«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ МИҢӘ КИҢ ДОНЪЯ АСТЫ
+  - 

Күптән түгел "Бәйләнештә" селтәрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республика тарихы һәм мәҙәниәте буйынса мауыҡтырғыс тапшырыуҙар әҙерләп алып барыусы егет тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре яҙылды. Бәғзеләр хатта, кем балаһы икән, тип тә аптыранды. Ә инде уның тормош юлы менән әҙ-мәҙ киҫешкәндәр белә - ул мәктәптә уҡығанда уҡ үҙенең ораторлыҡ һәләте, аҡылы һәм белем даирәһенең киңлеге, күпте белергә тырышыуы һәм, иң мөһиме, башҡортса ла, русса ла матур итеп һөйләшеүе менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Башҡортостанда ЮНЕСКО хәрәкәтенең әүҙем ағзаларының береһе булды. Ҡалала үҫһә лә, мин-минлек сире менән сирләмәне, ябай, ололоҡло һәм кеселекле булып ҡала белде. Бөгөн ул Башҡорт дәүләт университетында студенттарға белем биреү менән бер рәттән, телевизор ҡараусыларҙы матур тапшырыуҙары менән ҡыуандыра. "Өфө башҡорто" рубрикаһының сираттағы ҡунағы - филология фәндәре кандидаты Искәндәр СӘЙЕТБАТТАЛОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Милләтте сығышы (ауыл, ҡала), белеме (урта, юғары), дине (динде, динһеҙ), ырыуы һәм башҡа күрһәткестәр менән бүлгеләргә ярамаһа ла, ҡулланылышҡа "Өфө башҡорто" тигән термин килеп инде. Һеҙҙең өсөн кем ул Өфө башҡорто?

- Өфө башҡорто - Рәсәйҙең ҙур ҡалаларының типик вәкиле. Ҡала халҡына, ҡала йәмғиәтенә һәр ваҡытта ла һәр илдә ҡатмарлы структура хас: кешеләр бер-береһенән милләте, туған теле менән генә түгел, иҡтисади хәле, һөнәре, сәйәси ҡараштары, белеме һәм мәҙәни кимәле, теге йәки был субкультураға ҡарауы менән айырыла, шуға күрә Өфөнөң бөтә башҡорттарын бер-ике һөйләм, хатта бер нисә битлек текст эсендә тасуир итеү мөмкин түгел.
Икенсе-өсөнсө быуын Өфө башҡорттары өсөн ҡала - тәбиғи йәшәү мөхите, ауыл ерлегендә барлыҡҡа килгән ҡайһы бер мөнәсәбәттәр һәм мәҙәни өлгөләр улар өсөн бөтөнләй ят. Уларҙың милли тематикаға мөнәсәбәте күп осраҡта ғаиләлә алынған тәрбиә һәм милли мәктәптә уҡыуы-уҡымауы менән тығыҙ бәйле. Милли белем алғандар, ғәҙәттә, үҙҙәренең башҡортлоғо тураһында күберәк уйлана. Күпселек өсөн иһә милләт кешенең күп һыҙаттарының береһе генә булып тора.
Минең атай-әсәйем икеһе лә Өфөлә үҫкәнлектән, туған телде тик көнкүрештә ҡулланырлыҡ кимәлдә үҙләштергән. Мин 2-се синыфҡа тиклем башҡортса бөтөнләй аралашмай инем. Һигеҙ йәшемдә әсәйем мине өйөбөҙҙөң эргәһендә генә асылған яңы 144-се Башҡорт гимназияһына уҡырға бирергә ҡарар итте, башҡорт телен шунда ғына өйрәндем. Башҡортса уҡыу ҡыйын булды, тик ваҡыт үтеү менән - 13-14 йәшемә, кеше аңларлыҡ итеп һөйләшә башланым. Өлкән синыфтарҙа тағы ла мәктәпте алмаштырырға тура килде һәм унда башҡорт теле бары тик дәүләт теле булараҡ ҡына уҡытылды. Башҡорт мәктәбенән килгәс, башҡорт теленән олимпиадаларҙа ҡатнашып, беренсе урындар алып йөрөнөм. Әммә бөгөн дә башҡортса иркен һөйләшәм, уны һыу кеүек эсәм, тип әйтә алмайым.
15 йәшемдә беренсе тапҡыр ауылға барҙым. Олатайҙар төйәге менән тәүге танышыу миңә еңел бирелмәне. Хәҙер иһә йылына бер-ике тапҡыр шунда йөрөп киләм, туғандарым менән аралашып торам. Олатайым, билдәле ғалим, профессор, филология фәндәре докторы Ғәли Сәйетбатталов мин белгәндән һәр саҡ эш менән булды. Шулай ҙа мәктәп йылдарында ул миңә китаптар һайларға ярҙам итә, аҡыллы кәңәштәрен бирә ине.

Башҡортостан Республикаһы - уға исем биргән халыҡтың тыуған ере, берҙән-бер аҫаба төйәге. Уның баш ҡалаһы ла берәү генә һәм унда ла милли рух, милли үҙенсәлек күҙгә салынып торһон өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Өфөнөң тышҡы күренешендә башҡорт тематикаһы менән символикаһы хәҙер ҙә ярайһы күп урын ала, әммә уны йәнләндерергә кәрәк. Урамдарҙа башҡорт теле яңғырамаһа, алтаҡталарҙан, милли биҙәктәрҙән, архитектура формаларынан ни файҙа бар? Шуға күрә, үҙен башҡортмон тип һанаған һәр кем башҡортса һөйләшергә тейеш, тип уйлайым. Мин башҡорт телен камиллаштырыр өсөн башҡортса китаптар (тәү сиратта, З. Биишева, Ж. Кейекбаев, Н. Мусин, Я. Хамматов, Р. Ғарипов кеүек бай телле яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен) уҡыйым, гәзит-журналдарҙы күҙәтеп барам, спектаклдәргә, кино фестивалдәренә йөрөргә тырышам. Дөрөҫөн әйткәндә, телде белеү миңә башҡорт әҙәбиәтенең, шиғриәтенең, сәнғәтенең сикһеҙ киң донъяһын асты.

Бөгөн ҡала башҡорт мәҙәниәте ниндәй кимәлдә?

- Ҡала башҡорттарының мәҙәниәте, минеңсә, ҙур үҫеш алдында тора. Башҡорттар һаны күбәйә һәм артабан да күбәйер, Өфөнө "үгәй әсәй" тип түгел, берҙән-бер туған мөхит тип күреүселәр тәбиғи рәүештә артыр, был иһә ҡала мәҙәниәтен (ҡалала йәшәү, аралашыу, ваҡыт үткәреү рәүешен) актуалләштерер, тип уйлайым. Хәҙер ҡалалағы башҡорт мәҙәниәте тигеҙһеҙ үҫешә - уның юғары һәм артыҡ талапсан булмаған кешеләрҙе ҡәнәғәтләндерерлек өлгөләре бар, ә уртаса - бер үк ваҡытта киң ҡатламға аңлайышлы һәм сифатлы - проекттар күп түгел. Ә хәҙерге мәҙәниәтте нәҡ улар билдәләй. Шуныһы ла мөһим: ҡалала урыҫ телле, башҡорт үҙаңлы кешеләр бик күп, әммә уларҙың теләктәренә тап килгән мәҙәни саралар етерлек түгел.

Өфө башҡорттарында милли үҙаң үҫтереүҙә интернет-ресурстарҙың әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?

- Интернет селтәре бөгөнгө кешегә иң кәрәкле әйбергә әйләнде. Интернетта булмаған нәмәләр донъяла ла юҡ, тип әйтеп тә була. Селтәрҙә яңы проекттарҙың барлыҡҡа килеүе, уның башҡорт телле өлөшөнөң үҫешә, ҡатмарлана, төрлөләнә барыуы ҡыуандыра. Интернет ярҙамында Башҡортостандан ситтә булған башҡорттар ҙа республикалағы хәлде шул уҡ минутында белеп тора, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы тапшырыуҙарын ҡарай, тыңлай ала.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 918

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru