«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛДАРХАН МУТИН - МИЛЛИ ХӘРӘКӘТ ЭШМӘКӘРЕ
+  - 

Илдархан Мутин Минзәлә ҡалаһында 4 синыфлы училище тамамлай. 1909 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, биш йыл буйы 12-се сик буйы бригадаһында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, мөғәллимлек итә, таможня ведомствоһында, артабан кооперация инструкторы булып эшләй. 1917 йылда И. Мутин Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Тиҙҙән ул милли хәрәкәт лидерҙарының береһенә әүерелә. 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән тәүге Башҡорт ҡоролтайында, Шәриф Манатов, Зәки Вәлидиҙәр менән бергә милли хәрәкәттең идара органы - Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитетына һайлана. Әйткәндәй, ошо осорҙа Илдархандың туғаны Ғариф Мутин да Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. Ул да Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитеты составына индерелә.

Ҡоролтай ҡушыуы буйынса, 1917 йылдың авгусында Илдархан Мутин Зәки Вәлиди һәм Усман Ҡыуатовтар менән бергә Петроградҡа барып, Ваҡытлы хөкүмәттең ауыл хужалығы министрында булып, башҡорт халҡының ер мәсьәләһе һәм Каруанһарайҙы ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. "Беҙ ауыл хужалығы министры Чернов менән һөйләштек… Эш хаҡында һөйләшеһе урынға үҙ тәғлимәтенең нигеҙҙәрен аңлатырға кереште. Шулай ҙа Каруанһарай мәсьәләһендә беҙҙең файҙаға бер әмер бирҙе", - тип яҙа Зәки Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә.
Петроградтан ҡайтҡас, Илдархан Мутин Башҡорт үҙәк шураһының хәрби эштәр буйынса бүлеген етәкләй. Артабанғы айҙарҙа ул милли хәрәкәттең уртаһында ҡайнай. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан иткән тарихи акт - Башҡорт үҙәк шураһының 2-се һанлы фарманын әҙерләүҙә һәм уны иғлан итеүҙә ҡатнаша.
1917 йылдың 8-20 декабрендә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Илдархан Мутин Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайы (предпарламент) һәм Башҡорт хөкүмәтенең ағзаһы итеп һайлана. Мутин хөкүмәттең ҡаҙнасыһы (финанс бүлеге мөдире) вазифаһын үтәй. 1918 йылдың ғинуарында Ырымбур ҡалаһы большевиктар ҡулына күсә. Ошонан файҙаланып, Башҡортостан автономияһына ҡаршы булған Ырымбур мосолман хәрби комитеты Башҡорт хөкүмәте ағзаларын контрреволюцияла ғәйепләп, 4 февраль (яңыса 16 февраль) көнө төрмәгә ябып ҡуя. Илдархан Мутин З. Вәлиди, С. Мерәҫов, Ғ. Айытбаев, А. Йәғәфәровтар менән ике ай тирәһе Ырымбур төрмәһендә ултыра.
Башҡорт хөкүмәтен 1918 йылдың апрель башында Әмир Ҡарамышевтың отряды казактар ярҙамында төрмәнән азат итә. Башҡорт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән И. Мутин да ике ай тирәһе советтарҙан йәшеренеп йәшәй. 1918 йылдың май аҙағында Силәбе ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарҙы ҡыуып, үҙ власын урынлаштырғас, хөкүмәт ағзалары шунда йыйыла башлай.
1918 йылдың июнь башында Башҡорт хөкүмәте яңынан үҙ эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәрә. Милли хәрәкәт етәкселәре тәү сиратта автономияның хәрби көстәрен булдырыу эшенә тотона. Ғәскәрҙәр менән идаралыҡ итеү органы - Башҡорт хәрби шураһы ойошторола. Июль айынан Илдархан Мутин хәрби шураның рәйесе Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Август-сентябрь айҙарында Вәлиди дәүләт мәсьәләләре менән Һамар ҡалаһында, Өфөлә Дәүләт кәңәшмәһендә йөрөгән саҡта, Илдархан Мутин Башҡорт хәрби шураһы рәйесе бурыстарын үҙ өҫтөнә ала. Артабанғы айҙарҙа Башҡорт хөкүмәтенең финанс бүлегенә етәкселек итә.
Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, 1919 йылдың 1 мартынан 15 апреленә тиклем, Башҡортостандың Эске эштәр халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. 15 апрелдән республиканың Социаль тәьминәт комиссариатын етәкләй. Башҡортостандың революцион хөкүмәте - Башревком ағзаһы итеп һайлана.
1919 йылдың майында Башҡортостан автономияһының Туҡ-Соран кантоны аҡтарҙан азат ителеү менән Илдархан Мутин Саранскиҙан Башревкомдың Уполномоченныйҙар Советы ағзаһы сифатында республикаға ҡайтып төшә. Бында Туҡ-Соран кантоны халҡын башҡорт ғәскәрҙәренә мобилизациялау, кантон ревкомын, улыс советтарын ойоштороу менән мәшғүл була.
1919 йылдың 28 сентябрендә Илдархан Мутин Башҡортостандың Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссары урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың ноябренән 1920 йылдың февраль айына тиклем ВЦИК-тың "Башкирпомощь" комиссияһы уполномоченныйы урынбаҫары сифатында Башҡортостандың Тамьян-Ҡатай, Бөрйән-Түңгәүер кантондарында эшләй. Һуғыш арҡаһында тамам бөлгән халыҡты аслыҡтан ҡотҡарыу эше менән янып йөрөй.
1920 йылдың майында Үҙәк Совет хөкүмәте Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа ҡыҫҡарта. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорттарҙың ике йыл буйы күпме ыҙа сигеп, күпме ҡан түгеп яулаған автономияһынан исеме генә тороп ҡала. Бының менән риза булмаған Башревком ағзалары, шул иҫәптән И. Мутин, 1920 йылдың июнендә Зәки Вәлиди кәңәше буйынса Башҡортостанды ташлап, Төркөстанға сығып китә. Бында ул Нуриәғзәм Таһиров менән бергә Бохара республикаһының Кермина округы мәғариф бүлегендә эшләй.
Төркөстандағы советтарға ҡаршы милли хәрәкәт уңышһыҙлыҡҡа осрағас, 1921 йылдың июнендә Н. Таһиров менән Башҡортостанға ҡайта. 1921 йылдың авгусынан Илдархан Мутин Башцентросоюз идараһы рәйесе булып эшләй. 1922 йылдың февралендә Башцентросоюз һәм Башсовнархоздың уполномоченныйы сифатында Мәскәү ҡалаһына эшкә ебәрелә. 1923 йылдың сентябрендә Башҡортостанға ҡайтып, республиканың Инвалидтар кооперацияһы идараһы, 1924 йылдан Башсоюз идараһында эшләй. 1926-1928 йылдарҙа Мәскәүҙә Башҡортостандың сауҙа вәкиллеге мөдиренең урынбаҫары вазифаһын башҡара.
30-сы йылдар аҙағындағы башҡорттоң күп кенә аҫыл ир-азаматтарын һәләк иткән Сталин репрессияһы тәгәрмәсе Илдархан Ибраһим улы Мутинды ла аямай. Ул СССР Юғары Советының хәрби коллегияһы ҡарары менән 1938 йылдың 2 февралендә атыла.
Былтыр Илдархан Мутиндың тыуған ауылы Таҡталасыҡта уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостандан иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Аҙағы. Башы 11-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 1016

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru