙ.
Айырым бригадалар төҙөп, театр фронтҡа ла бара ине. Рәшит Ниғмәтиҙең "Үлтер, улым, фашисты" поэмаһы телдән-телгә күсеп һөйләнелә ине был мәлдә. Шулай 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына концерт ҡуйырға барғанда атайым менән Рәшит Ниғмәти һуғышта ҡалырға хәл итәләр. "Һеҙ милли сәнғәтте һаҡларға бурыслыһығыҙ", - тип, уларҙы кире ҡайтаралар. Шул хәтеремдә ҡалған, өйөбөҙгә артистар, күрше-күлән йыйылған, тоноҡ ҡына ут яна, ауыр тынлыҡ урынлашҡан. Атайым иҙәнгә ултырып, стенаға һөйәлеп алған да, фронт хәлдәрен һөйләй. "Ялан госпиталендә булдыҡ, тотош кәүҙәһе янған йәш кенә танкисты алып китеп барғанда, күҙҙәребеҙ осрашты. Уларҙа шундай һыҙланыу сағыла ине", - тип һөйләй, үҙе тештәрен шығырлата. Беҙ, балалар ҙа, фронтҡа кисет сигә, әсәйҙәр бейәләй бәйләй ине. Шул мәлдә халыҡтың берҙәмлеген белһәгеҙ! Бөтөн нәмә фронтҡа, беҙ бында нисек тә сыҙарбыҙ, тип йәшәнек. Беҙ йәшәгән йортто немец әсирҙәре төҙөп бөткән икән. Төҙөлөштә йөрөгән немецтарҙы мин ябай кеше кеүек итеп ҡабул итә инем. Тик бер көндө эвакуацияланып килгән бер әбей уларға нәфрәтен белдереп, ер киҫәге алып бәрҙе, шунан ғына мин уларҙың дошман тип аталыуҙарын аңланым.
Ауыр ваҡытта ла театр эшләне. Көн һайын сәхнәгә сығыу үҙенә күрә героизм булған бит. Бина тейешенсә йылытылмай, етмәһә, туйғансы ашамауҙан балериналарҙың һуштан яҙып ҡолаған мәлдәре лә була ине. Ә спектаклдән һуң театрҙың йылытыу системаһы урынлашҡан ерҙә актрисалар бысраҡ марля, һалдаттарҙың кальсондарын, кизе-мамыҡ салбарҙарын, ҡанлы шинелдәрен йыуа. Һабынлы һыуҙа ҡан күперә, ул һыуҙы иҙәндәге тишектән ағыҙып ебәреүҙәре әле лә күҙ алдымда. Еҫе шулай уҡ оноторлоҡ түгел.

Башҡорт театры - Мөбәрәковтар ғаиләһе өсөн икенсе йорт, бәлки, хатта унан да ҡәҙерлерәк урын булғандыр, моғайын?

- Атайым менән әсәйемде театрға һөйөү осраштырған. Совет заманына ҡараш төрлө бөгөн, әммә уның ыңғай яҡтары ла күп. Мәҫәлән, йәштәргә белем алырға, һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Әсәйем дә Эшсе йәштәр театрында шөғөлләнгән, ә театр артистары улар менән шефлыҡ иткән, спектаклдәргә күмәк сәхнәләргә сыҡырған. Әсәйемде ҡараҡай тип йөрөткәндәр. Бик нескә, лирик актриса ине ул, матур йырлай торғайны. Ауыр йылдар, бөгөнгө кеүек алтын-көмөш йөҙөктәр юҡ. Әсәйемдең йәшел быяла ҡашлы ябай ғына йөҙөгө булған. Шуны сәхнәлә уйнап йөрөгәндә атайым һурып алып, үҙенең сәнсә бармағына кейеп ала һәм партнерына монолог һөйләгәндә бармағын әсәйемә күрһәтеп ала, йәнәһе, һүҙҙәрем бына кемгә тәғәйенләнгән! Эй оялыуым шунда, ти ине әсәйем. Ошо йөҙөккә бағышланған шиғыры ла бар уның. Бына ошолай бик матур башланып китә уларҙың мөхәббәте.
Әсәйемде өйҙә ғәҙәти кейемдә, аш-һыу әҙерләп йөрөгән килеш күреп, уның сәхнәләге геройҙарынан шундай айырыла алыуына аптырай торғайным. Ул мине гел матур йөрөтөргә тырыша ине. Ә атай өйҙә атай булараҡ та, сәхнәлә актер булараҡ та бер кеүек ине. Кире ролдәре лә булманы бит уның, тик иң аҫыл ир-егеттәр ролдәрен башҡарҙы. Көр тауышлы, төҫкә сибәр, кәүҙәһе лә мөһәбәт. Өйҙә икәүләп репетициялар яһай инеләр. Хәтеремдә, Салауат ҡустым менән мине аҡ тула шәлгә төрөп ултыртҡандар, сөнки бүлмә йылытылмай. Беҙҙең аяҡтарыбыҙ иҙәнгә теймәй, тимәк, бәләкәй булғанбыҙ. Шекспирҙың "Отелло"һы булғанмылыр, монологтарҙан һуң атайымдың геройы ҡырҡа ғына итеп: "Юҡ!" - ти. Әсәйемдең героиняһы илап тороп тағы үтенә. Шуны ҡустым менән илап ҡарап ултырабыҙ. Бына кисә генә булған кеүек ошо ваҡиғалар.
Ысынлап та, иртән дә, кисен дә беҙ театрҙа инек, атай менән әсәйгә эйәреп килеп, шунда аяҡ аҫтында буталып йөрөйбөҙ. Хөсәйен Ҡудашевтың улы менән ҡыҙы, Вәли Ғәлимовтың, Һәҙиә Бәширова тигән актрисаның балалары менән уйнағаныбыҙҙы хәтерләйем. Ошо балалар араһынан мин генә актерлыҡ юлын һайланым. Әммә бәләкәйҙән артист булам тип хыялланманым. Музыка менән шөғөлләнеп йөрөгән мәлдәр булды, бер ваҡыт хатта табип булғым килгәйне. Көтмәгәндә Мәскәүҙән ГИТИС-тан комиссия килде лә, мин дә имтихан биреп ҡарарға хәл иттем. Атайым: "Аяғыңды баҫаһы булма", - тип, риза булманы. Әсәйемдең, һынап ҡара үҙеңде, тигән һүҙҙәре этәргес булды. Шулай итеп, тормошом сәнғәт яғына боролдо ла ҡуйҙы. Ҡустым телевидение режиссеры булып китте.

Өйҙәге аралашыуҙар ҙа башҡорт телендә булғандыр?

- Мин уҡырға барғанда русса бөтөнләй белмәй инем. Белмәгәс, бер нәмә лә аңламайым, шуға ла насар уҡыйым, сөнки мәктәптә уҡыу русса бит инде. Мин генә түгел, ул осорҙа башҡорт балалары бөтәһе лә ошо хәл аша үткәндер. Мин Ҡадир Даяндың ҡыҙы Луиза менән бергә уҡыным, ул сосораҡ була торғайны. Вера Федоровна Евлапьева тигән өлкән йәштәге бик шәп уҡытыусы хәтеремдә ҡалған, боронғоса тәрбиә алған кеше ине ул. Ҡара сарафан, аҡ кофта кейә ине, иҫке, әммә яҡшылап крахмалланған жабо таға ине. Өйҙә минең менән шөғөлләнеп ултырырға кеше юҡ, Вера Федоровна уҡырға, грамматикаға өйрәтте. Ҡайтам да, ҡысҡырып русса китаптар уҡыйым. Шуны һаман иҫләйем: Толстойҙың "Война и мир" романында миңә таныш булмаған һүҙҙәр бар, бигерәк тә "высший свет" тигәнен аңлай алмайым. Свет - ут икәнен беләм, ә бына высший свет башыма һыймай. Яҙырға ҡағыҙ юҡ, гәзиттән, һуңғараҡ әйбер урай торған ҡағыҙҙан дәфтәр тегеп бирә әсәй. Ут та юҡ, коптилка яҡтыһында әсәй кейемдәр тегә ине.
Һуңғараҡ, Өфөлә башҡортса һөйләшеү оят, тип һаналған аяныслы осорҙар ҙа булды. Үҙ телеңдә һөйләшһәң, кәмһетеп ҡарайҙар ине. Шөкөр, ул ваҡыттар ҙа үтте. Бөгөн урамда йәштәр рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә, үҙенсәлекле башҡорт мөхите бар баш ҡалабыҙҙа.

Өфөләге иң яратҡан урынығыҙ ҡайҙа?

- Минең улай ҡалаға сығып, парктарға барып ял итә торған ғәҙәтем юҡ. Булған хәлдә лә, ваҡыт таба алмаҫ инем. Өфөнөң һәр бер урыны матур, машинала китеп барғанда ғына ла күренеп ҡала. "Ете ҡыҙ" фонтаны ҡалай үҙенсәлекле төҫ бирҙе ҡалабыҙға. Атайыма ҡуйылған һәйкәл дә оҡшай миңә. Урыны ла бик матур уның. Уны Владимир Дворник бик яратып эшләне, тип иҫәпләйем. Үҙенсәлекле һәйкәл, уның бөйөк артистыҡы икәне күренеп тора, шундай мөһабәт, күҙҙәрендә бушлыҡ түгел, фекер уты сағыла. Ир заты башланғысы ла бар, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер образ ғына түгел, ошо ерҙә атлап йөрөгән, ошо ер кешеһе икәне лә күренә. Сәнғәттең көсө ошонда инде.
Атайымдың тыуған ере Белорет районы Асылағы бюсы эргәһенән дә кеше өҙөлмәй. Үҙе хәҙер 40 йыллап юҡ, ә ижады йәшәй. Халыҡ балаларын алып килә унда, уның тураһында һөйләп торғандарына үҙем бер нисә ҡат шаһит булдым. Протазановтың фильмында Салауат Юлаевты уйнағас, ул бит халыҡ символына әүерелә. Башҡорт - ул Салауат һымаҡ, тигән ҡараш формалаша. Тамара Нечаева С. Юлаевтың бюсын эшләгәс, ҡабул итергә килгән комиссия "Был ниндәй Салауат булһын, был бит Мөбәрәков", тип тә әйткән. Нечаева атайымда башҡорт ир-егетенең бөтөн сифатын күргән, шуны раҫлай ҙа алған. Һуңғараҡ ул атайымдың бюсын эшләне. Был эшкә шул тиклем яуаплы ҡараны, хатта шул мәлдә операцияға ятырға мәжбүр булғанда ла уҡыусыларына, минең Мөбәрәковыма теймәгеҙ, тигәйне. Асыға үҙе барып, урын һайланы. Әсәйем дә иҫән ине әле ул ваҡытта. Музей, бюст булғас, Асыға күпер төҙөүҙе лә, асфальт һалыуҙы ла тиҙләттеләр.
Ғөмүмән, Өфөнөң аллеяларының йылдан-йыл күркәмләнә барыуы ҡыуандыра. Шуларға өҫтәп, архитектурала башҡорт милли һыҙаттары сағылһын ине, тип теләйем. Башҡортостандың баш ҡалаһы икәне күренеп торһон ине.

Шулай итеп...
Осрашыуыбыҙ һуңында Гөлли Арыҫлан ҡыҙы: "Мин Өфөнөң патриоты инде ул. Өфөнән башҡа бер ер ҙә кәрәкмәй миңә. Бала сағымдағы Өфөнө лә, бөгөнгөһөн дә яратам. Балаларым, тамашасыларым, уҡыусыларым бар, мин бында үҙемде кәрәкле итеп тоям", - тигәйне. Бына шунда бит бәхет асылы: тыуған йортоң, тыуған ауылың, тыуған ҡалаң, тыуған республикаң булыу һәм һин үҙеңде ошонда кәрәкле итеп тойоу.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.17 | Ҡаралған: 1050

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru