«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫ УҠЫЙБЫҘ, ЯРАТАБЫҘ
+  - 

Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында "Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады" республика ижади проекттар конкурсы үтте. Бишенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала быйыл айырым сығыш яһаусы 37 уҡыусы һәм 11 коллектив ҡатнашты. Уларҙы Зәйнәб Биишеваның улы - химия фәндәре кандидаты, профессор Тельман Әминов, Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Ҡаһарманова, Калинин районы мәғариф һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса идаралыҡ етәксеһе Лариса Бочкарова сәләмләп сығыш яһаны.

Республика ижади проекттар конкурсында биш төрлө секция эшләне. "Зәйнәб Биишеваның әҙәби мираҫы" тип аталған беренсе секцияла уҡыусылар яҙыусының әҫәрҙәре буйынса эшләгән ғилми-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәһен сағылдырған докладтар менән сығыш яһаны. Был бүлектә беренсе урын яулаған М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Әлиә Шәйғәрҙәнова "З. Биишева әҫәрҙәрендә антонимдарҙың һәм синонимдарҙың ҡулланылышы" тигән тема буйынса тикшеренеү эше яҙған. "Был тема үҙемә лә ҡыҙыҡлы тойолдо, Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарында антоним һәм синоним булған һүҙҙәрҙе табып, уларҙың төрөн билдәләп, анализ яһаным. Артабан да ошо эште дауам итеү маҡсаты бар. Сөнки мин был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашһам да, башҡа ғилми конференцияларға йөрөп торам. Тиҫтерҙәремдең сығышын тыңлап ултырҙым, Диана Ғәлинаның ат менән бәйле һүҙҙәр тураһындағы доклады бик оҡшаны, һәр кем яҡшы әҙерләнеп килгәйне", - ти Әлиә Шәйғәрҙәнова.
"Әҙиптең тормошо һәм ижадының сағылышы" тип аталған икенсе секцияла уҡыусыларҙың эштәре З. Биишева, Р. Ғарипов, М. Кәрим ижадына арналды. Был бүлектә иң юғары баһаға З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гиназияһы уҡыусыһы Эльмира Мусина лайыҡ булды. "З. Биишева - әсә, ҡатын-ҡыҙ, йәмәғәт эшмәкәре" тигән темаға арнап эшләнгән ижади проекттар секцияһында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Гөлиә Солтанова "З. Биишева - публицист" тигән сығышы өсөн беренсе урын алды. "Урыҫ телендә ижади эштәр" тигән дүртенсе секцияла Ейәнсура районы Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы синыф уҡыусыһы Земфира Хантимерова "Башҡортостан ынйыһы" тигән шиғри сығышы менән бөтә жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. ЮНЕСКО эштәре буйынса БР Комитетының баш белгесе Людмила Богуславская уның менән һоҡланыуын белдереп: "З. Биишеваның тормош юлы, ижады тураһында Земфира Хантимерованың беҙгә һөйләп ишеттергән поэмаһын уҡыусыларға уҡытып, дәрес үткәрергә була. Бөгөн был конкурсҡа килгән уҡыусылар беҙҙе шул тиклем хайран итте, һәр берегеҙ талантлы, аҡыллы. Юғары уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем", - тине ул. Ысынлап та, конкурста ҡатнашҡан уҡыусылар тикшеренеү, эҙләнеү, белем кимәлен сағылдырыуҙы талап иткән секция эштәрендә генә түгел, актерлыҡ һәләттәре күрһәтеүҙе маҡсат иткән бишенсе секция эшендә лә һынатманы. "З. Биишева әҫәрҙәрен сәхнәләштереү" тип аталған был бүлектә баш ҡала мәктәптәренән, Өфө һәм Учалы райондарынан килгән 11 коллектив ҡатнашты. Жюри ағзаһы, М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры актеры Венер Камалов һәр команданың лайыҡлы сығыш яһауы, еңеүсене билдәләүе бик ауырға тура килеүен телгә алды. "Шулай ҙа уйлаша, кәңәшләшә һәм саҡ ҡына бәхәсләшеп тә алғандан һуң, беренсе урынды "48-се башҡорт лицейы" башҡорт йәкшәмбе мәктәбе артистарына "Аулаҡ өй" тигән сәхнәләштереүҙәре өсөн бирергә булдыҡ", - тине Венер Мөнир улы.
Конкурстың уҡыусыларҙы үҙ-ара таныштырыусы, ижади һәләттәрен асырға ярҙам иткән бер майҙансыҡ булыуы күптән билдәле. Быйыл да бында килгән балалар аралашып, З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы менән яҡындан танышып ҡайта алды. Гимназия менән бәйле һуңғы яңылыҡтарҙы уҡыусылар сығарған "Киләсәк" гәзите биттәренән уҡып белделәр. Белем усағы етәкселеге әйтеүенсә, былар уҡыусыларға ижади һәләттәрен асырға булышлыҡ итеү йәһәтенән, гимназияға исем биргән Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадын популярлаштырыу өсөн эшләнә. "Беҙгә уҡырға килгән балалар башҡа белем усаҡтарын барып күргән саҡта ла, З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында яҡшыраҡ, тип фекер йөрөтһөн өсөн бөтә көс һалына", - ти гимназия директоры Булат Зинуров.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында уға исем биргән әҙибәнең тормош юлын, ижадын өйрәнеүгә арналған, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар даими рәүештә үткәрелеп тора. Уҡыусы йөрәгенә тере ҡуҙ һалыр, рухын уятыр һүҙҙәрен әйтергә яҙыусылар, шағирҙар, уңыш ҡаҙанған төрлө һөнәр кешеләре, ветерандар ҙа был белем усағында йыш ҡунаҡ. Шундай осрашыуҙарҙың береһе ғинуар айында Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы әҙибәнең һеңлеһе Ләлә Биишева, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағир Рәшит Зәйнуллин ҡатнашлығында уҙғарылғайны. Белем биреү генә түгел, күңелгә туған халҡы тураһында ғәм һалған педагогтарҙың эше баһалап бөткөһөҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.18 | Ҡаралған: 760

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru