«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҪЕШӘЙЕК, КАМИЛЛАШАЙЫҠ!
+  - 

Әллә олоғайыу касафаты, һуңғы йылдарҙа милләт яҙмышына байҡау яһап, атай-олатайҙарыбыҙ өлгәшкән уңыштарға ҡыуанып-ғорурланып, уңышһыҙлыҡтарының сәбәптәрен эҙләп, бик көйгәләккә әйләнеп киттем әле.

Салауат батырыбыҙға ла: "Шул тиклем талантың була тороп, башҡорт башын арттырып, үҙ балаңды үҙең тәрбиәләү менән мәшғүл булыу урынына, йәп-йәш көйөнсә ятаһың сит-ят ерҙәрҙә. Урыҫ менән килешеүҙең бүтән сараһын тапманыңмы ни?" - тип һуҡранып та алғылайым. Урыҫ тәрбиәләгән балаң башҡорт рухында үҫмәй бит инде ул, тип тә ебәрәм ҡайсаҡ. Халҡыбыҙ үҙ ерҙәре, үҙ Ватаны өсөн көрәшкәнен аңлаһам да, был ихтилал-яуҙар башҡорт һанын да кәметкән шул, баш эймәйем, тип, күпме баш һалынған. 1812 йылда француздар менән һуғыш ваҡытында ни уйлап 28 полк ебәрелде икән? Әйтерһең дә, шул уҡ илдә йәшәп ятҡан ил һаҡлаусы башҡа халыҡ бөткән. Бына ошо фекерҙәрем менән уртаҡлашҡым килгәйне.
Алтын урталыҡ ҡайҙа һуң? Башҡорт башын нисек именлектә һаҡлап алып ҡалырға? Ни хәл итәһең - яугирлыҡ ҡаныбыҙҙа, тип, һәр яуға күкрәк киреп, бар халыҡтан да алданыраҡ ташланһаҡ, бөтөнләй кәмеп китмәҫбеҙме? Бындай батырлығыбыҙ икенселәр файҙаһына булып ҡуйһасы?..
Һуңғы айҙарҙағы тел тураһындағы көсөргәнешле ваҡиғаларҙан һуң, ни сәбәптәндер, көсөм етмәҫтәй ошондай һорауҙарға яуаптар эҙләп аҙапланам. Телдең юғалыу-юғалмауы тураһында һүҙ сығарһалар ҙа уйҙарым менән милләтебеҙҙең кәмеү-кәмемәүенә бәйле фекергә әйләнеп ҡайтам. Яр аҫтынан яу сыҡҡан, тигәндәй, йә бер сәбәбе, йә икенсеһе сығып ҡына тора. Бөгөн дә егеттәребеҙ үҙ республикабыҙҙан ситтә, бөтөнләй сит тарафтарҙа барған һуғыштарҙа баш һала. Ниндәй фиҙаҡәрлек һуң был, тип аптырайым. Эшкинмәгәндәренә ғаилә лә, бала ла, Ватаны ла, теле лә кәрәкмәй, түбәгә төкөрөп ята бирә, ә бына тигән аҫылдары баш һала. Ваҡыт үтә бара ошо эшкинмәгәндәргә көн ҡала күрмәһен, Аллаһым үҙе һаҡлаһын халҡымды мәкерлеләрҙән, ялҡауҙарҙан. Ундайҙарҙан тыуып, ата һөйөүе күрмәгән баланан ни көтмәк кәрәк тә, Ватаныңа, телеңә һөйөү нисек өмөт итмәк кәрәк...
Һәр ауыр уйҙың аҙағында эшлекле тәҡдим дә булырға тейеш бит әле. Ошо прицибымдан сығып, гәзит уҡыусыларға үҙ фекеремде еткереп ҡуяйым. Һөнәрем буйынса уҡытыусы булараҡ, философия дәрестәрендә (йә класс сәғәттәрендә) уҡыусыларҙы ошо темаға яҡынайтып фекер йөрөтөргә, йүнәлеш бирергә, фәлсәфә ҡорорға өйрәтергә кәрәктер, тип уйлайым. Ир-атһыҙ ғаилә юҡ, тимәк, тел юҡ, тел булмағас, Ватаның юҡ һ.б. тигәнде егеттәребеҙ мәктәп йәшендә үк аңлап, үҙҙәрен Ватан өсөн "ҡорбанлыҡ" тип түгел, ғаиләһе өсөн терәк-таяныс булып үҫһендәр ине. Онотмаһағыҙ, ошоға тиклем беҙ ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар ҙа бүлмәй, ир-ат - ил һаҡсыһы тигән һүҙҙәрҙе бала мейеһенә күберәк тылҡып, ил өсөн, ер өсөн барыһынан да алдараҡ баш һалыу башҡортлоҡ тип аңлата килә инек. Халҡыбыҙҙың кәмеүенең бүтән сәбәптәре - ир-егеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙлығы, эскелек һәм башҡа сәбәптәр тураһында бөгөн генә түгел, һәр гәзит һайын һәм һәр ерҙә тигәндәй һүҙ алып барыла. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе лә белге килә, бәлки, үҙегеҙҙең дә эшлекле тәҡдимдәрегеҙ барҙыр? Төҫ-ҡиәфәтебеҙ Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелһә лә, аң кимәлебеҙҙе үҫтереү Уның тарафынан үҙебеҙгә йөкмәтелгән бит. Шуның өсөн, үҫешәйек, камиллашайыҡ, тигәнгә ниндәй фекер ҡушырһығыҙ?

Нәзиә БИКБОВА.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.18 | Ҡаралған: 694

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru