«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢА ЯРҘАМ ИТ - ВИРТУАЛЬ ТОРМОШҠА БАШКӨЛЛӨ СУММАҺЫН
+  - 

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан суицид күренештәре буйынса лидерҙар рәтендә. Үкенескә күрә, хәҙер үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йәштәр һәм балалар араһында ла киң тарала бара. Бик йыш суицид сәбәбе булып интернеттағы үлем таратыусы, шул аҙымға этәреүсе сайттар тора. Был ысынлап та шулаймы, әллә балаларҙың, үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуында икенсе сәбәптәр ҙә бармы? Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш медицина психологы, БДУ-ның психология һәм клиник психология кафедраһы мөдире Ирина Рудольфовна ХОХҡа мөрәжәғәт иттек.

Статистика менән бәхәсләшеп булмай, тиҙәр, ошо өлкәлә эшләгән белгес булараҡ, һеҙ ниндәй фекерҙә - һандар дөрөҫөн һөйләйме?

- Ысынлап та, донъя кимәлендәге статистика менән сағыштырғанда, Рәсәйҙең балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы буйынса беренсе урында тороуы сер түгел. Әгәр һуңғы 10-14 йылда был күренеш ололар араһында кәмеүгә табан барһа, балалар араһында, киреһенсә, арта. Үкенескә күрә, Волга буйы федераль округы статистикаһын ҡараһаҡ, унда иң беренсе Башҡортостан тора. Был, әлбиттә, бик насар.
Вазифам буйынса миңә көн һайын белем биреү учреждениелары директорҙары теге йәки был осраҡта нимә эшләргә кәңәш һорап шылтырата. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн хәл-торош бик киҫкен. Былтырғы мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, күрһәткестәр бер аҙ кәмеһә лә, хәҙер ҡыҙҙарҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы артты. Былтыр малайҙар алда бара ине. Бында, әлбиттә, интернет йоғонто яһамай тип әйтеп булмай.

Шулай ҙа балаларҙың был аҙымын нисек аңлатыр инегеҙ?

- Балаларҙың үҫмерлек осорона тиклем үлем тураһындағы күҙаллауы хәҡиҡәткә тура килмәй. Йәғни улар быны уйын тип ҡабул итә һәм шул торошта булдың да, ҡабат ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтып була, тип уйлай. Быға интернеттағы үлем төркөмдәре лә баҫым яһай. Мәҫәлән, улар, һин шундай ләззәтле торошта буласаҡһың, бығаса кисермәгән кисерештәр солғанышында ҡаласаҡһың, тип алдаштыра. Ә үҫмерҙәр һәр саҡ аҡ-ҡара төҫтәрҙә генә фекерләй, йәғни йә барыһы ла, йә мин генә, йә мин бөтөнләй юҡ. Шулай уҡ тәрбиә барышында формалашҡан мәлдәр ҙә бик мөһим роль уйнай. Бында кәмселек комплексын билдәләр инем. Йыш ҡына ата-әсәләр балаларына, йүнһеҙ, тип әйтеүҙән тартынмай. Йәиһә, бына һин тыуғас, мин эшкә урынлаша алманым, уҡыуымды ташланым, хыялымды тормошҡа ашырманым, ти. Бала быны хәтерендә ҡалдыра һәм үҙен ғәйепле итеп тоя башлай. Шул иҫәптән, бөгөн мәғлүмәт аша алынған хәүеф кимәле ныҡ тирбәлә. Беҙгә ошо кире мәғлүмәт мөхитендә йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, ниндәйҙер мәғлүмәткә иғтибар итмәйбеҙ, күңелгә яҡын алмайбыҙ, һөҙөмтәлә хис-тойғолар тупаҫлана. Әммә беҙ хис-тойғоларыбыҙҙы йәшереп, үҙебеҙҙе алдайбыҙ ғына - уны һуңынан балаға төшөрәбеҙ. Йыш ҡына балаларын нисек яратырға, уны яратыуҙары тураһында нисек итеп әйтергә, һәр кемдең киләсәге балаһына бәйле икәнен аңлатырға белмәгән ата-әсәләр менән осрашабыҙ. Был - ата-әсәләрҙең хис-тойғо аңралығы. Ғәфү итегеҙ, әммә был психотерапия термины. Бик йыш ғаиләлә төрлө формала көс ҡулланыу, ғаиләнең эмоциональ торошоноң сәләмәт булмауы, күңелһеҙ күренештәр балаға кире йоғонто яһаусан.
Интернет донъяһына килгәндә инде, балаларыбыҙ унда абориген, ә беҙ - мигранттар. Бөгөн кешенең барлыҡ кисерештәре, хис-тойғоһо виртуаль тормошҡа күскән. Байрамдарҙы ғына күҙ алдына килтерегеҙ: ҡотлауҙар смс, видеояҙма, клип һәм башҡа шундай заманса юлдар аша ғына тапшырыла. Берәү ҙә шәхсән шылтыратып йәки өйөңә килеп ҡотламай. Виртуаль ҡотлауҙар алабыҙ ҙа, шуға эй ҡыуанған булабыҙ. Әммә эмоциональ мөнәсәбәттәр тәрәнлеге ҡырҡа кәмей. Бигерәк тә балаларҙа, сөнки улар иллюзия менән йәшәй - виртуаль донъяла дуҫтары күп һымаҡ, ләкин ысынбарлыҡта бала уларҙың өстән бер өлөшө йәки бер нисәһе менән генә таныш.

Баланың үҙ-үҙен тотошонан уға кисекмәҫтән ярҙам кәрәклеген билдәләп буламы?

- Бала саҡта ысын суицид күҙалланмай, йәғни бының өсөн кеше оҙаҡ уйланырға, тормоштан ваз кисергә йәки үҙ алдына шундай маҡсат ҡуйырға тейеш. Ҡайҙалыр хоҡуҡ һаҡлау органдары теркәгән тышҡы сәбәптәр быға этәргес булыуы мөмкин. Ә балалар бөтөн нәмәне уйламай эшләй. Һәм бында бары тик үҫмерҙәрҙең ҡыҙыулығын һәм депрессияға бирелеүен билдәләргә була. Депрессия менән суицид тормошта һәр саҡ йәнәш йөрөй. Шуға күрә, үҫмерҙәрҙең депрессив торошон күреү менән тейешле ғәмәлдәр башҡарғанда, уларға ярҙам ҡулы һуҙғанда, суицидҡа юл ҡуймаҫҡа ла мөмкин. Әгәр балағыҙҙа ҡапыл киҫкен үҙгәреш тойһағыҙ (ашауында, йоҡлауында, тәртибендә, мө-нәсәбәттәрендә, кәйефендә һ.б.), мотлаҡ белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Теләһә ниндәй киҫкен үҙгәреш имен булмаған торош күрһәткесе. Тора-бара ул тәрәнәйеп, аяныслы хәлдәргә еткереүе бар.

Ярҙам һорап, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк?

- Башҡортостанда психиатрия һәм психотерапевтик хеҙмәттәр айырылған. Бының шулай булыуы яҡшы, сөнки психиатрия хеҙмәтендә кеше тураһында барлыҡ мәғлүмәт теркәлеп бара һәм кеше иҫәпкә эләгә икән, был уның артабанғы яҙмышына йоғонто яһауы мөмкин. Йәғни ул һуңынан ҡайһы бер хоҡуҡтарҙан мәхрүм булыуы ихтимал: көс структураларына эшкә урынлаша алмай, машина йөрөтөү танытмаһы ала алмай, һ.б. Шуға күрә, Башҡортостанда Республика клиник психотерапевтик үҙәк эшләй һәм райондарҙа уның кабинеттары булдырылған. Был хеҙмәткә мөрәжәғәт иткәндә, исем-фамилияны яҙып алыуҙан тыш, бер ниндәй ҙә иҫәп алып барылмай. Ә инде баланы алып килгән ата-әсә йәки уның хоҡуҡлы вәкиле теркәү үткәндә балала суицид хәүефе күҙәтелеү тураһында әйтһә, ҡабул итеү бушлай, бюджет нигеҙендә башҡарыла. 14 йәшкә тиклем балаларҙы мотлаҡ ата-әсә йәки хоҡуҡлы вәкил килтерһә, 15 йәштән улар үҙҙәре лә мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, республикала тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләй.

Ғөмүмән, кешене үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә еткергән өсөн ниндәй яза ҡаралған?

- Тиҙҙән үлем сайттарын, төркөмдәрен тотоусы һәм алып барыусыларға 100 меңдән алып штраф һалыуҙы күҙаллаған закон ратификацияланырға тейеш. Мартта баланы суицидтан яҡлау буйынса закон ҡабул ителде. Бөгөн кешене үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә еткереүҙе дәлилләү бик ауыр һәм һуңғы 3-4 айҙа ҡулға алыныусы үлем төркөмдәре администраторҙарына ҡарата был хөкөмдө ҡулланыу мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара тәжрибә Европаның һәм АҠШ-тың ҡайһы бер илдәрендә баланы суицидҡа алып барып еткергән өсөн 10 йылға тиклем (мәҫәлән, Италия) иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.

Бөгөн тәрбиәне балалар баҡсаһына, мәктәпкә, йәмғиәткә ҡайтарып ҡалдырырға тырышһаҡ та, тәү сиратта, ул ғаиләнән башлана. Балала ныҡлы психика, үҙ-үҙенә ышаныс булдырыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Әгәр ғаиләлә тормош ҡиммәте тураһында аңлатһалар, унда тыныслыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрһә, традициялар, йолалар үтәлһә, дини нигеҙҙәр өйрәтелһә - бындай ғаиләләрҙә балаларға йәшәү, үҫеү, камиллашыу өсөн етди нигеҙ һалына, уларҙың башында суицид кеүек уйҙарға урын юҡ. Шуға балаларҙы баштан уҡ дөрөҫ тәрбиәләргә, уларға етерлек иғтибар, һөйөү бирергә кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.17 | Ҡаралған: 1155

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru