«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЛИМ ӘМИРОВ
+  - 

Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Валиди менән иңгә-иң терәп, Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәрҙең күбеһе 30-сы йылдарҙа Сталин репрессияһы ҡорбаны булып, уларҙың яҡты исемдәре нисәмә тиҫтә йылдарға онотолоуға дусар булды. Ошондай шәхестәрҙең береһе Хәлим Насретдин улы Әмиров тураһында һүҙебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Бәләбәй ҡалаһында торған Айырым Башҡорт бригадаһы частары һәм тағы бер кавалерия полкы, әҙерлеге булмауға ҡарамаҫтан, Петроградҡа оҙатыла. Шулай уҡ бында Көньяҡ фронттан Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның 1-се, 2-се полктары штабтары килә. Башҡортостандан килгән яңы һалдаттар иҫәбенә бригада һәм дивизия частары ойошторолорға тейеш була. Был мөһим эшкә етәкселек итеү бурысы тағын да Хәлим Әмировҡа тапшырыла. Ул Башҡорт республикаһының башҡорт ғәскәрҙәрендәге махсус вәкәләтле вәкиле (особоуполномоченный) сифатында киң хоҡуҡтар менән Петроградҡа ебәрелә. 10 меңдән ашыу яугирҙан торған Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә идара итеү еңелдән булмай. Петроградҡа килеү менән Х. Әмиров, тәү сиратта, башҡорт ғәскәрҙәрендәге сәйәси комиссарҙар составына иғтибар йүнәлтә. Ғәскәрҙәрҙе Башҡорт хөкүмәтенең сәйәсәтен алып барырҙай кадрҙар менән тулыландырыу кәрәклеген аңлай. Сөнки башҡорт милләтенән булмаған комиссарҙар ғәскәрҙәргә зыян ғына килтерә. Улар Башҡортостан автономияһына ҡаршы агитация алып бара. Мәҫәлән, Башревком рәйесе Харис Йомағолов Башҡорт дивизияһы комиссары Нуриәғзәм Таһировҡа былай тип яҙа: "Сообщи всем-всем красноармейцам-башкирам! Пусть неподдаются провокации! По некоторым сведениям наших красноармейцев в Белебее настраивали против нас, т.е. Ревкома и Б.С.Р. и против Советов, так прими меры, чтобы рассеять лживые, провокационные слухи красноармейцев".
Шуға күрә лә Хәлим Әмиров башҡорт ғәскәрҙәрендәге сит милләт комиссарҙары урынына башҡорттарҙы тәғәйенләргә тигән мәсьәләне күтәрә. Бының өсөн ул Мәскәүҙә Свердлов исемендәге Коммунистик университетта уҡыған башҡорт курсанттарын Петроградҡа ебәреүҙе һорай. Ошо айҡанлы Мәскәүҙә, ВЦИК янындағы Башҡорт республикаһы вәкиле Әбдрәшит Бикбауов 1919 йылдың 29 октябрендә Башҡортостандың Хәрби эштәр буйынса комиссариатына былай тип хәбәр итә: "Настоящим сообщаю требование особоуполномоченного по делам башкирских частей в Петрограде т. Амирова о замене во вверенных ему башкирских частях ответственных работников небашкир башкирами-курсантами, необходимой для создания могущественной башкирской армии и для ее воспитания в зависимости (с учетом) бытовых и исторических особенностей нашего народа, а также подтверждаю его настойчивую просьбу об откомандировании в Петроград московских курсантов тт. Магасумова, Баталова, Абсалямова, Ишкаева и Дюкасова на полковые комиссарские должности и еще десять человек на менее ответственные должности…". Ә. Бикбауов та Хәлим Әмировтың фекерен ҡеүәтләй: "Побывав в Петрограде, лично убедился, что удовлетворение просьбы Амирова крайне необходимо", - тип тамамлай ул үҙенең телеграммаһын.
Нуриәғзәм Таһиров һәм Хәлим Әмировтың тырышлығы менән Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт эшмәкәрҙәре: Ғабдулла Ибраһимов Башҡорт уҡсы бригадаһының комиссары итеп, Һиҙиәт Сәғәҙиев Башҡорт кавалерия дивизияһы сәйәси бүлеге мөдире итеп, Хәйҙәр Лотфуллин "Салауат" гәзитенә эшкә тәғәйенләнә.
Хәлим Әмиров Петроградта ғәскәрҙәр араһында Башҡорт автономияһы етәкселегенең сәйәсәтен алып барыусы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте мәнфәғәтен алға һөргән, пропагандалаған эшмәкәрҙәрҙең береһе булған. Быны Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары архивында бик ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле документ - "Бәхет көнө" тип аталған йыйынтыҡ тағы бер тапҡыр иҫбатлап тора. "Бәхет көнө" йыйынтығы Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең советтар яғына сығыуына бер йыл тулыу айҡанлы 1920 йылдың февралендә Петроградта баҫылған. Унда Башҡорт автономияһы етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди, Башҡорт уҡсы бригадаһы комиссары Ғабдулла Ибраһимов мәҡәләләре һәм Башревком вәкиле Хәлим Әмировтың "Башҡорт хәрәкәте" исемле доклады урын алған. Был доклады менән Әмиров Петроградта башҡорт ғәскәрҙәренең 1-се коммунистик конференцияһында сығыш яһаған. Юғары трибунаға сығып, Хәлим Әмиров Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштең тарихын бәйән итә, уның маҡсаттарын һалдаттарға еткерә.
Юденич армияһы тар-мар ителгәндән һуң, Башҡорт кавалерия дивизияһы Новгород губернаһына, ә Башҡорт уҡсы бригадаһы полктары Финляндия сигенә күсерелә. Шуның менән Хәлим Әмировтың Петроградтағы эшмәкәрлеге лә тамамлана. Ул 1920 йылдың февралендә Башҡортостанға ҡайтып, элекке вазифаһына - мәғариф комиссариаты коллегияһына тәғәйенләнә. Әммә фронттан алыҫ ятҡан Башҡортостанда ла сәйәси хәл бигүк тыныстан булмай. Автономия өсөн көрәш дауам итә. Йәш Башҡорт республикаһына күрше губерна властары теше-тырнағы менән ҡаршылыҡ күрһәтә. Автономияны нисек тә булһа тарҡатырға, юҡ итергә тырыша урындағы большевиктар.
1920 йылдың мартында Башҡортостан автономияһына ҡаршы кешеләрҙән торған Үҫәргән кантоны РКП(б) комитеты (Ырымбур губкомының йәшерен бойороғо буйынса), Башревкомдың рөхсәтенән тыш, кантондың Советтар съезын үткәреп, яңынан кантревком һайлай. Съезд тураһында башҡорт ауылдарына әйтелмәй, делегаттар күпселек урыҫ ауылдарынан йыйыла. Әҙселекте тәшкил иткән башҡорт делегаттарын ҡорал менән ҡурҡытып, съезда Башҡортостанға ҡаршы ҡарарҙар ҡабул ителә, Башревкомға буйһонмаҫҡа, тигән сығыштар яңғырай. Кантон башҡарма комитетына автономияға ҡаршы кешеләр һайлана. Кантон үҙәге Ейәнсура ауылынан Чеботаревка исемле урыҫ ауылына күсерелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Үҫәргән кантонында власть фетнәселәр ҡулына күсә.
Башревком Үҫәргән кантонындағы ваҡиғалар тураһында ишетеү менән Хәлим Әмиров, Сөләймән Ишмырҙин һәм Ибраһим Исхаҡовтарҙан торған махсус комиссия булдыра. Әхмәтзәки Вәлиди комиссияның рәйесе итеп Х. Әмировты тәғәйенләй. Башревком комиссияһы һалдаттар менән Үҫәргән кантонына килеп төшә. Килеү менән Хәлим Әмиров тиҙ арала кантонда тәртип урынлаштыра, Башҡортостан автономияһы власын тергеҙә. Башревкомға буйһонмаған яңы кантревкомдың һәм канткомдың ағзаларын ҡулға ала. Фетнәсе коммунистарҙың берәүһе Ырымбурға ҡасып ҡотола. "Башревком выслал в Усерганский кантон - Чеботаревку комиссию во главе с Амировым и двумя отрядами, первый в сто человек занял Чеботаревку, второй отряд, количество коего не выяснено, расположился в районе Чеботаревки. Комиссией арестованы коммунисты: Атанов, Ивашкин, Брозинский, Похлебаев и другие; разоружен военкомат; распущены коммунистические партии вплоть до ячеек…", - тип, Ленин менән Дзержинскийға ошаҡлай Рәсәй транспорт ЧК-һы рәйесе Данилевский. Хәлим Әмировтың Үҫәргән кантоны коммунистарының "арт һабаҡтарын уҡытыуын" ВЦИК-тың Башревком янындағы вәкиле Ф. Самойлов аҙаҡ "Последний крупный "подвиг" валидовцев", тип баһалай.
25 март Башревком Үҫәргән кантонына етәкселекте Х. Әмировтың үҙенә тапшыра, уны кантревком рәйесе итеп тәғәйенләй. Әммә уның Үҫәргән кантонындағы коммунистарҙы ҡулға алыуы, РКП(б) ойошмаһын ҡыуып таратыуы Башобкомға оҡшамай. Май айында обком Әмировтың эшен тикшереү буйынса конфликт комиссияһы ойоштора. 16 майҙа комиссия Үҫәргән кантоны коммунистарын аҡлап сығыш яһай, Әмировты бер йылға партиянан сығарырға ҡарар ҡыла. 18 майҙа үткән Башобком пленумы уны бер йылға бөтә яуаплы вазифаларҙан ситләтергә тәҡдим итә. Ләкин Башревком коммунистарҙың ҡарарына әллә ни ҡолаҡ һалып бармай. Әмировты Башглавпродукт рәйесе вазифаһына тәғәйенләй. 1921 йылдың авгусынан ул Башобкомдың Башҡортостан Ревтрибуналы янындағы Дәүләт ғәйепләүсеһе (Гособвинитель) урынбаҫары булып эшләй, һуңынан Төркөстанда Башҡортостан вәкиллеген етәкләй.
Артабан башҡорт милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең күбеһе дәүләт эшенән ситләтелә, ә инде 30-сы йылдар башында уларҙы эҙәрлекләү, ҡулға алыуҙар башлана. Был осорҙа Хәлим Әмиров Өфө моторҙар эшләү заводында (хәҙерге УМПО) плановик булып эшләй. 1936 йылдың 23 октябрендә ҡулға алынып, өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Бынан һуң Хәлим Насретдин улы Әмировтың эҙҙәре юғала. Сталин лагерҙарынан ҡайта алмағындыр, күрәһең. 1989 йылдың 12 ноябрендә реабилитацияланғанлығы билдәле.
Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлиди менән бер рәттән, уның көрәштәштәрен дә онотмаһаҡ ине. Шуларҙың береһе Хәлим Әмиров та халыҡ хәтерендә лайыҡлы урын алырға тейеш.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Аҙағы. Башы 27-28-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.17 | Ҡаралған: 1154

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru