«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕМӘС БАШ ҠАЛА БУЛҒАНМЫ?
+  - 

Әммә милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре автономиянан ситтә ҡалған милләтәштәре өсөн һәр ваҡыт һыҙланып йөрөй. 1921 йылда сығышы менән Бүздәк районы Аҡтау ауылынан булған башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Муллайән Халиҡов Өфө губернаһын Башҡортостан автономияһына ҡушырға тигән инициатива менән Мәскәүгә мөрәжәғәт итә. Йәғни ул 1917 йылдың декабрендә Өсөнсө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында ҡабул ителгән планды тормошҡа ашырырға тотона. М. Халиҡов Мәскәүгә ебәргән мөрәжәғәтендә Өфө губернаһын ғына түгел, хатта Ырымбур ҡалаһын, Татар АССР-ына бирелгән Минзәлә, Бөгөлмә ерҙәрен дә Башҡортостанға ҡушыуҙы һорай. Башҡортостан хөкүмәтенең ҡарарында былай тиелә:
"а) В основу Башкирской Советской Социалистической Республики берется Малая Башкирия в составе ныне существующей Башкирской республики с присоединением Златоустовского горнозаводского района, Архангельского клина (Уфимской губ.) Магнитной горы и минских башкир в составе 19 волостей Белебеевского и Уфимского уездов.
б) включить в состав Башреспублики г. Оренбург;
в) включить целиком ныне существующую Уфимскую губернию с городом Уфой;
г) включить башкирские волости Мензелинского уезда по реке Ик"
Әйткәндәй, 1920 йылда, Татар АССР-ын ойоштороу эше барған мәлдә, татар эшмәкәрҙәре Өфө губернаһын тулыһынса Татар республикаһына биреүҙе һорай. Үҙәк мосолман комиссариаты рәйесе Мирсәйет Солтанғәлиев бер төркөм татар эшмәкәрҙәре менән ошо мәсьәлә буйынса Ленинға инеп сыға. Күпселек башҡорттар йәшәгән Өфө губернаһын төҙөләсәк Татар республикаһына ҡушыуҙы һорай улар, үҙҙәренең дәлилдәрен дә килтерәләр, нисек тә булһа ил етәксеһе Ленинды күндерергә тырышалар. Әммә Ленин уларҙың дәлилдәрен бер нисә һорау менән кире ҡаға һәм Өфө губернаһын Татар АССР-ына биреү нигеҙһеҙ икән асып һала. Ленин менән осрашыу тураһында Мирсәйет Солтанғәлиев бына нимә тип, яҙа: "Касаясь вопроса о башкирах, которые остались за пределами Малой Башкирии и, по нашему мнению, должны были войти в Татарскую республику, мы храбро старались убедить Ильича в том, что между татарами и башкирами в сущности разницы почти нет. На это Ильич примерно в таком смысле ставил нам ряд вопросов:
- А есть ли разница в языках или наречии татар и башкир?
- Есть, но совсем незначительная, и то среди крестьян, - следовал наш ответ.
Затем мы указывали на то, что вражда к татарам ограничивается лишь узким кругом шовинистически настроенной башкирской интеллигенции.
Тогда Ильич задал нам примерно такой вопрос:
- Ну, а кто же так недавно выгонял с побоями из башкирских деревень татарских учителей и даже мулл, как колонизаторский элемент, башкирская интеллигенция или сами крестьяне?
- Конечно, - ответили мы, - делали это крестьяне, но это было результатом агитации башкирской интеллигенции.
- А кто формировал полки и бригады из башкирских крестьян и сумел их повести в бой против кого угодно?
- Тоже башкирская интеллигенция, - тихо промолвили мы упавшим голосом.
Мы молчали, ибо дальше некуда было ехать. Ильич нас поставил, что называется, лицом в угол".
Шулай итеп, Ленин, татар менән башҡорттоң айырмаһын яҡшы аңлай һәм Өфө губернаһын тулыһынса Татар АССР-ына ҡушыуға ҡаршы була (Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе менән Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙе генә бирелә). 1922 йылдың июнендә Өфө губернаһының күпселек өлөшө, башҡорттар күпләп йәшәгән территория булараҡ - Башҡортостанға ҡушыла. Шулай итеп, 1917 йылда 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында уйланған проекттың икенсе этабы биш йылдан һуң тормошҡа аша - Оло Башҡортостан барлыҡҡа килә. Әхмәтзәки Вәлиди 1917 йылдың ноябрендә уҡ һыҙған Башҡортостан автономияһы сиктәре тулыһынса тиерлек тормошҡа аша. Бары тик Минзәлә, Бөгөлмә өйәҙҙәре генә ситтә тороп ҡала. Темәскә күсәйек. Ни өсөн ул тәүге баш ҡала булып китә? 1917 йылдың көҙөндә Колчак власҡа килгәс, Башҡортостан хөкүмәте Колчактың власын танырға теләмәй, Ырымбурҙан Баймаҡҡа күсә. Был күсеүгә фронттың яҡынлашыуы ла сәбәпсе була. Йәғни, күсенеү мәжбүри рәүештә һәм ваҡытлыса тип иҫәпләнә.
Тәүҙә Башҡортостан хөкүмәте Баймаҡта урынлаша. Темәс ауылына хөкүмәт тик февраль башында күсенә. Тап ошо мәлдә, 1919 йылдың 18 февралендә, Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре советтар яғына сыға. Бер айҙан, 1919 йылдың 20 мартында, Мәскәүҙә Башҡортостан автономияһын таныу тураһында килешеү төҙөлә. 23 март көндө был хаҡта "Известие ВЦИК" гәзитендә иғлан ителә. Килешеүҙә Башҡорт совет республикаһының баш ҡалаһы тураһында ла телгә алына: "Столицей Башкирской советской республики остается временно местечко Темясово окончательное же решение вопроса предоставляется съезду Советов в Башкирии" тиелә унда.
Колчак армияһының контрһөжүме арҡаһында 24 март көнө Башревком (Башҡортостан хөкүмәте) Темәстән сығып та китә. Йәғни, Темәс ауылы рәсми рәүештә Башҡортостандың ваҡытлы баш ҡала ролен өс көн генә үтәй. Хөкүмәт Темәстән Мораҡҡа (Күгәрсен районы), Мораҡтан Морапталға (Көйөргәҙе районы), унан Иманғолға (Ырымбур өлкәһенең Октябрь районы), унан Тоцкиға, ары Саранскиға эвакуациялана.
Августа эвакуациянан ҡайтҡанда Әхмәтзәки Вәлиди, беҙ ҡабаттан Ырымбурға ҡайтырға теләгәйнек, әммә Совет хөкүмәте рөхсәт бирмәне һәм Стәрлетамаҡҡа билдәләне, тип яҙа: "Мы как и прежде хотели, вместе с казахами расположится в Оренбурге. Однако Советское правительство, Ленин и Сталин под влиянием своих имперски настроенных товарищей решили отделить башкир от казахов. По решению Центра, казахам дали сформировать самостоятельное Казахское правительство со столицей в Актюбинске, нашей столицей определили Стерлитамак".
Темәс тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ул бер нисек тә баш ҡала урыны була ла алмаған. Әлбиттә, Темәс ауылы Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ерҙәрҙең береһе. Башҡортостандың ваҡытлыса баш ҡалаһы тип тә иғлан ителгән, унда Бабич эҙҙәре һаҡлана, Башревком урынлашҡан була, әммә уны баш ҡала итеү бер планда ла, уйҙа ла ҡаралмай. Асылда, Башҡортостан хөкүмәтенең, Башҡортостан автономияһының, Совет Башҡортостанының аяҡҡа баҫҡан осоро Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән бәйле, 1919-1922 йылдарҙа был ҡала Башҡортостан үҙәге була. Бында Башҡортостан хөкүмәте 4 йыл эшләй (1919-1922 йылдарҙа). Үкенескә күрә, Темәстән айырмалы рәүештә, "Стәрлетамаҡ 1919-1922 йылдарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы булған" тигән яҙыу күрмәйбеҙ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы Стәрлетамаҡта матур бер стела ҡуйылһа, бик шәп булыр ине. Юғиһә, Стәрлетамаҡҡа "купеческий город" тигән исемде ҡушып ҡушалар.
Иң мөһиме шул: автономия өсөн милли хәрәкәттең башынан уҡ башҡорт халҡы үҙенең автономияһының баш ҡалаһы итеп хаҡлы рәүештә Өфөнө күргән. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, 1917 йылда ниәтләнгән Оло Башҡортостан идеяһы 1922 йылда тормошҡа ашҡан, гүзәл Өфөбөҙ Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы булып киткән.

Миләүшә ХӘБИЛОВА яҙып алды. (Аҙағы. Башы 25-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.17 | Ҡаралған: 1096

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru