«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕМЕ? УЛ МОТЛАҠ УҠЫТЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ!
+  - 

22 июндә Башҡортостан Фәндәр академияһының ултырыштар залында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Көн тәртибенә "Башҡорт телен өйрәнеүҙең әһәмиәте, уны һаҡлауҙың, үҫтереүҙең проблемалары һәм хәл итеү юлдары" темаһы сығарылды. Был мәсьәлә даими рәүештә күтәрелеп тора һәм был юлы ла башҡорт теленең ҡулланылышы, үҫеше һәм уның киләсәге өсөн тәү сиратта башҡорттар үҙебеҙ яуаплы һәм ошо йүнәлештә ең һыҙғанып эшләргә тейеш икәнлегебеҙ тағы бер ҡат раҫланды. Әммә әлегә һүҙ һөйләүҙән ары киткәнебеҙ юҡ.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары май айында мәғариф өлкәһендәге норматив документтарҙың үтәлешен өйрәнеү маҡсатында Архангел, Ауырғазы, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Стәрлебаш райондарының 30 мәктәбен тикшерҙе. Шул уҡ айҙа баш ҡалалағы бер төркөм ата-әсәләр "Рус телле уҡыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса" комитет төҙөп, мәктәптәрҙә, аныҡлап әйткәндә, 39-сы гимназияла, йәнәһе лә, башҡорт телен көсләп уҡытыу, ата-әсәләрҙе уҡытыу планын һайлау хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһен күтәрҙе. БР Мәғариф өлкәһен контролләү һәм тикшереү буйынса идаралыҡ менән БР Прокуратураһы улар яҙған хатты сәбәп итеп алып, шулай уҡ Башҡортостандың белем биреү учреждениеларын тикшерҙе. Тәүге тикшереү мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләренә ҡағылһа, икенсеһе - дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙы үҙ эсенә алды. Әлбиттә, бөгөнгө ысынбарлыҡта ике мәсьәлә лә мөһим. Шул уҡ ваҡытта, әгәр туған тел булараҡ башҡорт телен уҡытыу федераль дәүләт белем биреү стандарттарына индерелеп, ҡануниәт йәһәтенән нығытылһа, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле яҡлаулы ла, яҡлауһыҙ ҙа.
Туған тел булараҡ башҡорт теле уҡытылған мәктәптәрҙә лә башҡа милләт балаларының хоҡуғы боҙолмай, сөнки улар был ваҡытта параллель рәүештә үҙҙәренең туған телен өйрәнә, йәғни татарҙар - татар, рустар - рус теле төркөмөндә уҡый. Ә бына рус мәктәптәрендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла һәм ул уҡыу пландарының вариатив өлөшөндә тормошҡа ашырыла. Ә закон буйынса хәҙер уҡыу планының вариатив өлөшөндә өйрәнеләсәк предметтар ата-әсәләрҙең дә фекерен иҫәпкә алып һайлана һәм, әгәр улар ҡаршы булғанда, башҡорт теле уҡытылмауы ла ихтимал. Ул мотлаҡ уҡытылһын өсөн уны урындағы Мәғариф министрлығы төбәк уҡытыу предметы статусы биреп, нығытып ҡуйырға тейеш була. Быны 2012 йылда донъя күргән РФ Мәғариф һәм фән министрлығының рекомендацияһы ла рөхсәт итә. Унда: "РФ субъекттары төбәк белем биреү программалары әҙерләргә, әсбаптарға (төбәк) экспертиза үткәрергә, әсбаптар нәшер итергә хоҡуҡлы", - тип яҙылған. "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында" Федераль законда "…милли республикаларҙың икенсе дәүләт телдәре был республикаларҙың закондары нигеҙендә өйрәнелә", тигән юлдар бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында" законында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға бәйле аныҡ аңлатмалар бирелмәй. Шуғалыр ҙа Башҡортостан Мәғариф министрлығы чиновниктары дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу планын мәктәп компоненты кимәленә төшөрә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ата-әсәләр ҡаршы булған осраҡта, рус һәм башҡа милли мәктәптәр яңы уҡыу йылынан дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡыуҙан баш тартыуы һәм был белем биреү учреждениеларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу бөтөрөлөүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта, бынан тиҫтә йылдар самаһы элек Татарстан Респубикаһында ла шундай инцидент күҙәтелә һәм ата-әсәләрҙең береһе хатта ошо мәсьәләне РФ Конституция Суды кимәленә алып барып еткерә һәм... еңелә. Рәсәй Федерацияһының Конституция суды 2004 йылдың 16 ноябрендә 16-П һаны аҫтында Татарстанда башланғыс, дөйөм һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында дәүләт теле булараҡ татар телен уҡытыу илдең Төп Конституцияһына ҡаршы килмәүе, сөнки татар телен өйрәнеү уҡыусыларға йомғаҡлау аттестациялары үтеүгә, төп дөйөм белем һәм юғары белем алыу тураһында документ алыуға кәртә булып тормауы; был Ҡарарҙың һуңғы булыуы, ҡабаттан ҡаралмауы, ҡабул ителеү менән көсөнә инеүе һәм башҡа органдар, вазифалы кешеләрҙең раҫлауын талап итмәүе билдәләнә.
2011 йылдың 27 ғинуарында РФ Конституция Суды 88-0-0 һанлы билдәләмәһендә Сыуашстандан шундай уҡ һорау менән мөрәжәғәт иткән Д. Н. Козловтың ялыуын ҡарауҙан баш тарта, сөнки республикаларҙың дәүләт телдәрен белем биреү учреждениеларында мотлаҡ уҡытыу, республикаларҙың дәүләт телен уҡыуҙан берәүҙең дә баш тарта алмауы тураһындағы документ (үрҙә атап кителгән 2004 йылдың 16 ноябрендәге 16-П ҡарар) бер тапҡыр ҡабул ителгән һәм ул һаман да көсөндә ҡала. Тимәк, ошондай осраҡтарҙа ла Рәсәй Федерацияһының барлыҡ милли субъекттарында рус теле менән бер ҡатарҙан икенсе дәүләт телен уҡытыуға юридик нигеҙ бар, тип иҫәпләргә мөмкин.
Ләкин, БР Прокуратураһының республика мәктәптәрен тикшереп, уҡытыу процесындағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлап ҡарар сығарыуынан һуң, хатта республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса сара күреләсәге тураһында белдереүен иҫәпкә лә алмайынса, баш ҡаланың ҡайһы бер мәктәптәрендә уҡытыусыларға 2017/2018 уҡыу йылында уҡыу планы үҙгәреү һәм башҡорт телен өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәрҙең кәмеү ихтималлығы тураһында иҫкәртеү (уведомление) таратылған да инде. Ирекһеҙҙән, тағы ла "Афарин!" тиергә генә ҡала. Сөнки башҡорт теленә ҡаршы булыусылар мәғлүмәт булыу менән уны ғәмәлдә ҡуллана, ә башҡорттар, кәмәһенә һыу инә башлағансы, битарафлыҡта йөрөй бирә. Шулай булмаһа, бынан бер нисә йыл элек төбәк компонентына ингән фәндәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен дә, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы грифы менән нәшер ителгән дәреслектәр менән уҡытыу мотлаҡ икәнлеге асыҡланып, башҡорт теле әсбаптары ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылғанда, Татарстандың 21 китабы талаптарға тура килә ине инде. Беҙҙекеләр тағы һуңланы. Ярай, иҫке китаптар менән уҡытыуҙы 2018 йылға тиклем рөхсәт иттеләр, әммә мәғариф системаһында йыл 1 ғинуарҙан түгел, ә 1 сентябрҙән башлана икәнен дә оноторға ярамай. Икенсенән, 2014 йылда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ошо мәсьәләгә һәм башҡорт телен (шул иҫәптән дәүләт теле булараҡ та) уҡытыуға бәйле киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда урындағы ҡоролтай рәйестәре, хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, мәғариф идаралыҡтары етәкселәре ҡатнашты. Иң ҡыҙыҡлыһы - ҡатнашыусыларҙың барыһына ла туған телдәрҙе уҡытыуҙы яҡлаған хоҡуҡи нормативтар тупланмаһы бирелде һәм улар артабан мәктәп директорҙарына, уҡытыусыларға еткерелергә тейеш ине. Ҡоролтай ултырышының һөҙөмтәһе бөгөн килеп асыҡ күренде лә инде: башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәрен яҡлай алырлыҡ хоҡуҡи белемгә эйә түгел. Бында, әлбиттә, БР Мәғариф министрлығынан алып, БДБҠ, башҡа йәмәғәт ойошмалары һәм милли матбуғат сараларының эшләп еткермәүен дә билдәләргә кәрәк. Ләкин таяҡтың иң ауыр башы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына һәм уның барлыҡ саҡырылыш делегаттарына, Башҡарма комитет ағзаларына төшә. Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа заманында зыялыларыбыҙҙың башҡорт мәктәптәре астырыу өсөн башҡорт ғаиләләрен ҡала буйлап, өйҙән-өйгә эҙләп йөрөгәне мәғлүм. Бөгөн мәктәптәрҙә (нигеҙҙә, башҡа телле) ата-әсәләр балалары башҡорт телен уҡымаһын өсөн башҡорт теле дәрестәренән баш тартып, үҙҙәрен икенсе милләт итеп күрһәткәндә һәм был башҡорт теле уҡытыусыларының өнһөҙ ризалығы менән башҡарылған мәлдә, ҡайҙа улар, башҡорт халҡының абруйлы, милләт яҙмышын иң алғы рәттәрҙә тороп хәл итергә тейешле, кәрәк икән, өйҙән-өйгә йөрөп башҡорттарға башҡортлоҡто аңлатырға тейешле вәкилдәре? Башҡорттарҙың аумаҡайлығы һәм милләттәштәребеҙҙең үҙ теленә битарафлығында рустар ҙа, татарҙар ҙа, башҡа милләт вәкилдәре лә ғәйепле түгел икәнен һаман аңламайбыҙ... Ғөмүмән, Башҡортостанда башҡорт теленә иғтибар һәм ихтирам тейешле кимәлдәме? Әгәр етәкселәр башҡорт телен белмәй, эш ҡағыҙҙары нигеҙҙә бер телдә генә алып барыла, ултырыштар-йыйылыштар рус телендә үтә икән, ниндәй ихтирам тураһында һүҙ булыуы мөмкин? Мәҫәлән, 14 июндә Татарстандың Дәүләт Советында Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитеты милли мәғариф мәсьәләләренә арналған ултырыш үткәрә. Уның эшендә ТР Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары Рима Ратникова, Премьер-министр урынбаҫары, мәғариф һәм фән министры Энгель Фәттәхов, муниципаль белем биреү учреждениеларының вәкәләтле органдарының профиль комиссиялары етәкселәре, комитет ҡарамағындағы эксперт советы ағзалары ҡатнаша. Ә ниңә беҙҙең республиканың дәүләт органдары вәкилдәре ҡуҙғалмай? Ни өсөн "һыуға батыусыны ҡотҡарыу - батып барыусының үҙенең ҡулында" булырға тейеш һуң?
Эйе, бөгөн мәғариф өлкәһендә башҡортса уҡытыу, башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, дәреслектәр, уҡытыу пландары менән проблемалар булыуы асыҡланды, белем усаҡтарының уставтарын ҡайтанан ҡарау талап ителә. Был йүнәлештә Мәғариф министрлығы һәм уға ҡараған учреждениелар, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары берҙәм, бер йүнәлештә эш алып барғанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, эшләргә кәрәк, йәмәғәт!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.17 | Ҡаралған: 1068

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru