«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Башҡортостандың ҡунаҡтарҙы, туристарҙы йәлеп итер популяр брендтары нимә?
+  - 



Азат ХӘЙБУЛЛИН, эшҡыуар, Өфө ҡалаһы: Яҡтыгүл, Янғантау, Асы шифаханалары, Ирәмәл тауы, Асылыкүл Башҡортостандан ситтә йәшәүселәргә яҡшы таныш. Төбәктең уникаль тәбиғәте үҙе үк бренд, минеңсә. Шулай уҡ республикала йәшәгән милләттәр төрлөлөгөн дә бренд итеп ҡарау яҙыҡ булмаҫ. Республикаға килгән турист бер урында әллә күпме халыҡтың бөгөнгөһө менән генә түгел, ә тарихы менән дә таныша ала, сөнки төбәктә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренә иғтибар беҙҙә бер үк юғары кимәлдә.
Башҡортостандағы һәр райондың үҙенә генә хас бренды бар. Мәҫәлән, Әбйәлил күлдәре менән дан тота, Белорет районы тауҙары менән билдәле. Бөрйәндең Шүлгәнташы бар. Краснокама районындағы тарихи-архитектура комплексы үҙе ни тора. Благовещен ҡалаһында урынлашҡан, 1756 йылда нигеҙ һалынған баҡыр иретеү заводы Рәсәйҙә бөгөнгө көндә эшләүсе иң боронғо заводтарҙың береһе (хәҙер "Благовещен арматура заводы") - шулай уҡ тарихи объект, тимәк, бренд. Республикала туристарҙы йәлеп итеүсе брендтар аҙым һайын. Беҙ уларға өйрәнгәнбеҙ һәм күренекле итеп күрмәйбеҙ, ә ситтән килеүсегә улар ҡыҙыҡлы. Тик матур итеп күрһәтә белергә кәрәк. Бүләкте матур төргәккә урап биргән кеүек, үҙебеҙҙәге бренд әйберҙәрҙе, урындарҙы, күренештәрҙе күркәм итеп ҡунаҡтарға танытыу мөһим.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, бәхәсһеҙ, шулай уҡ бренд. Тик ул һәйкәлгә, хоккей командаһына ғына ҡайтып ҡалмаҫҡа тейеш, ә киң форматта булырға тейеш. Бының өсөн уның тыуған ауылын тергеҙеү, унда тәбиғи музей эшләү мөмкинлеге табылһа, республикаға килгән туристар өсөн тағы ла бер ҡыҙыҡлы маршрут барлыҡҡа килер ине.
Ишетеүемсә, былтыр октябрь аҙағында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты республиканың туристик бренды концепцияһын эшләү буйынса иғлан ителгән тендерҙың еңеүсеһен билдәләне. "Парадокс" ЯСЙ реклама студияһы төрлө тикшереүҙәр, һорау алыуҙар ярҙамында Башҡортостанда нимә бренд була ала икәнен асыҡлап, быйыл 30 мартҡа тиклем комитетҡа Башҡортостандың туристик логотибын эшләп бирергә тейеш. Улар шулай уҡ төбәктәге туризмдың төп йүнәлештәрен билдәләйәсәк, республиканы башҡа төбәктәрҙә киң танытасаҡ ҡеүәтле берҙәм образын булдырыу өҫтөндә лә эшләйәсәк. Уларҙың һығымталары нигеҙендә Башҡортостанда туристарҙы йәлеп итерлек брендтарҙың исемлеген тағы ла тулыландырып буласаҡ, тип уйлайым. Бик кәрәкле һәм мөһим эш башлағандар.

Гүзәл ХӘМИТОВА, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире: Күптән түгел Иранда булып ҡайттым. Урындағы халыҡ үҙенең тарихына, электән килгән шөғөлөнә, милли аш-һыуына, музыкаль инструменттарына, тәбиғәтенә, ғөмүмән, илдең бөтә өлкәһенә лә ҙур иғтибар бүлә. Туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы экскурсиялар ойошторалар. Башҡортостанға туристарҙы күпләп йәлеп итеү, үҙебеҙҙә булған брендтарҙы күрһәтеү һәм ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы итеүҙә Иран халҡынан үрнәк алырға кәрәк. Ә бренд булырлыҡ әйберҙәр күп республикала. Мәҫәлән, кейеҙ. Был материалдың тәбиғи йөндән эшләнеүе, уның файҙалы үҙенсәлектәре, баҫыу процесы, төрлө һүрәттәр менән биҙәү ысулы - быларҙың барыһын да туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырлыҡ брендҡа әйләндерергә мөмкин. Артабан ҡымыҙ. Ҡымыҙ менән дауалау системаһын бөтә Башҡортостан буйлап киң йәйелдереү сит тарафтарҙан кешене күпләп йәлеп итер ине. Беҙҙә һауыҡтырыу туризмы бар, шифаханаларҙың күп өлөшө сит төбәктәрҙән килеүселәр менән тулылана, ләкин был һанды тағы ла күбәйтергә мөмкин. Шулай уҡ милли аш-һыуыбыҙ ҙа туристар өсөн үҙенсәлекле. Ниндәйҙер төбәккә ял итергә барыусы мотлаҡ рәүештә урындағы милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға тырыша. Шуға күрә, беҙгә килгән ҡунаҡтарға ла башҡорт милли аш-һыуын, бигерәк тә бишбармаҡты, күп урында тәҡдим итергә кәрәк. Бишбармаҡ - башҡорттоң ғына түгел, ә тотош республика бренды икәнен туристарға күрһәтеү мотлаҡ. Ҡурайыбыҙ тураһында онотмайыҡ. Пластмасса, тимерҙән эшләнгән ҡурайҙы түгел, ә урманда үҫкән, тәбиғи шарттарҙа формалашҡан үлән ҡурайҙы бренд булараҡ күрһәтеү урынлылыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, Башҡортостандың бренды ерле халыҡтың көнкүрешенә, шөғөлөнә, эшмәкәрлегенә, аш-һыуына бәйле булырға тейеш. Мәҫәлән, йыл һайын гөрләп уҙған һабантуйҙар ҙа беҙҙең бренд була алырлыҡ. Унда беҙҙең йыр-бейеүебеҙ ҙә урын ала, республикала йәшәүсе барлыҡ милләттәрҙең аш-һыуы һәм шөғөлө менән танышырға була. Шулай уҡ ат сабышы, тирмәләр конкурсы, көрәш, бағанаға менеү һәм башҡа милли уйындар беҙгә ғәҙәти булһа ла, ситтән килгән кеше өсөн ҡыҙыҡлы. Бренд, тимәк, сифатлы тигән һүҙ. Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһын да юғары кимәлдә һәм сифатлы итеп күрһәтә белһәк, былай ҙа әҙ булмаған туристарҙың һаны тағы ла артасаҡ.

Рәис ҒӘБИТОВ, "R&R" коммуникатив агентлыҡ етәксеһе, блогер: Минеңсә, беҙҙең тауарҙарыбыҙҙы республиканың бренды итеп ҡарарға була. Юғарыға үрмәләргә яратыусы экстремалдар үҙебеҙҙә генә түгел, Рәсәй һәм сит ил буйлап бик күп. Яңыраҡ ҡына Рәсәй географик йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе тарафынан уҙғарылған "Урал ҡапланы" проектына йомғаҡ яһалды. Уның талаптарына ярашлы, проектта ҡатнашыусы төбәктәге бейеклеге 1000 метрҙан ашыу булған ете тау түбәһен - Ирәмәлде, Көмәрҙәкте, Ҡурташ-тауҙы, Мәсемде, Ҡушайҙы һәм Яланғасты - яуларға тейештәр ине. Беренсе этаптың шарттарын Рәсәйҙең 6 төбәгенән 115 кеше тулыһынса үтеп, икенсе этапҡа сыҡты. Күреүебеҙсә, тауҙар ғына ла йөҙәрләгән кешене үҙенә тарта, тимәк, улар - бренд. Шуға тейешле маршрут тәҡдим иткәндә, Башҡортостанға килеүселәр һаны тағы ла артасаҡ.
Әйткәндәй, Көньяҡ Урал тиһәләр, ни өсөндөр тик Силәбе өлкәһен генә күҙ алдына баҫтыралар. Был стереотипты юйырға кәрәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан да Көньяҡ Уралға инә икәнлеген күрһәтер өсөн, үҙ эсенә 11 тауҙы алған, 130 саҡрымлыҡ маршрут булдырылды. Ул Белорет ҡалаһынан башланып, Төлөк ҡасабаһында тамамланасаҡ. Маршруттың яртыһы маркировкаланған, йәй башына тиклем был эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Юлды тулыһынса үтер өсөн бер аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк буласаҡ. Бөгөндән үк был ҡатмарлы юлға сығырға, төбәктең тауҙарын яуларға теләк белдереүселәр етерлек.
Республиканың башҡа брендтары рәтенә мин шулай уҡ Шүлгәнташты, башҡорт балын, ҡурайын һәм ҡымыҙын, "Абҙаҡ" тау саңғыһы курортын, "Янғантау" шифаханаһын индерер инем. Уларҙың барыһы ла киң билдәле һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итә.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 804

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru