«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРЫҪ АТАЙЫМ БАШҠОРТ ӘСӘЙЕМДЕҢ ТЕЛЕН ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘТТЕ
+  - 

Башҡорт теле - минең әсә телем, уны мин бишектән ишетеп, белеп, яратып, һөйләшеп үҫтем. Хәҙерге йәштәр, урыҫ милләтле кеше нисек башҡорт телендә һөйләшеп үҫкән ул, тип аптырар ҙа кеүек. Дөрөҫөн әйткәндә, минең башҡорт әсәйемдең телен дә, урыҫ атайымдың телен дә берҙәй хөрмәт итеп, ике телде лә яҡшы белеп үҫеүем атайымдың ҡаҙанышы. Ул үҙе башҡорттарҙы, башҡорт мәҙәниәтен бик ныҡ хөрмәт иткән кеше булараҡ, әсәйемә: "Балаларҙың теле башҡорт телендә асылһын, рус телен һуңынан да өйрәнерҙәр", - тип, беҙгә әсә телендә һөйләшеү мөмкинлеген биргән. Ҡала балаһы булһам да, өйҙә гел башҡортса һөйләшеп үҫтем, атайым да телде беҙҙең менән бергә өйрәнде. Өләсәйем килһә, ул русса белмәгәс, гел башҡорт телендә аралаша торғайныҡ. Шуға ла башҡорт телен өйрәтеп, башҡорт мәҙәниәте донъяһына ылыҡтырып, уға һөйөү тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен.

Бөгөн ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең башҡорт телен туған тел булараҡ һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләһендә ҡәтғилек күрһәтеүенә аптырайым. Башҡорт кешеһе, һис шикһеҙ, балаһын бишектән башҡортса һөйләштереп үҫтерергә һәм мәктәптә лә уҡытырға тейеш. Башҡа милләт вәкилдәренә лә, Башҡортостанда йәшәгәс, республикаға нигеҙ һалыусы милләткә хөрмәт йөҙөнән, аралашыу һәм араларҙы яҡынайтыу маҡсатында икмәк-тоҙлоҡ булһа ла икенсе дәүләт телен шулай уҡ өйрәнеү фарыз. Ә шулай ҙа бөгөнгө хәлдең сәбәбе башҡорт халҡының рухи донъяһын һанламауҙан түгел, ә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу методикаһының, дәреслектәрҙең камил булмауынан килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, өлкән улым алтынсы класта уҡығанда өйгә эш итеп инша яҙырға биргәйнеләр, ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар, бигерәк тә ҡала балалары был йәштә әле башҡорт телен инша яҙырлыҡ кимәлдә белмәй бит. Уларға тәүҙә көнкүрештә кәрәк булған ябай ғына һүҙҙәрҙе өйрәтеп башларға кәрәк ине уҡытыуҙы. Башҡорт телен дә инглиз йә француз телдәрен өйрәткән кеүек итеп уҡытһалар, балаға дәрес ҡыҙыҡ булһа, өйгә ҡайтҡас уға дәрес әҙерләүе ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаһа, атай-әсәйҙәр ҙә был дәрескә ҡаршы килмәҫ ине, минеңсә. Юғиһә, бер дуҫым һөйләүенсә, балаға өйгә эш итеп туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен белдергән һүҙҙәрҙе башҡортса яҙып килергә биргәндәр. Өйҙә береһе лә белмәгәс, брат, сестра, тетя, дядя һүҙҙәренең тәржемәһен дәреслектән эҙләй башлағандар, әммә үтелгән параграфта был һүҙҙәр бөтөнләй күрһәтелмәгән булып сыҡҡан. Үҙебеҙ менән булған ошо миҫалдарҙан сығып, шундай теләк еткерге килә: башҡорт теле дәреслектәре, эш дәфтәре һәм башҡа кәрәкле материалдар эҙмә-эҙлекле, системалы итеп төҙөлһөн ине. Әлбиттә, өҫтәп тағы ла бер тел белеү насар түгел, быға аҡылы булған атай-әсәй бер ҡасан да ҡаршы булмаясаҡ һәм бик күп урыҫ таныштарым башҡорт телен мәктәптә уҡытыуға ыңғай ҡарашта. Улар бары тик балаларына яҡшылыҡ теләй һәм сифатлы белем алыуын, проблемаһыҙ уҡыуын хәстәрләй. Был мәсьәлә киләсәктә ыңғай хәл ителер, тип өмөтләнәм һәм башҡорт халҡыма ни бары шуны әйтергә теләйем: халыҡтың байлығы алтын-көмөш түгел, уның иң ҙур байлығы - теле, рухи ҡомартҡылары. Үҙ иркегеҙ менән ошо баһалап бөткөһөҙ хазинанан баш тартмағыҙ!

Вячеслав ГОЛОВ,
"Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.17 | Ҡаралған: 1029

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru