«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒАС СЕМӘРЕ МӨҒЖИЗӘҺЕ
+  - 

Бөгөн беҙ япондарҙың лазерлы станогын "ауыҙлыҡлап", уны ярайһы уҡ яҡшы килем сығанағына әйләндерә алған хаҡлы ялдағы инженер-механик менән таныштырабыҙ. Оҙаҡ йылдар Магнитогорск металлургия комбинатының эҫе цехында эшләгән, пенсияға сыҡҡас, ғаиләһе менән Учалы ҡалаһына күскән, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотонған Азат Мөбәрәк улы Хәбибуллинды һәм уның ҡатыны Аида Яныбай ҡыҙын беҙ баш ҡалалағы "ВДНХ-экспо" күргәҙмәләр һарайында үткән "Арт-ладъя" халыҡ кәсептәре күргәҙмәһендә осратҡайныҡ.

Һөйләшеүҙән мәғлүм булыуынса, Азат Мөбәрәк улының һөнәри эше металлургия комбинатында тимер ҡырҡыуҙан ғибәрәт булған икән. "Хәҙер ағасҡа күстем", ти хаҡлы ялдағы инженер-механик. Тимәк, тип уйларға урын бар, геройыбыҙ ғүмере буйы ауыр сәнәғәт машиналары менән эш иткән, уларҙың тотороҡло эшләүен контролдә тотҡан. Шуғалыр, лазер станогын әңгәмәсебеҙ яп-ябай һүҙҙәр менән еңел генә аңлатты ла бирҙе:
-Станок лазер менән эшләй, һанлы программа ярҙамында идара ителә. Йәғни, машинаға векторлы программа ярҙамында эш ҡушһаң, ул ҡушылғанды үҙенә һалынған алгоритм ярҙамында атҡара. Уның лазерлы "ҡулы" материалдың айырым өлөштәрен ҡырҡып төшөрә, графикта сағылдырылған әйберҙе имен ҡалдыра. Лазер быяла колбаға тултырылған углекислый газ иҫәбенә яна...
Артабан был станоктың хаҡы, уны тотоуға, хеҙмәтләндереүгә киткән сығымдар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Азат Мөбәрәк улы станоктың хаҡы яҡынса күпмегә барып баҫыуын беҙгә әйтеп торманы. Станокты Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған сағында улдары Вадим һатып алған булған икән. Алған да, үҙенә йүнәлтмә менән Когалым ҡалаһына эшкә юлланырға кәрәк булғас, роботты нисек "эшкә егергә" кәрәк икәнен атаһы менән әсәһенә матурлап аңлатҡан. Һәр сувенирҙың эскизын егет үҙе эшләй ҙә, интернеттан атаһы менән әсәһенә ебәрә, улар яңы команданы станокка тапшыра һәм, килеп сыҡҡан ярымфабрикатты йышып, матурлап, кәрәк икән - йәбештереп, ҡороп ҡуя.
- Килемебеҙ сығымдарҙы ҡаплай, шулай ҙа беҙ аҡса артынан ҡыуған кеше түгелбеҙ. Аҡса аҡһа ла һәйбәт, тамһа ла яҡшы, тигәндәй. Был шөғөлөбөҙ беҙгә ваҡытты файҙалы уҙғарыу сараһы ғына ул, тиһәм, арттырыу булмаҫ. Оло йәштә оҙаҡ йоҡлап булмай, шуға иртә торабыҙ. Торабыҙ ҙа, ҡул эш һорағас, станок ултырған бәләкәй өйгә йүнәләбеҙ. Йәйен станокты йылытыу кәрәкмәй, ә ҡышҡы иртәләрҙә мейескә ут яғып, бәләкәй өйҙө йылытып ебәрәһең дә, робот-станок йылынһа, уға сираттағы мәсьәләне "аңлатаһың" инде. Ә ул, эше булһа, зәһәр утын ҡабыҙып, ағас, тимер ҡырҡа, һырлай һәм башҡа ғәмәл атҡара. Әйткәндәй, материалдың тығыҙлығына ҡарап, станок газды ла төрлөсә тотона. Сеймал тығыҙ, ҡаты икән - газы ла күберәк тотонола. Шуға беҙ, артыҡ сығымлы булмаһын, тип, йоҡа ағастар менән генә эш итергә тырышабыҙ, - ти Азат Мөбәрәк улы.
Күргәҙмәгә ҡуйылған семәрле әйберҙәрҙе робот-станок эшләгән, тип әйтерлек тә түгел: шундай нескәлек, шундай матурлыҡ бөркөлә уларҙан. "Ә был сувенирҙарҙы урын-еренә еткереп ҡуйыу өсөн һеҙгә ҡасау-балталарығыҙҙы ла эшкә егергә тура киләлер бит?" - тип һорайбыҙ йәнә.
- Эйе, был эш бик ҙур иғтибар һәм һаҡлыҡ талап итә. 1 генә миллиметрға яңылышлыҡ ебәрҙеңме - ҡушма өлөштәрҙән ҡороласаҡ әйберең килеп сыҡмаясаҡ. Ул ғына ла түгел, был эштә материалдарҙың ҡаршылығы (сопротивление материалов) тигән төшөнсәне лә күҙ уңында тотмайынса булмай. Был йәһәттән миңә үҙемдең һөнәрем ныҡ ярҙам итәлер, тим. Әйтәйек, бынау семәрле гөл ултыртҡысты ғына алайыҡ. Ул бер нисә фанерҙы бер-береһенә беркетеү ысулы менән яһалған. Мин уға бар көсөм менән таянһам да бирешмәйәсәк. Мин йыш ҡына оҫтаханама килеүселәргә бер ғәләмәт күрһәтәм. Тотам да, яңы ғына эшләнгән, тәү ҡарашҡа, нескә генә тойолған сувенир өҫтөнә 16 кг гер ултыртып ҡуям, йә бөгөнгө һымаҡ, таянып күрһәтәм. Күптәр, әйбер боҙолор, емерелер, тип, ҡурҡып китә...
Етештереү күләме, клиент базаһы, уңыштар тураһында һорауыбыҙға, әңгәмәсебеҙ, бөгөнгәсә 400-500 төр продукциябыҙ бар, тине. Улар араһында Германияға оҙатыу өсөн эшләнгән семәрле кәрәҙле бал һауыты (Белоретта йәшәүсе бер умартасы уны йөҙәрләп эшләтеп тора икән), "Ҡөрьән" китабын хәтерләткән сувенир, төрлө һындар, яҙыуҙар, хатта, һыуытҡыстарға йәбештереп ҡуймалы магнитлы сувенирҙар ҙа бар икән. - Умартасылар бик теләп хеҙмәттәшлек итә, - ти әңгәмәсем, - һәр ҡортсо үҙе теләгән логотип эшләтеп ала. Эшләтә лә, уны башҡаларға һатмауыбыҙҙы һорай - беҙҙең продукцияны (һауытты, яҙыуҙарҙы, һүрәттәрҙе, сувенирҙарҙы) үҙенең тауарының "визит карточкаһы" итеп файҙалана.

Шулай итеп...
Азат Мөбәрәк улы һүҙебеҙ аҙағында әсенеп, былай тине: "Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер ошондай ағас менән эшләр кешеләр ҙә ҡалмай бара. Беҙҙең быуын китһә, кем эшләр икән, тип аптырап та ҡуям. Йәштәрҙең эшкә бөтөнләй барымы юҡ хәҙер. Күптәр эшләмәй генә йә еңел эштә йөрөп кенә аҡсаны "көрәп" алырлыҡ шарттар эҙләй. Был йәһәттән мин улым менән ғорурлана алам. Был эште лә улым башлап ебәрҙе бит. Был өлкәлә дүртенсе йыл эшләйбеҙ. Былтыр Өфөләге ВДНХ-экспо комплексында үткән "Арт-Ладъя" халыҡ кәсептәре күргәҙмәһендә 2-се урын алдыҡ. Мәскәүгә саҡырылдыҡ, Мәскәү ВДНХ-һында ла булдыҡ. Мәскәүҙән районға ла, үҙебеҙгә лә адреслап яҙылған маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайттыҡ..."

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.17 | Ҡаралған: 811

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru