«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНДАН АЛДА АТЛАУ ҮҘ ДӘҮЕРЕҢДӘ ХӘҠИҠӘТТЕ ЯҠЛАУ УЛ
+  - 

Башҡорт әҙәбиәтендә ижады менән уҡыусыларҙы арбаған яҙыусы-шағирҙар хаҡында һүҙ барғанда күптәр иң беренселәрҙән булып Салауат Әбүзәрҙең исемен телгә ала. Был арттырыу ҙа, шаштырыу ҙа түгел. Ә ябай тәбиғилек кенә. Сөнки шағирҙың бар ижады ла ана шул ябайлыҡҡа, ихласлыҡҡа ҡоролған. "Сөнки" тимен тағы ла, ул үҙе лә шиғырҙары кеүек үк - эскерһеҙ, әммә тәрән, бер ҡатлы, һиҙгер, баҫалҡы, көслө рухлы. Был кеше бер ваҡытта ла үҙен "Мин - шағир" тип килеп танытмаясаҡ, бер ерҙә лә иғтибар үҙәгендә булырға ынтылмаясаҡ, дан артынан ҡыумаясаҡ, китап һаны менән маҡтанмаясаҡ. Хатта әлеге һөйләшеүгә лә беҙ уны көскә күндерҙек. Донъяла, шул иҫәптән әҙәбиәт сәхнәһендә лә, әрһеҙлек һәм йылғырлыҡ хөкөм һөргәндә, ошондай кешеләрҙе осратыу һәм аралашыу бер таҙа һулыш кеүек булып китә. Ысын.

Салауат, ниндәйҙер ижади процесс башланған һәм уның башланыуына сәбәпсе булған ваҡиғалар, ғәҙәттә, кеше яҙмышында ҙур роль уйнай. Нисек уйлайһығыҙ, һеҙҙең ижадҡа килгән осор менән бөгөнгө әҙәбиәт араһындағы айырма ҙурмы? Һәм ул айырмалыҡты нисек баһалайһығыҙ?

- Был һорауың менән, Миләүшә, мине артҡа боролоп ҡарарға мәжбүр итәһең. Үкенескә ҡаршы, беҙ эләгә-йығыла ҡайҙалыр ашығабыҙ, тормоштан нимәлер алырға ынтылабыҙ: кешенең нәфсеһе ҙур ул, быныһы булһа, тегенеһе етмәй... Ә артҡа, үткәндәреңә боролоп ҡарарға, ҡылған гонаһтарың, хаталарың тураһында уйлап ҡарарға форсат юҡ. Туҡталып, уйҙа ғына булһа ла үткәндәрҙә "йәшәп" ҡараһаҡ, бәлки, алдағы ғүмер юлы бер аҙ яҡтыра төшөр ине. Тәүге шиғырым 4-се класта уҡыған саҡта "Башҡортостан пионеры" гәзитендә баҫылып сыҡты. Ижад шишмәһе башындағы беренсе тамсы ине ул. Тамсынан күл йыйыла, тигәндәй, шунан алып "тамсылар" тыпылдап ҡына торҙо. Күл үк булмаһа ла, күләүек хасил булды, шикелле. Мәғрүр ҡарағайҙарҙың ғүмер башында тубырсыҡтар ятҡан кеүек, минең дә ижадым ана шул тәүге шиғырҙарҙан бөрөләнгән. Шуға ла мин уларҙы, ижадҡа килеү осоро, тип атар инем. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, мәктәптә уҡыған йылдарҙа әҙәбиәт менән мауығыу осоро был. Ул саҡта башҡорт, татар, урыҫ, сит ил яҙыусыларының (исемдәрен атап тормайым, күпкә китер) әҫәрҙәрен кинәнеп уҡый торғайным.
Һинең һорауыңа килгәндә, тормош туҡтап ҡалһа ғына айырма булмаҫ ине. Аллаға шөкөр, ҡояш нурын һибә, уның тирәләй ер шары әйләнә. Һәр минут, сәғәт, көн... ниндәй ҙә булһа үҙгәреш алып килә. Быуаттарға һуҙылған башҡорт әҙәбиәте лә заман йоғонтоһонан азат түгел. Әйтәйек, төрлө сикләүҙәр, тыйыуҙар менән ҡоршалған совет дәүерендәге әҙәбиәтте бөгөнгө менән сағыштырыу ахмаҡлыҡ булыр ине. Бөгөн һүҙ азатлығы: нимә теләйһең, шуны яҙ. Хәҙерге яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, драматургтарҙың яҙғандары совет осоронда аҡҡа төшкән булһа, күпме баштар китер ине икән!..
Әҙипте заман тыуҙыра, ләкин ул замандан алдараҡ атларға тейеш, тибеҙ. Был һүҙҙәрҙе мин шулайыраҡ аңлайым: алдараҡ атлау өсөн яҙыусы һәр саҡ хәҡиҡәт яҡлы булырға тейеш. Хәҡиҡәтте яҡлап сыҡҡан Аҡмулла, Бабич, Рәми үҙҙәрен аямай дәүерҙең алғы сафына баҫҡан, илем, халҡым, телем тип янған. Бөгөн нисек һуң? Еребеҙ талана, байлығыбыҙ ситкә оса... ләкин өндәшмәйбеҙ. Әлбиттә, унда-бында "мыжыу" тауыштары ишетелеп ҡала, шунан ары киткән юҡ әле. Халҡының яҙмышы өсөн ут йотоп йәшәгәндәр юҡ, тип әйтмәйем, иң үкенеслеһе, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыусылар һирәк. Был - милли фажиғә! Бер аҙ ситкә китеберәк булһа ла, һорауыңа яуап бирҙем, шикелле. Нимә генә тиһәк тә, әҙәбиәттә заман сағыла, заман әҙәбиәтте тыуҙыра. Әйткәнемсә, замандан алда атлау - үҙ дәүереңдә хәҡиҡәтте яҡлау ул.

Бөгөнгө йәшегеҙ, тәжрибәгеҙ, ижади багажығыҙ менән үҙегеҙҙе башҡорт әҙәбиәтендә төп көстәрҙең береһе итеп тояһығыҙмы?

- Юҡ! Минең әҫәрҙәрҙең көсөн уҡыусы тойһа, шул бәхет. Тимәк, уларға әҙ генә булһа ла рухи көс бирә алғанмын. Ғөмү-мән, "әҙәбиәттә төп көс", тигән төшөнсә менән килешеп етмәйем. Донъяны төрлө ағастар биҙәгән кеүек, әҙәбиәттә лә "имәндәр", "ҡарағайҙар", "ҡайындар", "йүкәләр"... үҫә. Һәр береһенең - үҙ бурысы. Берәүҙәренең ғүмере оҙон, икенселәренең - ҡыҫҡа. Тиҫтәләрсә китап сығарғандар ҙа, бер китап менән халыҡ хәтерендә ҡалғандар ҙа бар. Бына, талант эйәләре Рәйес Түләк, Ҡол-Дәүләт йәшләй генә арабыҙҙан китте. Уларҙың ижады, күләм йәһәтенән ҙур булмаһа ла, әҙәбиәтебеҙҙә бөгөн дә төп көс. Ә Рәшит Назаров! Әгәр ул урыҫ булһа, исемен бар донъяға яңғыратырҙар ине. Ни өсөн урыҫ булһа, тим, сөнки әҙ һанлы милләттәргә донъя әҙәбиәтенә түгел, Рәсәй киңлектәренә сығыу мөмкинлеге сикле. Миҫал өсөн генә әйтәм, Шолоховтың "Тымыҡ Дон"ы бар илдәргә тиерлек таралған. Ошондай әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтендә юҡмы ни? Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ", Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романдарын ғына алайыҡ. Был әҫәрҙәр буйынса һоҡланғыс фильмдар төшөрөп булыр ине... Әҙәбиәт "арба"һын "төп көс"тәр генә тарта алмай, әллә ни көсәнмәһә лә, егелеп барғандар ҙа кәрәк уға. Дөйөм көс кенә ул ауыр "арба"ны хәрәкәткә килтерә. Килешәм, ҙур таланттар бар, уныһы - Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Башҡалар уларҙың кимәленә ынтылырға, һәр хәлдә, яуаплылыҡ тойоп ижад итергә тейештер.

Кеше үҙ ғүмерен ниндәйҙер бүленештәрҙә ҡабул итә. "Бәхетле-бәхетһеҙ", "Уңышлы-уңышһыҙ" тип тә атай уларҙы. Һеҙҙең иң уңышлы мәлегеҙ ҡайһы осор?

- Уңыштар уңышһыҙлыҡтар аша яулана. Был яҙғаным килеп сыҡманы, тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Ышҡыла-ышҡыла таш шымара, эшләй-эшләй кеше оҫтара. Әлбиттә, һәр кемгә лә яҙыу-һыҙыу һәләте бирелмәгән, ләкин шул ҡөҙрәткә эйә кеше күп эшләргә тейеш, минеңсә. Бында том-том китап сығарыуҙы күҙ уңында тотмайым, халыҡҡа иң-иңдәрен генә тәҡдим итергә кәрәк. Башҡорт дәүләт университетында биш йыл буйына ижад иткән бер дипломат шиғыр-поэмаларым юҡҡа сыҡты. Йәйге ялға ҡайтып киткәндә курсташ ҡыҙҙар, беҙ Өфөлә булабыҙ, бында эшләйбеҙ, тигәс, ошо ҡәҙерле дипломатты уларҙың бүлмәһенә ҡалдырып торғайным. Ялдан килгәйнем, шаҡ ҡаттым: бүлмәләрҙең ишеге шар асыҡ - ятаҡта ремонт эшләгәндәр. Ҡыҙҙар ҙа ауылдарына ҡайтып киткән. Бүлмәләренә инеп ҡараһам, дипломат бысаҡ менән телеп асылған, эсендә бер нәмә лә юҡ. Ремонт эшләүселәр сүплеккә сығарып түккәндер инде. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шул яҙмаларҙан ҡалған "Йөрәк" исемле бер шиғырҙы килтереп бирҙеләр. Бер мөйөштә ятҡан булған. Был юғалтыу уңышһыҙлыҡ булһа ла, ул яҙмалар мине күп нәмәгә өйрәткәндер, тим. Үткән юлымда ижади уңыштарым байтаҡ ҡына булды. Шиғри китаптарҙан тыш, пьесаларым буйынса спектаклдәр ҡуйылды. Шулай ҙа быйыл "емеш"тәр мулыраҡ шикелле. Иң беренсе ҡыуанысым - улым тыуҙы. Мәсеткә барып, уға Арыҫлан тип исем ҡысҡырттыҡ. Шулай итеп, дүрт балаға атай булдым. "Ғәмәл дәфтәре" тигән шиғырҙар китабым баҫылып сыҡты, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында талантлы режиссер Вадим Ғилманов "Йәшлеккә ҡайтыу" пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙы. Үкенес, үҙем бара алманым, ләкин, әйтеүҙәренә ҡарағанда, бик уңышлы килеп сыҡҡан. Халыҡ эркелеп йөрөй, тиҙәр. Быйыл миңә 50 йәш тулды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләне. Был ҙур бүләк йөрәккә оло яуаплылыҡ һала. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында, Имәндәш ауылында юбилей саралары гөрләп үтте. Райондың Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһын тапшырҙылар. Яҡташтарыма рәхмәтем ҙур! Быйыл тиргән "емеш"тәрем бына шулар. Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ һәм ғүмер бирһә, киләсәктә лә ижади ҡомар һүрелмәҫ тип өмөтләнәм. Ҡояш тирәләй 50 тапҡыр урап сыҡһам да, ул ара күҙ асып-йомған мәл һымаҡ ҡына икән. Шуныһына ҡыуанам: йән рәхәте биргән ижадтан айырылманым. Байтаҡ шиғыр-поэмалар яҙылды, Сибай драма театры ғына өс пьесамды сәхнәләштерҙе, шулай уҡ әҫәрҙәрем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, үҙебеҙҙең халыҡ театрҙарында ҡуйылды. Тамашасылар менән осрашҡан саҡта уларҙың йылы һүҙҙәре күңелгә ҡанат ҡуя. Шиғырҙарым хаҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин мәҡәлә яҙып сыҡты. Уларҙың һүҙе минең өсөн бөтә премияларҙан да юғары.

Һәр әҫәрҙең үҙәгендә мөхәббәт булырға тейеш, тиҙәр. Килешәһегеҙме?

- Әҫәрҙә генә түгел, ғөмүмән, тормошта мөхәббәт булырға тейеш. Тормошта мөхәббәт булмаһа, әҫәрҙәрҙең үҙәген үлтереш, ҡан ҡойош, яуызлыҡ ялмап ала. Телевизорҙан нимә генә күрһәтмәйҙәр: шуларҙы ҡарап үҫкәндәрҙең, үлтереш кеүек күренештәрҙе күреп, күңеле ҡата, кеше үлтереү, талау ғәҙәти хәл һымаҡ була башлай. Яман ҡылыҡҡа бәндә тиҙ өйрәнә, күңелендә изгелек, мәрхәмәтлелек тойғолары юҡҡа сыға. Был - иң аяныслы фажиғә! Илебеҙ баҙар юлынан киткәс, матди байлыҡ өҫкә ҡалҡты, рухиәт шул баҙар ҡапҡаһы төбөндә ҡулын һуҙып ултыра. Саманан тыш байлыҡ туплаған етәкселәр халыҡтың йәшәү кимәле тураһында уйлап та бирмәй, уларҙың иркә үҫкән балалары етәксе урындарын биләй, депутат булып һайлана... Күңелендә рухи хазиналар булмаған ул ҡатламдан нимә көтәһең инде?
Ярлы халыҡ рухлы тип әйтмәйем, улар вайымһыҙлыҡҡа бирелеп, күптән ҡул һелтәгән. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит әле: "Енәйәтсенән түгел, вайымһыҙҙарҙан ҡурҡығыҙ, уларҙың өнһөҙ килешеүе арҡаһында ерҙә енәйәттәр ҡылына". "Донъяны мөхәббәт ҡотҡарыр", тип тә әйткәндәр. Мөхәббәт - ул ике енес араһындағы ғына мөнәсәбәт түгел, ҡоласы киң уның. Йөрәгендә донъяға килтергән атай-әсәһенә, туғандарына, тәпәй баҫҡан төйәгенә, иленә, теленә, халҡына мөхәббәт йөрөткән кеше бер нисек тә яуызлыҡ ҡыла алмай. Ике аяғында йөрөгән йән эйәһен кеше иткән ошо изге төшөнсәләр күңелдәрҙән юйыла бара. Киләһе быуын ниндәй тормошта йәшәр - шомландырып ҡуя. Шулай ҙа өмөт бар: мөхәббәт - Аллаһы Тәғәлә бүләге. Тимәк, уны юҡҡа сығарырлыҡ башҡа көс юҡ. Ҡыҫҡаһы, киләсәк быуын мөхәббәтле һәм бәхетле булһын!

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 1011

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru