«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҘӘНИӘТ - МИЛЛӘТТЕ, МИЛЛӘТ ОШО ЕРҘЕ ҺАҠЛАЙ
+  - 

Учалы филармонияһы - республикабыҙҙағы берҙән-бер муниципаль кимәлдәге филармония булып иҫәпләнә. Таланттар төбәгендә ижад итеүсе был мәҙәниәт усағы ниндәй уңыштарға өлгәшкән, киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй, тигән һорауҙар менән Учалы филармонияһы солисы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ынйы Дамир ҡыҙы ӘХМӘТОВАға мөрәжәғәт иттек.

Ынйы Дамир ҡыҙы, һеҙ, моғайын да, филармонияла ул ишектәрен асҡан көндән эшләйһегеҙҙер? - Күптәр хәтерләйҙер, филармониябыҙ 2000 йылда, ҡыҙғанысҡа күрә, арабыҙҙан бик иртә киткән бөйөк шәхес Ринат Абдуллиндың тырышлығы менән асылғайны. Был төбәктә бит башҡорт оҙон йырын бар нескәлеген аңлап йырлайҙар, башҡорт бейеүен бар камиллығында тойоп бейейҙәр. Бында һәр мәктәптең - бейеү ансамблдәре, һәр ауылдың үҙенең үҙешмәкәр коллективтары бар. Шуға ла филармония кеүек мәҙәниәт усағы бик кәрәк ине. Ул үҙенә күрә райондың мәҙәни үҙәге булып тора. Ошо 17 йыл эсендә матур коллектив тупланды, бөгөн ҡаланы ла, районды ла филармонияһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Филармонияла эшләп килгән "Алтын-Ай" тип аталған өлгөлө балалар бейеү ансамбле тураһында ла ишетеп тораһығыҙҙыр, улар сит илдәргә сығып, лауреат исемдәре яулап ҡайта.
Үҙем профессиональ сәхнәлә 1992 йылдан, филармонияға килгәнгә тиклем "Таусы" мәҙәниәт һарайында эшләнем. Балаларҙы йырларға ла өйрәтә инем. Бөгөн филармония солисымын, лекторий менән район мәктәптәре буйлап та йөрөйбөҙ. Ғөмүмән, Учалы районында мәҙәниәткә шул тиклем иғтибар көслө. Эшһеҙ бер көн ултырмайбыҙ. Әле бына Яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Балалар өсөн "Өс батырҙың Яңы йыл мажаралары" тигән мюзикл да әҙерләне артистар.

Филармония концерттар әҙерләүҙән тыш, төрлө фестиваль-бәйгеләр ҙә үткәрә. Ошо саралар тураһында ла телгә алһағыҙ ине?

- Учалы районы, Учалы ҡалаһы хакимиәттәре менән берлектә үтә бындай саралар. Бөтөн Башҡортостан 2020 йылда үтәсәк Фольклориадаға әҙерләнгәндә беҙ ҙә ситтә тороп ҡалманыҡ. Халыҡтың рухи тормошон байытыу, уларҙы милли мәҙәниәтебеҙгә йәлеп итеү маҡсатынан "Етегән йондоҙ" тигән фестиваль үтте. Учалы, Белорет, Бөрйән райондарынан, Силәбе өлкәһенән фольклор коллективтар ҡатнашты унда. "Сал Урал" хореография сәнғәте фестивале лә күптәргә таныш. Былтыр ул Республика Грантына ойошторолдо. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар араһында башҡорт бейеүе онотолмаһын, тигән изге маҡсаты бар был сараның. Уның сиктәрендә ошо төбәктәрҙә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Мәҙәниәт бит ул телде, тел - милләтте, милләт ошо ерҙе һаҡлай. Шуға ла бындай сараларҙы үткәреүҙән баш тартмайбыҙ. Директорыбыҙ Әлмир Миңлеәхмәт улы Мөхәмәтйәров йәш булһа ла, рухлы һәм талапсан. Милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү беҙҙең ҡулда икәнде яҡшы аңлайбыҙ һәм күберәк эшләргә тырышабыҙ. Иң мөһиме, тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәйек. Хеҙмәттәштәремә яңы ижади үрҙәр яуларға насип булһын. Үҙемдең генә лә йырланмаған әллә күпме йырҙарым ята.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 800

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru