«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨЙӘҺЕҢМЕ, ҺӨЙМӘЙҺЕҢМЕ...
+  - 

Һөйөүҙең асылы күп ҡырлы. Бәлки, шуғалыр ҙа, һөйөүҙең нимә икәнен аңлауы ҡыйындыр, әммә һөйөүҙең нимә икәнен аңлатыуы тағы ла ауырыраҡ. Яңы ғына уяна башлаған тәбиғәт менән бергә күңелдәрегеҙҙе һөйөү тойғолары ла иләҫләндерә һәм һөйөү хаҡындағы мәңгелек һорауҙарға яуаптар эҙләп тынысһыҙланаһығыҙ икән, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әле генә сәхнәгә сыҡҡан спектакль тап һеҙҙең өсөн. "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме..." тип атала ул. Бер мөхәббәт хаҡындағы хикәйәтте сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Илсур ҠАҘАҠБАЕВ менән ошо хаҡта бәләкәй генә әңгәмә.

Режиссер булараҡ, Һеҙҙе был пьеса нимәһе менән йәлеп итте?

- Шундай драматургтар була, уларҙың әҫәрҙәре һәр дәүерҙә лә заманса яңғырай. Мәҫәлән, башҡорт театрҙары сәхнәһенә Мостай Кәрим гел әйләнеп ҡайтып тора. Флорид Бүләков та шундай ижадсыларҙың береһе. Һәр кем үҙенең был тормоштағы йәшәү мәғәнәһе тураһында уйлана. Хатта беҙ "Кем мин? Нимә өсөн йәшәйем?" тигән риторик һорауҙарға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтабыҙ. Был пьесала мине бер нәмә һиҫкәндерҙе: ҡарсыҡ, ғүмеренең аҙағында ғына булһа ла, эргәһендә йәшәгән ҡартының уны һөйәм тип әйтеүен ишетер өсөн генә йәшәгән булып сыға. Ҡарсыҡтың төп йәшәү мәғәнәһе - ошонда. Дөрөҫөрәге, ҡарт был тойғоноң һөйөү икәнен аңлай. Уның йәшәүенең мәғәнәһе - ошоно аңларға тейеш булыуҙа.
Пьесаны уҡып сыҡҡас, ни өсөн Хоҙай Тәғәлә уларға бала бирмәне икән, тип тә күп уйланым. Балалары булһа, ҡатындың бөтөн иғтибары иренән балаға күсер ине лә, улар Күктәр тарафынан һалынған үҙ бурыстарынан тайпылырҙар ине, моғайын. Автор ошо яҙылмаған ҡанундарҙы бик нескә тойоп эшләгән.

Тимәк, спектакль һөйөү тураһында?

- Минеңсә, мөхәббәт ике өлөштән тора. Ул кешегә шатлыҡ алып килә, кешенең тормошон матурыраҡ итә, ҡанатландыра ла. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәт ғазапландыра ла, ул күп кенә трагедияларҙың сығанағы. Борсолоуҙар, көнсөллөк, хәүефләнеү уның менән бәйле. Мөхәббәттә ҡапма-ҡаршы ике тойғо берләшә: шатлыҡ һәм һағыш, таң ҡалыу һәм күңел һүрелеү. Шуға ла спектаклдә ике персонаж бар - балерина һәм кәзә тәкәһе. Һөйөүҙең ошо ике өлөшө балерина һәм кәзә тәкәһендә сағылыш таба. Пьесала ла бар бер килеп сығып, бер кире юғалып йөрөгән ике образ, автор уларҙы Кәзә тәкәһе һәм Себеш тип атай. Ҡарсыҡ спектаклдең башында уҡ сәхнәгә яңы ғына моронлап сыҡҡан себеш менән килеп сыға, ә һуңында ҡарсыҡ үлә, себеш сәхнәлә ҡала. 1992 йылда режиссер Рифҡәт Исрафилов был пьесаны сәхнәләштергәндә ҡурсаҡ кәзә тәкәһе ҡуллана, ул тәҙрәнән генә күренеп-күренеп ҡала. Миңә был спектаклдең яҙмаһын ғына күрергә насип булды. Яҙмала күренмәй, әммә өлкән быуын артистары һөйләүенсә, унда сәхнәлә тере тауыҡ, себештәр, хатта әтәс була, йәғни, был образдарҙы Рифҡәт Вәкил улы ла ҡулланған. Үҙ заманы өсөн бик актуаль була был спектакль, "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме..." трагикомедияһының был ҡуйылышы ла бөгөнгө көн өсөн заманса булыр, тип ышанам.

Тамашасы был спектаклде ҡарағандан һуң ниндәй һығымталар яһарға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

- Тамашасы берәй нәмә аңлар өсөн килмәй спектаклгә. Ғөмүмән, мин кешене үҙгәртеп була тигәнгә ышанмайым. Әле Мәскәүҙә, ГИТИС-та уҡып йөрөгәндә миңә бер шәхес, театр бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел, тип әйткәйне. Мин бының менән килешмәгәйнем дә, әммә бөгөн мин үҙем дә шулай уйлайым. Ул ниндәйҙер бер темаға мөрәжәғәт итеп, уны күрһәтә генә. Әгәр ҙә театр дауалай алһа, беҙ, мәҫәлән, эскелек тураһында спектакль ҡуйыр инек тә, бөтә эскеселәр был шөғөлдәренән баш тартыр ҙа ҡуйыр ине. Шуның кеүек, был спектаклде ҡарағас, кемдер - аңлар, кемдер бер нәмә лә аңламаҫ, ул кемгәлер оҡшар, кемгәлер - юҡ. Уларҙың аңламауында ла бер насарлыҡ та юҡ. Бына мин дә ҡайһы бер спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң бер нәмә лә аңламайым, әммә күңелдә йылы тойғолар ҡала, рәхәт булып китә. Театрҙың төп тәғәйенләнеше лә ошондалыр.

Шулай итеп...
"Был пьеса - оҙон йылдарға һуҙылған, әммә үҙенең көсөн юғалтмаған һөйөү тураһында. Һәр кем тап ошондай тойғолар хаҡында хыяллана һәм бындай һөйөүгә тап булғандар бәхетле", - тигән был трагикомедия тураһында Флорид Бүләков үҙе ҡасандыр. Шуға ла спектаклде ҡарарғамы, юҡмы, тигән һорау тыуырға ла тейеш түгел. Ролдәрҙе башҡарыусыларҙың, шулай уҡ режиссерҙың һәр алымы ни тиклем үҙен аҡлауын күрер өсөн бер генә түгел, күп тапҡыр ҡарарға ла мөмкин уны.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 976

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru