«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠӨРЬӘНДЕ ДӨРӨҪ УҠЫУҒА БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ЯРҘАМЫ ҘУР
+  - 

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡөрьән-Кәримде уҡырға өйрәнәйем, намаҙға ла баҫырмын, тигән изге ниәт менән Мәләүез ҡала мәҙрәсәһенә барҙым. Фроза Мирсаяпова класында уҡыным. Аллаға шөкөр, әллә ни ҡыйынлыҡһыҙ ғәрәп телендә яҙылған Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп уҡырға өйрәндек.

Шуныһы ҡыуаныслы, изге китапты дөрөҫ уҡыуҙа үҙ телебеҙҙе белеү файҙалы булды. Башҡорт булараҡ, уҡытыусыбыҙ яңылыш, хатта бер генә хәрефте үҙгәртеп уҡыу ҙа ҙур гонаһ булыуын аңлатып, ҙ, ҫ, ҡ, ғ хәрефтәрен әйтә алмаған шәкерттәрҙе логопед кеүек өйрәтте. Аҙнаһына ике генә сәғәт уҡыһаҡ та, Ҡөрьәндең изге көсө бөтәбеҙгә лә тәьҫир итмәй ҡалманы. Мәҙрәсәгә барған һайын барғы килә. Фроза Сәйет ҡыҙының фәһемле вәғәздәре менән намаҙға баҫтыҡ. Аңлап уҡыу менән аңламай уҡыуҙың айырмаһы, әлбиттә, ҙур. Алған ғилемебеҙҙең сауабын Аллаһы Тәғәлә бөтәбеҙгә лә ике донъяла ла насип итер тигән өмөттәбеҙ.
Фроза Сәйет ҡыҙының вәғәздәре лә күп нәмәгә күҙҙәребеҙҙе асты. Мәҫәлән, милләтенә ҡарамай, бөтә кешеләрҙең дә күҙ ҡараһы бер ҙурлыҡта була икән. Был Алланың үҙ ҡолдарын бер тигеҙ күреүе һәм уларҙың да бер-береһен, кем булыуына ҡарамаҫтан (ярлымы, баймы, ғалиммы), тиң күреүен теләй. Әгәр берәү байлыҡтанмы, дан-шөһрәттәнме, яуызлыҡ йә әхлаҡһыҙлыҡ менән шаша икән, Алланан ҡотола алмай: ҡасан булһа ла язаһын аласаҡ, үҙе булмаһа - балалары, был донъяла булмаһа - теге донъяла.
Аллаһы Тәғәләгә ысын күңелдән ныҡ ышанып, биш ваҡыт намаҙ уҡып, Ҡөрьән уҡып, изгелек менән йәшәһәң, ҙур сауапҡа өлгәшәһең һәм тән ағзаларыңдың сәләмәтлеге нығый, ҡан йөрөшө нормалләшә, һимермәйһең. Сәждәгә киткәндә баш мейеһенә 75 процент глюкоза һәм бөтә кәрәк матдә туплана, кеше тыныслана, арымай. Шуға күрә, кешенең хәтере юғалмай, белгән ғилемен онотмай. Быға элек Ҡөрьән-Кәримде яттан белеүселәрҙең күп булыуы миҫал булып тора. Әле лә ундайҙар бар, тиҙәр. Доғаларҙың көсөн элек-электән халыҡ белгән һәм дин әһелдәре Алланың ярҙамы менән медицина көсө етмәгән ауырыуҙарҙы өшкөрөп һауыҡтырған. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан Мөжәүир хәҙрәт, Күгәрсен районынан Шәмиғол хәлфә хаҡында ишеткәнем, уҡығаным бар. Уларға хатта Мәскәү, Ленинград һәм сит илдәрҙән килеп, һуҡырҙар бер өшкөрөүҙә күреп, атлай алмағандар атлап ҡайтып киткән. Бына ниндәй Алланың ҡөҙрәте! Улар тик Аллаға хеҙмәт иткән, алдан уҡ килеүсенең маҡсатын, ниәтен, уй-хистәрен белеп торған.
Әлбиттә, элекке изге хәҙрәт, хәлфәләрҙе хәҙерге һәр бер дин әһеле менән сағыштырып булмай. Ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә ҡалаларҙа, хаталы транскрипция менән яҙылған бер нисә доғаны ятлап алып, Ҡөрьән-Кәримде ҡулына тотоп ҡарамаһа ла, мулламын, абыстаймын, тип дини мәжлестәргә йөрөй. Нисек кенә йәшәһәк тә, Алла алдында яуап бирәсәкбеҙ, беҙ Уны алдай алмайбыҙ, шуны бер кем дә оноторға тейеш түгел.
Һүҙемде дауам итеп, Башҡортостан Диниә назараты етәкселәренә үтенесемде еткерәм: ни өсөн Ҡөрьән-Кәримде һәм намаҙҙағы доға, аяттарҙы дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнерлек һәм өйрәтерлек башҡорт теле транскрипцияһы менән яҙылған "Тәжүид фәне" дәреслеген, "Һәфтиәк шәриф" һәм башҡа дини китаптарҙы Башҡортостан мосолмандарына етерлек итеп сығармайҙар икән? Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнгәндә үк, тел уҡытыусыһы булараҡ, аптырауға ҡалдым. Үрҙә аталған китаптар Ҡаҙанда сығарылған, һәм ғәрәпсә яҙылған доғалар транскрипцияһы хаталы итеп татар телендә бирелгән. Изге Ҡөрьән-Кәримдең бөтә сүрә-аяттарын дөрөҫ итеп уҡырлыҡ башҡорт телебеҙҙә өн-хәрефтәребеҙ була тора, ниңә "ҙ" урынына "з", "ҫ" урынына "с", "ҡ" урынына "к", "ғ" урынына "г" "үә" урынына "вә" тип хаталы яҙылған сүрәләрҙе, аяттарҙы уҡырға, ятларға тейешбеҙ һуң? Етмәһә, шул китаптар бөтә республика райондарына таралған. Һүҙҙең бер генә хәрефен үҙгәртһәң, нисәмә төрлө икенсе мәғәнәле һүҙҙәр барлыҡҡа килә, ә доғаларҙағы 4 төрлө хәрефтәрҙе үҙгәртеп уҡый, ятлай башлаһаң, ниндәй "изге, сауаплы" доғалар килеп сыға икән? Ҡөрьәнде ғәрәпсә дөрөҫ уҡырға өйрәнеү өсөн хатаһыҙ транскрипция, "Тәжүид фәне" дәреслеге мотлаҡ. Тағы шуға иғтибар итмәү мөмкин түгел, ул китаптарҙа (авторҙары Н. Думави, Ж. Фазлыев) бирелгән алфавитта ғәрәпсә [ҫә], [ҙәл] хәрефтәре янына әйтелеше графигына [саҡау-сә], [саҡау-з] тип яҙғандар. Уйлап ҡараһаң, ни выжданың менән, дин әһеле булараҡ, шул һүҙҙе яҙмаҡ кәрәк! Һаҡау хәрефтәр менән яҙылғас, бөйөк Алланың изге китабы - бөтә донъя халҡына тәрбиә биргән Ҡөрьән-Кәрим теле һаҡау булып сыға. Шулай уҡ уларса ҙ, ҫ өндәре булған ғәрәп теле, башҡорт теле һәм бөтә донъя халыҡ-ара аралашыу теле инглиз теле лә һаҡау булып сыға бит, әстәғфируллаһ! Кем хәрефте өнгә әйләндереп дөрөҫ әйтә алмай - шул һаҡау. Аҡылың булһа, хәреф - тамға, уның "һаҡау", "һаңғырау" булыуы мөмкин түгел. Кеше үҙе һаҡау, әгәр берәй хәрефте дөрөҫ итеп өнгә әйләндереп әйтә алмаһа, йә һаңғырау - әйткән өндәрҙе ишетмәһә. Ошондай етешһеҙлектәрҙе беҙҙән алда Диниә назаратындағы дин әһелдәре күрергә, белергә тейеш һәм үҙебеҙҙең Башҡортостан мосолмандары өсөн, телебеҙҙең өҫтөнлөгөн файҙаланып, дөрөҫ башҡорт транскрипцияһы менән дини китаптарҙы сығарыуҙы күптән юлға һалырға ваҡыт тип уйлайым. Беҙ Мәләүез мәсетендә һәм китап магазиндарында "Башҡортса дини календар"ҙан башҡа дини китаптар күргәнебеҙ юҡ, Ҡаҙандыҡылар ғына һатыла.
Мин ғорурланам башҡорт булғаныма. Бөйөктәрҙән-бөйөк изге Аллаһҡа рәхмәтлемен. Халҡыбыҙҙың ябайлығы, кешелеклелеге, саф күңеле һәм изгелеклеге өсөндөр, моғайын, беҙгә биргән ожмахтай еребеҙ һәм донъялағы бөтә кешеләрҙе тәрбиәләүсе изге китап Ҡөрьән-Кәримде дөрөҫ, еңел уҡырлыҡ телебеҙ өсөн! Телебеҙ бай, өн-хәрефтәре төрки, инглиз, немец һәм башҡа сит телдәрҙе еңел өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, бөйөк ғалимыбыҙ Зәки Вәлиди тиҫтәләгән телде яҡшы белгән. Әгәр телебеҙҙең ҙ, ҫ, ҡ, ғ, ә, һ, ң, ү, ө өндәре булмаһа, Америка, Бөйөк Британия университеттарында иркен лекциялар уҡый алмаҫ ине, ул бит олоғайғас илдән сығып китә. Бына ҡайҙа башҡорт теленең файҙаһы!
Аллаһҡа маҡтау яуҙырып, сит телдә һөйләшеүсе милләттәштәргә өндәшәм: башҡорт телен яңынан өйрәнеп, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә өйрәтәйек, үҙ еребеҙҙә үҙ мөхитебеҙҙе һаҡлап, тыныслыҡта, татыулыҡта ҡыуанып йәшәйек, изге Ҡөрьән өндәренә тап килгән телебеҙҙә һөйләшәйек!

Флүрә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА-ХӘСӘНОВА,
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 1065

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru