«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘКТЕ ҠАЙҒЫРТҠАНДАРҘЫ UFA-FORUM ОСРАШТЫРҘЫ
+  - 



Ошо көндәрҙә баш ҡалала йәш быуынға тәжрибәһе, белеме менән уртаҡлашырға теләгән һөнәр эйәләре һәм уларҙы тыңларға, уларға ҡарап өйрәнергә әҙер йәштәр бер майҙансыҡта осрашты. Республика ғына түгел, күрше өлкәләрҙән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан килеүселәргә был мөмкинлекте Ufa-forum йәштәр мәғариф киңлеге бирҙе. Өс көн дауамында барған сарала 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы өлкә буйынса башланғыс белем һәм һөнәр арттыра алды.

Йәштәр өсөн йәштәр тарафынан үткәрелгән сара булараҡ, Ufa-forum былтыр бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп иткәйне. Баштан уҡ ойоштороусыларҙың үҙ тиҫтерҙәрен заман талаптарына яуап бирерлек маҡсатлы һәм компетентлы белгес, белемен камиллаштырырға әҙер шәхес, һүҙ урынына эше менән дәлилләргә әҙер кеше итеп күрергә теләүе ылыҡтырҙы. Ufa-forum йәштәр мәғариф киңлеген ойоштороусы Мәскәү һәм Санкт-Петербург студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы, Башҡорт проекттары төркөмө ағзалары власть вәкилдәренә лә, ябай халыҡҡа ла үҙҙәре алған позицияны аңлатып еткерә алды. Шуға быйыл Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов яғынан яҡлау тапҡан проект тағы ла ҙурыраҡ масштаб алыр, тигән өмөт бар ине һәм ул аҡланды.
Ufa-forum йәштәр мәғариф киңлеген асыу тантанаһында БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев инициативалы йәштәргә уңыштар теләп, Башҡортостан йәштәр сәйәсәте буйынса закон ҡабул итеүсе тәүге республика булыуы һәм был өлкәлә эшләргә нигеҙ барлығын, иң мөһиме, Республика Башлығы тарафынан яҡлау булыуы тураһында телгә алды. "Белинскийҙар күп, Гоголь берәү, тигән кеүек, аныҡ тәҡдимдәр күберәк булһын. Бындай форумдарҙа нәҡ шулай булырға тейеш", - тигәйне Марат Шәрип улы. Артабан, "Башҡортостан йәштәренең бөгөнгөһө һәм киләсәге" темаһына арналған фекер алышыу барышында нәҡ шул аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны ла инде. Республиканың миграцион сәйәсәтенә ҡағылышлы, сит өлкәләргә күсеп киткән йәштәрҙе кире ҡайтарыу, бында эшкә йәлеп итеү мәсьәләһе тураһында БДУ-ның стратегик үҫеш буйынса проректоры Рөстәм Ахунов, БР Фәндәр академияһы ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Хилажева төплө доклад яһаны. Был фекер алышыуҙа РФ Президенты граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар фонды етәксеһе Наталья Алиева һәм Skyeng мәктәбенең бизнес-үҫеш буйынса директоры Александр Ларьяновский ҙа ҡатнашты. "Беҙҙең компанияның офисы Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан, өс меңдән ашыу хеҙмәткәребеҙ бар. Әммә шул өс мең кеше араһында етмешкә яҡыны ғына мәскәүҙәр, ҡалғандары төрлө төбәктәрҙән, улар юғары эш хаҡына ситтән тороп эшләй. Һеҙҙең дә мөмкинлектәр ҙур. Бөгөн бында килгәнһегеҙ икән, тимәк, уйларға һәм үҙгәрергә теләгегеҙ бар", - тип өндәште Александр Ларьяновский Конгресс-холл тамаша залына йыйылған йәштәргә.
Шулай уҡ үҙ өлкәһендә профессионал булған шәхестәрҙең береһе - AAA TRUST инвестиция компанияһының генераль директоры Игорь Дубинников был юлы ла йәштәргә кәңәштәре, бәйләнештәре менән ярҙам итергә теләген белдерҙе. Мәскәү ҡалаһындағы "УГМК-Холдинг" компанияһының баш юридик консультанты, Ironman триатлон буйынса ярышта ҡатнашыусы Ленар Рахманов йәштәргә биткоин, блокчейн һәм криптовалюта тураһында ентекле лекция һөйләне. Был спикерҙың шәхесе, беренсенән, йәштәргә шундай ҡыҙыҡлы темалар буйынса мәғлүмәт еткереүе менән иғтибарҙы йәлеп итһә, икенсенән, яҡташыбыҙҙың иҫ киткес ихтыяр көсө бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы. Лекциянан һуң, Ufa-forum һәм бында йыйылған йәштәр тураһында фекерен һорашҡас, ул: "Тәжрибәмдән сығып, Өфө өсөн был ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә ойошторолған сара, тип әйтә алам. Тағы бер тапҡыр республикала үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып эшләй белгән кешеләр күп булыуын иҫбат итте. Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигәне һәр ваҡыт иҫтә, йәштәр төрлө өлкәләр буйынса белемен камиллаштырыуҙы маҡсат итеп килгән бында. Минең сығышымды ла бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар", - тине ул.
Бизнес, технологиялар һәм етештереү өлкәһенә ҡағылышлы лекцияларҙа шулай уҡ "Уфанет" АЙ генераль директоры Искәндәр Бәхтейәров компанияның лидеры булыу ысулдары тураһында, Global Communication Vision SSM агентлығын асыусы Рөстәм Әғзәмов Instagram социаль селтәрендә һатыу итеү серҙәре, Рәсәйҙең 48 ҡалаһында эшләүсе farfor.ru сайтын булдырған Тимур Ханбиков IT технологиялар ярҙамында эштең сифатын арттырыу, Модульбанктың өлкән бизнес-аналитигы Нур Ибраһимов тиҙ арала яңы продукт эшләп сығарыу, оҙаҡ йылдар Башкирнефтепродукт, ОЗНА, Таргин компаниялары топ-менеджеры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Хисмәтуллин һатыу итеү системаһын төҙөү һәм етәкләү логикаһы, ExactFarming компанияһының дизайн бүлеге етәксеһе Илдар Кинйәбулатов Desing Sprint методологияһы, Өфөләге Directium асыштар үҙәге етәксеһе Руслан Ғәббәсов һаҡсыл стартап, "На волне" Digital агентлығы етәксеһе Тәлғәт Юнысов бизнес эшләү, Интернет башланғыстарҙы үҫтереү фондының инвестициялар буйынса белгесе Тимур Хафизов проектты ҡараған инвесторҙар нимә күрергә теләүе тураһында һәм башҡа темаларға сығыштар яңғыраны. Ғөмүмән, ойоштороусылар бизнес өлкәһенә ҡағылышлы темалар буйынса юғары кимәлдәге белгестәргә мөрәжәғәт итеп, темалар бик төплө һәм фәһемле итеп яҡтыртылды.
Әйтергә кәрәк, Ufa-forum йәштәр мәғариф киңлегендә "Йәмғиәт" һәм "Мәғариф" тематик бүлектәре буйынса ла фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне. Бөгөн республикала ғына түгел, бөтә илдә актуаль яңғыраған туған телдәрҙе уҡытыуға арналған фекер алышыу майҙансығында БР Мәғариф министрлығы, баш ҡалала урынлашҡан ғилми учреждениелар ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бик ҡыҙыу бәхәсләште. Әлбиттә, Ufa-forum йәштәргә башҡорт халҡының тарихын танытыу, уларҙың рухын күтәреү йүнәлешен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы, граждандар һуғышы, йәш быуындың киләсәге тураһында Азат Ярмуллин, Салауат Хәмиҙуллин, Рәмил Рәхимов, Юлдаш Йосопов, Эльвира Моталовалар сығыш яһаны.
Ufa-forum бына шулай төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө өлкәлә белем алыусы йәштәрҙе һәм ололарҙы берләштергән, бер-береһен тыңларға, ишетергә өйрәткән сара булып сыҡты. Форумдың өсөнсө көнө, алдан әйтелгәнсә, ғәмәли оҫталыҡ көнө булды. Йәштәр егерменән ашыу тема буйынса стратегик фекерләү, үҙ-ара аралашыу, ораторлыҡ оҫталығы, интернет селтәрендә авторлыҡ хоҡуғын һаҡлау, Instagram ярҙамында аҡса эшләү, тиҙ арала үҙ маҡсатыңа ирешеү, йога күнекмәләре, квадрокоптер осорорға өйрәнеү, ғәрәп алфавитын өйрәнеү, тайм-менеджмент серҙәре, бизнес идея эҙләп табыу юлдары һәм башҡа бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы практик дәрестәр алды. Йәштәр бигерәк тә Фатима Янбаеваның социаль селтәрҙә үҙ брендыңды күтәреү, Илдар Кинйәбулатовтың дизайн, Гүзәл Рәжәпованың ораторлыҡ оҫталығы, Сәриә Сәлихованың тиҙ арала маҡсатҡа ирешеү, Татьяна Круцебоның тайм-менеджмент буйынса биргән практик дәрестәрен яратып ҡабул итте.
"Әле генә форумға килгән йәштәр менән вуздың тамаша залында ораторлыҡ оҫталығы буйынса төрлө күнекмәләр эшләнек, һәр кем үҙенең кеше алдында тотошон, телмәр оҫталығын һынап ҡарай алды һәм улар бер-береһен күтәрмәләп, ярҙам күрһәтеп ултырыуын күрҙем. Был форум ғәмәли оҫталыҡҡа ҙур иғтибар бүлеүе менән оҡшаны. Алыҫ райондарға Өфө, Мәскәү спикерҙары барып етмәй. Ә бында ике көн эсендә шул тиклем күп мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар һәм шуны ҡулынан ысҡындырмаған йәштәргә афарин", - тине "Театр слова" студияһы етәксеһе Гүзәл Рәжәпова. Әйткәндәй, практик белем алғандан һуң йәштәр, ниһайәт, өс көн дауам иткән Umarta проекттар оҫтаханаһының эшен йомғаҡлап, тәҡдим иткән проектын эксперттар алдында яҡлауҙа ҡатнашты. Компетентлы баһалама комиссияһы төп призды - 100 мең һум аҡсаны, өс командаға бүлеп бирҙе. Әбйәлил районы егете Тамъян Ғәбитовтың проекты 40 мең һумлыҡ приз һәм Интернет башланғыстарҙы үҫтереү фондының акселараторында ситтән тороп ҡатнашырға саҡырыу ҡағыҙы отто. Шулай уҡ 40 меңлек приз ӨДАТУ магистранттарының "Smart Motor" яңы быуын аппараттарын йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән вентилле электродвигатель төҙөү буйынса проекты өсөн бирелде. Өсөнсө урынды былтырғы Ufa-forum сараһында беренсе урын яулаған Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары Алмас Ғарифуллин һәм Александр Батыргәрәйев яуланы. Уларҙың проекты Башҡортостан аҙыҡ-түлек магазиндарында NFC технологияһын интеграциялау мәсьәләһенә бағышланды һәм егеттәр уны тормошҡа ашыра башлау өсөн 20 мең һум ярҙам алды. Был проекттарҙан тыш, экология, туризм, аҙыҡ-түлек менән һатыу итеү, туған телдәрҙе өйрәнергә ярҙам иткән программа, балалар уйынсыҡтары буйынса бик яҡшы проект эштәре тәҡдим ителде. Эксперттар хөкөмөнә сығарылған ун һигеҙ проект араһында иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңел булмаһа ла, киләсәктә ысынлап та тормошҡа ашырырлыҡ булған идеяларға тәүге ярҙам һәм дәртләндереү приздары рәүешендә артабан үҫергә юл асылды. Проекттарҙы баһалаусы эксперттарҙың береһе Рәмил Хисмәтуллин әйтеүенсә, сиктәрҙән арынырға теләгән йәштәр өсөн дә Ufa-forum бик уңайлы майҙансыҡ. "Егеткә 14 йәш, ул тәҡдим иткән проект бөтөнләй яраҡлы түгел, әммә унда үҙен күрһәтеп ҡалыу, ниндәйҙер эш атҡарыу теләге юғары икән - был бик ҡиммәтле. Бер нисә тапҡыр шулай уңышһыҙ сығыш яһағандан һуң, ул өйрәнеп, барыбер һөҙөмтәле эш күрһәтер. Umarta проекттар оҫтаханаһында республика киләсәге өсөн актуаль проекттарҙы табабыҙ һәм күтәрмәләйбеҙ икән, шунан да әһәмиәтлерәк эш була аламы?" - тине Рәмил Хисмәтуллин форум тураһында фекерҙәрен дәлилләп.
Ufa-forum тамам, ә унан ниндәй тәьҫораттар ҡалды һуң? Был һорауға саҡырылған ҡунаҡтарҙың береһе Интернет башланғыстарҙы үҫтереү фондының инвестициялар буйынса белгесе Тимур Хафизовтың яуабы тулы яңғырар, моғайын. Әйткәндәй, ул сығышы менән Өфө ҡалаһынан."Бындай сараларҙың кимәле ниндәй, ниндәй аудиторияға йүнәлтелгән булыуға ҡарамаҫтан, үткәреү кәрәк, - тине ул. - Сөнки бөгөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә күрһәтелгән әүҙемлек мөһим. Мөмкин тиклем был эшкә билдәле шәхестәрҙе йәлеп итергә кәрәк, улар килеп тәжрибә уртаҡлашһын, проект эшләүселәргә үҙ баһаһын әйтһен. Өфө кеүек ҡалаларҙа төрлө кешеләрҙе бергә туплаған, яңы идеяларҙы бойомға ашырырға этәргес көс биргән, йәштәрҙе белемгә әйҙәгән үҙәк мотлаҡ булырға тейеш. Бөгөн бында килгән йәштәр менән спикерҙар бер тигеҙ кимәлдә әңгәмәләште, сөнки беҙ мәғлүмәтле булыу кимәле менән генә бер-беребеҙҙән айырылабыҙ. Йәштәр өсөн интернет селтәре бик күп мөмкинлектәр аса, шуларҙы дөрөҫ ҡулланып өйрәнһендәр, әүҙем булһындар..."

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ил иҡтисады ҙур үҙгәрештәр кисерәсәген күҙаллаған белгестәр фекеренсә, яҡын киләсәктә бөтөнләй икенсе һөнәрҙәр буйынса, бөтөнләй башҡа сифаттарға эйә профессионалдар талап ителәсәк. Әлбиттә, уларҙың ҙур өлөшө IT-технологиялар, заманса техника менән бәйле буласаҡ. Ошо шарттарға яйлап ҡына йәштәрҙе бөгөндән әҙерләй башлауҙы үҙ өҫтөнә алған форумдың төп ойоштороусылары Әлфир Илбаҡтин, Илдар Кинйәбулатов, Азат Бадранов кеүек алдынғы ҡарашлы, тиҫтерҙәренә үрнәк булған лидерҙарҙы киләсәктә республикабыҙ төрлө тармаҡтарҙа тотороҡло үҫешһен, Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре рәтендә юғары позицияла торһон өсөн нигеҙ һалыусылар, тип иҫәпләргә мөмкин. Киләсәктә улар йылына бер тапҡыр ҙур форум үткәреүҙән тыш, даими рәүештә йәштәр менән төрлө мәғариф саралары ойоштороуҙы күҙаллай. Өҫтән төшөргәнде көтөп тормаған һәм үҙе өсөн бер ниндәй табыш-файҙа эҙләмәгән ошо йәш лидерҙарға республика мәнфәғәтендә башҡарған эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.17 | Ҡаралған: 981

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru