«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨЛӘ ТЫУЫУЫМ, ҮҘ ФАТИРЫБЫҘҘА ЙӘШӘҮЕМ МЕНӘН БӘХЕТЛЕМЕН
+  - 

"Шиғриәттә бөтөн нәмә яҙылып, һүрәтләнеп бөткән. Һиңә уларҙы тәржемә итергә генә ҡала. Шуға күрә рус телен уҡы", - тиҙәр уға атаһы менән Рауил Бикбаев бер ваҡыт. Гәзиттә Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡыусылар йыйыу тураһында иғланды ла күрһәтеп, атаһы улының күңеленә ойотҡо һалып ҡуя. Йылдар үткәс, ошо ваҡытта бөрөләнгән хыялдары тормошҡа аша - егет Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире, БР Журналистар союзының рәйесе була. Философия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен яҡлай. Шиғырҙар, пьесалар яҙа башлай һәм "Рустең алтын ҡаурыйы" конкурсында еңеү яулай. Башҡорт теленән әҫәрҙәр тәржемә итә. Шулай итеп, рубриканың сираттағы ҡунағы - З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең баш мөхәрир урынбаҫары Фәрит Вафа улы ӘХМӘҘИЕВ.

Баш ҡалалағы бала саҡ хәтерегеҙҙә нисек һаҡлана?

- Мин билдәле шағир һәм әҙәбиәтсе, филология фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Вафа Әхмәҙиев менән Фәриҙә Юлтыева-Һөйөндөкова ғаиләһендә тыуғанмын. Әсәйем Дәүләт китап палатаһында, һуңынан Н. Крупская (хәҙер З.Вәлиди исемендәге китапхана) китапханаһында эшләне. Алты йәшемдә СССР Фәндәр академияһының балалар баҡсаһына йөрөгәнемдә "ғалим" тигән һүҙҙе ишеттем. Балалар үҫкәс кем буласаҡтары хаҡында һөйләшеп, берәүһе ғалим булырға теләүен белдерҙе, "сөнки улар бөтөн нәмәне белә һәм эшләй ала", тине ул. Өйҙә атайым борщ бешерергә булғас, мин унан: "Атай, һин ғалиммы ни?" - тип һораным. Ул миңә аптырап ҡараны ла: "Эйе, мин ғалим, фән кандидаты", - тип яуапланы.
Ул ваҡыттағы БАССР-ҙың мәғариф министры Фатима Мостафина башҡорт теле белгестәре өсөн торлаҡ йорт төҙөүҙе ойоштора һәм беҙгә уның беренсе ҡатындағы өс бүлмәле коммуналканан бер бүлмә эләгә. Шуға тиклем, оло апайым Роза менән йәш ғаилә ҡуртымға алынған фатирҙа көн итә. Ошо Әй урамында беҙ Нәркәс һеңлем тыуғанға тиклем алты йыл йәшәнек. Исхаҡ олатайым (атайымдың атаһы) вафат булғас, Миңлекамал өләсәйем бер йыл беҙҙә йәшәне. Иртән уның Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иткәнен йыш ишетеп, ҡарт, белемһеҙ, тип, йәлләй торғайным. Хәҙер, бәлки, уның ошо доғалары мине күп бәләләрҙән һаҡлап ҡалғандыр, тип уйлайым. Әсәйем яғынан өләсәйем Сабира математика уҡытыусыһы булды. Өфөлә йәшәне һәм мине уҡырға, яҙырға өйрәтте. Ә мин үҙ сиратымда Миңлекамал өләсәйемә белем бирҙем.
Ҡойма аша ғына 107-се мәктәп урынлашһа ла, Әй урамындағы йортта йәшәүселәрҙең күпселегенең балалары 20-се ҡала башҡорт мәктәбендә уҡыны. Яңы фатир алғас, миңә 108-се мәктәптә уҡырға тура килде. Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ башҡортса һөйләштек, урамға сыҡһаҡ, руссаға күсә инек. Ҡыҫҡаһы, миңә Өфөлә тыуыу, ата-әсәйем менән үҙ фатирыбыҙҙа йәшәү бәхете тейҙе.
Бала сағым баш ҡалала ғына үтмәне, йәйгеһен атайымдың тыуған ауылына - Ишембай районының Ғүмәр ауылына ҡайта инек. Йәй дауамында башҡорт телендә тағы ла әллә күпме һүҙҙәр өйрәнеп килә инем. Бала саҡтың иң иҫтәлекле мәле булып тап ауылда үткән ваҡыт ҡалған. Унда беҙ, бала-сағалар, күмәк йыйылышып, ололарға көтөү көтөргә лә, бесән әҙерләргә лә ярҙамлаша, еләк, бәшмәк йыя инек. Кискеһен инде киноға бушлай инәбеҙ, сөнки Ғафир бабайым - киномеханик, Бикә инәй - китапханасы булып эшләне.

Башҡорт зыялыларының ғаиләһендә үҫеү ябай ғаиләлә тәрбиәләнеүҙән нимәһе менән айырыла?

- Ул - бала саҡтан туған тел һәм әҙәбиәт, мәҙәниәт тирәләй тыуған хәл-тороштоң бар ауырлығын күреп, тойоп, аңлап йәшәү. Беҙгә йыш булмаһа ла, атайымдың дуҫтары Рауил Бикбаев, Динис Бүләков, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Барый Ноғоманов, Сафуан Әлибаев килә ине. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе үҙҙәренең әңгәмәһенә ҡатыштырманы. Сәйәсәттә нимә барғанын белмәһәк тә, атайыбыҙҙың башҡортса һөйләшеүебеҙҙе талап итеүенән уның башҡорт теленең киләсәге өсөн хәүефләнеүен, борсолоуын йөрәгебеҙ менән тойҙоҡ. Шулай булһа ла, атайымдың, Роза апайымдың (хәҙер - мәктәп директоры) башҡортса шиғырҙар яҙыуын белгәс, яҙышыуын ташлауын талап итеүен иҫләйем. Бәлки, уны алдан уҡ шағирҙарҙың ауыр яҙмышынан ҡурсаларға тырышҡандыр? Хәйер, Нәркәс һеңлем тыуғас (хәҙер ул тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй), атайым бер аҙна эсендә балалар өсөн башҡортса шиғырҙар китабын яҙҙы, ә уның синыфташы Мәрйәм Солтанова ошо шиғырҙарға көйҙәр ижад итте.
Дауыт Юлтыйҙың улы Таң бабайыбыҙ беҙгә йыш килде. Тап ул күп фотолар ҡалдырҙы. 8 археографик экспедицияла булған атайымдың сәфәрҙәренең береһендә НКВД-ла, башҡорт яҙыусыларын, шул иҫәптән Дауыт Юлтыйҙы ла атырға алып киткән Өфө төрмәһендә хеҙмәт иткән бер кеше менән осрашыуын мин һуңынан ғына белдем. Атайымдың "Заманалар аҡҡан һыу икән..." шиғыры тап Дауыт Юлтыйға бағышлана һәм унда мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк эшмәкәрҙәренең фажиғәле өҙөлгән яҙмышы, уларҙы аҡлау һәм исемдәрен халыҡҡа кире ҡайтарыу һүрәтләнә. Өлкә комитет идеологтарының атайымдың нәшриәткә әҙер китабын баҫтырыуҙы тыйыуы уға ауыр тәьҫир итте. Ә китап фәнни, башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса ине...

Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, телгә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, тарихҡа, сәнғәткә ҡараш үҙгәрҙе. Әммә бөгөнгө ҡаҙаныштар - улар беҙҙең кисәңгебеҙ. Иртәгәһе өсөн нимәләр эшләргә тейешбеҙ? Алда ниндәй проблемалар тора?

- Һуңғы 20 йылда башҡорт мәҙәниәтендә һәм мәғарифында эшләнгән эштәрҙе күрһә, мәрхүм атайым бик ҡыуаныр ине. Әммә өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп, туҡтап ҡалырға ярамай. Беҙҙең быуын алдында ниндәй хәл итәһе проблемалар тора? Тәү сиратта, компетентлы милли идарасы кадрҙар булыуы зарур, сөнки мәҙәниәтте үҫтереүгә бюджеттан аҡса бүленә, әммә уларҙы нисек тотоноу уйлап еткерелмәй. Шуның өсөн үҫеш критерийҙары булыуы зарур. Бөгөн "Китап" нәшриәтендә эшләйем, унда тәржемәне үҫтереү кәрәк, тиҙәр. Ә нисек итеп? Ябай ғына: дәүләт заказы буйынса нәшер ителгән әҙәбиәттең 10 проценты тәржемә булырға тейеш. Бәлки, шул ваҡытта минең бынан 20 йыл элек тәржемә иткән "Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев" тигән беренсе китабым да донъя күрер. Бына беренсе критерий: башҡорт теленән нисә китап тәржемә ителгән?
Башҡорт тематикаһы буйынса кино сценарийҙары һәм пьесалар яҙған кеше булараҡ, Мәҙәниәт министрлығында фильм төшөрөү һәм спектаклдәр ҡуйыу өсөн грант бирергә кәрәк икәнен аңламауҙарына төшөндөм. Шуға күрә, тәүҙә иғлан ителгән тема буйынса конкурс үткәреп, еңеүсегә грант бирелһә, яҡшыраҡ буласаҡ. Мәҫәлән: Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы сценарийҙарға. Комиссия тәүҙә сценарийҙы уҡырға, һуңынан ғына мәсьәләне хәл итергә тейеш. Юҡһа, беҙҙә хатта сценарийы булмаған фильмға, яҙылмаған романдарға аҡса биреү күренештәре лә юҡ түгел. Икенсе критерий: башҡорттар тураһында күпме фильм төшөрөлгән?
Драматургияла ла алға китеш һиҙелмәй. Театрҙар сит ил авторҙарын ҡуя, ә башҡорт авторҙарын - бик һирәк йә бөтөнләй ҡуймай. Бына өсөнсө критерий: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре булыр өсөн теге йәки был режиссер нисә башҡорт авторының пьесаһын ҡуйҙы икән? Әгәр тәжрибәле режиссерҙар ҡурҡһа, яңы башҡорт авторҙарының пьесаларын йәш режиссерҙарға сәхнәләштерергә рөхсәт итергә кәрәк.
Йәйгеһен театрҙар ябыла, әйҙә, йәштәр беҙҙең пьесаларҙы ҡуйып, үҙҙәрен дә, яңы әҫәрҙе лә һынап ҡараһын. Әгәр тамашасыға оҡшаһа, яңы миҙгелде ошо тамашаларҙан башларға мөмкин. Бына дүртенсе критерий: йәш режиссерҙар тарафынан нисә яңы пьеса ҡуйылған?
Ижади шәхес булараҡ, көн һайын компьютерҙа эшләргә тура килә. Ә бит һаман да башҡорт клавиатураһы юҡ. Был да артта ҡалыу. Мәсьәләне кем хәл итер? Кемгә ошо клавиатура кәрәк: яҙыусыларға һәм журналистарға ғына. Ә интернет беҙҙән милли клавиатура талап итә, был ысынлап та бик мөһим! Минең ҡарашҡа, беҙҙең һәм киләсәк быуын алдында торған хәл ителергә тейешле мәсьәләләр бына ошо.

Шәрифә САЛАУАТОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.17 | Ҡаралған: 971

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru