«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ЭШЕНЕҢ ОҪТАЛАРЫ ҺӘР ЕРҘӘ КӘРӘК
+  - 



Ошо көндәрҙә республиканың Өфө, Сибай, Нефтекама, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларында "Йәш профессионалдар" ("World Skills") III төбәк чемпионаты уҙғарылды. Чемпионатта 37 компетенция буйынса барлығы 242 кеше һөнәри оҫталыҡ кимәлен һынаны.

Донъя кимәлендәге "Йәш профессионалдар" коммерция булмаған ассоциация үткән быуаттың илленсе йылдарынан алып ойошторолған һәм уның эшендә әлеге көндә 78 ил ҡатнаша. 2012 йылда Рәсәй был ойошма составына ингәс, Башҡортостандың да эшсе һөнәрҙәре үҙләштергән йәштәренә һөнәри оҫталыҡтарын камиллаштырырға, донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашырға, тәжрибә тупларға һәм үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса уңыштар ҡаҙанырға тағы бер мөмкинлек асылды. Чемпионатта Башҡортостандың төрлө һөнәри колледждарынан, Әстерхан, Екатеринбург, Ҡаҙан, Тольятти, Ярославль, Әлмәт ҡалаларынан һәм Мәскәү өлкәһенән ҡатнашыусылар килде. Чемпионатта "Ижад һәм дизайн", "Транспорт һәм логистика", "Информацион һәм коммуникацион технологиялар", "Производство һәм инженер технологиялары", "Төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары", "Хеҙмәтләндереү өлкәһе" йүнәлештәре буйынса өс көн дауамында ярыш барҙы. Шулай уҡ 14-16 йәшлек үҫмерҙәр ҙә "Йәштәр лигаһы"нда мәктәпкәсә белем биреү, эшҡыуарлыҡ, график дизайн, лаборатор химик анализ компетенциялары буйынса ярыша алды. Чемпионат һөҙөмтәләре баш ҡаланың "Йәштәр һарайы"нда иғлан ителде. Еңеүселәрҙе БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов һәм республикалағы алдынғы етештереүсе предприятиеларҙың вәкилдәре тәбрикләне.
- Бергә ошо етди эште башҡарыуығыҙ өсөн Республика Хөкүмәте исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә рөхсәт итегеҙ, - тине БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. - Һәр кем юғары уңыштарға өлгәшә ала, бының өсөн һеҙҙең талант, эшһөйәрлек, остаздарығыҙҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу талап ителә. Башҡортостандың "World Skills" хәрәкәтенә ҡушылыуына 3 йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, бөтә донъяға беҙҙең илдә тормошҡа ашырырлыҡ ҙур потенциал барлығын иҫбат итә алдыҡ. Элекке йыл ни бары ун компетенция буйынса йәштәрҙе әҙерләп, һәр береһен ҡатнашырға өгөтләп торһаҡ, бөгөн милли чемпионатҡа командалар туплап ебәрә алабыҙ һәм был залда ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән йәштәребеҙ бар. Яҡын киләсәктә барығыҙҙың да донъя кимәлендәге еңеүҙәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем.
Әйткәндәй, Салауат Тәлғәт улы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, "World Skills" хәрәкәтендә юғары уңыштарға өлгәшкән йәштәргә тейешле аҡсалата премия булдырылыуы тураһында белдерҙе һәм тәүге бүләкте былтыр Абу-Дабиҙа үткәрелгән "World Skills" һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яулаусы Сибай күп профилле һөнәри колледжы студенты Рафаэль Яхинға тапшырҙы.
"Йәш профессионалдар" чемпионатында ҡатнашҡан йәштәр менән ярыш барышында күп аралашып булмағайны, сөнки билдәләнгән ҡағиҙәләргә ярашлы, улар ҡыҫҡа тәнәфестәргә тамаҡ ялғап алыу өсөн генә туҡтаны. Башҡа ваҡытта бары тик эксперттар ғына уларҙы күҙәтеп ултырҙы. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында "Информацион һәм коммуникацион технологиялар" йүнәлешенең биш компетенцияһы буйынса ярыш майҙансыҡтары ойошторолдо. Махсуслаштырылған компетенциялар үҙәге етәксеһе Олег Агарков әйтеүенсә, "World Skills" хәрәкәтенең чемпионаттары колледждарҙа эшсе һөнәрен үҙләштереүсе йәштәргә тәү сиратта тәжрибә туплау өсөн кәрәк. Сөнки теоретик белем алыу бер, ә эш урынында шул белемде дөрөҫ ҡуллана белеү бөтөнләй икенсе. Әйткәндәй, был ярыштарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән йәштәргә уҡыуҙы тамамлағандан һуң эш урыны табыуы ла күпкә еңелерәк буласаҡ, сөнки оҫта ҡулдар бөтә урында ла кәрәк. "Селтәр һәм системаны идаралау" компетенцияһында беренсе урын яулаусы Октябрьский ҡалаһы нефть колледжының 4 курс студенты Айҙар Ниғмәтуллин был турала яҡшы белә, сөнки ул уҡыуҙан тыш, "Уфанет" компанияһында эшләп тә йөрөй. "Мин төбәк чемпионатында икенсе тапҡыр ҡатнашам, һәр ваҡыттағыса, эштәр бик ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла булды. Хәҙер Рәсәй милли йыйылма командаһы составына инергә әҙерләнергә кәрәк", - ти Айҙар.
Йәш һөнәрселәрҙең эшен ғәҙел баһалауҙа ҡатнашҡан эксперттар ҙа чемпионат һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булыуҙары, оҫта ҡуллы, үҙ эшен камил белгән йәштәр булыуы менән һоҡланыуын белдерҙе. Ҡаҙан ҡалаһынан саҡырылған төп эксперт Эмиль Сабитов менән әңгәмә-ләшкәндә, ул: "Ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән эш биремдәре барыһы ла мөмкин тиклем тормошҡа яраҡлаштырылған. Мәҫәлән, "Бизнес өсөн программалар" компетенцияһында ярышҡан йәштәр тегеү продукцияһы етештергән компания өсөн бөтә кәрәкле функцияларҙы үҙ эсенә алған махсус программа төҙөй. Һөҙөмтәлә, ошондай компанияларға тәҡдим итерлек әҙер программа килеп сығырға тейеш. Конкурстанттар был заданиены бик яҡшы атҡарып сыға алды", - тип һөйләне. Ситтән килеп ҡарап торғанда, компьютер артында тик кенә ултырған кеүек тойолған конкурсанттар ысынында ябай кешегә аңлашылмаған бик күп төрлө махсус программаларҙа эшләй белә, үҙҙәре сайттар, предприятиеға кәрәкле системалы программалар эшләй, ҡатмарлы конструкторҙар төҙөй, хатта уйындар ҙа эшләй белә булып сыҡты.
"Йәш профессионалдар" чемпионаты тамамланғандан һуң, ошо көндәрҙә профориентацион программа буйынса ярыш майҙансыҡтарын ҡарап сыҡҡан уҡыусыларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалдыҡ. Улар бер тауыштан: "Беҙ белгән уҡытыусы, табип, хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы һөнәрҙәренән тыш, әллә күпме ҡыҙыҡлы, яҡшы һөнәрҙәр барлығын белдек. Һәм ҡайҙа белем алырға кәрәк икәнен күрҙек", - тип яуап бирҙе. Ысынлап та, ҡайһы саҡта беҙ күҙгә элмәгән, әммә көндәлек тормошта шул тиклем кәрәк булған һөнәрҙәр күп. "Йәш профессионалдар" III төбәк чемпионаты тағы бер тапҡыр үҙ эшенең оҫтаһы булған кеше һәр ерҙә кәрәкле булыуын һәм бөтә һөнәрҙәр ҙә бер тигеҙ мөһим икәнен төшөндөрҙө.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.18 | Ҡаралған: 767

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru