«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕМӘС БАШ ҠАЛА БУЛҒАНМЫ?
+  - 

Бөгөн тарих фәне ярайһы уҡ үҫеш алды. Бығаса ҡалыплашҡан ҡайһы бер тарихи мәғлүмәттәргә икенсе ҡараштар асылды. Тарихи тикшеренеүҙәр тәрәнәйҙе, белемле йәш тарихсылар үҫеп сыҡты, дөрөҫлөк, хәҡиҡәт алға ҡуйылды. Был күренештәр башҡорт халҡы тарихында ла сағылыш тапты. Аптырарға ла түгелдер. Тарих бит ул шундай нәмә: нисек кенә булғанда ла уның мәғлүмәти һүрәтләнешен ил сәйәсәте хәл итә. Әгәр ил сәйәсәте теге йәки был мәғлүмәтте халыҡҡа үҙенә ҡулайлы юҫыҡта еткерергә теләй икән - шулай була ла, тарих киләһе быуындарға бөтөнләй икенсе эстәлектә барып етә. "Тарихи хәҡиҡәт" рубрикаһында беҙ халҡыбыҙ тарихындағы ҡалыплашҡан һәм әллә ни дөрөҫлөккә тап килеп етмәгән фекерҙәрҙе, мәғлүмәттәрҙе яҡтырта киләбеҙ. Хәҡиҡәти һүҙ талап ителгән ҡайһы бер һорауҙарҙы әле БР Китап палатаһы директоры, тарихсы, хәрби-тарихи фәнни-публицистик мәҡәләләр һәм китаптар авторы Азат ЯРМУЛЛИНға төбәйбеҙ.

Азат Шәкирйән улы, Темәс ауылы Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы, тигән мәғлүмәтте асыҡлайыҡ әле. Милли хәрәкәт Ырымбурҙа башлана, Темәскә күсеү ваҡиғалар ағышында мәжбүри килеп сыға. Билдәле булыуынса, бер тарихи документтарҙа ла Темәстең баш ҡала итеп иғлан ителеү факты юҡ, әммә был легенда бар. Һәм ошо легенда Башҡортостанды тик Бәләкәй Башҡортостан булып ҡына формалашырға тейеш булған, тигән яңылыш фекер тыуҙыра. Ошо өлкәне өйрәнгән белгес булараҡ, аныҡ ҡына аңлатма биреүегеҙҙе һорайбыҙ?
- Республикабыҙҙың гүзәл тәбиғәтле Темәс юлдарынан үтеп йөрөгәс, унда торған "Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы" тигән мәртәбәле яҙыуҙы ла күрәм һәм, тарихсы булараҡ, һәр ваҡыт ошо мәсьәләне асыҡларға кәрәк, тип уйлай инем. Ни өсөн Темәс ауылы Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы булып киткән икән? Документтарҙы өйрәнә башлағас, бик тә ҡыҙыҡлы факттарға юлыҡтым.
Беренсенән, тәү баштан уҡ башҡорт халҡы үҙ милли дәүләтселегенең баш ҡалаһы итеп Өфөбөҙҙө күргән. 1917 йылдың декабрендә Ырымбур ҡалаһында 3-сө Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайы була, автономия раҫлана, Башҡортостан хөкүмәте төҙөлә. Бына шунда 20 декабрҙә ҡабул ителгән ҡарарҙа "Резиденция правительства Башкурдистана должна быть в городе, находящемся в центре края", тип әйтелә. Белеүебеҙсә, Ырымбур Башҡортостандан ситтә ятҡан ҡала, хатта Әхмәтзәки Вәлидиҙең автономия картаһында ла ул Башҡортостанға индерелмәгән. Үҙәктә иһә борон-борондан Өфө ҡалаһы ята. Хатта революцияға тиклемге үк матбуғатта ла Өфө ҡалаһы Башҡортостандың баш ҡалаһы итеп телгә алына: "Уфимская губерния, если можно так выразиться, губерния башкирская - по приемуществу; г.Уфа условно называется часто в печати "Столицей Башкирии". Тимәк, Өфө ҡалаһы электән үк Башҡортостандың үҙәге, баш ҡалаһы булараҡ танылған. Шунлыҡтан, Башҡортостан хөкүмәте Ырымбурҙа, Каруанһарайҙа ултырһа ла, Башҡортостан үҙәге Өфөлә булырға тейеш, тигән ҡарар ҡабул иткән. Бында Өфө ҡалаһы телгә алынмай, сөнки унда Ваҡытлы хөкүмәт органдары, төрки-татар милли мәжлесе урынлашҡан була. Бәхәскә инмәү өсөн ҡаланың исеме аталмаған, моғайын. Бының тап шулай булыуын Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең иҫтәлектәрендә лә яҙа.
Икенсе Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың авгусында махсус рәүештә Өфөлә үткәрелә. Был, Өфө ҡалаһы - Башҡортостандыҡы, тигәнде күрһәтеү маҡсатынан эшләнә. Әйткәндәй, Өфө губернаһында башҡорттар Ырымбур губернаһына ҡарағанда ла күберәк булып, ҡырҡ процентты тәшкил итә, урыҫ халҡы уларҙан һан яғынан әҙерәк була, башҡа халыҡтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға күрә лә, һәр яҡтан Өфө Башҡортостандың баш ҡалаһы булырына хоҡуҡи нигеҙҙәр етерлек була. Бөгөн ҡайһы бер хөсөттәр, ҡайһы бер интернет селтәрҙәре, һеҙҙең автономия ул Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә генә һәм уның баш ҡалаһы Темәс булған бит, тип, халыҡ аңына ялған фекер һеңдерергә тырыша икән, уларҙың раҫлауында бер ниндәй дәлил дә, нигеҙ ҙә юҡ.
Ә дөрөҫө шулай: 1917 йылдың 15 ноябрендә бөтә башҡорт ерҙәре Башҡортостан автономияһы тип иғлан ителә, улар - Өфө, Ырымбур, Пермь, Һамар губерналары территорияһын үҙ эсенә ала. Әммә иғлан итеү - бер эш, уны тормошҡа ашырыу - икенсе мәсьәлә. Шуның өсөн беҙҙең ул замандағы милли хәрәкәт етәкселәребеҙ, эштең ҡатмарлылығын аңлап, бик аҡыллы йүнәлеш ала. Тәү сиратта автономияны Ырымбур һәм Пермь губерналарындағы башҡорт олоҫтарында ғәмәлгә индерергә, шунда автономия органдарын булдырырға, тигән ҡарар ҡабул итәләр. Шул территориялар аҙаҡ "Бәләкәй Башҡортостан" тигән исем ала. 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында былай тип ҡарар ҡылалар: 1917 йылда Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендәге автономияны ғәмәлгә ҡуябыҙ, унда үҙебеҙҙең автономия идараһын индерәбеҙ. Артабан, 1918 йылда Өфө губернаһы өйәҙҙәрендә йыйындар үткәреп, автономия органдарын булдырып, Башҡортостанға ҡушабыҙ, тиҙәр. Өфө губернаһы өйәҙҙәрендә йыйындар үткәреү даталары ла билдәләнгән була. Һәр өйәҙ ҡоролтайына вәкил итеп Башҡортостан хөкүмәте ағзалары тәғәйенләнә. Мәҫәлән, Шәйехзада Бабич үҙенең тыуған яғы Бөрө өйәҙенә вәкил итеп һайлана. Документта былай тиелгән: "В той части Башкирии, где новое автономное управление уже вводится в жизнь, а именно: на башкирской территории Оренбургской губернии, Шадринского, Екатеринбургского и Красноуфимского уездов Пермской губернии и Юмран-Табынской волости Бузулукского уезда Самарской губернии, - правительство Башкурдистана взамен уездных и губернских земств учреждает кантональные думы, присоединяя к этой территории и восточную часть Уфимской губернии, тоже населеной башкирами. Для введения автономного управления в западной Башкирии, а именно: в западных частях Уфимской, Самарской и Пермской губернии - должны быть созваны там не позже января 1918 года уездные съезды. На этих съездах мусульмане западной Башкирии должны организовать кантональные управления и тем взять бразды правления в свои руки. Правительство же Башкурдистана со своей стороны должно употребить все усилия к тому, чтобы Уфимская губерния присоединилась целиком к Башкирии без особой ломки с готовым государственным аппаратом и механизмом". Йәғни, был эшкә баштан уҡ автономияны шулай ике этапта тормошҡа ашырыу идеяһы һалынған була. Тәүге этапта, 1917 йылда, Бәләбәй Башҡортостан сиктәрендә, шунан, 1918 йылда, Оло Башҡортостанда автономия булдырыу ҡаралған була. Әммә 1918 йылдың февралендә Ырымбур ҡалаһында большевиктар тарафынан Башҡортостан хөкүмәте ҡулға алына һәм шул сәбәпле был план тормошҡа ашырылмай ҡала. Артабан Граждандар һуғышы башлана. Һөҙөмтәлә, 1919 йылдың 20 мартында Советтар менән килешеү төҙөгәндә Бәләкәй Башҡортостан территорияһындағы автономия ғына күҙҙә тотола. Оло Башҡортостан (Өфө губернаһы башҡорттарын ҡушыу) идеяһы ниәте тормошҡа ашмай тороп ҡала.

Миләүшә ХӘБИЛОВА яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.17 | Ҡаралған: 1380

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru