«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙҘЫҢ ТЫЛСЫМЛЫ МОҢО ХАЛЫҠТАРҘЫ БЕРЛӘШТЕРӘ
+  - 

Популяр "Deep Forest" төркөмө музыканты Эрик Муке башҡорт музыка мәҙәниәте менән танышыр өсөн Башҡортостанға килде. Легендар музыкант сәфәре тамамаланыр алдынан журналистарға бындағы осрашыуҙар менән тулыһынса ҡәнәғәт һәм Өфөлә 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүҙә ҡатнашырға әҙер булыуын хәбәр итте.

"Башҡортостанға килеп, төйәгегеҙҙең йылыһын, уның музыкаль мираҫын, үҙенсәлекле ҡурай музыка ҡоралының сыңын тойҙом һәм этномузыка башҡарыусы алдынғы музыканттарығыҙ менән эшләй башланым. Бергәләп Рәсәй халыҡтарының милли культураларын һаҡлап ҡалыуға һәм киң танытыуға тос өлөш индерә аласаҡбыҙ, тип уйлайым. Бының менән "Deep Forest" төркөмө ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлектә сирек быуат шөғөлләнә инде. Минең уйлауымса, илегеҙ халыҡтарының музыкаһын донъяла ишетеүҙәре мөһим, сөнки Рәсәйҙәге ысын тормош хаҡында донъяла бик аҙ беләләр", - тине Эрик Муке.
Уның һүҙҙәренсә, Европала бөтә халыҡтарҙы ла "урыҫтар" тип әйтергә ғәҙәтләнгәндәр, ә Рәсәй күптәр өсөн - ул тик Мәскәү, Санкт-Петербург һәм "Владивосток менән тамамланған ҙур бушлыҡ". "Алдан Рәсәй миңә лә бик таныш булманы һәм бер республикала төрлө халыҡтарҙың йәшәүен күреп, иҫем китте. Өфөлә мин сағыу Милли костюмдар парадын тамаша ҡылдым. Ғәжәпләнеүемдең һәм һоҡланыуымдың сиге булманы! Бындай сараны бөгөнгө Францияла үткәреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бөгөн беҙҙә барыһы ла ҡурҡыу тойғоһо менән солғанған, был толерантһыҙлыҡҡа килтерә лә инде. Халыҡтар колориты ла юҡ беҙҙә. Был йәһәттән Рәсәй минең өсөн - илһам! Шуға Фольклориаданың нәҡ ошо урында үтергә тейешлеге аңлашыла ла", - тип фекерен белдерҙе "Deep Forest" төркөмөн ойоштороусы.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса музыкант Башҡорт музыка ҡоралдары һәм мотивтары нигеҙендә композиция яҙырға ниәтләнә, уны "Deep Russia" исеме аҫтындағы яңы альбомының бер өлөшө итергә күҙаллай. Ул Өфө Фольклориадаһы өсөн гимн, ә "Deep Forest" төркөмө сараның хедлайнеры булыуы мөмкин. Башҡорт йырсылары өсөн ул донъя музыка сәхнәһенә юл булыр һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙың ҡапыл артыуына килтерер, моғайын. "Музыканттарҙың милли ҡоралдарҙа уйнау кимәленә хайран ҡалдым. Өфөлә тәүге кистә минең өсөн концерт ойошторған башҡарыусылар менән танышҡас та берҙәмлекте тойҙом, тел менән әйтә алмаһаҡ та, беҙ бергәләп импровизацияланыҡ. Моғайын, ошо тылсымлы моң беҙҙе берләштергәндер ҙә. "Этнотөн" сәхнәһендә асыҡ һауала башҡорт ҡурайсылары менән сығыш яһауҙан, Өфөләге бөтә майҙан дәртләнеп ҡаршы алғандан мин әле лә тәьҫирләнеп йөрөйөм. Был ҙур музыка идеяһының башланғысы булырына ышанам", - тип тамамланы һүҙен музыкант.

"БАШИНФОРМ".

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.17 | Ҡаралған: 977

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru