«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕҢ РӘСӘЙҘӘГЕ ҒИЛМИ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ
+  - 

"Тарихсыларҙың тарихты дөрөҫ итеп яҙыу кеүек ауыр эше бар. Ышаныслы тарих йәки хәҡиҡәт бик күп тарихи мәғлүмәттәрҙе үтә нескә иләк менән иләгәндән һуң ҡалғандарҙан ғына хасил була ала", тигән Әхмәтзәки Вәлиди. Тарихты һәм тарихсының ролен юғары баһалаған һүҙҙәренә раҫ итеп, ғалимдың башҡорттарҙың тарихы һәм этнографияһы буйынса хеҙмәттәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

1914 йылда Петербургта булған сағында Ә. Вәлиди башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың һәм нуғайҙарҙың этнографияһы һәм статистикаһы буйынса материалдарҙы өйрәнә. Ул күберәк Императорҙың география йәмғиәте Этнография бүлегендә һәм Рәсәй империяһы халыҡтарының этнографик картаһын төҙөү буйынса комитетында, Фәндәр академияһының архивында шөғөлләнә. Петербургта В. Бартольд В.В. Радловтың өйөндә үткәрелгән йыйылышта унан киләсәк пландары хаҡында һөйләүен һорай. Ә. Вәлиди үҙ сығышында былай ти: "Бөгөн Рәсәй хакимлығында булған, Хазар диңгеҙенең көнсығышында һәм төньяғында йәшәгән төрки ҡәүемдәрҙең тарихын ХVI быуаттан башлап бөгөнгө торошона тиклем өйрәнәм. Бының өсөн далала көн итеүсе ҡәүемдәргә, башҡорттарға ҡағылған закондарҙы һәм уларҙағы үҙгәртеүҙәрҙе, ер мәсьәләләренең тарихын, Щербина, Кузнецов, Румянцев, Скрупулев, Переплатчиков кеүек ғалимдар туплаған һәм ошо көндә 40-сы томы сыҡҡан, мөһим өлөштәре "Күсмә халыҡтар идараһы" архивтарында ҡулъяҙма хәлендә һаҡланған материалдарҙан башлыса ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ ерҙәре мәсьәләләрен тикшерҙем. Тарихты бөгөнгө тормоштан алып боронғо дәүерҙәргә тиклем аныҡ өйрәнеү яғындамын, дала халыҡтарының ижтимағи тормошон һәм этнографияһын тикшереү ысулдарын һеҙҙән өйрәнергә теләйем".
1925 йылда Ә. Вәлидиҙең ағаһы Ғәбдрәүефтең өйөн тентегәндә ғалимдың шәхси китапханаһын, шул иҫәптән ҡулъяҙмаларын алып китәләр. Был ваҡиғаға тиклем Вәлидиҙең Анкараға ебәрелгән алты төргәк ҡулъяҙмаһы Совет хөкүмәтенә эләгә. 1925 йылдың 24 декабрендә Сталин исеменә яҙылған хатында ул "Советтар һәм большевизм нимә икәнлеген дә ишетмәгәндә яҙған" фәнни ҡулъяҙмаларын ҡайтарыуҙарын һорай. Вәлиди үҙенең хеҙмәттәренә ошондай баһа бирә: "Ҡулъяҙмалар - минең бөтә революцияға тиклемге тормошомдоң емеше". Шулай уҡ Ә. Вәлиди совет почтаһында алып ҡалынған төргәктәрҙе кире ҡайтарыуҙа ярҙам һорап, 1926 йылдың 13 мартында Төркиәнең сит ил эштәре министры Тәүфиҡ Рөштө исеменә лә хат яҙа. Был төргәктәрҙә ошондай материалдар булған: "Мәхмүт Ҡашғариҙың хеҙмәттәрен тикшереү", "Төркөстан тарихы", Төрки ырыуҙарының һаны буйынса статистик мәғлүмәттәр", "Төрки ҡәүемдәренең тарихы буйынса яҙмалар", "Төньяҡ Кавказ һәм Ҡырым ноғайлыларының тарихы", "Төркиҙәрҙә шаманизм", "Боронғо төркиҙәр тормошоноң ижтимағи ҡоролошон өйрәнеү өсөн материалдар", "Ойрат-ҡалмыҡтар тарихы", "Ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ тарихы", "Көнсығыш Бохаралағы үзбәк ҡәбиләһе лаҡайҙарҙың фольклоры буйынса материалдар", шулай уҡ 1912-1916 йылдарҙа йыйылған "Нуғай, ҡырғыҙ һәм башҡорттарҙың фольклоры буйынса материалдар".
1916-1922 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди сәйәси эшмәкәрлеккә күп көс һала. Шуға ҡарамаҫтан, ул ғилми-тикшеренеү эшен дә ташламай, тарихи темаларға мәҡәләләр яҙа. Шул йылдарҙа төрлө гәзиттәрҙә уның имзаһы менән күп кенә документтар баҫылып сыға. Вәлидиҙең туранан-тура ҡатнашлығы менән "Башҡорт", "Башҡорт тауышы" тигән башҡорт милли гәзиттәре сыға башлай.
1920 йылдың 12 мартында Башревком рәйесе Ә. Вәлиди ҡул ҡуйған ғаризала ошондай үтенес яҙылған: "Архивтарҙы, саф милли ҡаралтыларҙы, китаптарҙы, башҡорттарға ҡараған этнографик материалдарҙы, шулай уҡ ғәскәри частарҙың эштәрен һәм архивтарын таларға бирмәҫкә, уларҙың барыһын да бер урынға йыйып һәм Башревком билдәләгән башҡорт кешеһенең береһенә, уның үҙенә һәм һаҡлаған әйберҙәренә һис тейелмәйәсәк, тигән шарт менән һаҡларға ҡушырға кәрәк". Ә. Вәлидиҙең төрки тарихы буйынса тупланған белеме башҡорт халҡының милли-территориаль автономияһының төрлө проекттарын, карта-схемаларҙы әҙерләгәндә бик уңай була. Петроградта булғанда ул төрки халыҡтарының күсенеүе хаҡында мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкинлек таба. 1915 йылда уҡ Ә. Вәлиди үҙенең "Ҡыҫҡаса төрки-татар тарихы" китабының инешендә төрки тарихы буйынса йүнле атластың булмауына зарлана һәм ошо бушлыҡты тултырырға теләүе хаҡында хәбәр итә.
Бөгөнгө көндә Кесе һәм Оло Башҡортостандың ғәрәп графикалы карта-схемаһы данаһы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө Фәнни үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана, Оло Башҡортостандың кириллицалағы картаһы - Башҡортостан Республикаһы Милли музейы фондтарында, "Көнсығыш Рәсәйҙең автономиялы мосолман өлкәләре союзы"ның картаһы Ә.В. Туғандың "Хәҙерге Төркөстан һәм уның яңы тарихы" исемле китабында баҫылып сыға.
Революция ваҡытында башҡорт ғәскәрҙәре Ҡыҙыл Армия яғына күскәс, уларҙың бер өлөшө Петербургка ебәрелә. Ғәскәр менән бергә Ә. Вәлиди ҙә китә. Унан Башҡортостанға төрлө ғилми әсбаптар, дарыуҙар, баҫма станоктар, машинкалар, ҡоролмалар ебәрә. Украина фронтынан да шундай уҡ әйберҙәр оҙатыла. Петербургтан бер нисә китапхана сығарыла. Башҡортостанда эшләү өсөн белгестәр ҙә саҡырыла. Ә. Вәлиди менән Абдулҡадир Инан Салтыков китапханаһында һәм Фәндәр академияһының китапханаһында һаҡланған, һирәк осрай торған тарихи китаптарҙың күсермәләрен ала.
1914 йылда Абдулҡадир Инандың (Фәтхелҡадир Сөләймәнов) "Шура" журналында (5-се һаны) баҫылып сыҡҡан "Башҡорт йәйләүендә" исемле хикәйәһе Ә. Вәлидигә бик оҡшай һәм ул авторға хат яҙа. Адресын белмәйенсә, хатты журналдың редакцияһына ебәрә, унан хат Абдулҡадир Инанға барып етә. Уның хаты А. Инанды рухландырып ебәрә һәм ул тағы ла ҙур тырышлыҡ менән башҡорт халҡының тарихы буйынса хеҙмәттәрҙе өйрәнә башлай. Ә. Вәлиди менән А. Инан беренсе тапҡыр 1918 йылдың июнь айы башында осрашалар. 1923 йылда улар бергә сит илгә сығып китәләр. Сит илдә йәшәгән йылдарының байтаҡ өлөшөн Төркиәлә үткәрәләр, йыш осрашып торалар. А. Инандың һүҙҙәре буйынса, Ә. Вәлиди уның башҡорт милли хәрәкәте тарихсыһы булыуын һәм тюркология менән шөғөлләнеүен дауам итеүен бик теләгән.

Әхәт СӘЛИХОВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Аҙағы. Башы 5, 7-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.17 | Ҡаралған: 1085

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru