«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢ ГӘЗИТ УҠЫҺЫН...
+  - 

Гәзит-журналдарға яҙылыу барышында Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы Исламғолованы почта бүлексәһендә, магазиндарҙа йыш осратырға була. Ул - ауылда бер кем тарафынан да һайлап ҡуйылмаған матбуғатҡа яҙылыу буйынса агитатор. Шулай ҙа Мәхмүзә апайҙың иң яратҡан гәзите - "Киске Өфө". Ошо гәзиткә ауылдаштарын яҙҙырыр өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Ауылда хатта: "Мәхмүзә апай осраһа, "Киске Өфө"нө яҙҙыртмай ҡалмай инде ул", - тип көләләр. Был юлы Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы китапханаға "Атайсал" гәзите хәбәрселәре менән осрашыуға килгәйне. Уңайлы мәлдән файҙаланып, уның менән әңгәмә ҡороп өлгөрҙөм.

Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы, һеҙ "Киске Өфө" гәзитен ҡасандан алдыраһығыҙ?

-"Киске Өфө"нө сыға башлаған йылдан, бына 15 йыл инде бер һанын да ҡалдырмай алдырам. Шул ваҡыттан агитация ла алып барам. Иң тәүҙә ошо гәзиткә яҙҙырыу буйынса конкурс иғлан иткәстәре 47 дана "Киске Өфө" яҙҙырттым. Китапханала Исмәғилева Гөльямал эшләй ине, гәзитте халыҡ араһында таратыу буйынса икәүләп эшләнек.

Был гәзит нимәһе менән һеҙҙе шулай арбаны һуң?

- Гәзиттең ҡайһы ғына рубрикаһын алһаң да, төплө фекере бар. Ундағы фекерҙәр өҫтән-мөҫтән, тел осондағы ғына фекер түгел, ә уйлауҙы, башты эшләтеүҙе талап итә. Бындағы мәҡәләләр бер мәғлүмәтте лә сәйнәп ҡаптырмай, уларҙы аңлар өсөн мейенең бөтә күҙәнәктәрен дә ҡыбырлатып, төбөнә төшөргә кәрәк. Шулай уҡ милләтебеҙҙең мәнфәғәтен ныҡ ҡайғырта был гәзит. Бының сәбәбен гәзиттең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының тәжрибәһендә күрәм. Ул гәзиткә "Башҡортостан ҡыҙы" журналында, "Башҡортостан" гәзитендә эшләп, өлгөрөп еткән журналист булараҡ килде һәм "Киске Өфө"нө шулай уҡымлы, дәрәжәле республика баҫмаһы кимәленә күтәрә алды.

Ҡайһы бер йәштәр гәзит-журналдар уҡырға тырышмай хәҙер, шундайҙарға ни тип әйтер инегеҙ?

- Башҡортса гәзит-журналдар нәшер итеү бигерәк тә телде, милләтте йәшәтеү, үҫтереү өсөн кәрәк. Бына шуны кесе йәштән аңлатыу, баланы кесе йәштән уҡырға өйрәтеү мөһим. Бала саҡта ҡулына әҙерәк алдаштырып, ҡыҙыҡтырып китап тотторһаң, уҡытһаң, аҙаҡ яйлап өйрәнеп китәләр улар. "Бынау мәҡәлә тураһында нимә уйлайһың?"- тип һорап, иғтибарын йәлеп итергә мөмкин баланың. Йә булмаһа: "Бынау мәҡәләне яҡтыла уҡып өлгөрмәгәйнем, йүнләп күрмәйем, уҡып ишеттерһәңсе", - тигән булып ебәрһәң, балалар ҡыуанып үтәйҙәр бит инде һинең теләгеңде. Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә атай-әсәй балала китапҡа, гәзиткә һөйөү уятырға бурыслы.

Һеҙ тағы ла ниндәй гәзит-журналдар алдыраһығыҙ?

- Пенсия аҡсаһына ғына йәшәһәм дә, матбуғатҡа аҡса йәлләмәйем. "Киске Өфө", "Һаҡмар" гәзиттәре, "Ағиҙел" журналы, руссаларҙан "Пенсионер", "Народный доктор", "Магия для тебя" тигән баҫмаларҙы алдырам. Мин электән ауылдаштарым араһында башҡорт баҫмаларын таратыу өсөн көрәштем. Бер мәлде, аҡса юҡлыҡтан, "Йәшлек" гәзите ябылырға мөмкин икән, тигән хәбәр ишеткәс, ауыл халҡынан аҡсалата ярҙам йыйҙым. Ул ваҡытта, йәғни 1992 йылда, 5 һум ҙур аҡса ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың күбеһе 5-әр һум аҡса бирҙе, һирәкләп 10-ар һум биргәндәр ҙә булды. Шулай итеп, Ярат халҡы - 493 һум, Йәрмөхәмәттәр - 155 һум, Ғүмәр ауылы халҡы 176 һум аҡса йыйып тапшырҙыҡ. Йәрмөхәмәттән Баязитова Гөлнур менән Ишҡыуатов Зөфәр, Ғүмәрҙән Иҫәндәүләтова Маһикамал аҡса йыйырға ярҙам итте. Ошо аҡса биргән кешеләрҙең исемлеген ҡултамғалары менән һалып ҡуйғанмын. "Замандаш", "Атайсал" гәзиттәренә лә ярҙам иттек. Ауылдаштарыма мине аңлағандары, һүҙемде йыҡмағандары өсөн шул тиклем ныҡ рәхмәтлемен.

Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

- "Киске Өфө"нө алдырһындар, уҡыһындар, таратһындар. Уҡыу ғына етмәй, уйланһындар, фекерләһендәр. "Киске Өфө" тап уйландыра, фекерләргә өйрәтә торған баҫма. Халҡыбыҙ тарихына арналған материалдар бик күп баҫыла унда. Йәһүдтәр, тарихын белмәгән халыҡ сабый бала менән бер, тип әйтә бит. Тимәк, тарихын, үткәнен, телен белмәгән кешене үҙең теләгәнсә бөгөргә, әүәләргә, теләгән яҡҡа ауҙарырға була. Бына шуныһы ҡурҡыныс. Заман һынауҙары алдында бөгөлмәҫ өсөн дә "Киске Өфө"нө уҡыу кәрәк.

Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА әңгәмәләште.
Баймаҡ районы Ярат ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.17 | Ҡаралған: 869

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru