«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ ҒОРУРЛЫҒЫ - ИР БАЛАЛА ЙӘКИ МАЛАЙҘАРҘЫ ТӘРБИӘЛӘҮ АЛЫМДАРЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Ғаиләлә ысын ир-егетлек тәрбиәһен ҡасаныраҡ башлау ҡулай булыр?

Билдәле педагог А.С. Макаренконың тәрбиә асылы тураһындағы мәҡәләләренең береһендә шундай диалог бирелгән:
- Баланы ҡасан тәрбиәләй башларға кәрәк?
- Балағыҙға нисә йәш һуң?
- Әле өс йәше генә тулды.
- Һеҙ балағыҙҙы тәрбиәләүҙә теүәл 3 йылға һуңға ҡалғанһығыҙ!
Малайҙарҙа буласаҡ ир-егеткә хас сифаттарҙы мөмкин тиклем иртәрәк тәрбиәләй башлау мөһим. Балалар үҙҙәренең малай йәиһә ҡыҙ затынан булыуын өс йәшкә тиклем үк айыра башлап, кешеләр араһында үҙ енесенә тәғәйен ролде ете-һигеҙ йәшкә тиклем аңлы рәүештә үҙләштерә ала. Тап ошо осорҙа "ысын малай", "ысын ҡыҙ" тәрбиәһенә ныҡлы нигеҙ һалына. Малайҙар аңына көслө, етеҙ, үҙаллы, ныҡышмалы һәм ихтыярлы булыу, ауыртыуға түҙеү, сыҙамлылыҡ күрһәтеү, бер ниҙән дә ҡурҡмау, биргән һүҙеңде ныҡ тотоу һымаҡ төшөнсәләрҙе һеңдереп, ошо юҫыҡта уларҙың ғәмәлдә күҙәтелгән ҡылыҡтарын, тойғо-кисерештәрен баһалап, билдәле йүнәлеш биреп тороу фарыз. Иң ярамағаны - малайҙарҙың инициативаһын һәр осраҡта ла һүндерә килеп, рөхсәт итмәү, тыйыу алымдарын йыш ҡулланыуҙыр.
Үҫмерлек осоро еткәс, бигерәк тә малайҙарҙың организмы енси өлгөрөү стадияһына күсеү менән, уларҙың ир-егеттәргә оҡшарға тырышыуы яңы психологик сифатҡа әйләнә. Тап ошо осорҙа физкультура һәм спорт, техник һәм хеҙмәт тәрбиәһе аша үҫмерҙәрҙә ир-егеттәргә хас булған сифаттарҙы үҫтереү өсөн ыңғай шарттар барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта үҫмерҙәрҙе ялған кумирҙар өлгөһөнән, ялған мәҙәниәт һәм тышҡы яҡтан ылыҡтырғыс стереотиптарҙан (тәмәке тартыу, һүгенеү, тупаҫ булып ҡыланыу һ.б.) ҡурсалау маҡсатында улар менән дуҫтарса, ололарса аңлашыу, уларҙы тиң күреп аралашыу ысулдарын табыу мөһим. Һәр малай ир-егетлек мәктәбе һабаҡтарын ваҡытында алған хәлдә генә башҡорт араһында лидерлыҡҡа ҡытлыҡ булмаҫ.

Ир-егетлек тәрбиәһендә атайҙарҙың роле нисек икән?

Психологтар күҙәтеүенә ярашлы, әгәр атай кеше ғаиләһен улы биш йәш тулғансы ташлап китһә, улы егет ҡорона инеүгә уның үҙ мөмкинлектәренә ышаныу кимәле тулы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән күпкә түбәнерәк булып, йәштәштәренә бәйлелеге, буйһоноусанлығы ныҡ һиҙеләсәк. Ғөмүмән, балаларҙың енескә ярашлы ролдәрҙе үҙләштереүендә атай йоғонтоһо көслөрәк. Психологтар, атай кешенең ҡыҙ балаға ҡарата икенсерәк мөнәсәбәте ҡыҙҙарға ғына хас булған холоҡ-фиғелдең формалашыуына булышлыҡ итә, тип раҫлай. Ә бына малайҙарҙың аңында ир кеше образы башлыса аталарына оҡшаш булып, киләсәктә уның ғаиләһендәге ролен билдәләйәсәк. Халҡыбыҙҙың "Атанан күргән - уҡ юнған", тиеүе лә ошо фекерҙе ҡеүәтләүсе бер дәлилдер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа яңғыҙы ғына бала тәрбиәләүсе әсәләр арта барғанлыҡтан, байтаҡ малайҙар атай тәрбиәһенән мәхрүм. Ошоға өҫтәп, тулы ғаиләләрҙә лә атайҙарҙың бала тәрбиәләүҙе башлыса ҡатындарына йөкмәтеүен, ә мәғарифта шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙың өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алһаҡ, ир тәрбиәһенең юғала барыуын инҡар итеп булмай.

Йәмғиәттә ирҙәр шәхесендә ҡатын-ҡыҙға хас сифаттар арта барыуы, (уларҙың холоҡ йомшаҡлығы, үтә наҙлыға әйләнә башлауы, баҙаулығы, ихтыярһыҙлығы, лидерлыҡтан ваз кисеүе һ.б.) күҙәтелә. Ирҙәргә "ҡатынлашыу" ҡурҡынысы янамаймы һуң?

Тәрбиә өлкәһенең тулыһынса тиерлек ҡатын-ҡыҙ ҡулында булыуын алдараҡ билдәләп киткәйнек. Ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөк иткәс, тәрбиә, ғәмәлдә, ҡатын-ҡыҙҙарса башҡарыла. Улар малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла бер үк талап ҡуя, бер төрлө өлгөгә ярашлы тәртип урынлаштыра, тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәрен башлыса ҡатын-ҡыҙ хуп күргәнсә тотоуын теләй, тәьҫир итеү ысулдары ла берҙәй ҡала бирә. Коллективта тыңлаусанлыҡ, баҫалҡылыҡ, буйһоноусанлыҡ өлгөһө булған ҡыҙҙар лидер ролендә йөрөй. Күп йылдар буйына ҡабатлана килгән талаптар малайҙар аңына үҙҙәрен тап ҡыҙҙарса тотоу ҡалыбын һеңдерә. Тап ошо сәбәптәр арҡаһында малайҙар тәбиғәтенә хас булмаған сифаттар уларҙың формалаша барыусы шәхесендә урын ала ла инде. Бында ҡатын-ҡыҙҙың тәрбиәүи потенциалы һис тә инҡар ителмәй, ләкин, һәр хәлдә лә, ир менталитетында булғанды ҡатын-ҡыҙ ҡабатлай ҙа, махсус рәүештә тәрбиәләй ҙә алмаясаҡ. Һығымтабыҙ шул: малайҙарҙы, һис юғында, ирҙәр күберәк булған техника, хәрби эш, спорт, туризм кеүек өлкәләргә мөмкин тиклем иртәрәк йәлеп итеү отошло. Мәктәптәрҙә сыҙамлылыҡ, ҡыйыулыҡ, физик әҙерлек, ихтыяр көсөн, ойоштороу һәләтен, лидерлыҡ сифаттарын талап иткән тәрбиәүи сараларҙы бермә-бер арттырыу зарур.

Хәҙерге заманда ҡайһы бер ирҙәрҙең енси ориентацияһы үҙгәреүе ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Быны кешенең тәбиғи хоҡуғына тиңләп, ирҙәр ирһөйәрлеген (гомосексуализмды) законлаштырған илдәр ҙә байтаҡ хәҙер. Малайҙар тәрбиәһендә ошо күренеште иғтибарға алыу урынлымы икән?

Ирһөйәрлек тәбиғәт ҡанундарына, кешеләрҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, ғөмүмән, йәшәйеш ҡағиҙәләренә бер нисек тә тура килмәй. Ер йөҙөндәге барса диндәр был күренеште оло гонаһ, тип иҫәпләп, кешелек тарихы дауамында тыйыу әмәлен хуп күргән. Ысынлап та, гомосексуализм фән тарафынан да аномаль, бөтөнләйе менән нормаға һыймаған мөнәсәбәт, тип нарыҡлана. Психология, психопатология күҙлегенән быны үҙенә күрә бер биопсихик ауырыу, тип ҡарау дөрөҫ булыр ине. Ә сир бар икән, ул дауалауҙы, профилактика сараларын табыуҙы талап итә. Әлбиттә, бында мотлаҡ көс ҡулланыу тураһында һүҙ бармай. Ирҙең - ир, ҡатындың ҡатын булып ҡалыуы кешелек өсөн уның тәбиғи ҡанундарын боҙмай, үҙен-үҙе һаҡлау сараһы икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Ирһөйәрлеккә, ҡатын-ҡыҙҙың лесбиянлыҡ мөхәббәтенә ҡаршы сығыу дөйөм кешелектең дә, айырым халыҡтарҙың да социаль экологияһын таҙа тотоуға тиң. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәт менталитетына, Ислам диненә тура килмәгән ошо күренешкә беҙ күҙ йомоп ҡарарға өйрәнеп киттек. Әле һуң булмаҫ борон үҫеп килеүсе йәштәр араһында тейешле аңлатыу сараларын әүҙемләштереп, уларҙың шәхесендә гомосексуализмға ҡаршы иммунитетты ваҡытында булдырыу фарыз.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
(Аҙағы. Башы 7-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.17 | Ҡаралған: 1106

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru