«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

 "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

67. Лира Яҡшыбаева "Мөжәүир хәҙрәт" әҫәре.
"Был әҫәр китап уҡыусыларға Совет осороноң муллалар тураһында тик бер төрлө кире ҡараш тыуҙырған һүрәтләүҙәрҙән ситләшеп, дин әһелдәренә, уларҙың эшмәкәрлегенә бөтөнләй икенсе күҙлектән сығып бағырға мөмкинлек бирҙе. Әҫәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Мөжәүир хәҙрәттең шәхесе менән дә яҡындан таныштыра китап", - тип яҙа Әнүр Сафиуллаһ атлы уҡыусыбыҙ "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә.

68. Гөлнур Яҡупова "Ҡатындар" романы. "Гөлнур Яҡупованың "Ҡатындар" трилогияһы минең өсөн бер асыш булды. Был фәһемле, бай йөкмәткеле, йор телле, матур шиғырҙар, тарихтар, легендалар, ҡиссалар, ғилми мәғлүмәттәр, төрлө образдар, хәл-ваҡиғалар һәм тағы ла күп кенә беҙгә кәрәкле мәғлүмәт менән һуғарылған китап ысынлап та башҡорт китаптары араһында иң беренселәр рәтендә торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Сөнки был өс роман да тормошто яратырға, ҡәҙерен белергә, уны нисек бар, шулай ҡабул итергә, тарихыбыҙҙы хөрмәт итергә, дөрөҫ һығымта яһарға өйрәтә, дөрөҫ юлға баҫтыра. Аҡыл, белем өҫтәй, уйландыра, сәмләндерә, хыялдарыңа ҡанат ҡуя, хатта һине (яҡшы яҡҡа, әлбиттә) үҙгәртеп ебәреү көсөнә лә эйә. Әлеге ваҡытта төп проблемаларға әйләнә барған илебеҙ, еребеҙ, телебеҙ, милләтебеҙ, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кеүек темалар ярҙам һорап ҡанһырай, ә яҙыусы иһә, ваҡытында, һис кисектермәй бының сараһын күреп барырға өндәй, берләштерә. Бының өсөн төрлө реаль өлгөләр килтерелә, донъяуи проблемаларҙы булдырмау үҙебеҙҙең ҡулда икәнен иҫбат итә ала. Арағыҙҙа был китапты уҡымағандар булһа, һис шикһеҙ уҡып сығығыҙ. Башта уҡыуы ҡатмарлы һымаҡ тойолһа ла (бик үҙенсәлекле тел, стиль менән яҙылған), тиҙ һәм еңел уҡыла, үкенмәҫһегеҙ. Һуңынан минең кеүек энциклопедия итеп ҡул аҫтығыҙҙа ғына тоторһоғоҙ әле. Гөлнур апайға мин был оло эше өсөн айырыуса рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең кеүек Ер-Әсәбеҙҙе ҡайғыртып, Ватаныбыҙ өсөн янып тороусылар күберәк булһа, башҡорт милләте йәшәр, Аллаһ бойорһа", - тип яҙа актриса Зиләрә Юлтаева.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.17 | Ҡаралған: 1054

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru