«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКМӘК ҺОРАНЫП СЫҠМАҪ ӨСӨН ЕР РЕФОРМАҺЫН ЯҢЫНАН ҮТКӘРЕРГӘ КӘРӘК!
+  - 

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - ғалим-агроном, юрист, бойондороҡһоҙ бизнес баһалаусы, көрсөккә ҡаршы идарасы, ер кадастры инженеры. Үткән быуаттың 70-90-сы йылдарында колхоз бригадиры, агроном, колхоз рәйесе, район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, КПСС райкомының икенсе секретары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләп, ауыл хужалығы, ер проблемаларын кабинетта ултырып түгел, үҙ күҙҙәре менән күреп белгән кеше. Шулай итеп, ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса ғына ла әллә күпме һөнәргә эйә, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла ЯПАРОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Һеҙҙе нығыраҡ белгән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәрегеҙ асыла бара. Үҙегеҙҙе етмеш төрлө һөнәр эйәһе тип әйтер инегеҙме?

- Мин Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, ике тиҫтә самаһы йыл уҙғас донъяға килһәм дә, ауылдағы донъя мәшәҡәттәрен, колхоз-совхоз эштәрен үҙ елкәмдә татыған кешемен. Ул саҡта бит атай иҫән булмаһа, йә һуғыштан ауыр яраланып ҡайтһа, йә хеҙмәт инвалиды булып, физик эш эшләргә хәленән килмәһә, балалар, йәш-елкенсәк, үҫмерҙәр тормоштоң ауыр йөгөн төптән егелеп тартты. Шуға ла ауылда кәрәкле барлыҡ һөнәрҙәрҙе лә эшләй беләм, тип ышаныслы әйтә алам. Бала саҡта ағайҙарға эйәреп, төрткө ауларға ла, һалабаш һыҙырырға ла йөрөнөм, мурҙа үреп, мурҙа һалып, балыҡ та тоттом, урман да таҙартырға тура килде. Шуға, урманда ниндәй ашарға яраҡлы үлән бар, ҡош-ҡортто нисек ауларға, нисек тамаҡ йүнәтергә икәнен дә беләм. Колхоз-совхозда минең йәштәштәр бәләкәстән яландарҙа күбә тарттырҙы, силос һалырға йөрөнө. Быны маҡтаныу тип ҡабул итмәһен гәзит уҡыусы, әммә беҙҙең быуын кешеләре кеше йәшәмәгән утрауҙа ла үҙ йүнен күреүҙең нигеҙҙәрен белеп, тәжрибә туплап үҫте.

Бығаса Ғарифула Япаровты күптәр фән эшмәкәре тип белһә, былтыр күптәрҙе аптыратып, "Китап" нәшриәтендә "Тәҡдир" тип аталған төрлө жанрҙағы әҙәби һәм документаль әҫәрҙәр йыйынтығығыҙ донъя күрҙе. Әҙәбиәткә ынтылыш ҡайҙан килә?

- Биш йәшемдән уҡырға өйрәндем, сөнки өйҙә һәр ваҡыт китап төп урында булды, ғаиләләге 10 баланың бишеһе һәр ваҡыт мәктәп уҡыусыһы ине - береһе унынсы синыфты тамамлаһа, кемелер беренсе класҡа барҙы. Күп балалы ғаиләбеҙҙә һәр ваҡыт "Совет Башҡортостаны", "Ленинсе" гәзиттәрен, "Пионер", "Ағиҙел" журналдарын алдырҙылар. Ауыр йылдар булһа ла атай-әсәй беҙҙе рухи аҙыҡтан өҙмәне. Икенсенән, вазифа буйынса ла, көрсөккө ҡаршы идарасы булып эшләгәндә лә ил буйлап күп йөрөргә тура килде. Бигерәк тә Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Киров һәм башҡа өлкәләрҙә. Хатта иртәнге ашты Ырымбурҙа ашаһам, киске ашҡа Свердловскийҙа була торғайным, ә инде таңды Ҡаҙанда ҡаршылай инем. Шуға күрә, күргән-кисергәндәр, китап итеп яҙаһы тарихтар бик күп, тик әлегә ваҡыт яғы ҡыҫынҡы. Шулай ҙа былтыр, тәүәккәлләп, "Тәҡдир" тигән китап сығарҙым. Унда "Ҡыйралыш" тигән романда республиканың ауыл хужалығы нисек итеп 70-се йылдарҙа үргә күтәрелеп, 1990 - 2000 йылдарҙа көрсөккә батҡаны һүрәтләнә. Шулай уҡ повесть һәм хикәйәләрҙә һәр беребеҙгә хас шуҡ малай саҡты, шаян үҫмер ваҡытты сағылдырҙым. Китапты уҡыусы күптәр әҫәрҙәрҙәге геройҙарҙа үҙҙәрен танып, минең шуҡлыҡтарҙы ҡайҙан беләһең, тип аптырап шылтырата. Шуныһы бигерәк ҡыҙыҡ.

Ысынлап та, "Ҡыйралыш" роман-дилогияһы илдең аграр секторының фажиғәһен сағылдыра... Көрсөккә ҡаршы идарасы булараҡ, дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, аграр реформа башлағанда ауыл хужалығын һаҡлап алып ҡалыу мөмкин инеме?

- Мөмкин ине, әлбиттә, сөнки заманында шәхсән үҙем Учалы районының "Байрамғол агрофирмаһы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәттә банкротлыҡ процедураһы башланғандан һуң, уны һаҡлап алып ҡалыу өсөн күп көс һалдым. Хәҙер унда малсылыҡ өсөн заманса технологиялар һәм техник база бар, 2 миллиард һум самаһына мегаферма төҙөлдө. Был үҙе үк банкротлыҡ институтының һөҙөмтәлелеген һәм шундай программа булырға тейешлеген, район хакимиәттәре менән көрсөккә ҡаршы идарасының бер төптән эшләргә тейешлеген раҫлай.
Икенсе ыңғай миҫал - Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативында производство базаһын һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыу. Һөҙөмтәлә бөгөн унда йәшелсә, картуф үҫтереү, бөртөклө һәм мал аҙығы культураларын эшкәртеү өсөн сит ил техникаһынан ҡеүәтле база тупланған.
Көрсөккә ҡаршы идарасы булған осорҙа Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә ҡайһы бер өмөтһөҙ тип һаналған ауыл хужалығы предприятиеларын һаҡлап ҡалыуға өлгәшенде, хәҙер улар малсылыҡ, баҡсасылыҡ буйынса алдынғы хужалыҡтарҙан иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса 100-ҙән артыҡ заводта, комбинатта, холдинг компанияларында, колхоздарында һәм совхоздарында көрсөккә ҡаршы көрәшеп, шуларҙың күпселеге һаҡлап алып ҡалынды. Шуға күрә, республикала бөгөн дә муниципаль берәмектәр үҙҙәре көрсөккә ҡаршы идарасы булдырыу тәжрибәһен индерергә, Хөкүмәт патронажы аҫтында эш менән шөғөлләнгән белгестәр, ғалимдар, эре предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре иҫәбенән көрсөккә ҡаршы менеджерҙар әҙерләргә тейеш, тип ышаныслы итеп әйтә алам. Артабан был эшмәкәрлек хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең һанын ҡыҫҡартыуға, аппаратты тотоу сығымдарын кәметеүгә, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплылығын арттырыуға, аппарат уйындарын һәм интригаларын бөтөрөүгә килтерәсәк.

Ә бына тотош Рәсәй көрсөккә терәлгәндә был проблеманы нисек хәл итергә була, сөнки йыл һайын иҡтисади көрсөк бөттө, хәҙер яҡшы йәшәй башларбыҙ, тигән вәғәҙәләр бирелә, әммә тормош раҫлауынса, көрсөк, ғәҙәттә, тиҫтә йылға тиклем һуҙылыусан һәм шул күҙлектән ҡарағанда, уның 2022-2023 йылдарға тиклем дауам итеүе ихтимал...

- Теләһә ниндәй дәүләттең йәшәү сығанағы булып ер ресурстары һәм унда йәшәүсе халҡы тора. Кеше ерҙә тыуа, ерҙә йәшәй һәм эшләй, балалар үҫтерә, вафат булғас, ошо ергә ерләнә. Илде ер ресурстары менән тәьмин итеү һәм уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу - йәмғиәт производствоһын үҫтереүҙең мөһим иҡтисади һәм сәйәси факторы. Баҙар мөнәсәбәттәренең донъялағы тәжрибәһе күрһәтеүенсә, барлыҡ үҫешкән илдәрҙә лә ер иҡтисади мөнәсәбәттәргә ышаныслы, бөтмәҫ һәм һан яғынан артып тороусы, барлыҡ кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландырыусы, территорияларҙың үҫешен һәм йәмғиәттең социаль тотороҡлолоғон тәьмин итеүсе финанс сығанағы тип баһалана.
Бөгөн, ерҙең кемдеке булыуы - файҙаланып, елеген һурып, ташлап китеүсенекеме, әллә уны һаҡларға һәм уңдырышлылығын арттырып, тейешле уңыш алырға тырышыусы ысын хужаныҡымы - тураһындағы мәсьәлә сиселмәй тороп, Рәсәйҙең ауыл хужалығындағы бер генә проблема ла хәл ителмәйәсәк. Был мәсьәлә ил баҙарын сит ил тауарҙарына биреп, ерҙең тарихи хужаһынан азат итеүсе дәүләт бюрократияһының башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә крәҫтиәндең генә түгел, Рәсәйҙең яҙмышын упҡын алдына килтереп ҡуйҙы. Аҙыҡ-түлекте ситтән индергәндә дәүләт чиновниктары кеҫәһенә аҡҡан "откат", ил продукттары күләмен кәметеп, ситтән индереүгә өҫтөнлөк биреүгә юл асты. Совет заманында коллектив ерҙәрҙе эшкәрткән, ә хәҙер формаль рәүештә ере булһа ла, бер нәмәһеҙ ҡалған крәҫтиәндең хәл-торошон тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Хатта бөгөн пай ерҙәрен алыусылар ҙа уны бер нәмә лә эшләтә алмай, тимәк, ерҙән килем килмәй. Рәсәй тарихында бындай абсурдтың булғаны юҡ ине әле. Ғәмәлдә, дәүләт аграр өлкәне көрсөккә үҙе алып барып терәне. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ер тураһындағы ҡануниәтенә ентекле анализ яһамай ғына шулай тиергә мөмкин: үҙ закондары буйынса йәшәгән бюрократия крәҫтиәнлекте һәм уның ергә бәйлелеген тулыһынса юҡҡа сығармаҫтан алда, төплө һәм уйланылған яңы аграр реформа үткәрергә кәрәк. Ул, бәлки, масштабы буйынса крепостнойлыҡ хоҡуғын бөтөрөүгә һәм Столыпин реформаһына тиң булыр. Тик ул 90-сы йылдарҙа башланған аграр реформанан айырылып торорға тейеш!

Ысынлап та, пайҙарҙы бүлеп биреү Чубайстың үҙ заманындағы хосусилаштырыу чектары кеүек булды - ҡағыҙ бар, әммә уны нимә эшләтергә икәнен берәү ҙә белмәне һәм улар акциялар сифатында байҙарҙың активына инеп ятты. Ер менән дә шул уҡ хәл - пай ерҙәре бар, әммә улар хужаһына теркәлмәгән, йә актив түгел, йәғни, килем килтермәй. Бындай күренеште Башҡортостан буйынса нисек баһалайһығыҙ?

- 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республиканың 14,3 миллион ер фондынан 84,3 мең гектар ғына, йәғни 0,59 проценты Башҡортостан милке булараҡ теркәлгән, шул уҡ ваҡытта 41,6 процент, йәғни 6 миллион гектар - федераль милектә. Муниципаль һәм республика милкендә ерҙең 1 проценты ғына. Граждандар милкендә 2 252 700 гектар ер бар, предприятиеларҙа - 3900 гектар. Республиканың 307 мең гражданы 1 972 000 гектарҙы үҙ милкенә күсергән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 5 763 000 гектар (40,3 процент) ергә хоҡуҡтар сикләнмәгән. Һуңғы ике йылда ошо һандарҙа артыҡ үҙгәрештәр юҡ. Был эш буйынса башҡа төбәктәр менән сағыштырыу беҙҙең файҙаға түгел. Йәғни ерҙең хужаһы юҡ икән, бюджетҡа ла аҡса инмәй. Ә 4-6 гектар пайы булған кеше уны үҙ аллы ғына эшкәртә лә, унан килем дә ала алмай. Шуға күрә, Рәсәй аграр секторҙы үҫтереү стратегияһы ер эшкәртеүселәрҙең, пай хужаларының кооперацияларын үҫтереүҙә мотлаҡ дәүләттең ярҙамын күҙаллай. Ауыл ерҙәрендә бәләкәй һәм урта тауар етештереүселәргә ярҙам итеүҙе, уларҙың продукцияһын ҡулланыусылар һәм һатыу ойошмалары аша һатып алыуҙы, техника һәм ауыл хужалығы машиналарын оҙайлы ваҡытҡа лизинг нигеҙендә биреүҙе, ауыл халҡына үҙ эшен асыу өсөн түләй алырҙай кредит биреүҙе ойошторорға кәрәк. Бының өсөн, элекке әңгәмәләремдә әйткәнемсә, Ер банкы булдырыу зарур. Ул ерҙә эшләүселәр өсөн 25 йылға кредит биреп, уны 25 йылдан һуң, ныҡлап аяҡҡа баҫҡас ҡына ҡайтара башлауҙы күҙаллай. Рәсәй тарихында бындай миҫал бар һәм ул үҙенең хаҡ икәнен раҫлай.

Башҡортостан милкендәге ер күләме 1 процент та юҡ тип аптыраттығыҙ... Ә бит дәүләтселек тәүшарттарының береһе булып тап ер тора. Дәүләтебеҙ - Башҡортостан, дәүләт символдарыбыҙ булған гербыбыҙ, гимныбыҙ, флагыбыҙ бар, ә еребеҙ юҡ килеп сығамы инде? Йәғни, ул формаль рәүештә бар, ә фактик рәүештә, йәғни документтар буйынса - юҡ...

- Бөтөн бәлә лә шунда - формаль рәүештә генә. Ә бына донъя тарихынан Ватиканды алып ҡарағыҙ. Үҙенең ере булыуы арҡаһында ул Рим территорияһы эсендә анклав-дәүләт булып тора, үҙ аллы йәшәй. Беҙ, киреһенсә, заманында йәйрәп ятҡан территорияһы булған башҡорттар, бөгөн ерһеҙбеҙ. Быға тиклем яңы Рәсәйҙә алып барылған ер реформаһы үҙенең нигеҙһеҙлеген раҫланы. Илдең төп ресурсы булған ерҙе уны эшкәртә алмаған йәки эшкәртергә теләмәгән граждандарға биреү илде һуңғы нөктәгә килтереп еткерәсәк. Ерҙең яңы хужалары - "яңы байҙар" иң яҡшы ерҙәрҙе алып ҡалып, баҫыуҙарҙы - деградацияланыуға, ә ауылдарҙы үлеүгә дусар итәсәк.
Әлбиттә, ер реформаһынан тулыһынса баш тартып, элекке ер ҡоролошона кире ҡайтырға ярамай. Кешелек тарихы ергә шәхси милекселектең һөҙөмтәле булыуын раҫланы һәм был дәлилде бер нисек тә инҡар итеп булмай. Бөтөнләй ерһеҙ тороп ҡалмаҫ өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡабат элекке торошона, йәғни дәүләт милкенә күсерергә кәрәк. Бының өсөн ерҙең сифаты, дәүмәленә һ.б. ҡарамайынса, бер өлөш өсөн билдәле хаҡ ҡуйып, халыҡтан һатып алырға кәрәк. Мин ҡабат Рәсәй Ер банкыһы темаһына урап ҡайтам, сөнки был эште шунан башҡа йырып сығып булмай. Был осраҡта ер профессиональ кимәлдә хужалыҡ алып барған субъекттарға ғына бирелер, алыпһатарҙар ҡулына күсмәҫ. Ә дәүләт, ер ресурстарының милексеһе булараҡ, ауыл хужалығы производствоһына дәүләт кредит ресурстары иҫәбенән төрлөсә ярҙам күрһәтергә тырышыр ине. Әгәр бөгөн ошондай реформа үткәрмәһәк, тиҙҙән Рәсәй, иң ҙур ер территорияһы булған ил, донъя буйлап тағы икмәк һоранып сығасаҡ.

Ер буйынса белгес булараҡ, бөгөнгө хәл-тороштан сығыу өсөн нимәләр тәҡдим итәһегеҙ?

- Беренсенән, фермерҙарға ерҙе хосусилаштырыу һәм хужалыҡ эсендәге ер ҡоролошона тулы комплект документтар алыу өсөн 300 мең һум күләмендә кредит биреү зарур. Икенсенән, күп балалы ғаиләләргә шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәренән кәрәк булған тиклем участкалар бирергә һәм уларға техника, яҡшы орлоҡ, тоҡомло мал алыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтергә. Өсөнсөнән, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә 100 гектар урманды оҙайлы ҡуртымға, майҙаны 50 гектарҙан да кәм булмаған яландарҙы льготалы шарттарҙа күсмә умарталыҡ өсөн бирергә, лизингка транспорт саралары бүлергә. Дүртенсенән, Хөкүмәт ҡанаты аҫтында кредит кооперативы формаһы буйынса Республика крәҫтиән банкы ойошторорға. Бишенсенән, район хакимиәттәрендә ер мәсьәләләре, шул иҫәптән бюджет иҫәбенә ер ҡоролошо һәм уның зыянһыҙ эшләүе мәсьәләләре буйынса бушлай юридик консультациялар булдырырға. Алтынсынан, ер - республиканың бик ҡиммәтле һәм иң әһәмиәтле социаль-иҡтисади ҡеүәте булараҡ, уның менән аныҡ орган шөғөлләнергә тейеш. Республиканың бөгөнгө Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы, тармаҡ министрлыҡтары яуаплылыҡты үҙҙәренә алмай һәм алырға теләмәй бер-береһенә һылтанғанда, алға китеш булмаясаҡ. Мин бындай орган республика ер фондына хужаларса эйә булыу, уны файҙаланыу һәм уның менән идара итеү кеүек милексе функцияларын үтәргә, туранан-тура Башҡортостан Башлығына буйһонорға, халыҡ алдында мотлаҡ йыл һайын Башҡортостанда ерҙе һаҡлау һәм һөҙөмтәле ҡулланыу буйынса отчет бирергә тейеш, тип күҙаллайым. Етенсенән, тотош Рәсәй Федерацияһында ер мөнәсәбәттәрен тамырынан үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Халыҡтың алдынғы ҡарашлы өлөшө һәм ғалимдар илде аграр реформа ярҙамында нисек итеп көрсөктән сығарыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр индерә башланы һәм уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға ваҡыт!

Шулай итеп...
"... Күк йөҙөндә йондоҙҙар мәңгелек йыһан киңлегендә сабыша, был ярышта ҡайһыһылыр тиҙ янып, шунда уҡ юҡ була. Уларҙың барлығын, юҡлығын башҡалар тоймай ҙа шикелле. Тик улар бәғзеләрҙең урынын алып, бер файҙаһыҙ ваҡыт үткәрәлер һәм эҙһеҙ юғалалар..." - тип яҙа үҙенең "Сабышҡан йондоҙҙар" повесында Ғарифулла Хәбибулла улы. Уның иһә күк йөҙөндәге йондоҙҙар араһында үҙенә генә тәғәйен урыны бар, ул бер ваҡытта ла кеше урынын алып тормаған һәм тормай, бөгөн дә тормош ҡараңғылығында ҡайһы һуҡмаҡтан барырға белмәй ҡаңғырыусыларға юл яҡтыртырға тырыша...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.17 | Ҡаралған: 1198

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru