«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПКӘ - МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ!
+  - 

Был һүрәткә ҡарап, күптәр, был балалар йә сәхнәгә сығырға әҙерләнеп ултыра, йә уңышлы сығыш яһағандан һуң, ял итәләр, тип әйтер ине. Әммә улар төптө генә яңылыша. Ә бына дөрөҫ яуапты күптәребеҙ бирә лә алмаҫ ине. Быны тикшереп ҡарауы ла ауыр түгел. Әйҙәгеҙ әле, мәҡәләне уҡыуҙы ошо урында туҡтатып, тағы бер тапҡыр һүрәткә күҙ һалайыҡ. Ысынлап та, милли кейем кейгән был балалар ҡайҙа һәм ни эшләп ултыралар икән?

Ә бит мин үҙем дә тәүҙә был милли кейемдәге балаларҙы сәхнә менән бәйләгән инем. Әммә оло шатлыҡ, хатта ғорурлыҡ менән серҙе сисәйем әле. Эш шунда: был мәктәп балалары ошондай милли кейемдә уҡыуға йөрөйҙәр!
Башты бутамай ғына был күренеште яйлап аңлатайым әле. Бер мәл миңә Баймаҡ районының бер ауыл мәктәбенә эш буйынса барырға тура килде. Мәктәп директоры менән алдан һөйләшеп килешкәндән һуң юлға сығып та киттем. Юл һәйбәт, көн матур. Шуға күрә, һә, тигәнсе барып та еттем. Бына мин мәктәпкә килеп индем... һәм бер аҙға баҙап ҡалдым. Балалар мәктәптә хәҙер беҙҙең күҙ өйрәнеп бөткән ала-сыбар төрлө салбар-күлдәктә түгел, ә милли кейемдә йөрөйҙәр! Аптырамаған ерҙән аптырарһың да шул. Ә шулай ҙа түбәтәй кейгән камзуллы шаян малайҙарға, тәңкәләр менән биҙәлгән зауыҡлы күлдәк кейгән тыйнаҡ ҡыҙҙарға һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел ине.
Шул мәл мәктәп директорынан һорай ҡуйҙым:
- Бөгөн берәй концерт-фәлән буламы әллә?
Директорҙың ябай ғына яуабы мине бер аҙ аптырауға һалды.
- Юҡ, ҡәҙимге уҡыу көнө.
Аптыраулы ҡарашты берсә мәктәп хужаһына, берсә, һаумыһығыҙ ҙа һаумыһығыҙ, тип эргәбеҙҙән тыйнаҡ ҡына үтеп киткән мәктәп балаларына йүнәлтәм. Минең хәлде аңлап ҡалған мәктәп директоры ихлас көлөп ебәрҙе: - Аптырауға ҡалғаныңды яңы төшөнөп ҡалдым, - тине ул. - Милли кейемдә йөрөгән уҡыусыларға ҡарап, аптырап ҡалғанһың икән. Ысынлап та, бөгөн мәктәптә бер ниндәй ҙә сара үтмәй, ә балалар дәрескә ошондай милли кейемдә йөрөйҙәр. Ә был матур башланғысты күптән түгел генә ҡуллана башланыҡ. Ата-әсәләр йыйылышында кемдер ошондай урынлы фекер әйтә ҡуйҙы. Хәҙер, тип башлағайны ул һүҙен, элекке һымаҡ аныҡ ҡына мәктәп формаһы юҡта инде, шуға күрә, әйҙә, беҙ балаларҙы мәктәпкә милли кейемдә йөрөтәйек. Хәҙер кем генә был турала тәү башлап һүҙ ҡуҙғатҡанын әйтә лә алмайым инде. Әйткәндәй, быныһы артыҡ мөһим дә түгел. Әммә шуныһы ныҡ хәтерҙә ҡалған: ата-әсәләр бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла бал ҡорто күсе һымаҡ гөж итеп ҡалды. Ҡыҫҡаһы, халыҡ был матур тәҡдимде дәррәү күтәреп алды. Әле бына шуны уйлап торам әле. Ата-әсәләр менән ҡайһы бер бик сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелдән түгел. Ә бына был тәҡдим хатта бер аҙ шатланыу-маһайыу менән ҡабул ителде. Һөйләшеү-кәңәшләшеү бик йәнле барҙы. Апаруҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң, ошондай дөйөм фекергә килдек. Милли кейемде тегеү-әҙерләү буйынса эш ярышҡа әйләнеп китмәһен өсөн һәр баланы бер тигеҙ кейендерергә кәрәк! Был ҡарар менән барлыҡ ата-әсәләр ҙә риза булды. Бына шунан китте инде эш ҡыҙып. Хатта ҡайһы бер өләсәй-инәйҙәр һандыҡ төбөндә генә ҡәҙерләп һаҡлаған милли кейемдәрен күрһәтеп, үҙ тәҡдимдәрен дә әйттеләр. Был матур сараны ауыл халҡы дәррәү күтәреп алғас, эш ҡарышманы. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән атай-ағайҙар кәрәкле тауарҙар алып ҡайтып та бирҙеләр, ә әсәй-еңгәйҙәр кис ултырып уларҙы тегеп тә ҡуйҙылар. Бына хәҙер балалар мәктәпкә оло быуын тегеп биргән кейемдә киләләр. Әле был матур кейемдә башланғыс синыф балалары ғына һәм аҙнаның йома көнөндә генә киләләр. Ағас күрке япраҡ, ә кешене сепрәк биҙәй, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән. Башҡа уҡыу көндәрендә дыу килеп йөрөгән шуҡ малай-ҡыҙҙар йома көнө күпкә үҙгәрә лә ҡуя. Хатта улар бер аҙ олпатланып, тыйнаҡланып киткән һымаҡ булалар...
Мәҡәләмде тамамлап, шуны әйткем килә. Нимә сыҡһа, ошо Баймаҡтарҙан сыға, тигәндәй, уларҙың был матур башланғысын, бәлки, республика кимәлендә күтәреп алыу кәрәктер?..

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 975

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru