«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТЫНСЫ ИНТЕГРАЛ ҺӘМ ҠУРАЙ, ҠЫМЫҘ, БАШҠОРТ ТЕЛЕ ТУРАҺЫНДА
+  - 



Гәзиттең 2008 йылдағы бер һанында (№36, 6 сентябрь) "Туфан яйлап ҡалҡа, унан дингә ҡайтып ҡына ҡотола алырбыҙ" тигән әңгәмәлә Йылайыр районының Ҡәҙерша ауылы аҡһаҡалы Нуретдин Хәсән улы Игебаев халҡыбыҙҙың кешелек донъяһында тотҡан урыны хаҡында шундай һүҙҙәр әйткәйне:
"...Ошо һүҙ йәһәтенән башҡорттар Урал төбәгендәге иң рәхмәтле халыҡтыр. Күпме халыҡ вәкилдәрен суҡындырыуҙан, крепостнойлыҡ ҡоллоғона төшөүҙән, аслыҡ-яланғаслыҡтан, ҡырылып бөтөүҙән йолоп ҡалған, үҙебеҙгә һыйҙырған милләт беҙ... ...Минең уйымса, нәҡ ошо көньяҡ-көнсығышта йәшәүсе башҡорттарға башҡорт милләте алдында ғына түгел, барлыҡ мосолман донъяһы, кешелек алдында оло миссия һалынған. Һуңғы ваҡытта күп кенә халыҡтарҙың үҙҙәренең тәүсығанағы итеп ошо төбәкте күрергә тырышыуы ла юҡҡа ғына түгел. Сөнки бында тере саҡтарында уҡ Аллаһы Тәғәлә хозурына ирешә алған суфыйҙар, әүлиәләр ерләнгән. Был ерҙә йәшәү, ғүмер итеү - өҫтөнлөк түгел, оло яуаплылыҡ. Арҡайым ҡаласығы ла юҡҡа ғына ошонда түгел, юҡҡа ғына "Урал батыр" эпосы ла ошо төбәктә һаҡланып яҙып алынмаған. Әгәр ҙә изге әүлиәләребеҙҙең һөйәктәре һаҡланған ерҙе башҡаларға һатһаҡ, уны ситтәргә мыҫҡыл итергә бирһәк, Аллаһ Тәғәлә бының өсөн беҙҙе ғәфү итмәйәсәк, беҙҙең дә, кешелектең дә һәләкәте ошонан башланасаҡ. Был төбәктең ана шундай әһәмиәткә эйә булғанлығын башҡаларға аңлатыр өсөн иң тәүҙә үҙебеҙгә быны тәрән итеп аңларға һәм инанырға кәрәк. Ә инде инаныуҙың берҙән-бер һәм хаҡ юлы - дин юлы..."

Нуретдин олатай һуңғы һулышына тиклем ошондай инаныу менән йәшәне: милләтебеҙ һәм динебеҙ өсөн изге ғәмәлдәр атҡарҙы, үҙе йәшәгән төбәк, республика, төбәк-ара кимәлдә дини саралар ойошторғанда гел уртала йөрөнө һәм шундай инаныу менән баҡыйлыҡҡа күсте. Рәхмәтле булып йәшәне. Иншалла, ожмах түрҙәре насип булһын үҙенә!
"Һәр кемдең күңеленә үҙ милләте яҡын, ғәзиз (хатта терпе лә балаһын "йомшағым!" тип иркәләй!), шуға күрә үҙ халҡы хаҡында бындай фекерҙәр әйтеүсене аңларға була..." тип ысҡындырыр берәү. Шуға күрә лә хәҙер инде беҙҙең милләттән булмаған Светлана Марченконың башҡорт халҡы, уның туған теле, Башҡортостан хаҡында әйткән һүҙҙәрен килтерәйек:
"...Ә хәҙер, зинһар өсөн, үтә иғтибарлы булығыҙ. Лев Гумилев "пассионар этәргес көс" ("пассионарный толчок") төшөнсәһен ҡыйыу рәүештә индерҙе. Беҙ иһә "хронональ этәргес көс" ("хронональный толчок") төшөнсәһен индерәбеҙ. Ул нимәне аңлата һуң? Донъяның тулыһынса һәм бөтөнләй алмашыныуы. Алмашыныу шул тиклем тиҙ бара, хатта донъя уны һиҙмәйәсәк. Кешелек был процестың булғанлығын кешеләрҙең фекерләүенә ҡарап ҡына билдәләйәсәк. Беҙ үҙ тарихыбыҙҙа бындай хәл-күренештәрҙе кисерҙек тә инде. XIII быуатта төп суперэтнос Литва территорияһында формалашҡан. Хәҙер ул Башҡортостан ерендә барлыҡҡа килә. Башҡортостан өсөн ниңә мөһим был хәл? Хәҙерге ваҡытта литва теле диалектынан башҡорт теленә тауыш йышлығы күсеү процесы бара. Шуға күрә, башҡорт милләте тиҙҙән ҙур үҫеш кисерәсәк. Башҡорт халҡы биләгән ерҙәр ҙә сәскә атасаҡ... Башҡорт телендә тәбиғәттең тамаҡ өндәре бар, шуға күрә ул тәбиғәт менән үҙ-ара мөнәсәбәтте һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк..."
Хәҙер инде Нуретдин олатай Игебаев менән Светлана Марченконың әйткән һүҙҙәрен йәнәш ҡуйып ҡарайыҡ. Уларҙың тәүгеһе дәлилдәрен дин, Аллаһы Тәғәлә менән бәйләп килтерһә, икенсеһе башҡорт теле үҙенсәлеген төп дәлил итеп килтерә. Тәү ҡарамаҡҡа, бында төрлө төшөнсәләр хаҡында һүҙ барған һымаҡ. Бында ошо ике сығанаҡты бәйләүсе өсөнсө дәлил талап ителгәне көн кеүек асыҡ.
Бар ундай сығанаҡ. Күптән түгел Өфөлә боронғо мәҙәниәттәрҙе һәм традицияларҙы, цивилизацияларҙы өйрәнеүсе, даосизм алхимияһы буйынса 50-нән ашыу китап авторы, танылған ғалим Олег Чернэ булып китте. Ул 180-дән ашыу илдәрҙә булған. АҠШ-тың Чикаго университеты уны ДНК-ны өйрәнеү буйынса яҙған хеҙмәттәре өсөн Нобель премияһына тәҡдим итергә әҙерләнә. Өфөлә Олег Михайлович, һәр минуты ике йыл алдан уҡ көн тәртибенә яҙылып ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, бер нисә семинар үткәрҙе, медицина университетында лекция һөйләне, Башҡортостан "Юлдаш" телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуында сығыш яһаны һәм бер төркөм журналистар менән осрашырға ваҡыт тапты. Түбәндә уның әңгәмәһенең бер өлөшөн килтерәбеҙ:

Үҙ-үҙемә юл

Яҙмышым үтә ябай. Ҡыйыҡтан ҡолап төшөүем арҡаһында һаулығымды юғалтыуым үҙ-үҙем менән көрәшеү ихтыяжын барлыҡҡа килтерҙе. Юғары техник белем алдым. Медицина буйынса тулы булмаған юғары белемем бар, иң мөһиме, мин унда биохимияны өйрәндем. Һаулығымды нығытыу, үҙемде камиллаштырыу маҡсатында Ҡытайҙа медицина институтында уҡыным. Рухи етәксемдән аңымды бер урынға туплап, донъяға диҡҡәт менән ҡарарға өйрәндем. Был саҡта социумда йәшәй алмаҫымды аңланым. Шуға күрә, иң тәүҙә фатирға бикләндем. Атайым самбо буйынса Рәсәй чемпионы ине, миңә ошо юл менән китергә физик көсһөҙлөгөм ҡамасауланы. Каратэ менән шөғөлләнеп, анһатыраҡ юл һайланым. Аҙаҡ тотош ил каратэ менән мауығып, үҫмерҙәр тәртипһеҙ рәүештә һикерешә башлағас, уның да ҡыҙығы бөттө. Социумдан дәрүиш булып китергә ҡарар иттем. Тәүге "тәҙрә" асылыу менән ҡуҙғалдым. Иң тәүҙә Ҡытайға барып рухи уҡытыусыларымды таптым. Ундағы тауҙарҙа оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ аскет булып йәшәнем. Аҙаҡ аңымды бер урынға туплай алмаһам, оҙаҡ йәшәй алмаясағымды төшөндөм. Сөнки ул саҡта үҙемдең тереме-юҡмы икәнлегемде лә аңларлыҡ хәлдә түгел инем.
43-45 йәшемә генә кире социумға әйләнеп ҡайта алдым. Уға тиклем бер нисә урында, шул иҫәптән Башҡортостанда булдым. Ул саҡта совет осоро ахырында популяр һаналған Америка ғалимы һәм яҙыусыһы, антрополог, этнолог Карлос Кастанеда менән мауыҡтым. Уның китаптары мине Өфөгә алып килде, мине бында ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Килеп төшкәс тә үҙем өсөн таныш булмаған хәл-күренештәргә иғтибар иттем. Мине бындағы кешеләрҙең бөтөнләй башҡаса фекер йөрөтөүе, һөйләшеүе аптыратты, хатта күңелемдә быға ҡаршы протест тойғоһо барлыҡҡа килде. Һуңынан ғына аңланым: мин эҙләгәнемде тапҡанмын икән. Һәр төбәк киңлек, ғаләм менән үҙенсә мөғәмәлә формаһын төҙөй.
Ул саҡта Өфө һәм уның тирәһендә хәҙерге кеүек төҙөлөштәр юҡ ине әле. Аэропорттан ҡалаға тиклем барғанда үҙемде сүллектә итеп тойҙом. Гүйә, виртуаль донъяға барып эләктем. Аңлайышһыҙ монарға сорналдым. Артабан ошо күренештең асылын өйрәнергә тотондом. Иң тәүҙә мин бында киңлектең (пространство) һулыш алғанын аңланым. Киңлек менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора белеү ҙә мөһим. Һин уға нимә бирәһең, ул да һиңә шуның менән яуап ҡайтара. Джунгли шамандары, мәҫәлән, киңлек менән мөнәсәбәткә ингәндә уны тере итеп тоя. Мөнәсәбәттәр тоҙағына инмәҫ өсөн мин, мәҫәлән, тәүге ун биш йылда үҙ-үҙем менән көрәштем, һуңынан үҙемдә көс туплай башланым. Хатта үҙемде аслыҡтан азат итер өсөн оҙаҡ ваҡыт ашамай ҙа тора алам. Күп осраҡта мамыҡ һымаҡ осоп китмәҫ өсөн генә туҡланам. Әлеге ваҡытта тәүлегенә бер тапҡыр кис нимәлер ашайым. Был асығыуҙың файҙаһы тураһындағы фәнгә ҡарамай, үҙ-үҙемә табан барған юл мине шуға алып килде. Бөгөн шундай йәшәү рәүешен һайлаған йөҙҙәрсә шәкертем бар.
Һәр бер эштә иң ҡурҡынысы - ҡабаланыу һәм көтөү. Нимәнелер көтөргә ярамай, ә нимәлер эшләргә кәрәк. Беҙ һәр ваҡыт үткәнгә ҡарай башлайбыҙ һәм киләсәкте көтәбеҙ, шул уҡ ваҡытта хәҙерге менән йәшәмәйбеҙ. Ә инде киләсәк килеп еткәс, уны лайыҡлы итеп йәшәй алмайбыҙ, сөнки беҙ хәҙерге менән йәшәргә өйрәнмәгәнбеҙ. Артабан шул киләсәктә беҙ артабанғы киләсәкте көтә башлайбыҙ. Минең өсөн ял, күңел асыу тигән төшөнсәләр юҡ. Футбол ҡарағанда, мәҫәлән, мин уйынсыларҙы үҙенсәлекле гендары булған һирәк осрай торған кешеләр булараҡ өйрәнәм.

Ҡурай һәм ҡымыҙ ҡөҙрәте

Башҡортостанға тәүге тапҡыр килеүемә 25 йыл үтеп тә киткән. Тәүге килгәнемдән алып бында бик күп үҙгәрештәр күҙәтелә. Үҫеш бында дауам итә. Әле бында психологик циркуляция етешмәй, бының өсөн яҡшы юлдар, күперҙәр кәрәк буласаҡ. Психологик арыу юҡҡа сығырға тейеш. Әгәр ҙә ниндәйҙер ситуация килеп сыға икән, беҙ уны иң тәүҙә ҡабул итергә, шунан һуң ғына унан сығыу юлын эҙләргә тейешбеҙ. Ә инде ситуацияны ҡабул итмәйенсә тороп, күпте теләй башлаһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Аҡса беҙгә тышҡы ихтыяжыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн түгел, ә рухи көсөбөҙҙө арттырыу өсөн генә кәрәк.
Башҡортостанға мин ике позициянан сығып иғтибар иттем. Тәүгеһе - ҡурай, икенсеһе - ҡымыҙ. Тәүге тапҡыр ҡымыҙҙы Ҡаҙағстанда тәмләп ҡараным. Башҡорт ҡымыҙы бөтөнләй икенсе төрлө, сөнки уны яһау шарттары башҡа. Икенсенән, бындағы ер киңлек, ғаләм энергияһы менән ныҡ туҡлана. Ҡымыҙҙы тәмләп, шул киңлектең көсөн аңланым.
Ул саҡта "Алхимия" журналы сығара инем. Боронғо халыҡтарҙың мәҙәниәтен, боронғо цивилизацияларҙы өйрәнгән кеше булараҡ, Роберт Юлдашевты таптым. Уның ҡурай моңон тыңлап, журнал өсөн интервью алдым. Роберт Юлдашевтың ҡурай моңон тыңлағанда мин ваҡытты, үҙемдең ниндәй дәүерҙә йәшәгәнлегемде онотам, үҙемде сикһеҙ киңлектә йөҙгән азат кеше итеп тоям.
Һәр халыҡ ниндәйҙер маҡсат менән барлыҡҡа килә. Һәр этностың тәүтормош һәм унан һуңғы формалашыу осоро була. Тәүге осорҙа яҙыу булмаған, әммә кешеләр музыка ҡоралында уйнап, үҙ-ара аралашҡан. Музыка һүҙҙәргә ҡарағанда тиҙ ваҡыт эсендә бер кешенең уй-кисерештәрен, аҡылын башҡаларға еткерергә һәләтле. Ошонан сығып ҡарағанда боронғо башҡорт өсөн ҡурайҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булғанлығын аңлауы ҡыйын түгел.

Башҡорт теле

Ҡурайҙың кешегә йән өрөрлөк ҡөҙрәте барлығын аңлау менән бер рәттән, мин башҡорттарҙың нисек һөйләшеүенә иғтибар иттем. Башҡорт кешеһе ҡурай уйнағанда нисек итеп һулыш ала, нисек итеп һулышын сығармай тороп, шунан яйлап сығара, һөйләшкәндә лә шулай итә. Һуңынан тағы ла шуға иғтибар иттем: Башҡортостанда йәшәгән һәр кем, милләтенә ҡарамайынса, башҡорттар кеүек тын ала. Шуға күрә улар үҙҙәрен башҡа милләт вәкилдәре тип атаһа ла, улар ҙа шул уҡ башҡорт. Мин дә бында саҡта үҙемде башҡорт тип иҫәпләйем. Быға тиклем үҙемә аңлайышһыҙ булған нәмәне инҡар итә торғайным. Хәҙер улай итмәйем: мин ситтән күҙәтергә, өйрәнергә тотондом.
Ысынын әйткәндә, башҡорттар үҙенең телендә, тәбиғәтендә, музыкаһында нимәнелер һаҡлай. Ул киләсәкте әҙерләү өсөн контейнерҙы хәтерләтә. Башҡорттар нимәнелер көтә. Яңыраҡ Сирияла ваҡиғалар башланғас, мин ундағы ваҡиғаларҙы икенсе юҫыҡта аңланым. Ул Рим империяһында күҙәтелгән ҡыйратыу өсөн ҡыйратыуға ҡоролған глобаль ваҡиғаларҙы хәтерләтә. Римляндар был саҡта ниндәйҙер гипнозға бирелгәндер тип иҫәпләйем, тап шуның кеүек аңға һыймаҫлыҡ ҡанлы ваҡиғалар барған Сирияға барыһы ла ынтыла. Гүйә, киңлектең ундағы халыҡтың мейеһен һүндергән кеүек күрҙем. Мин бында молекуляр бәйләнеш боҙолған киңлекте, ғаләмде күрәм. ДНК-ның интеграл яландарын күҙ алдына килтереп ҡараһаң, ДНК 12 сылбырҙан тора. Хәҙерге ваҡытта күп кенә кешеләрҙең ДНК яландары боҙолған, сөнки киңлек ДНК-һында уҡ проблемалар барлыҡҡа килгән. Мин иһә молекуляр кимәлдә 6-сы интеграл яландың боҙолғанын күрҙем. Был яландың асҡысы Башҡортостанда. Шуға күрә мин үҙемдең коллегаларыма йыл ярым элек үк Башҡортостан өҫтөндәге интеграл яланды ремонтлау зарурлығы хаҡында һөйләй башланым. Әгәр ҙә быны эшләмәһәк, барыбыҙға ла бәлә киләсәк. Башҡортостан был йәһәттән Рәсәй өсөн генә түгел, барлыҡ донъя өсөн дә мөһим. Мин ҡыҙыҡлы кешеләр, 11-се, 12-се интеграл ялан вәкилдәре менән осраштым. Мин уларға: "Әйҙәгеҙ, Башҡортостан яланын ремонтлайыҡ..." - тием. Бер йылда ғына бында донъя кимәлендә әллә күпме ваҡиғалар булып үтте. Беҙ ремонт эшенә тотондоҡ. Бер мәл был ерҙән сыҡҡан нур яҡтылығы донъяға тарала башланы.
Күптәр быны эзотерикаға тиңләр. Минең өсөн ул эзотерика түгел, ә физика. Мәҫәлән, минең коллегаларым Ирәмәл тауында нур күрә. Улар башҡалар күрмәгәнде күрә ала. Башҡортостанда ундай урындар бик күп. Минең ҡарамаҡҡа, Шүлгәнташта Башҡортостандың киләсәктәге тормошо хаҡында мәғлүмәт ята. Учалы районының Әүешкүл тауындағы әүлиә ҡәберендә лә нур күренә. Бындай урындар Башҡортостанда бик күп һанда. Уларҙы өйрәнергә һәм аяҡҡа баҫтырырға, тәртипкә һалырға кәрәк. Хәҙерге ваҡытта йөҙләгән кеше энергетик планда был урындарҙы рәткә килтереү өҫтөндә хеҙмәт итә. Улар ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеүе булды, Сириялағы ваҡиғалар ыңғай юҫыҡ алды. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан киңлегендәге энергетик хәл-торош Ер шарының башҡа урындарында ошо рәүешле сағылыш ҡына таба. Ни өсөн тигәндә, ДНК яланының Башҡортостан өҫтөндәге өлөшө зарарланғанға күрә, циркуляция эшләмәй.
Һәр бер этностың юғары аң донъяһына сыға торған киңлектәге юлы була. Мәҫәлән, фарсылар унда Арҡайым аша сыҡҡан. Уларҙың вариҫтары - башҡорттар. Суфыйсылыҡ ағымын да башҡорттар барлыҡҡа килтергән.
Башҡортостанда тыуған бала энергетик планда үҙенә файл ала. Һәр кешегә тыуған сағында ике: атай һәм әсәй булыу функцияһы бирелә. Өсөнсө функция рухиәт үҫешен тәшкил итә. Әгәр ҙә өсөнсө функция үҫтерелмәһә, ул бер ҡайҙа ла китмәй, ябыла. Уны үҫтереү өсөн ҡурай менән ҡымыҙҙы файҙаланырға була. Башҡортто мин һәр көнөн һуңғы көнө итеп йәшәүсе мәмлүк итеп күҙ алдына килтерәм. Грузияла ла мәмлүктәр ҡануны буйынса йәшәүсе бер халыҡ бар. Шуға күрә, минең аңлауымда башҡорт -ул камил кеше тигәнде аңлата. Башҡорттар киләсәктә нимәнелер һаҡлар өсөн үҙҙәрендә шундайын сифат тупланмышын барлыҡҡа килтергән халыҡ. Кока-кола эсеү менән ҡымыҙ эсеү араһында ниндәй айырма бар тип уйлайһығыҙ? Башҡорт кешеһе быны бик яҡшы белә. Ни өсөн тигәндә, кока-кола эскән кеше үҙен эске яҡтан емерә. Ҡымыҙ, киреһенсә, башҡортто энергетик яҡтан нығыта ғына.

Ҡурай уйнаған кеше

Урманға аяҡ баҫыусы кеше үҙенең энергетик яҡтан көслө урынға килеүен аңларға тейеш. Ни өсөн тигәндә, үҫемлектәр беҙгә ҡарағанда күпкә көслөрәк. Уларға кислород кәрәкмәй, сөнки углекислый газ ярҙамында йәшәйҙәр. Үҫемлектәрҙә энергия туҡтауһыҙ регенерация үтә. Беҙ иһә кислородты яндырабыҙ ғына. Мин тынлы музыка ҡоралдары яҡлы, сөнки улар аҙға ғына булһа ла һулыш алыуҙы сикләй. Мәҫәлән, ҡурайсы башҡаларға ҡарағанда аҙыраҡ һулыш ала. Бында инде бөтөнләй башҡа төрлө биохимия. Был йәһәттән ҡарағанда ла, ҡурай уникаль күренеш.
Башҡорт теленә килгәндә лә шулай. Ундағы үҙенсәлекте өндәрҙе әйтеү өсөн бөтөнләй башҡаса һулыш алырға кәрәк. Башҡортостанда йәшәүсе урыҫтар, мәҫәлән, башҡорт теленең ҡанундары буйынса һөйләшә. Быға мин таң ҡалдым. Сөнки урыҫтар башҡорттоң һулыш алыуын тәбиғи рәүештә үҙҙәренә ҡабул иткән. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорттоң һулыш алыуына көйләнгән атмосфералағы тирбәлеш урыҫтарға ла күскән. Улар ошо ерҙә йәшәгәс, бынан бер нисек тә азат була алмай. Икенсе бер мөһим мәсьәлә: ниндәйҙер телде файҙаланыр өсөн ул телдә фекер йөрөтөргә өйрәнергә кәрәк. Әгәр ҙә башҡорт кешеһе урыҫса фекер йөрөтөп, башҡортса һөйләшһә, был башҡорт теле түгел. Башҡорт - ул этнос ҡына түгел, ул нур бөркөүсе кеше, сифат. Башҡорт кешеһе артынан нур эйәрә. Шуға күрә лә Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем башҡорт. Кемдер быны аңламай һәм танымай икән, бының өсөн асыуланырға ярамай. Сөнки асыу тойғоһо аңламағандарҙы, киреһенсә, тоҡандыра.

Дин һәм толерантлыҡ

Мин дини кеше түгел, әммә ниндәйҙер кимәлдә даосизм яҡлы. Аллаһы Тәғәләне геометрия формаһында ҡабул итәм. Тик уны геометрияға таянып аңлата башлаһам, һәр ваҡыт кире реакцияға дусар булам. Икенсе төрлө әйткәндә, мин юл кешеһе. Мин бөтә нәмәне ҡабул итәм һәм һәр нәмәлә файҙа эҙләйем. Рухты физик, молекуляр кимәлдә өйрәндем. Шуға күрә мин уға хыянат итә алмайым. Сөнки был осраҡта үҙемдең молекуляр тәбиғәтемә хыянат итер инем. Һәр бер дин - ул кешеләрҙе ниндәйҙер йүнәлешкә көйләү. Донъяла күпме кешеләр төрлө диндәргә бирелә, әммә улар башҡа диндәгеләргә яҡшы ҡарашта түгел. Дини китапта "Яҡыныңды ярат" тип әйтелһә лә, был тойғо бармы? Хатта был йүнәлештәге тәрбиә лә юҡ беҙҙә. Төрлө диндәр төрлө интеграл яландарға ҡарай. Шуға күрә, 6-сы интеграл яланда йәшәүсе башҡорттар Ислам динен шатланып ҡабул иткән, сөнки Ислам дине үҙе лә 6-сы яланда барлыҡҡа килгән. Хәҙер лозунгтар заманы үтте, кешеләрҙең фекерләүен дөрөҫ юлға сығарыу мөһим бөгөн. Кешеләр киңлекте тере итеп тойорға тейеш. Был тәңгәлдә ҡурай тәүге аҙым булыуы мотлаҡ. Башҡорт балалары ҡурайҙа уйнап өйрәнергә бурыслы. Әлбиттә, барыһы ла ҡурайсы булып китмәҫ, әммә һәр бер башҡорт балаһы ҡурайҙы аңларға, яратырға тейеш.
Мин оҙаҡ ваҡыт суфыйсылыҡты өйрәндем. Суфыйсылыҡ - ул йәмғиәттең идеаль йәшәү рәүеше. Суфый киңлектә үҫешеп кенә ҡалмай, уның менән аралашыуҙан үҙенә кинәнес ала. Бының өсөн ҙур рухи көс кәрәк. Ул рухи көс бер ниндәй ҙә һүҙ әйтмәйенсә, нимәнелер башҡаларға еткерә алыу ҡөҙрәте.
Икенсенән, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәре башҡорттоң йола-традицияларын, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен, телен, киңлек менән мөнәсәбәтен ихтирам итергә тейеш. Мәскәүҙә Афғанстан илсеһенә Руми премияһын тапшырғанда баш ҡалала йәшәүсе егермеләп урыҫ телле афғандар менән аралашырға тура килде. Улар барыһы ла миңә толерантлыҡ хаҡында аңлатырға теләне. Мин уларға: "Мин һиңә толерантлы, мин һиңә толерантлы, тип әйтеү менән генә бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк", - тип яуап бирҙем. Ни өсөн тигәндә, ғәҙәттә, дуҫлыҡ хаҡында һүҙ барған ерҙә ысын дуҫлыҡ булмай, унда йыйылыусылар таралышыу менән дуҫлыҡ ҡына түгел, ихтирам тойғоһо ла юҡҡа сыға. Минеңсә, кешеләрҙең был мәсьәләгә ҡарашын үҙгәртергә кәрәк. Бында лозунгтар кәрәкмәй. Лозунгтар, ғәмәлдә, киреһенсә эшләй.
Мин эзотерик түгел. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк телеканал аша үҙем аңлағанды башҡаларға аңлатҡым да килмәй. Үҙемдең уҡыусыларым бар, уларҙы нимәгәлер өйрәтәм. Мәҫәлән, һулыш алыу энергияһы дәресе бирәм уларға. Бында физика һәм медицина хаҡында һүҙ бара. Мин, ғөмүмән, эзотерикаға ҡаршы. Нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаған кеше генә эзотерик. Эзотерика кешеләрҙең наҙанлығы, көсһөҙлөгө арҡаһында барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта мине ДНК буйынса Нобель премияһына тәҡдим итергә әҙерләйҙәр. Тәҡдим итеү өсөн хатта аҡса ла бүлделәр. Әммә мин быны Америка аша атҡарырға теләмәйем һәм процесты туҡтаттым. Сөнки улар миңә лаборатория тәҡдим итәләр һәм мин унда даими рәүештә эшләргә тейешмен. Бәлки, миңә Башҡортостан ерлегендә эшмәкәрлек итергә кәрәктер, сөнки, күреүебеҙсә, Рәсәйҙең, шулай уҡ бөтөн донъяның киләсәге, именлеге фәҡәт Башҡортостан менән бәйле. Әгәр ҙә лаборатория булһа, мин проблеманы молекуляр кимәлдә аңлата алыр инем.

Шулай итеп:

Кемгә нисектер, мин иһә Нуретдин олатай Игебаевтың, Светлана Марченконың һәм Олег Чернэның дәлилдәренән һуң уларҙа, асылда, бер үк нәмә хаҡында һүҙ барғанлығын аңланым. Һығымтаны һәр кем үҙе яһаһын, тием. Шулай ҙа Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Станислав Говорухиндың "Рәсәй" каналында йәш таланттар конкурсында Ләйсән Золотарева хаҡында әйткән һүҙҙәрен тағы бер тапҡыр иҫкә алғы килә: "Шул тиклем ярһыулыҡ был ҡыҙҙа, шул тиклем энергия - ул хатта хәрби ядро зарядына етер ине..." Әлбиттә, халыҡ артисы был һүҙҙәрҙе уйнап әйтте, әммә сәпкә тейҙе...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.17 | Ҡаралған: 1174

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru