«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАЛ ТАУЫШЫ
+  - 

Ошо тылсымлы һүҙҙәрҙе аҡ ҡағыҙға төшөрөүем менән үк ҡәләмдәшем Абдулхаҡ ағай Игебаев һыны күҙ алдыма килде.

Уны белеүем күреүемдән байтаҡҡа элегерәк, үткән быуаттың илленсе йылдарында, Ырымбур өлкәһенең Һунарсы ауылына Өфөнән яҙа-йоҙа килеп еткән "Әҙәби Башҡортостан" журналының әҙәби тәнҡит бүлеге аша булды. Унда, иҫемдә ҡалыуынса, халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең, самаһыҙ сапсыныусы ҡәләмдәштәренә өндәшеп, "Башҡа эшегеҙ булмаһа, Абдулхаҡ Игебаевты әрләгеҙ", тигәнерәк әсе телле мәҡәләһе ташҡа баҫылғайны. Аңлауымса, матбуғатта бер-бер артлы сыҡҡан мәҡәләләрҙә йәш шағирҙың, еңеләйтеп әйткәндә, үтә ябай яҙыуын тәнҡитләгәндәр, оло шағирыбыҙ иһә, ябайлыҡта - даһилыҡ, тип, уларҙы пыр туҙҙырған. Алыҫтан килгән ошо ауаз күңелемдә тәрән уйылып, тәнҡитләнеүсе егеткә ҡарата һүрелмәҫлек ҡыҙыҡһыныу уятты. Абдулхаҡ Игебаев иһә һоҡланғыс оҙон ижади тормошо дәүерендә ысынлап та даһилыҡ кимәленә өлгәшеп, Башҡортостан Республикаһының иң юғары дәүләт бүләктәрен алды, әҙәбиәтебеҙҙә тик үҙенә генә хас нурлы эҙ ҡалдырып, иң ҙур баһа - Халыҡ шағиры дәрәжәһендә баҡыйлығына күсте...
Ун өс йыл уҙғас ҡына, 1958 йылдың йәйендә, уның менән Өфөлә йөҙмә-йөҙ осраштыҡ. "Һәнәк" журналынан күсеп, яңы ғына асылған "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләп йөрөгән сағым; редакция йомошо менән үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр Бөрйән районына барып, атаҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһендә алыҫ-алыҫ бабаларҙың ҡаяға төшөргән ҡан төҫөндәге һүрәттәрен күреп, тәрән рухи тетрәнештәр кисергәйнем; ҡалаға ҡайтҡас та оҙаҡ ваҡыт иҫемә килә алмай ҡаңғырып йөрөнөм. Ата-бабаларым, халҡым, Башҡортостаным һәм салдарҙан-сал тарихыбыҙ тураһында уйланып, "Минең шәжәрәм" исемле поэмамды бер һулыштан яҙғайным. Яҡынлап килгән оло байрам айҡанлы, "Бөйөк Октябрь революцияһының данлы 50 йыллығына" тигән арнау беркетеп, "Ағиҙел" журналына илттем. Редакция әһелдәренән тыш, Яҙыусылар берлеге рәйесе Хәким Ғиләжев менән сәркәтибе Вәзих Исхаҡов, партбюро етәксеһе Ғәйнан Әмири ҙә ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡып, поэманы алдағы йылдың ноябрь һанында журнал уҡыусыларына еткерергә, тигән фекергә килгәндәр. Үҙемде саҡыртып алып, әҫәрҙе бер аҙ ҡыҫҡартырға, бер аҙ шымартырға ҡуштылар. Йәһәт кенә барыһын үтәп, ҡулъяҙманы алып барғанымда "сюрприз" көтә ине: баҡтиһәң, редакцияға билдәле шағир Абдулхаҡ Игебаев минеке кеүек үк темаға яҙылған "Урал тауышы" тигән поэма килтергән. Йәнгә һалҡын йүгерҙе: тимәк, был бәйгелә минеке уҙмаясаҡ...
Редакцияла мин фәҡирегеҙгә уны-быны белгертмәй генә күмәкләп йыйылыштылар ҙа, килтергәнемде үҙемдән ҡысҡырып уҡыттырып, өндәшмәйенсә тыңлағас, коридорға сығып көтөп торорға бойорҙолар. Тимәк, фекер алышасаҡтар, яҙмышым ҡыл осонда!
Ҡыҫҡаһы, фекерҙәр бәрелешкән. Бизмән табағы "Урал тауышы" яғына нығыраҡ ауышҡас, Хәким ағай һалған гер баҫа төшкән: "Ике поэма ла һәйбәт, көн ҡаҙағына ҡаға, ҙур тәжрибәле шағир Абдулхаҡтыҡы, бәлки, үтемлерәктер ҙә. Ләкин ул шымарған автор, бында булмаһа, икенсе урында баҫтыртыр, - тигән ул. - Абдулхаҡ ҡустыны күҙ алдында тотанаҡлап үҫтерҙек, киләһе йыл мәркәз ҡалабыҙ Мәскәүгә уҡырға ла ебәрәбеҙ, шуға күрә ул аңлар: Йыһат Солтанов әле генә бураҙна араһынан килеп, ҡатыны, өс балаһы, әсәһе менән ҡала ерлегендә саҡ-саҡ эләгеп тора; әммә ул бөрөләнгән талант эйәһе, артабанғы асылышына булышлыҡ итергә кәрәк. Абдулхаҡ ҡусты менән үҙем һөйләштем, ризалашты - ҡулъяҙмаһын алып китергә тейеш... " Бүлмәгә ҡабат саҡыртылып, түбәмде күккә тейерҙәй итеп осондорттолар, Вәзих Исхаҡов тигәндәре яурыныма дуҫтарса ҡулын һалып: "Ну, брат, дәүләтебеҙҙең Ғәлимов Сәләм исемендәге бүләге һиңә обеспечен - беркетергә хөлләңдең түшенә тишек тишә тор", - тип шаяртты (миңә бер ҡасан да ундай тишек тишергә кәрәкмәне).
Шул арала редакцияға йыуантыҡ урта буйлы, ташып барған көслө хистәренәнмелер ҡыҙара бүрткән түңәрәк йөҙлө һәм, ул замандың минең һымаҡтарынан айырмалы булараҡ, энәнән-ептән яҡшы костюмлы, ҡупшы һалам эшләпәле уҙаман килеп керҙе лә, һис бер һүҙ ҙә өндәшмәй, бөхтә папкалы ҡулъяҙмаһын өҫтәлдән эләктереп, елтерәп сығып та китте - Абдулхаҡ Игебаевты беренсе күреүем ошо булды.
Уның "Урал тауышы" дүрт айҙан һуң ("Минең шәжәрәм"дән күпкә элек) республиканың "Совет Башҡортостаны" гәзите биттәрендә ташҡа баҫылып сығып, донъя шаулатты, мин белгән ағай-эне уны йотлоғоп уҡыны буғай, шул хаҡта һүҙ күп булды. Әҫәр юғары патриотик пафосы, халыҡсан ябай теле менән иғтибарымды ныҡ тартты. Әйтерһең дә, сал Уралыбыҙ күп быуатлыҡ йоҡоһонан уянған да баһадирҙарса тороп кирелә; халҡыбыҙҙың данлы-ҡанлы үткәне, сыуаҡ көнлө бөгөнгөһө, киләсәккә ышаныслы ынтылышы сағыу сәскәләр, йылғалар, урмандарҙың теле аша донъяға фаш ителә; бында бөтә нәмә йәнле һәм йырлы: Ҡояш, аҡҡош, ҡайын, үләндәр, ысыҡ тамсылары, тупраҡ-таштар, имән, бөркөт - һәр береһе үҙ хисе һәм ауазы менән көйләй, ә үҙәктә симфонияның лейтмотивы рәүешендә Урал бөркөтө саңҡый - йәмғеһе бер оран-тауышҡа әйләнеп, шағир йөрәгенән дәртле урғыла. Ҡәләмдәштең рухиәтендә үҙемә ишлек табып, үҙен яҡындан күреп фекер алышырға итһәм дә, форсаты сыҡмай ҡалды - уның инде Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәби институттың ике йыллыҡ юғары курстарында уҡый башлауын ишеттем. Шул ике йыл араһында ул байтаҡ әҫәрҙәр яҙҙы һәм республика матбуғатында балҡытты; ярһыу рухлы шиғриәте мәркәздә лә яңы үрҙәргә артылып, "Оран һала Ер-әсә" тигән патетик поэмаһы урыҫ теленә тәржемәлә КПСС Үҙәк Комитетының төп органы "Правда" гәзитендә баҫылып сыҡты, был иһә башҡорт совет әҙәбиәтендә әлегәсә халыҡ шағиры Мостай Кәрим ишеләр генә яулай алған үр ине.
Дан-шөһрәттең Аҡбуҙына атланған шағирыбыҙ 1971 йылда уҡыуын тамамлап, Өфөгә ҡайтып төштө лә, ал-ял белмәй, "Ағиҙел" журналының шиғриәт бүлеген етәкләргә тотондо, ул саҡ мин дә редакцияла әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара -әҙәби тәнҡит һәм публицистика бүлеген алып бара инем. "Мәскәүский" яңы фасонлы кейенгән, мыҡты буй-һынынан дәрт-ҡеүәте тиртеп торған уҙаманды редакция йәмәғәте дөйөм ихласлыҡ менән ҡаршыланы, ул иһә һәр беребеҙ менән егеттәрсә ҡаты ҡул ҡыҫып күреште. "Ағиҙел"селәр ул ваҡытта йәмғеһе бер бүлмәгә тыңҡысланған: ишектән ингәс һул яҡ стена буйында бер-береһенә терәтелгән өҫтәлдәр артында етәксе түрәләребеҙ - шиғриәт бүлеге, проза бүлеге мөдирҙәре һәм баш мөхәррир үҙе суҡайып ултыра; уларҙың күҙ алдындағы уң яҡ буйҙың түр башында яуаплы сәркәтип ("штаб начальнигы"), унан ҡала, шулай уҡ терәлешеп, ике әҙәби хеҙмәткәр һәм корректор биләмәләре. Шул буйҙағы беҙҙәр, йәғни ябай "йөк аттары", ҡаршы яҡтың даими һиҙгер ҡарашын, күҙәтеүен иңебеҙҙә ныҡ тойоп, сәғәтенән-сәғәтенәсә өндәшмәй һәм баш ҡалҡытмай, алдыбыҙҙағы яҙыулы ҡағыҙ биттәренә текләгәнбеҙ; рәсмилек хөкөм һөрә, шуға күрә ул осорҙа "Мәскәү уҙаманы" менән минең арала тығыҙ аралашыу булманы, тип әйтерлек.
Бына бер заман өйөбөҙҙә һис кенә лә көтөлмәгән иләмһеҙ ваҡиға тыуҙы: "мәскәүский" ағайыбыҙ, берталай егелеп эшләгәс кенә, аңлайышһыҙ нимәгәлер юлығып, эш урыны етемһерәп буш торҙо. Түрәләрҙең серле ҡараштарынан, быш-быш һөйләшеүҙәренән арабыҙға "йәшел йылан" (хәмер) кергәнлеген һиҙендек. Был сир яңылыҡ түгел, шул арҡала ҡорҙаштарыбыҙ йә йығылып аяҡ-ҡулын һындыра, йә айнытҡысханаға эләгеп, эшенән ҡыуыла ла ғаилә фажиғәләре йәнде телә. Әйтергә кәрәк, партия һәм матбуғат органдары, шул иҫәптән танылған әҙиптәр быға ҡаршы ныҡ көрәште. Хәтерләйем, 1959 йылда буғай, "Совет Башҡортостаны" гәзитендә шағир Абдулхаҡ Игебаевтың тап шул "йылан"ды ләғнәтләмеш ифрат үткер һәм талантлы "Тәүбәгә ҡайтыу" поэмаһын уҡыныҡ, унда Нурихан исемле бер замандаштың асы хәмер юлындағы аяныслы күрмеше, ниһәйәт, аҡыл ултырып тәүбәгә ҡайтыуы бәйән ителә ине. Әммә йырҙың йыртығы юҡ, тигәндәй, баяғы көндә вахтер-милиционерҙан телефон шылтырағас, аҫҡы ҡатҡа йүгереп төштөк һәм... "Тәүбәгә ҡайтыу" поэмаһының авторын унда тап баяғы Нурихан хәлендә күрҙек...
Бер-ике көндән һуң ағай әүәлгесә ыҫпай хәленә ҡайтып, елтерәп килеп етте, дөйөм ғәфү үтенеп, шул шаҡшыны инде бер ҡасан да, бер ҡасан да ауыҙға алмаясағын белдерҙе; һәм әйтергә кәрәк, ошо изге нәҙерен ир ғүмеренең ахырынаса үтәне. Оҙаҡ йылдар бергә эшләү дәүерендә миңә уның менән оло-оло байрамдарҙа ҡатнашырға, төрлө сәфәрҙәрҙә булырға һәм күңелле мәжлестәрҙең түрендә бокал тоторға, уның әйткән шиғри тостарын тыңлап зауыҡланырға насип итте, әммә һәр саҡ бокалын тулы килеш кире ултыртыр ине - был иһә ирҙең ир булып ҡалыуына, рухи баҙыҡлығына яҡшы ишара, башҡаларға өлгө булырҙай сифат. Сөнки күптәрҙең, эскерһеҙ ант итеп тә, хатта тәненә "үлемесле код" ҡаҙатып та, ҡабат эскегә һабышҡанын, һөҙөмтәлә был донъянан иртә киткәнен беләм. Үҙемдең дә аҡыл юйған хәтәр саҡтар аҙ булманы, ҡайһылары иҫкә төшһә, сәстәр үрә торорлоҡ...
Һикһәненсе йылдар башында баш ҡалабыҙҙа төҙөлөп бөткән республика Матбуғат йортона күсенеп, майҙандарыбыҙ бер ни тиклем артҡас ҡына, оҙаҡ йылдар буйына икебеҙ бер бүлмәлә ҡара-ҡаршы ултырып эшләнек һәм уйҙарҙың берҙәйлеген, күңелдәрҙең яҡынлығын кисерҙек. Икебеҙ ике бүлекте етәкләһәк тә, фекерҙәребеҙ тап килә, сетерекле ҡулъяҙмалар хаҡында ла йыш ҡына кәңәшләшәбеҙ. Яңы заманда еңел-елпегә әүерелә барған башҡорт драматургияһы йәнебеҙҙе берҙәй өйкәгәнлектәнме, ҡулалмаш пьеса яҙырға ла ине иҫәп, тик был ниәтебеҙ татлы хыял ғына булып ҡалды...
Телефон аппараттарыбыҙ йәнәш тоташтырылған, икеһе нәҡ бер юлы шылтырай ҙа трубканы кем өлгөрҙө шул ала, ләкин иң күп мөрәжәғәттәр күршем өлөшөнә төшкәнлектән, мин башлап үрелмәҫкә күнектем, ағайым да шуны ғына һағалап көткәндәй ине. Кем генә юҡ йомарт хисле шағирҙың күңел йылыһын тойорға теләүселәрҙән! Бәхетлеһе лә, бәхетһеҙе лә серҙәрен уртаҡлаша. Биргән нәсихәттәренән төшөндөм: күптәр уға тормошоноң, яҙмышының ауыр мәлдәрендә һыҡтап өндәшә, ул һәр береһен аңлай, ҡайғыһын йә шатлығын уртаҡлаша, яҡшы кәңәштәре менән йыуата. "Һин, ағай кеше, Максим Горькийҙың "Тормош төбөндә" драмаһындағы "Лука-утешитель" һымаҡ, бер кемгә лә оторо бәрелмәйһең, йүпәләп ебәрәһең!" - тип шаяртып алған саҡтарым да булды, әммә серҙәшем өндәшмәй генә тыңлай ҙа йылмайып ҡына ҡуя ине...
Эш көнө башландымы, эргәһенә шағирҙар һәм йырсылар, һәүәҫкәр композиторҙар, ғилем эйәләре бер-бер артлы эркелә, оҙон-оҙаҡ серләшеп, ҡәнәғәтлек табалар, һәр кемдең тик үҙенә хас ҡылығы. Яҡташы шағир Сәләх ағай Кулибай, мәҫәлән, ҡыҙмасаланған саҡтарында пәйҙә булып, теш араһынан ниндәйҙер ҡош тауышынмы, ел һыҙғырыуынмы өҙөк-өҙөк шыйылдатып, ара-тирә үҙе генә белгән кемделер "сволош" тип битәрләп килеп керер ҙә, яҡташы ҡаршыһына ултырып, өҫтәлдәге асмалы календарь битенә йәшел ҡәләм осонан япраҡһыҙ-емешһеҙ алмағасты һүрәтләр, ә быныһы ишараны төшөнөп, кеҫәһенән биш һумлыҡ сығарып бирер; алмағассы ҡәнәғәт тамаҡ ҡырып, календарҙың алдағы көндәре битенең береһенә йәшел алма һүрәте төшөрөп сығып китер - үтес тап шул көндә ҡайтарыласаҡ, тимәк (һүҙендә торор ине). Көнөндә үтәй алмаһа ла килеп етә, ҡасан үтәрен белгертеп, календарь битендә ҡыҙарып бешкән алма һүрәтен ҡалдыра. Ҡайһы берҙә ул өҫтәлгә һалған бишлеген (үтес ҡайтарылды!) шунда уҡ кире алып, яңы биткә яңы алма һүрәтләй ҙә, сутылдаған ҡәнәғәт ҡош тауышы һыҙғырып сығып китә...
Ә бер көндө элекке данлы кавалерист Яҡуп Ҡолмой ағай күҙгә күренмәҫ яланғас ҡылысын башы осонда сорғотоп, ярһыу ат тояҡтары дөпөлдәүенә хас ҡаты баҫа бейеп килеп инеп, шаҡ ҡатырҙы; "ҡылыс" һабын ҡыҫып тотҡан яҫы тарамыш услы ҡулынан сихри ҡөҙрәт бөркөлдөртөп, бүлмәне бер-ике әйләнгәс, күҙҙәренән йәш килеп, ҡустыһын барып ҡосаҡланы; тулҡынланыуҙан ҡыҙара бүртенгән ҡустыһы ғәййәр яугирҙе яғымлы тынысландырып, фатирына тиклем оҙатып ҡуйҙы. Ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләнгән йомоҡ йәндәрҙе лә ул үҙенең йомарт күңел яҡтыһы менән асты, бындай тылсымлы яҡтыға эйә булған йәнә лә бер ҡорҙашым - Рәми Ғарипов бар ине. Икеһе лә инде мәңгелек илендә; гүр ҡараңғы, тиһәләр ҙә, уларҙыҡы яҡтылыр. Журналистар Мостай Кәримдең, кешеләрҙе мин ике төркөмгә бүләм: яҡшылары Ер шарының Ҡояш яҡтыртҡан ярты яғында йәшәй, ямандары - ҡараңғы яҡ яртыһында, тигәнерәк ҡанатлы әйтемен ҡабатларға ярата. Миңә ҡалһа, шағир Абдулхаҡ Игебаевтың күңеле Ер шарының ике яғын да иңләй, тигеҙ яҡтырта - уның бер бите Ай, бер бите Ҡояш ине...
Күпме генә бирелеп һәм тырышып эшләһәк тә, хеҙмәттәшлек итеүебеҙҙең һуңғы тиҫтә йыллығында "Ағиҙел"дә атмосфера тынсыуланып, ни өсөндөр икебеҙгә генә баҫым, ҡаҙалыуҙар көсәйҙе. Хәйер, сәбәбен дә беләбеҙ: мине ниндәйҙер "милләтселек" мисәүенә таҡһалар, ә уның эш урынына эйәләнергә яҫҡыныусылар бар ине. Беҙ баҫмаға әҙерләгән материалдар "өҫкө иләк"тә йыш ҡына сәбәпһеҙ тотҡарланып, арҡыс-торҡос һыҙылып кире ҡайтарыла, бүлектәр эшләп еткермәй, кадрҙарҙы яңыртырға кәрәк, тигән хөсөт ҡуйыра, ләкин тота һалып ҡына беҙҙе ҡыуып ебәрергә ышаныслы дәлил юҡ. Өҙлөкһөҙ ыжып өйкәлеүҙән нервылар ян керешеләй тартыла, арҡа буйҙарым семерҙәп һыҙлай, ҡан баҫымы артҡан ағай ҡыҙара-бүртенеп ултыра. Бер аҙ арыныр өсөн, йәйен-ҡышын эштән һуң ҡаланың оҙон проспекты буйлап йәйәү ҡайтабыҙ, саф һауа ла һулана, төрлө уйҙар ҙа уйлана. Ҡышҡыһын ҡыйыныраҡ: шыма күк боҙло тротуарҙан тая-тая барабыҙ. Ул саҡтағы етәкселек әһелдәре - партияның райком, горком, обком түрәләре генә күҙ ҡыҙҙыртып кейгән "заграничный" ысын күн аяҡ кейемле юлдашым бик бирешмәй, мин иһә Эстәрлетамаҡтың яһалма күн, резина табан ботинкаларында аҙым һайын тип әйтерлек лап-лоп йығылам, хәтәр тәңгәлдәрҙә ағайым йәһәт ҡултыҡлап ала. Әммә иҫебеҙ китмәй, юл буйынса әҙәби әҫәрҙәр тураһында һөйләшеп, киләсәккә төрлө ижади пландар ҡороп мауығабыҙ. Айыҡ аҡыл менән ҡуш йөрөгәс ни, мине шайтан да ҡотортмай, "йәшел йылан" да саҡмай... "Спортивная" туҡталышына еткәс, юлдашым һулға борола; беләм, Зорге урамы сатындағы ҙур магазиндан үҙенә тигән (һатыусы ҡыҙҙар әҙерләп ҡуйыр ине) ике шешә дефицит кефирҙы ҡыҫтырып, ғүмерлек һөйөклөләре - хәләл ефете Маһиҙәһе, берҙән-бер ҡыҙы Фәниәһе көткән йылы фатирына етешер. Шуныһы ҡыҙыҡ: аҙыҡ-түлек тауарҙарына ҡытлыҡ кисергән шул осорҙа, йылмайып бер генә һүҙ өндәшһә, таныш түгел һатыусы ла уға яҡты йөҙ күрһәтер, теләгәнен табып бирер ине. Мин бәндәгеҙ, редакциялағы баяғы ҡырыҫ ҡыҫымдарға түҙә алмай, пенсия йәшемәсә яңынан алты йыл эшләргә кәрәкһә лә, "үҙем теләп" ғариза яҙып, эшемдән киттем, ағайым бирешмәне, эшләне лә эшләне...
"Ағиҙел"дән шулай табан тайҙырғас, ҡыуылып китте - көнө бөттө, типмелер инде, һирәк кенә дуҫтарымдың ҡайһы берҙәре үҙемде танымаҫ булды, онотто, әммә Абдулхаҡ Игебаевтың миңә ҡарата хәстәрлеге, күңел йылыһы кәмемәне, һыуынманы. Етмеш биш йәшлек юбилейым килеп еткәс, ғәҙәттә, ундай даталарҙы киң билдәләүсән матбуғат саралары Йыһат Солтанов хаҡында яҡшынан-ямандан һүҙ ҡуҙғатмай, үле тынлыҡ һаҡланғанда, берҙән-бер Абдулхаҡ Игебаев бөтә күңел йылыһын һалып күләмле мәҡәлә яҙҙы, тейешле әһелдәр менән уртаҡ тел табып, татар телле "Ҡызыл таң" гәзитендә минең дә донъяла барлығымды белдерҙе.
Бына хәҙер уның үҙе тураһындағы тәүге һәм һуңғы мәҡәләмә нөктә ҡуйырға ултырам. Талант эйәһенең Урал улына хас түңәрәк яҡты йөҙө лә, сағыу хисле шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар булып күкрәгенән нурлы донъяға урғылған ысын Урал тауышы ла, хәтеремдә бермә-бер йәшенләнеп, йәнемде йыһан яҡтылығы ғаләменә осорта, йәнә үҙен был донъяма ҡайтартып, үткәндәрҙе тергеҙә. Шаулы шиғри бәйгеләрҙең сәхнәләрендә ялҡындай дөрләп янған, залдан көслө алҡыштарға, сәскәләргә күмелгән ошо Урал тауышлы шағирыбыҙ ҡатарында һис тә уға тиңе юҡ, ә ташҡа баҫылғандарының ил күңеленә үтемлелеге ҡәләм тибрәтеүселәргә үрнәк ине. Был феномендың сере, минеңсә, уның барлыҡ әҫәрҙәренең халыҡ ижады ерлегенә тәбиғи тамырланып, еребеҙҙең аһәңе, Урал моңо дәрәжәһенә етеп өлгәшеүендә. Йәғни, шағирәнә теле - милли йырҙарыбыҙҙың, эпостарыбыҙҙың, әкиәттәребеҙҙең ябай теле, тимәк, үлемһеҙлек теле. Үҙе иҫән сағында уҡ моңло йырға әйләнгән, халыҡ мауығып йырлаған һәм тыңлаған шиғырҙарының һаны буйынса ғына ла уға еткән шағир бик һирәк. Башҡорт халҡы барҙа ул да гел йәшәр, бейек ҡыйғырлаған Урал бөркөтөнөң саңҡыуы һис һүрелмәҫ.

Йыһат СОЛТАНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.17 | Ҡаралған: 1124

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru