«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ МӨРӘЖӘҒӘТ ИТ ТӘ ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ ЯУАП АЛ!
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәтенең "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы даими рәүештә ултырыштарын уҙғарып тора. Уларҙа ҡалалағы ойошмалар һәм предприятиелар, учреждениеларҙың дәүләт телдәрен ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелә, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса кәңәштәр бирелә, кәрәкле урындарҙа методик һәм терминологик ярҙам күрһәтелә.

Уҙған аҙнала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов етәкселегендә үткән сираттағы ултырышта Өфөнөң Орджоникидзе һәм Совет райондарында, физик культура һәм спорт, ҡулланыу баҙары, туризм, ҡала дизайны өлкәләрендә ҡануниәттең үтәлеше мәсьәләләре тикшерелде.
- Орджоникидзе районында был йүнәлештә эш 1999 йылдан алып тормошҡа ашырыла, телдәр һәм терминология комиссияһы эшмәкәрлеге юлға һалынған. Отчет осоронда районда 80 яңы сауҙа үҙәге асылған, районда сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү ойошмалары менән 57 кәңәшмә үткәрелде, - тип белдерҙе үҙенең сығышында райондың Гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф буйынса идаралыҡ начальнигы Юлия Мостафина. - Район территорияһында 4 эшкәртеү предприятиеһы эшләй һәм улар етештергән продукцияға мәғлүмәт ике дәүләт телендә яҙыла. Йыл башынан алып комиссия тарафынан район территорияһында урынлашҡан спорт объекттарына рейд үткәрелде һәм асыҡланған етешһеҙлектәр, хаталар әлеге көнгә төҙәтелде.
"Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР Законын тормошҡа ашырыуҙа мәғариф ойошмалары ҙур урын алып тора. Үҫеп килеүсе быуынды грамоталы итеп тәрбиәләү маҡсатында районда уҡыусылар араһында хаталарҙы табыу буйынса конкурс үткәрелде. Уҡыусылар хаталарҙы фотоға төшөрөп ебәрҙе һәм комиссияға барлығы 70 фото килде. Районда 25 дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләй. Уларҙа 16440 бала белем ала. 2016 - 2017 уҡыу йылында райондың 17 мәктәбендә - туған башҡорт телен, 12-һендә татар телен уҡытыу ойошторолған. Мәктәптәрҙә 41 туған тел кабинеттары бар, шуларҙың 34-е - башҡорт теле кабинеты, 7-һе - татар теле. 48-се Башҡорт лицейы белем биреү ойошмалары араһында Бөтә Рәсәй асыҡ смотр-конкурсында еңеү яуланы. Районда ике - 102 һәм 221-се - башҡорт балалар баҡсаһы бар. Былтыр сентябрҙә 5 балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүсе яңы төркөмдәр асылды. Әле 21 балалар баҡсаһында туған башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдәр бар. 2017 йылдың сентябренән туған телдәр өйрәнеүсе тағы бер нисә төркөм асыу планлаштырыла. Районда башҡорт, татар, немец йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. Уларҙа 300-ҙән ашыу бала белем ала. ЗАГС хеҙмәтендә никах теркәү ике дәүләт телендә алып барыла. Барлыҡ таныҡлыҡтар закон талаптарына тап килтереп тултырыла. Ата-әсәгә, балаға исем һайлағанда консультациялар бирелә.
Районда телдәрҙе, милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә арналған милли-мәҙәни саралар уҙғарыла. Һәр ҡайһыһы халыҡ исемен йөрөткән ете үҙешмәкәр коллектив бар. Улар киң күләм сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Барлыҡ саралар тураһында мәғлүмәт ике дәүләт телендә ҡала хакимиәтенең сайтына урынлаштырып барыла. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә райондың үҙ төркөмө бар. Йылына ике тапҡыр матбуғат баҫмаларына яҙылыу ойошторола
Совет районындағы хәл-торош менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ольга Ижбулдина таныштырҙы.
- Даими эшләүсе комиссияға 12 кеше инә. Ошо ваҡыт эсендә милли мәғариф, мәҙәниәт, нәшриәт, эш ҡағыҙҙарын, алтаҡталарҙы ике дәүләт телендә яҙыу һ.б. буйынса күп эштәр тормошҡа ашырылды. Былтыр 4 ултырыш уҙғарылһа, быйыл ике ултырыш үтте. Уларҙа сауҙа, сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә дәүләт телдәрен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Район баш ҡаланың үҙәге булараҡ, унда урамдарҙың визуаль биҙәлешенә ҙур иғтибар бирелә. Терминология комиссияһы урамдарҙың, йорттарҙағы аншлагтар һәм алтаҡталарҙың дөрөҫ аталышын һәм яҙылышын тикшерә. Предприятие, ойошма, учреждениелар еткәкселәренә методик һәм ғәмәли ярҙам күрһәтә. Йыл башынан хаталы 102 алтаҡта табылды, шул иҫәптән 48-е - сауҙа предприятиеһы, 20-һе - көнкүреш хеҙмәте, 6 - йәмәғәт туҡланыуы, 5 -медицина хеҙмәте ойошмалары, 5 - коммерция дарыуханаһы, 2-һе - туҡталыш павильонында. Башҡорт телендә хата булған 58 алтаҡта булыуы асыҡланды. Бик йыш дөрөҫ булмаған тәржемәләр осрай. Башҡорт теленә тәржемәләре бөтөнләй булмаған алтаҡталар ҙа бар. Бындай етешһеҙлек 75 предприятиела асыҡланды. Отчет осоронда 500-ҙән ашыу предприятиела күсмә тикшереүҙәр барышында асыҡланған хаталарҙы бөтөрөү буйынса эш алып барыла. ЗАГС-тарҙа никахтар ике дәүләт телендә теркәлеп кенә ҡалмай, тантаналар барышында милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр башҡарыла.
2016/2017 уҡыу йылында райондың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 14185 бала белем ала. Барлығы мәктәптәрҙә 30 милләт балаһы уҡый. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен 2304 уҡыусы уҡый (башҡорт балаларының 95,8 проценты) һәм өйрәнә. Китапханалар фонды башҡорт әҙәбиәте менән тулыланып тора. Районда милли спорт уйындарына ҙур иғтибар бирелә. Даими рәүештә киң мәғлүмәт саралары мониторингы үткәрелә һәм район тураһындағы тәнҡит мәҡәләләре тәржемә ителеп, район хакимиәте башлығына хәл итеү өсөн тапшырыла.
Район хакимиәтендә граждандарҙың дәүләт телдәрендә мөрәжәғәт итеү хоҡуғы һаҡлана. Уларға яуап мөрәжәғәт яҙылған телдә бирелә. Һуңғы ваҡытта граждандарҙың алтаҡталарҙы, иғландарҙы һ.б. дөрөҫ яҙыуға иғтибар итеү буйынса әүҙемлеге һәм иғтибары арта барыуын билдәләргә кәрәк...
Шулай уҡ ултырышта Сергей Степановтың, Игорь Сысолятиндың, Рустамхан Аббасовтың сығыштары тыңланды. Мәғлүмәт буйынса фекер алышыуҙарҙан һуң ҡарар проекты нигеҙҙә ҡабул ителде.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.17 | Ҡаралған: 971

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru