«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ ЯҠШЫ МӘЛДӘРЕМ ТОТОШ ТОРМОШОМ БАШ ҠАЛА МЕНӘН БӘЙЛЕ
+  - 

Телефондан һөйләшеү манераһынан уҡ уның затлы тоҡомдан икәнен самаларға мөмкин ине. Ә инде үҙе менән осрашҡас, бөйөклөктөң ябайлыҡта икәнлегенә тағы бер ҡат инанылды. Тамырҙары менән Бикбау кенәзгә барып тоташыусы башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән булған балет артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы кеүек юғары исемдәр йөрөтөүенә ҡарамаҫтан, ябай, ихлас әңгәмәсе генә түгел, һаман да нәзәкәтле, хис-тойғоло ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белгән гүзәл ханым, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының художество етәксеһе һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балетмейстеры Леонора Сафый ҡыҙы ҠЫУАТОВА бөгөн "Өфө башҡорто" рубрикаһының сираттағы ҡунағы.

Үҙегеҙҙең данлы дворян нәҫеленән икәнегеҙҙе белеп үҫтегеҙме?

- Был хаҡта асыҡтан-асыҡ үҙгәртеп ҡороу йылдарында ғына һөйләй башланылар бит. Ағайым Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов, белеме буйынса тарихсы, был йәһәттән аҙмы-күпме мәғлүмәт бирә ине. Элек бит ундай мәғлүмәттәргә ихтыяж да булманы. Ә инде шәжәрәбеҙҙе барлай башлаһаҡ, унда республикала билдәле шәхестәр бихисап. Шулай ҙа нәҫел-нәсәбемдең башлыса табиптарҙан тороуына Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе беҙҙең заттан булыуы ла йоғонто яһағандыр, тим. Бөгөн республикала иң ҙур клиник дауахананың Ҡыуатов исемен йөрөтөүе лә быға дәлил. Әсәйем - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Йәмилә Абдулла ҡыҙы Кәлимуллина ла, минең бер туған ағайҙарым, еңгәләрем дә табип. Атайым иһә Ейәнсура районында тыуып, һуңынан балалар йортонда тәрбиәләнеп, педагогия институтын тамамлай. Белемгә ынтылышы ҙур була уның, китаптарҙы һыу кеүек "эсә". Ә инде 1939 йылда Манчьжурияға командировкаға ебәрелгәс, унда ҡытай һәм инглиз телдәрен өйрәнеп, тәржемәсе булып йөрөй. Башҡортостанда атайым Сафый Солтанморат улы Ҡыуатовты журналист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, матбуғат алдынғыһы, Журналистар союзы ағзаһы итеп беләләр.

Ә һеҙҙең тап балет сәнғәтен һайлауығыҙ нисек килеп сыҡты? Башҡорттар өсөн балет сит мәҙәниәт һымағыраҡ бит?

- Башҡорттар бейеүгә бик һәләтле, улар хәрәкәттәрҙе дөрөҫ итеп бирә белә. Юҡҡа ғына Рудольф Нуриев башҡорт балеты сәнғәтен донъя кимәленә сығармаған. Сөнки сит илдә хис-тойғолар менән бейемәгәндәр, ә беҙҙең бейеүселәр бейеүҙәрҙе хәрәкәт аша ғына түгел, хис-тойғолар аша ла асып бирә.
Уҙған быуаттың 50-се йылдары уртаһында беҙ башҡорт сәнғәте донъяһындағы барлыҡ билдәле кешеләр - Нариман Сабитов, Гүзәл Сөләймәнова, Зәйтүнә Насретдинова, Майя Таһирова, Ғата Сөләймәнов, Мөхәммәт Иҙрисов, Тамара Нечаева һ.б. менән бер йортта, коммуналь фатирҙа йәшәнек. Ул Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында ине, ә атайым ул ваҡытта китап нәшриәте директоры булып эшләне. Цурюпа һәм Октябрь революцияһы урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан ул бина. Өҫтәүенә, ике туған апайым Венера Ғәлимова Ленинград хореография училищеһында белем ала һәм кемдәр, нисек уҡытыуҙары тураһында иҫе китеп һөйләй торғайны. Башҡортостандың үҙенең балет мәктәбе булмағас, кадрҙар Мәскәүҙә һәм Ленинградта әҙерләнде бит ул саҡта. Тәүге ҡарлуғастар араһында Зәйтүнә Насретдинова - балет буйынса башҡорттарҙан СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы (ул ваҡытта был исемде СССР-ҙа дүрт кеше генә йөрөтә) була. Тап уның сығышын күреп, Рудольф Нуриев балет артисы булып китә лә инде. Үкенескә күрә, был тарихты онотабыҙ, ә уны һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк. Юҡһа, Нуриевтың исемен йыш ҡабатлайбыҙ, ә милли ғорурлығыбыҙ булған Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы иҫкә лә алынмай. Балетҡа элек-электән 10 йәштән ҡабул итәләр һәм был эш дәүләттең даими контролендә тотола торғайны. 9 йыл үтеп, сығарылыш булғас, яңы төркөмдө тағы уҡырға ебәрәләр ине. Беҙ өсөнсө төркөм булдыҡ. Ленин урамындағы хәҙер Һаҡлыҡ банкы урынлашҡан бинала 11-се мәктәп була торғайны, мин шунда белем алдым. Ә Опера һәм балет театры эргәлә генә. Сираттағы төркөмдө йыйырға килгән комиссия, әлбиттә, иң тәүҙә беҙҙең мәктәпкә инде. 3-сө класта уҡыусыларҙың барыһын да теҙеп ҡуйҙылар, уларҙың талаптарына тап килгәнмендер инде - мине һайланылар. Атай-әсәйем барыбыҙҙы ла табиплыҡҡа әҙерләй ине, ә мин, хатта үҙем дә уйламаҫтан, балет мәктәбенә уҡырға киттем. Атайым был хәлгә сабыр ғына күнде, әммә әсәйемдең һис тә мине ситкә ебәргеһе килмәне. Әммә апайым Венера менән Зәйтүнә апай Насретдинова уны күндерҙе. Үҙем дә, барам, тинем дә, фекеремде башҡаса үҙгәртмәнем. 10 йәшлек балала шундай ышаныс ҡайҙан булғандыр инде... Әлбиттә, һағына инем, әммә балет мәктәбе - ул Суворов училищеһы һымаҡ: шул тиклем тәртипкә өйрәнәһең, күңелһеҙләнеп ултырырға ла ваҡытың ҡалмай. Юҡҡа ғына, һәләтһеҙ балалар булмай, бары тик уларҙың һәләтен үҫтерергә кәрәк, тимәйҙәр. Ҡайһы өлкәлә үҫтерәһең - улар шул өлкәлә үҫешә. Мин дә ошо ағымға эләктем һәм яҙмышыма рәхмәтлемен.

Уҡыуҙы тамамлап, Ленинградтан ҡайтҡас, Өфөләге тәүге сығышығыҙҙы иҫләйһегеҙме?

- Әлбиттә, уны онотоу мөмкинме һуң! Ленинградта беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанымды иҫләйем әле: ул "Снегурочка" балетында Төлкө партияһы ине. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мине шунда уҡ солист итеп ҡабул иттеләр, сөнки ҙур тәжрибәгә эйә инем - Мария театрында төп партиялар башҡара торғайным. Хатта Ленинградта ҡалдырырға хәл дә иткәйнеләр. Республикабыҙҙың ул ваҡыттағы мәҙәниәт министры Клара Төхвәтуллина был хаҡта белеп ҡалып, Ленинградҡа килеп етте, ҡала партия комитетына инеп: "Һеҙ ни өсөн беҙҙең милли кадрҙарҙы үҙегеҙгә ҡалдырырға тейешһегеҙ әле?" - тип, мине алып ҡайтып китте. Әммә Башҡортостанға ҡайтҡаныма бер ваҡытта ла үкенмәнем, сөнки нисәмә йылдар үтһә лә, барыбер атай-әсәйемде, Өфөнө һағына инем.
Иң тәүҙә сәхнәгә Нариман Сабитовтың "Яратам һине, тормош" спектаклендәге Айһылыу партияһы менән сыҡтым. Фирҙәүес Нафиҡова, Майя Таһировалар менән ошо партияны өсәүләп өйрәндек. Бик ауыр булды, сөнки ул классик жанрҙа эшләнһә лә, тотошлайы менән классика түгел ине. Дөрөҫөн әйткәндә, балет артистары бейеп кенә йөрөмәй, улар ҙа сәхнәлә образ тыуҙырырға, уйнарға тейеш. Һәр драма артисы трагик роль уйнарға хыялланһа, балет артистары "Ромео менән Джульетта", "Спартак" һ.б. ролдәрҙе башҡарырға хыяллана. Әммә балет артисы өсөн техник яҡтан да, эмоциональ яҡтан да иң ауыр партия - ул "Аҡҡош күле" балеты, сөнки бер артисҡа ике ҡапма-ҡаршы образды кәүҙәләндерергә тура килә. Юҡҡа ғына уны балериналар өсөн имтихан, тимәйҙәр. "Аҡҡош күле"ндә Одетта-Одилия партияһын башҡарған артист - ул ысын мәғәнәһендә балерина.

Һеҙ - башҡорт балетын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғаилә. Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, тиһәләр ҙә, ике сағыу йондоҙ бер ғаиләлә нисек һыйышты икән?

- Мин - Ленинград, Шамил Тереғолов Пермь балет мәктәбен тамамлап, 1967 йылда Өфөгә, барлығы беҙҙең сығарылыштан ундан ашыу кеше, ҡайттыҡ. Был театр өсөн яңы һулыш, яңы күтәрелеш булды. Шамил менән беҙ "Сыңрау торна" балетында бергә бейенек. Мин - Зәйтүнгөл, ул - кире образ Арыҫланбай ролендә. Сюжет буйынса, Зәйтүнгөл уны яратмай. Әммә Шамил Арыҫланбайҙы шундай итеп башҡарҙы, уға ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине. Тормошта ла Шамил шундай һөйкөмлө кеше булды. Ҡыҫҡаһы, оҙаҡламай беҙ уның менән ғаилә ҡорҙоҡ, улыбыҙ тыуҙы - миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Хатта Ленинградҡа Бәләкәй театрҙа бейергә саҡырыуҙы ла ҡабул итә алмай инем инде. Элек СССР Мәҙәниәт министрлығы "Рәсәй йондоҙҙары" концерт төркөмдәре менән гастролдәргә сығара ине. Шул төркөм менән Италия, Франция, Германия, Испания, Мексика, АҠШ, Япония сәхнәләрендә Колпакова, Павлова кеүек билдәле бейеүселәр менән бер рәттән сығыш яһаныҡ. Шамил менән бергә Японияға, Төркиәгә барып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Кемдең йондоҙо сағыуыраҡ, тигән уй башҡа ла инмәне, киреһенсә, билдәлелегебеҙ башҡорттарҙы сит илдәрҙә танытырға ярҙам итте.

Бөгөн Башҡорт опера һәм балет театрында милли спектаклдәр етерлек кимәлдә тип уйлайһығыҙмы?

- Рус балеты өсөн - "Аҡҡош күле", башҡорт театры өсөн "Сыңрау торна" төп күрһәткес булып тора. "Сыңрау торна" беренсе тапҡыр Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәренә әҙерләнә һәм шул тиклем уңышлы ҡуйыла, хатта бөгөн дә Нуриев фестиваленә беҙ ошо спектаклде сығарабыҙ. Ул - башҡорт балетының классикаһы. Унан башҡа спектаклдәр ҙә ҡуйылды, ләкин улар ул тиклем уңышлы булманы. Мәҫәлән, Мостай Кәрим трагедияһы буйынса "Ай тотолған төндә" спектаклендә образдар ҙа, музыка ла бай, әммә унда хореография етешмәне. Шуға күрә спектакль яйлап репертуарҙан төшөп ҡалды. Ә әҫәр ни өсөн оҙаҡ йәшәй? Шул уҡ "Аҡҡош күле"н генә алайыҡ - 200 йыл сәхнәнән төшмәй. Сөнки идеаль һәм тотош труппаны формала тота торған спектакль ул. "Спартак" ярты быуат йәшәй. Сценография, хореография - барыһы бергә сәпкә тейә икән, спектаклдәр йәшәй. Заманса спектаклдәрҙән уңышлыларҙан тип шулай уҡ "Арҡайым" балетын миҫал итеп килтерер инем. Мин бейей башлаған осорҙа "Айгөл иле" сәхнәгә сығарылғайны. Йәғни, милли балет өлгөләре булды, тип әйтмәксемен. Ләкин милли балет - ул һирәк күренеш, сөнки ул бик ҡатмарлы эш. Ни өсөн "Аҡҡош күле"н ҡуябыҙ, сөнки ул бар йәһәттән дә көслө эшләнгән, тамашасыны инандырыу һәләтенә эйә, уны илата, актер кисергәнде кисерергә мәжбүр итә.

Балеттың милләте булмаһа ла, беҙҙә башҡорт балеты бар, тип әйтә алабыҙмы?

- Балет классик йәки милли була ала. Башҡортостанда йәшәгәс, беҙ башҡорт композиторҙарының башҡорт сюжеттарына нигеҙләнгән, башҡорт темаһына арналған спектаклдәре ҡуйылыуына иғтибар бирәбеҙ. Сөнки Өфөгә килгән кешеләр, ҡунаҡтар милли спектаклдәр менән дә танышырға тейеш. Әммә шуны әйтергә кәрәк: хатта беҙҙең милли спектаклдәр ҙә классикаға нигеҙләнеп ҡуйыла, шуға күрә классик балет та кәрәк. Әгәр классика булмаһа, балет балет булмаясаҡ, ә халыҡ бейеүҙәре ансамбленә әйләнәсәк. Ә башҡорт классикаһы, әйтеүемсә, "Сыңрау торна". Ундағы бар нәмә - тема, образдар, беҙҙең изге ҡошобоҙ торналар, костюмдар, тәбиғәт - барыһы ла милли рух менән һуғарылған. Унда ла аяҡ осонда бейейҙәр, ләкин ниндәйҙер элементтар башҡорт бейеүенән үҙләштерелгән.

Бала саҡтан Ленинградҡа киткәс, башҡорт әҙиптәренең китаптарын уҡыу мөмкинлегегеҙ булдымы?

- Мин шул тиклем Әнүәр Бикчәнтәевты яратам. Дөрөҫөн әйткәндә, рус авторҙарынан тыш, уның китаптары өлгөһөндә, бигерәк тә "Ҙур оркестр" әҫәре йоғонтоһонда үҫтем тиһәм дә була. Мостай Кәрим тураһында әйтеп тә тормайым, сөнки уның әҫәрҙәре беҙҙең театрҙа ҡуйылды, ә әҫәрҙең үҙе менән танышмайынса тороп, тулыһынса образға инеү мөмкин түгел. Хыялды бары тик әҙәби китап уҡыу ғына үҫтерә. Был артист өсөн бик мөһим - техника, сыҙамлылыҡ кеүек физик ныҡлыҡ күрһәткестәренән тыш, артистың хыялы сикһеҙ булырға тейеш.

Элек Өфөгә каникулдарҙа ҡайтҡанда һәм хәҙер иң яратҡан урынығыҙ ниндәй, ул ҡайһы урамда урынлашҡан?

- Һеҙ мине иларға мәжбүр итәһегеҙ, сөнки мин Өфөнө шул тиклем яратам, шундай һорау бирһәләр, шунда уҡ күҙҙәремдән йәш аға башлай. Тормошомда булған иң яҡшы мәлдәр, ул ғына ла түгел, хатта тотош тормош баш ҡала менән бәйле: бала саҡ, атай-әсәй, өләсәйҙәр, туғандар, мөхәббәт, ғаилә ҡороу, улым тыуыу. Ҡайҙа ғына барһам да, самолетта, тиҙҙән Өфө аэропортына ултырабыҙ, тип иғлан итеү менән һәр ваҡыт илайым. Икенсе яҡтан, Өфө үҙе матур урында урынлашҡан - тау башындағы ҡала, уны көмөш билбау кеүек йылға уратып алған. Бындағы тәбиғәт хозурлығын махсус ҡорҙорһаң да улай килеп сыҡмаҫ. Ҡасандыр Черниковка айырым ҡала ине. Каникулға ҡайтҡан һайын трамвайға ултырып, унда экскурсияға сығып китә инек. Ә Октябрь проспектының буйынан-буйына баҡсалар була торғайны.
Хәҙер Өфө йылдан-йыл үҙгәрә, кем генә булмаһын, мәҫәлән, беҙҙең Нуриев фестиваленә килеүселәр, барыһы ла уның матурлығына, тыныслығына, һауаның таҙалығына һоҡлана.
Ә инде иң яратҡан урындарым, әлбиттә, Совет майҙаны, Пушкин урамы менән Ленин урамы киҫелешендәге ҡыҙыл бина артындағы йорт, сөнки унда әсәйемдең туғаны йәшәне. Әсәйем фронттан ҡайтҡас, уны улар үҙҙәренә һыйындыра һәм бәләкәй сағымда ике ғаилә бергә йәшәгәнебеҙҙе иҫләйем. Хәҙер ҙә Санкт-Петербургта йәшәүсе ике туған апайым ҡайтһа, ошо ерҙәр буйлап үтәбеҙ. Хәҙерге Ауыл хужалығы министрлығының колонналары артына йәшенеп, атайым менән йәшенмәк уйнай торғайныҡ, Маяковский скверында улым бәләкәй ваҡытта йыш йөрөй инек. Ҡыҫҡаһы - тотош ошо район, телеүҙәк тирәһе, Салауат Юлаев һәйкәле - уларҙың һәр ҡайһыһы ниндәйҙер матур хәтирәләр менән бәйле. Һәм, әлбиттә, икенсе йортома әйләнгән Башҡорт опера һәм балет театры ла күңелемә уйылған! Быйыл минең унда эшләй башлауыма 50 йыл тула...

Шулай итеп...
"Боронғо "Һунарсы" бейеүен дә бейейбеҙ - "Сыңрау торна" легендаһын балет сәнғәте аша ла аңлатабыҙ, сөнки беҙ бай мираҫлы халыҡ һәм тарихыбыҙ тәрәнгә киткән, шул уҡ ваҡытта заман һулышын йәһәт кенә тойоп алырлыҡ яҡты зиһенлебеҙ ҙә". Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның был һүҙҙәренә тәрән хәҡиҡәт һалынған. Быны бөгөн Башҡортостандың балет мәктәбенең Рәсәйҙә иң алдынғыларҙан һаналыуы ла раҫлай - Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжын тамамлаусыларҙың һәр ҡайһыһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән өс урын тәҡдим ителә, колледжға хатта сит илдәрҙән дә килеп белем алалар, республиканың балет артистары донъя кимәлендә абруй яулай. Башҡорт халҡы өсөн балет, нисектер, ятыраҡ тойолһа ла, моғайын, ысынлап та ул бөгөнгө геройыбыҙ Леонора Ҡыуатова кеүек затлы заттар сәнғәтелер - унда нәзәкәтлелек тә, хис-тойғолар ҙа, ныҡышмалылыҡ та, сыҙамлылыҡ та, характер ҙа талап ителә һәм сағылыш таба. Башҡорт өсөн был сифаттар ят түгел, ул беҙҙең ҡандан килә, асылыбыҙға һалынған.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 956

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru