«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР"ЛЫ ХАЛЫҠ БЕҘ!
+  - 

Бөрйән районында халҡыбыҙҙың мәшһүр "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы үтте. 19-сы тапҡыр ойошторолған оло сара бәйгегә килгән 27 команда ҡатнашлығындағы парад менән асылды. Бәйге әләмен күтәреү хоҡуғы былтырғы конкурста Гран-при яулаған Ишембай ҡыҙы Гөлфруз Хисмәтуллинаға бирелде.
Бөрйән ерендәге оло сараға фатихаһын биреп, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов:
- Балаларыбыҙ "Урал батыр" эпосын йөрәге аша үткәреп ятлай икән, улар үҙенең тиҫтерҙәренән күпкә алдараҡ барасаҡ, тормош асылын нығыраҡ аңлаясаҡ. Эпостағы изгелек менән яуызлыҡ көрәше лә баланы аҡ менән ҡараны айырырға өйрәтә, уның рухын нығыта. Был сара балаларҙың һәләтен асыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Әллә нисә быуындар буйы телдән-телгә күсеп килгән был ҡомартҡыны артабанғы быуындарға тапшырыу - беҙҙең оло бурыс. Балаларға бәйге сәме теләйем, - тине. Халҡыбыҙҙың тиңһеҙ рухи байлығы булған "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһен артабан район мәктәптәренең һәләтле балалары сәләмләне: береһенән-береһе дәртлерәк бейеүҙәр, йырҙар алышынып ҡына торҙо. Районда мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында үткән "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашыусы Ләйсән Ҡарабаеваның, 2 йәшлек кенә Фаягөл Асҡарованың сығыштары халҡыбыҙҙың был аҫыл ҡомартҡыһының артабан да халыҡ күңелендә йәшәйәсәгенә дәлил булып яңғыраны. Яңы Усман балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре иһә көйәнтәләренә "ҡаҙ түшкәләрен" элеп сығып, "Ҡаҙ өмәһе" бейеүен башҡарҙы.
Ял итеп алғас, барыһы ла эпосты ятҡа һөйләүселәрҙең сығыштарына тамаша ҡылырға йыйылды. Йылдан-йыл балалар оҫтара, сәсәнлек йәһәтенән маһирлана ғына бара икәнлеген күрһәтте бәйге. Ролгә инеп, бөтә йөрәктәре менән һөйләне балалар әҫәрҙе. Йәмле Күҙәмбәт туғайы ҡобайыр рухына күмелде.
Ошо мәртәбәле сараның алыштырғыһыҙ баһалама рәйесе булған арҙаҡлы яҡташыбыҙ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновты бер минут тын ҡалып хәтерләне сараға йыйылыусылар. Кисенә академик Ә. Сөләймәновтың хәтер кисәһе ойошторолдо. Уны асып, БР Мәғариф министрлығы вәкиле Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова остазына ҡарата күңелендә йөрөткән йылы тойғолары менән бүлеште, оло ғалимдың эшмәкәрлеге, кешелеклелеге хаҡында бәйән итте.
Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов:
- Ҡапыл ғына китеп барҙы Әхмәт ағайыбыҙ. Рәхмәттәребеҙҙе лә әйтә алмай ҡалдыҡ. Уның васыяттарын тормошҡа ашырырға тырышырбыҙ. Ғалимдың музейын булдырыу буйынса эштәр алып барыла ла инде. Оло ғалимдың исемен мәңгеләштереү, уның рухын шат ҡылыу өсөн күмәкләп, бергәләп эшләйек, - тине.
Әйткәндәй, Әхмәт ағай үҙенең музейын күреү бәхетенә өлгәшкән шәхестәрҙең береһе булды - Әбделмәмбәт мәктәбендә бынан 5 йыл элек үк уның исемендәге фольклор музейы асылғайны. Хәтер кисәһендә Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары "Мин Өфөгә барып ҡына ҡайттым" тигән сәхнәләштереү күрһәтеп, олуғ ғалимдың рухын ололаны.
- Был сәхнәлә күрһәтелгән ваҡиғаларҙың байтағын "танып" ултырҙыҡ - улар хаҡында атай һөйләгәйне. Атай беҙҙең өсөн һәр яҡтан өлгө, дуҫ, кәңәшсе булды. Онотолоп китеп, атайҙың инде юҡ икәнен хәтерҙән сығарып, теге йәки был эш буйынса уның фекерен белмәк булып әллә нисә тапҡыр телефоныма үрелгәнем дә булды, - тине Йәлил Әхмәт улы.
- Атайым, ысынлап та, Өфөлә командировкала ғына булды, шикелле, - тине Нәркәс Хөбөтдинова (Сөләймәнова), филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, жюри рәйесе. - Ул һәр ваҡыт төйәгенә, Бөрйәненә атлығып торҙо. Төрлө конкурстар, саралар, һабантуй булһынмы, ҡайта һалыр ине. Бына хәҙер уның башлаған эштәрен дауам итеп, тыуған төйәккә йышыраҡ ҡайтырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Был сарала мин беренсе тапҡыр. Жюри рәйесе итеп саҡырғастар, башта баҙап ҡалдым, сөнки был вазифаны быға тиклем минең атайым Әхмәт Сөләймәнов башҡара ине. Быйылғы бәйге уның иҫтәлегенә бағышлана, тигәстәр, баш тартманым. Әлбиттә, эшләүе еңел түгел, сөнки бөтә балалар ҙа шундай талантлылар, үҙенсәлеклеләр, сағыуҙар. Кемделер айырып ҡына, бына быныһы яҡшы, быныһы насарыраҡ, тип әйтеүе ҡыйын. Бөрйән районы командаһының да сығышы яҡшы булды, һоҡландырҙы. Ғөмүмән, эпосты сәхнәләштереүселәрҙең һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың образға инеп, йөрәктәре аша үткәреп, мәғәнәһенә төшөнөп һөйләүҙәре шатландыра...
Нәркәс Әхмәт ҡыҙы менән Йәлил Әхмәт улы "Мин Өфөгә барып ҡына ҡайттым" тигән тамашала ҡатнашҡан балаларға атайҙарының "Беҙҙең илдең йәме" тигән китабын тапшырҙы. Ошоноң менән оло сараның тәүге көнө тамамланды. Икенсе көндө командалар ике этапҡа бүленеп, башҡорт эпостарынан өҙөктәр сәхнәләштерҙе. "Урал батыр" эпосына мәрәжәғәт итеүселәрҙән тыш, "Ҡола айғыр, "Аҡһаҡ ҡола", "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", "Ҡара юрға" кеүек халыҡ ижады ынйыларын сәхнәләштереүсе командалар ҙа байтаҡ булды. Командалар рухи ҡалҡаныбыҙ булған мәшһүр эпос эҙҙәре буйлап Шүлгән мәмерйәһенә, Йылҡысыҡҡан күленә сәйәхәт ҡылды, Бабсаҡ бей ҡорғанында һәм башҡа тарихи урындарҙа ла булды. Ә кис һүҙ оҫталары Байназар мәктәбе коллективы әҙерләгән сағыу һәм дәртле концерт-дискотекала рәхәтләнеп күңел асты, аралашты.
Шулай итеп, еңеүселәр ҙә билдәле булды. Өҙөктәр сәхнәләштереү туры еңеүселәре араһында беренсе урында - Учалы командаһы, 2-се урынға Сибай, Баймаҡ ҡалалары һәм Ишембай районы, Өфө ҡалаһының Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернаты лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы гимназияһы, Өфө ҡалаһының Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты һәм Бөрйән районының Яңы Мөсәт мәктәбе командалары яуланы. Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүсе Балтас, Архангел, Дәүләкән, Күгәрсен, Шишмә, Әлшәй райондары, Өфөнөң 38-се, 122-се гимназиялары БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Йылдағыса, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр туры 3 төркөмдә баһаланды. Бәләкәйҙәр (2-4-се синыфтар) төркөмөндә Учалы ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ләйсән Золотарева 1-се урын яуланы. 2-се урынға Баҡалы районынан Миләүшә Дусиева, 3-сө урынға Иҫке Монасип мәктәбенән Сара Истәкова лайыҡ булды. Урта һәм өлкән синыфтар араһында беренсе урынды Салауат ҡалаһынан 25-се гимназия уҡыусыһы Ралина Нафиҡова менән Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Сөмбөл Ласынова яуланы. 2-се урынға Әлшәй районының Ҡармыш мәктәбенән Ғәлим Һәүбәнов, Дәүләкән районынан И. Сафина, 3-сө урынға Миәкә районының Илсеғол башҡорт гимназияһынан Ғәлиә Шәйәхмәтова менән Ишембай районының 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова лайыҡ тип табылды.
Гран-приға Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Гөлнара Ҡазарбаева лайыҡ тип табылды. Ул БР Мәғариф министрлығы тарафынан булдырылған профессор, филология фәндәре докторы Ә. Сөләймәнов исемендәге премияға лайыҡ булды. - "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелә башлағандан жюри ағзаһымын, - тине филология фәндәре докторы, БДУ профессоры, жюри ағзаһы Мирас Иҙелбаев конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашып.- Беренсе йыл үткән бәйгелә эпосты тулыһынса ятлаған бер генә уҡыусы булды - Венера Баймөхәмәтова. Унан һуң 16 йыл үтте, бәйге төрлө райондарҙа барҙы. 2014 йылда Баймаҡ районында үткән сарала бөрйәндәр, һәр бер сара ниндәйҙер ерлеккә бәйле булған һымаҡ, был конкурс та "Урал батыр" эпосы төйәге булараҡ, Бөрйән ерлегендә үтергә тейеш, тип сығыш яһағайны һәм был ысынлап та шулай. Тәбиғәткә күҙ һалһаҡ, Урал батыр йәшәгән замандағы һымаҡ бит бында. Халыҡ тарафынан да Бөрйән Йәнбикә менән Йәнбирҙенең эҙҙәре ҡалған ер, Урал батыр төйәге тип ҡабул ителә. Быға топонимик атамалар ҙа булышлыҡ итә. Тәүге йылдар эҙләнеүҙәр дәүере булды - 2000 йылдар башында бәйге аҙна, 5-6 көнгә һуҙыла торғайны. Һуңғы йылдарҙа ике тур - эпосты яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү тормошҡа ашырыла. Бер нисә йыл элек бәйгелә 200-300 бала ҡатнаша ине, хәҙер эш күпкә еңелләште. Үткән йыл да, быйыл да шуға иғтибар иттек - бәйгегә зона этабында һайлап алынған көслө бәйгеселәр генә килә. Сығыштар бәйге талаптарына яуап бирә. Сибай, Баймаҡ ҡалалары уҡыусылары бик матур тәьҫир ҡалдырҙы...
Халҡыбыҙҙың милли бренды дәрәжәһенә күтәрелгән, рухи гимнына әүерелгән, боронғолоғобоҙҙо бар донъяға иҫбат иткән мәшһүр эпосыбыҙ балалар бәйәнендә яңғырап, рухыбыҙҙы байытты. Оло йыйын юғары нөктәлә, рух күтәренкелегендә тамамланды.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА, Айнабат АҠЫЕВА,
Бөрйән районының "Таң" гәзите хәбәрселәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.17 | Ҡаралған: 1477

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru