«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫУАНЫРҘАР ИНЕ ҠАУҘЫЛАР...
+  - 

Баш ҡалабыҙҙа талантлы рәссамдар, скульпторҙар бик күп, шуныһы ҡыуаныслы. Һәм тағы ла шуныһы яҡшы: улар уҙ оҫтаханаларына ғына бикләнеп ижад итмәй, ә Өфөбөҙҙө, уның урамдарын, парк һәм скверҙарын биҙәү-матурлауға ла бик ҙур көс һала. Баш ҡаланың байтаҡ урындары ана шул талант эйәләренең асыҡ оҫтаханаһына әйләнә бара.

Миҫал өсөн улар ижад иткән арт-объекттарҙың бер нисәһен генә әйтеп китеү ҙә етә: иң тәүҙә ул, әлбиттә, өфөләр тарафынан "Өс шөрөп" атамаһын алып өлгөргән баш ҡалабыҙ исеме - "ӨФӨ". Ә ниңә, шөрөп булһа һуң? Был хатта һәйбәт тә! Иң мөһим, иң ышаныслы, нығытыусы, беркетеүсе мәғәнәһен бирә бит ул атама. Баш ҡалабыҙҙы яратып, уны ғүмерлек төйәге иткән халыҡтарҙы берләштереп, өфөләр итеүсе билдә булараҡ ҡабул ителә ул. Ул шулай уҡ камиллыҡ, тимәк, ыңғай энергетика үҙәге символы ла.
Күперҙе үткәс, "Дуҫлыҡ монументы" ҡаршыһындағы майҙансыҡта беҙҙе егәрле, эшсән нәҙекәйбил - Бал ҡорто ҡаршылай. Башҡортостаныбыҙ брендына әйләнгән бал ҡорто һыны, әлбиттә, ел-дауылға, ҡар-ямғырға бирешмәй торған мөһабәтерәк кәүҙәләнешкә лайыҡтыр, тип иҫәпләйем мин, мәҫәлән. Сөнки ҡар иреп ятҡан болотло, еүеш көндәрҙең береһендә шул тирәнән үтеп барғанда автобус тәҙрәһенән ҡот осҡос бер бөжәк-ҡарасҡы һымаҡ күренде ул: буяуҙары йыуылған, ҡанаттары урынына тимерсыбыҡтар һерәйеп сыҡҡан, еүешлектән ҡарайған - ҡыҫҡаһы, был "арт-объект"та ғәжәйеп матур бал ҡортон таныуы ла бик ҡыйын ине яҙғыһын. Ҡыуанысҡа, уны әле яңынан матурлап, сәскәләр менән биҙәп ҡуйғандар. Артабан Менделеев урамы буйлап "Башҡортостан" сауҙа үҙәге алдында беҙҙе ысынынан айырып алғыһыҙ өс ат ҡаршылай. Дөрөҫөрәге, уларҙың береһе - ҡолон. Бер һүҙ ҙә юҡ: гүзәл күренеш.
Саҡ ҡына ары барғас, СССР-ҙың 50 йыллығы урамына боролған урынға яңыраҡ бер тирмән менән ҡоҙоҡ бураһы, сәскә түтәле тейәлгән арба килтереп ултыртҡандар. Ниңә был объекттар өсөн тап ошо урын һайланғандыр - әйтеүе ҡыйын. Ҡаланың боронғораҡ, ағас өйлө иҫке кварталдарының береһендә улар тәбиғиерәк күренер ине, моғайын.
Арыраҡ, "Аҡбуҙат" ипподромына юл аша ҡаршыла (их, теге аттар бына ҡайҙа кәрәк ине!) ҡара-ҡаршы ултырған ир менән ҡатын һыны, ҡулдарында - Ер шары. Был скульптура, киреһенсә, "Башҡортостан" сауҙа үҙәгенең "Лайфстайл" яҡлап майҙансығында урынлы булыр ине.
"Салауат Юлаев проспектында коммуналь хеҙмәткәрҙәр булышлығында тағы ла бер нисә ҡыҙыҡлы арт-объект һәм композиция барлыҡҡа килде," тип хәбәр иттеләр беҙгә күптән түгел Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Дуҫлыҡ монументы яғынан Октябрь районына ингәндә, водителдәрҙе баш ҡалабыҙ символы - һыуһар ҡаршы ала. Яңыраҡ бер нисә кешенән: "Ни өсөн Өфө гербына һыуһар төшөрөлгән икән?" - тигән һорауҙы ишетергә тура килгәйне. Шуға күрә был турала белмәгән тағы ла кемдәрҙер бар икән, уңайлы осраҡтан файҙаланып, шуны ғына әйтергә кәрәктер: боронғо Өфөнөң эргә-тирәһендә ҡиммәтле тиреле ошо йәнлектәр бик күп үрсеп киткән булған. 16-сы быуаттағы Өфө ҡалаһының мисәтендә лә шуға күрә тап һыуһар төшөрөлгән була. Ә мәғәнәһе уның шуға ишаралай: ҡасандыр һыуһарҙар яратып төйәк иткән ҡалабыҙ экологияһын бөгөнгө көндә лә таҙа, матур, уңайлы итеп йәшәргә бурыслыбыҙ.
Революцион һәм Ленин урамдары киҫелешендә шулай уҡ яңы бер һоҡланғыс артобъект - йәшел йөрәк барлыҡҡа килде. Көнбағыш сәскәләре менән биҙәлгән ҙур йөрәк аҫтында тимерҙән үрелгән яндауырҙар менән ағастан эшләнгән бәләкәй генә күпер урынлашҡан. Йөрәк һыны лампалар менән ҡаймаланған, шуға конструкция төндә балҡып, тағы ла матурыраҡ күренә. Ғашиҡтарға был арт-объект бигерәк тә оҡшап төштө, улар күперҙә тороп фото төшөргә ашыға. Оҙаҡламай "йәшел йөрәк" яңы өйләнешкән йәштәрҙең һәм "Салауат Юлаев" хоккей командаһы көйәрмәндәренең яңы изге урынына әйләнәсәк, тип күҙаллана. Бик мәслихәт!
Әйтеүемсә, урынлымы-урынһыҙмы - бына ошондай мини-скульптуралар байтаҡ Өфөлә. Үкенескә, уларҙың барыһын да һанап бөтөүе мөмкин дә түгел. Һәйбәт, яҡшы, кешелекле күренеш. Улар ҡала халҡы күңелен матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәп тора кеүек. Тик бына әлегесә урынлымы-юҡмы, тигәнемә ҡағылышлы тағы бер миҫал. Әле яңы ғына Өфөнөң Салауат проспекты трассаһы ауышында, хатта ки... соҡор бер урында гүзәл күренеш - "Ҡауҙы ғаиләһе" һыны пәйҙә булды. Ҡауҙылар бик матурҙар, ысын тип торорһоң! Тик бына йәлләп тә ҡуйҙым үҙҙәрен. Был ҡоштарҙың тәбиғәтенә бейеклек, юғарылыҡ хас. Улар ояны ла бит бейек-бейек урындарға: ҡыйыҡ баштарында, йорт янындағы ағас, электр, телеграф бағаналары баштарында төҙөй. Ә беҙҙә, Өфөлә, уларҙы күрәләтә соҡорға алып барып ултыртҡандар! Ата ҡауҙы муйынын һоноп, һауаға тилмереп баға түгелме? Исмаһам, бында уларға ҡарап һоҡланыусылар табылһа, ярай ҙа. Юғиһә, машинала трасса буйлап китеп барғандарға ла күренерлек түгел улар. Бейегерәк берәй бағана ултыртып, шуның башына күсереп ҡуйһалар, эй ҡыуаныр ине ҡауҙылар!
Ғөмүмән, баш ҡалабыҙ һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә, әүҙем төҙөкләндерелә, урамдарыбыҙ йәшеллеккә, сәскәләргә күмелә. Ошо фонда әлеге арт-объекттарҙың да тәбиғи күренешкә әүерелеүен күрге килә. Уларҙы киләсәктә уйлап, урын-еренә еткереп, теге йәки был урынға ярашырлыҡ итеп планлаштырыу кәрәктер, тим. Тейешле урынында тормаһа, матур эшләнгән, хатта тәрән йөкмәткеле скульптуралар ҙа мәғәнәһен юғалтыуы, күрмәлекһеҙгә әйләнеүе ихтимал бит, юғиһә...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.17 | Ҡаралған: 1065

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru