«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМ ТАНТАНАҺЫ
+  - 

Баш ҡалабыҙҙа быйыл икенсе тапҡыр "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә милли кейем парады үтте һәм Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен бергә йыйҙы. Парад Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендәге майҙандан башланып, Салауат Юлаев эргәһендәге майҙанда тамамланды.

Был байрамды күптәр, бигерәк тә республика райондарында йәшәгән ағинәйҙәр ашҡынып көттө. Интернет селтәрҙәрендә әленән-әле "Байрам ҡасан була?", "Беҙ белмәй ҡалмайыҡ..." тигәнерәк яҙмалар күҙгә ташланды. Беренсе тапҡыр үткән былтырғы парадта милли кейеме булмағандар тамашаны ситтән генә күҙәтеүсе ролендә булһа, быйыл инде улар махсус рәүештә әҙерләнеп, күлдәк-камзулдар тектереп кейеп, биҙәүестәр эшләп тағып, байрамдың түрендә булыуҙары тураһында ғорур белдерҙе.
Милли кейем парады театр майҙанынан ҡуҙғалғанда, шуны ғына көткәндәй, күктән ямғыр тамсылары ишелде. Әммә беҙме һуң июнь ямғырына бирешә торған халыҡ: парад алдынан ғына түгелеп ямғыр яуып ебәреүе лә кәйефте төшөрмәне. Беҙҙең халыҡ фәлсәфәүи аңға таянып йәшәгән милләт бит инде. Яҡты донъялағы һәр бирелгән көндө оло бүләк итеп ҡабул итеп, асфальт өҫтөндә тыптырлап бейешкән тамсылар йырына ҡурай моңдарын ҡушып ебәреп, атланы ла киттеләр. Был мәле лә һынау булды, күрәһең. Бындай тәүәккәллекте тәбиғәт тә ҡабул итте - нисек ҡапыл башланған булһа, шулай ҡапыл тынды ла ямғыр, ҡояш көлөп тә ебәрҙе. Ҡурайсылар һәм ил ағалары артынан эйәргән башҡорт милли кейемендәге ҡеүәтле сафтар әле ҡурайға, әле гармунға ҡушылып йырлашып, Әхмәтзәки Вәлиди урамы буйлап Салауат һәйкәленә юл алды. Был сафҡа Театр, Аксаков, Гоголь урамдарынан урыҫ, татар, мари, украин, сыуаш һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтар төркөмдәре ҡушылды. Башҡортостандың 43 районынан вәкилдәр ҡатнашты был сарала.
Милли кейем парадындағыларҙың күпселек өлөшөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары тәшкил итте. Райондарҙан һәм ҡалаларҙан килгән 779 ағинәй теркәлеү үткән, тинеләр. Афарин, милләтебеҙ бәҫен күтәргән, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән ағинәйҙәр, апайҙар. Һеҙһеҙ был байрамды күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын! Нисек маҡтамайһың да, нисек һоҡланмайһың инде һеҙҙәргә! Парадта атлаған ағинәйҙәрҙең ҡайһы берҙәре күҙ йәштәренә лә ирек ҡуйҙы. Ҡасандыр ошондай кейемдәр кейеп, ошо ерҙәрҙән ирекле атлап йөрөү өсөн башын һалған, ҡан ҡойған, иркенән мәхрүм булған милләттәштәребеҙҙең рухынмы, әллә бөгөн бына ошолай күкрәк киреп, ныҡ баҫып йөрөй алыр илебеҙ булыуын уйлапмы, әллә ниндәй башҡа ҡанатлы хистәр солғанышында булыпмы, иланы улар...
Сарала башҡорт милли кейеме кейгән Өфө балаларының ҡатнашыуы байрамға үҙе бер йәм өҫтәне. Уларға ата-әсәләре, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ана ниндәй сағыу, матур кейемдәр тегеп кейҙергән. Һеҙ тормошобоҙ йәме, балалар! Быуындарҙы-быуындарға ялғап торған епте дауам итеүселәребеҙ шулай артып торһон!
Был көндө республика халҡы шағир, сардар Салауат Юлаевтың тыуған көнөн дә билдәләне: ҡурайсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ағинәйҙәр бергәләп батырҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев халҡыбыҙҙың, шәхестәрҙең мәртәбәһе хаҡында телмәр тотто. Байрам Салауат Юлаев һәйкәле янында дауам итте. Башлыса ағинәйҙәрҙән торған фольклор коллективтары ике сәғәт дауамында сәхнәлә сығыш яһаны, йырланы, бейене. Артабан барыһы ла этно-ауыл майҙанына төшөп, шулай уҡ "Евразия йөрәге" фестивале сиктәрендә ойошторолған "Этно-төн" фестивален - баш ҡаланың сәнғәт, мәҙәниәт учреждениелары музыканттары, оркестрҙары, йыр һәм бейеү ансамблдәре сығыштарын тамаша ҡылды. Ҡала халҡы был көндө тамаша өҫтөнә тамаша ҡарап, рәхәтләнеп ял итте.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА,
Лариса АБДУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.17 | Ҡаралған: 963

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru